» Гәзиттең номеры: 19

Ниәттәр тормошҡа ашһын!10.03.2017

Уральск ауыл Советы «Урындағы инициативаларға булышлыҡ итеү» программаһында йыл һайын ҡатнаша. 2014 йылда Уральскиҙа Мәҙәниәт һәм ял паркы, 2015 йылда Иҫтамғол ауылы зыяраты кәртәләнде. Быйыл Ишкен ауылында балалар өсөн спорт майҙансы проекты тәҡдим ителде.
Ишкендә бөтәһе 248 кеше йәшәй, уларҙың 48-е - балалар. Һуңғы йылдарҙа ауылдың йәшәреүе һиҙелә, йәш ғаиләләр һаны арта. Халыҡ башлыса «Байрамғол» агрофирмаһы»нда хеҙмәт итә. Оптимизация һөҙөмтәһендә ауылдың башланғыс мәк-тәбе ябылды. Кластан тыш саралар, спорт менән шөғөлләнеү секциялары ойошторолмаған. Шуға күрә ауыл халҡы үҙенең киләсәге, йәғни балалар өсөн спорт майҙансығы булдырырға ниәт итә. Ишкендәр үҙҙәре лә ҡул ҡаушырып ултырмай, уҙған йыл, мәҫәлән, зыярат кәртәһен яңырттылар. Дөйөм көс менән спорт майҙансығы ла хасил булһын!
Гөлсәсәк МӨХӘМӘТОВА.
Иҫтамғол ауылы.
(№ 19)

Улар ярҙамға мохтаж10.03.2017

Юлдаш ауылында 28 февралгә ҡараған төндә янғын сығып, өр-яңы йорттан көл-күмер генә ҡала. Электр селтәрҙәрендәге төҙөкһөҙлөк бәләгә килтерҙе, тип фараз ителә. Ярар ҙа, хужа кеше йоҡоһонан уянып, сығып өлгөрә. Ә хужабикә был мәл эшендә төнгө дежурға ҡалған була. Күҙ асып йомғансы, бер нәмәһеҙ тороп ҡалалар.
Азамат Әхмәтов Туңғатар амбулаторияһында фельдшер булып хеҙмәт итә, ҡатыны Гөлназ - үҙәк ҡала дауаханаһында. Былтыр көҙ генә туй үткәргәндәр, хәләл көс менән һалынған үҙ торлаҡтарына шатланып йөрөгән мәлдәре...
Үҙҙәре үтә намыҫсан кешеләр, ҙур бәлә килгәндә лә ярҙам һорарға уңайһыҙланалар, ярар ҙа, туғандары редакцияны урап үтмәне.
Кемдең хәленән килә, ярҙам итергә кәрәк, йәмәғәт! Һаҡлыҡ банкындағы иҫәп счеттары - 42768060 4294 9734. Бәйләнеш өсөн телефон - 8 960 382 3258
.
(№ 19)

Ҡотло булһын күлдәгең10.03.2017

Һәйтәк мәҙәниәт йортонда эшләп килгән «Әхирәттәр» түңәрәге ағинәйҙәр ҡоро менән берлектә Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар байрамына арналған «Ҡотло булһын күлдәгең» исемле ҙур байрам кисәһе ойошторҙо.
Балалар (етәкселәре Әлфиә Ғәбиҙуллина), Ф. Аҡбулатованың «Әсә фатихаһы» исемле әҫәрен сәхнәләштерҙеләр. Ролдәрҙе Элина Кирәева, Фи-дәлиә һәм Айзилә Үләмаевалар, Айнур һәм Жәмил Сәйфүтдиновтар, Алһыу Исаева, Ильмира Байморатова, Индира Кирәева, Алмас Шәрәфүтдинов бик оҫта итеп башҡарҙылар. Бәләкәй артистарҙың сығышы тамашасы күңеленә бик хуш килде. Концерттың икенсе өлөшөндә Ғәлиә Сәфиуллина, Нәжибә Исаева, Әнисә Ғәликәйева, Филүзә Сәғиҙуллина, Әлфиә Ғәбиҙуллина, Әлфиә Шакирова, Әнүзә Ишморатова, Альбина Бүләкова ҡатнашлығында тамаша ҡуйылды. Кисәгә әҙерлек алдан уҡ башланған ине. Һәр ҡатнашыусы үҙенә күлдәктәр, камзулдар тектереп, яғалар эшләп алды. Күлдәктәрҙе Альбина Бүләкова бик ҡупшы итеп тегеп бирҙе. Уға ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ. Ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ, йәш ҡыҙҙарыбыҙ «Ете ҡыҙ», «Шәл бәйләнем», «Ғәйбәтсе» бейеүҙәрен өҙә баҫып бейене, моңло йырҙар, таҡмаҡтар яңғыраттылар. Ауыл халҡы кисәнән көс-дәрт алып таралышты.
Әлфиә ҒӘБИҘУЛЛИНА,
Һәйтәк ауылы.

(№ 19)

Ҡушылығыҙ!10.03.2017

Ҡарас сәсән призына 18 мартта Уральск ҡасабаһында йәйәнән уҡ атыу буйынса район турниры үткәрелеүе тураһында хәбәр иткәйнек инде.
Ярыш тәртибе һәм шарттары тураһында ла яҙҙыҡ («Яйыҡ», 14.02.2017 йыл). Ҡарас сәсән һәм турнирға ҙур әһәмиәт бирелеүҙең сәбәптәре тураһында - гәзитебеҙҙең киләһе һанында. Әлегә бер мөһим урынды алдан әйтеү зарур - һәр эшҡыуар йә хәленән килгән башҡа кеше бағыусылыҡ ярҙамы күрһәтә ала. Теләгәндәр ырыуы, ауылы, аймағы йә нәҫеле, йәмәғәт ойошмаһы исеменән дә махсус приз ҡуя ала. Белешмәләр өсөн ойоштороу комитетына шылтыратырға була - 6-15-44.
Әйткәндәй, «Яйыҡ» мәғлүмәт партнеры булыу менән сикләнмәйенсә, иң яҡшы милли кейем кейгән спортсыны айырым рәүештә дәрт-ләндерәсәк. Ситтә ҡалмағыҙ!
Мөхәрририәт.
(№ 19)

Нимә ул ЕСИА?10.03.2017

Республика халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү үҙәге учреждениеһының Белорет филиалының Учалы бүлегендә һәр граждан ЕСИА системаһында теркәлә ала. ЕСИА - РФ-тың берҙәм идентификация һәм аутентификация системаһы.
Ҡатмарлы яңғыраһа ла, асылы әллә ни хикмәтле түгел. Кем ЕСИА-ға теркәлә, өйөн-дәге йә эшендәге компьютерҙан ғына дәүләт һәм муниципаль хеҙмәтләндереүҙәре менән файҙалана аласаҡ. РФ закондарына ярашлы, 2015 йылдың 1 сентябренән дәүләт һәм муниципаль хеҙмәтләндереү порталдарына тик ЕСИА-ла теркәлгән граждандар ғына инә ала. Теркәлеү һеҙгә түбәндәге мөмкинлектәр бирә:
- торлаҡ һәм коммуналь хеҙмәтләндереүҙәргә субсидия, айырым категория граждандарға тәғәйен йә балаға пособие тураһында ғаризаны электрон килеш ебәреү;
- гражданлыҡ хәле актын (тыуыу, никахлашыу, айырылышыу, уллыҡҡа алыу, аталыҡты билдәләү, исем алмаштырыу, үлем) теркәү тураһында ғариза биреү;
- табипҡа сиратҡа яҙылыу;
- дәүләт юл хәүефһеҙлеге инспекцияһындағы штрафтарығыҙ тураһында мәғлүмәт алыу;
- сит ил паспорты биреүҙе юллау;
- балалар баҡсаһына сиратта тороуҙы ҡарау һ. б.
Әлфиә ҠАРАМЫШЕВА,
бүлек начальнигы
.
(№ 19)

Алдан хәбәр итегеҙ10.03.2017

Әгәр ҙә 2016 йылда пенсионер танытмаһы, «Хеҙмәт ветераны» исеме йә льготаларға хоҡуҡ биргән башҡа документ алһағыҙ, был хаҡта һалым инспекцияһына хәбәр итергә кәрәк. 1 апрелгә тиклем, тип кәңәш итә 20-се район-ара һалым инспекцияһы. Сөнки был осраҡта 2016 йыл өсөн милек һалымы күләмен билдәләгәндә иҫәпкә алынасаҡ. Алдараҡ бындай ғариза бирелгән икән, ҡабатланыуҙың кәрәге юҡ.
Һалым буйынса льготаны ғәмәлгә ашырыу тураһында ғаризаны шәхсән рәүештә (инс-пекцияға килеп), почта аша ебәрергә йә ин-тернеттағы «Һалым түләүсе физик берәмектең шәхси кабинеты» сервисы аша хәл итергә мөмкин.
Һалым льготалары исемлеге менән Рәсәй федераль һалым хеҙмәтенең сайтындағы «Справочная информация о ставках и льготах по имущественному налогу» сервисында танышырға мөмкин.
Иң киң таралған һалым льготалары:
- милек һалымы буйынса - пенсионерҙар, 1-се, 2-се төркөм инвалидтары, балалыҡ инвалидтары, Бөйөк Ватан һуғышы һәм башҡа һуғыш хәрәкәттәрендә ҡатнашыусылар;
- ер һалымы буйынса - 1-се, 2-се төркөм инвалидтары, балалыҡ инвалидтары, Бөйөк Ватан һуғышы һәм башҡа һуғыш хәрәкәттәре ветерандары һәм инвалидтары;
- транспорт һалымы буйынса - хеҙмәт ветерандары, бөтә категориялағы инвалидтар, Бөйөк Ватан һуғышы һәм башҡа һуғыш хәрәкәттәре, хәрби хеҙмәт ветерандары.
Ер һалымы буйынса база (кадастр хаҡы) 10 мең һумға кәметелеп, ташлама йылына 30 һум тәшкил итә. Ә трансорт һалымы буйынса ташлама граждандың үҙенең һайлауы буйынса берәр техникаға бирелә: еңел автомобилдәргә (мотор ҡеүәте 150 ат көсөнән артмағанда) һәм йөк автомобиленә (мотор ҡеүәте 250 ат көсөнән артмағанда, 10 йылдан иҫкерәк).
Беҙҙең хәбәрсе.
(№ 19)

Иң мөһиме - күңел матурлығы10.03.2017

Иң мөһиме - күңел матурлығыКөсһөҙ зат тиһәләр ҙә, ҡатын-ҡыҙ үҙенең сабырлығы, йыйнаҡлығы, бер юлы бер-нисә эште атҡара алыуы менән көслө. Учалы ҡала-районының Берҙәм дежур-диспетчер хеҙмәтендә тап ошондай сифаттарға эйә ҡатын-ҡыҙҙар эшләй. Сибек кенә, тәьҫирләнеүсән гүзәл заттар хеҙмәт вазифаһын башҡарғанда тауҙай яуаплылыҡты, даими көсөргәнеште нисек еңеп сыға, ниндәй ауырлыҡтарға осрай - ошо һорауҙарҙы өлкән диспетчер Нәзифә Шаһиеваға бирҙек.
Хәрбиҙәрҙең фырт кейеме әңгәмәсем-де бала саҡтан ҡыҙыҡһындыра. Форма кейгән, ҡурҡыу белмәҫ, шул уҡ ваҡытта нәзәкәтле ҡатын-ҡыҙҙарға һоҡланып ҡарай ул. Сығышы менән Комсомольск ауылынан. Мәктәптә уҡыған саҡта еңел атлетика, волейбол, баскетбол ме-нән шөғөлләнә. Музыка мәктәбенең фортепиано класында белем ала, бейеү менән етди мауыға.
(№ 19)

Зинһар өсөн, тәртипле булайыҡ!10.03.2017

Зинһар өсөн, тәртипле булайыҡ!РФ Президенты В.В. Путиндың указдарына ярашлы, быйыл Экология һәм айырыуса һаҡланған тәбиғәт территориялары йылы. БР Башлығы Р.З. Хәмитовтың указы менән Башҡортостанда ла иғлан ителде. Экологияның ни икәнен барыбыҙ ҙа беләлер - тере организмдарҙың (шул иҫәптән кешенең) үҙ-ара һәм тирә-яҡ мөхит менән гармонияла йәшәүе траһында тәғлимәт. Ә айырыуса һаҡланған тәбиғәт территориялары тураһында аңлатма бирергә кәрәктер. Улар - дәүләт тәбиғәт парктары, ҡурсаулыҡтар (заповедник), тәбиғәт ҡомартҡылары (памятники природы), милли парктар, дендрарий һәм ботаник баҡсалар, сәләмәтләндереү курорттары биләмәләре. Районыбыҙҙа ла был исемлеккә ингән объекттар бар.
(№ 19)

Учалы-Раздорская14.03.2016

1943 йылдың ғинуар айында Раздорская станицаһы (Ростов өлкәһенең Усть-Донецкий районы) өсөн барған яуҙа 300-сө уҡсылар дивизияһының 700-ҙән ашыу яугиры һәләк була. Уларҙы ошонда уҡ туғандар ҡәберлегендә ерләйҙәр. 80-се йылдарҙа һалдаттарҙың исем-шәрифтәрен тергеҙеү буйынса эш башлана. Яҡташыбыҙ Алик Садиҡов 1943 йылда «ҡара ҡағыҙ»ы килгән, ҡайҙа һәм нисек һәләк булыуы билдәһеҙ олатаһы буйынса мәғлүмәттәр эҙләй. Дөрөҫөрәге, был эште уның атаһы, туғандары башлаған була, әммә бер ниндәй ҙә һөҙөмтәләргә ирешә алмайҙар. Электрон архивтар аша Мулдаш ауылы кешеһе Усман Ғариф улы Садиҡовтың 300-сө уҡсылар дивизияһы составында булыуы асыҡлана. Алик Садиҡов Салауат ҡустыһы менән Раздорская станицаһына барып, олаталары ерләнгән ҡәберлекте күреп ҡайталар. Алынған мәғлүмәттәр буйынса 700-ҙән ашыу кешенең 400-гә яҡыны Башҡортостандан, ә уларҙың 40-тан ашыуы Учалы районынан булыуы асыҡлана. Алик Әрһәз улы, уның кеүек олаталарын, аталарын эҙләүсе, ҡәберлеккә барып ҡайтырға теләүсе кешеләр табылыр, тип Учалы яугирҙарының исемлеген гәзиттә биреүҙе тәҡдим итте. Тулыраҡ мәғлүмәт алыу буйынса Алик Садиҡовтың үҙенә мөрәжәғәт итергә мөмкин. Телефоны - мөхәрририәттә.
(№ 19)

Үлемдең исеме - «фанфурик»14.03.2016

9 мартта муниципаль район эргәһендәге Йәмәғәт советы Бөтә Рәсәй халыҡ фронтының БР төбәк бүлексәһе менән берлектә ултырыш үткәрҙе. Бөгөнгө көндә милләтебеҙ киләсәге өсөн иң көнүҙәк тема - алкоголизм менән көрәш темаһы ҡаралды.
Үҙәк ҡала дауаханаһының баш табибы Рәмил Ғибәҙәтов байтаҡ аяныс хәл-ваҡиғалар тураһында бәйән итте. Уның фекеренсә, төп бәлә - фальсификацияланған, легаль булмаған спиртлы продукцияның киң таралыуы. Ысынға оҡшаған шешә эсендә лә спиртлы эсемлектәр һатыла (йәнәһе лә, «Ҡаҙағстандыҡы»), әммә иң ҡаҡшатҡаны - «фанфуриктар». Саҡ ҡына экскурс яһап, был хәшәрәт тураһында ентекләберәк аңлатма бирергә кәрәктер. «Фанфурик» - эскеселәрҙең телендәге жаргон һүҙ, бәләкәй һауыттағы (ғәҙәттә 100 миллилитр) парфюмер-косметик йә техник шыйыҡса
. Рәсәйҙә быны белмәгән кеше юҡтыр - инструкцияһында яҙылғанса тәнгә һөртөү өсөн түгел, эсеү өсөн һатып алалар уны.
(№ 19)


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Ноябрь 2017    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
 12345
6789101112
13141516171819
20212223242526
27282930 

Популяр яңылыҡтар


Агроном -  ул ер  табибыАгроном - ул ер табибы
«Кем дә кем, бер башаҡ үҫкән ерҙә тағы берҙе...

Нисек йәшәйһең, өкө?Нисек йәшәйһең, өкө?
Ҡыҙыҡ, әгәр ҙә төнгө һунарсы Өкө әфәндегә, йә,...

Намыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәрНамыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәр
Байрамғолдар ашлыҡ һуғыу, һөт һауыу буйынса элек...

Бер нөктә - УчалылаБер нөктә - Учалыла
Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан ...

ФотофактФотофакт
Сираттағы «Аҙна һайын приз» лотерея уйынында...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.