» Гәзиттең номеры: 2

Ҡорамаларға яңы автобус10.01.2017

Ҡорамаларға яңы автобусҺуңғы йылдарҙа мәктәптәрҙе оптималләштереүгә бәйле, ауылдарға йөрөтөп уҡытыу ихтыяжы арта бара, транспорт менән тәьмин итеү ҙур роль уйнай. Балаларҙы уҡырға йөрөтөүҙән тыш, төрлө конкурстарға, олимпиадаларға, экскурсияларға алып барырға кәрәк. Ошо маҡсаттан республика хөкүмәте ярҙамы менән районыбыҙ белем усаҡтары автобустар менән тәьмин ителә.
Яңы йыл алдынан Ҡорама дөйөм белем биреү мәктәбе уҡыу-сылары өсөн дә бик шатлыҡлы ваҡиға бул-ды. Белем усағына ба-лаларҙы йөрөтөү өсөн яңы ПАЗ автобусы бүләк иттеләр. Мәктәптә 80 бала белем ала, уларҙың 41-е Ҡораманан, ҡалған 39 уҡыусы Ҡорама станцияһынан һәм Кә-рим ауылынан йөрөп уҡыйҙар.
- Автобус алыуыбыҙға бик шатбыҙ. Ул беҙгә биш саҡрым алыҫлыҡтағы станциянан һәм 12 километр арауыҡтағы Кәрим ауылы уҡыусы-ларын автобус менән алып йөрөү мөмкинлеге бирәсәк. Быға тиклем дә автобусыбыҙ бар ине, әммә ул иҫкерҙе. Яңы транспортты күптән түҙемһеҙлек менән көтә инек, ниһайәт, хыялдарыбыҙ тормошҡа ашты. Балаларға төштән һуң түңәрәктәргә килер-гә мөмкинлек буласаҡ, исмаһам, - тине мәктәп директоры Гөлли Ибра-һимова үҙҙәренең ҡыуаны-сы менән уртаҡлашып.
(№ 2)

Һыуы менән ер ҡәҙерле10.01.2017

Күптән түгел тележурналист Андрей Кондрашовтың һыу тураһында ике сериялы тапшырыуын ҡарарға тура килгәйне. Ул тапшырыуҙы әҙерләгәндә эсәр һыуға мохтажлыҡ кисергән бик күп илдәрҙә булып, планетабыҙ кимәлендә һыу проблемаһын күтәреп сыҡҡан ине. Тапшырыуҙы ҡарағандан һуң үҙебеҙҙең тыуған еребеҙҙе башҡа илдәр менән сағыштырып, беҙ ниндәй бай, матур илдә йәшәйбеҙ, тигән һығымтаға киләһең. Аллаһҡа шөкөр, эсәр һыуҙарыбыҙ таҙа, мул. Балыҡҡа бай саф һыулы йылғаларыбыҙ, көҙгө кеүек ялтырап ятҡан күлдәребеҙ, сылтырап аҡҡан гәлсәр шишмәләребеҙ - үҙе ҙур байлыҡ түгелме ни?!
Андрей Кондрашовтың: «Киләсәктә таҙа һыу иң ҙур байлыҡ булып иҫәпләнәсәк. Өсөнсө Бөтә донъя һуғышы нефть, алтын өсөн дә түгел, ә таҙа һыу өсөн буласаҡ. 2030 йылдарҙан таҙа һыу запасы ныҡ кәмей, ә 2050 йылдарҙан һуң эсер һыуға ҙур ҡытлыҡ буласаҡ. Ҡайһы ил һыуға бай, шул ил иҡтисади яҡтан да, сәйәси яҡтан да көслөләрҙән һаналыр», - тип әйткән һүҙҙәре тәрән уйға һалды.
(№ 2)

Был донъяла ниҙәр бар?10.01.2017

Был донъяла  ниҙәр бар?«Росстат» белдереүенсә, яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, 2016 йылда халыҡ ҡулланыу тауарҙарына инфляция 5,4 процент тәшкил итте - Советтар Союзы тарҡалғандан алып иң яҡшы күрһәткес был. Ә иң насар күрһәткес 1992 йылда теркәлгән була - бер йыл эсендә хаҡтар 250 тапҡырға (!) артҡайны. Бер һүҙ менән, тормош ауыр булып тойолһа ла, шөкөр генә итеп йәшәйек...
(№ 2)

Был донъяла ниҙәр бар?12.01.2016

Был донъяла ниҙәр бар?Германияның Кельн халҡы өсөн быйылғы Яңы йыл хәтерҙә оҙаҡ ҡаласаҡ. Меңгә яҡын ғәрәп ҡасаҡтары ҡаланың үҙәк майҙанына тупланып, байрам ҡаршы алырға сыҡҡан урындағы ҡатын-ҡыҙҙарға бәйләнергә, мәсхәрәләргә, таларға тотона. Полицияға һәммәһе 300-ҙән ашыу ғариза яҙыла. Полиция һәм властар был ҡәбәхәтлекте башта йәшереп ҡалырға тырышты (миллиондан ашыу кешене үҙҙәре саҡырып килтерҙе бит), һуңынан ҡойроҡ болғарға тотондолар. Йәндәре ҡарайған урындағы халыҡ урамға сыҡты. Ҡыҙыҡ, бортаҡ ҡунаҡтарға теше үтмәгән полиция был демонстрацияны бик ҡаты баҫты.
(№ 2)

Яңы йыл бүләге12.01.2016

Яңы йыл бүләгеЯңы йыл алдынан һәр кем, күңел төпкөлөндә булһа ла, ниндәйҙер мөғжизә көтә. Тылсым көсө менән түгел, ә дөйөм тырышлыҡ һөҙөмтәһендә Рысай урта мәктәбе өсөн йыл аҙағында шатлыҡлы ваҡиға булып үтте. Улар 22 урынға иҫәпләнгән өр-яңы автобуслы булдылар.
Мәғариф бүлеге начальнигы Ләйсән Фазлетдинова ҡулынан транспорт асҡысын тулҡынланып ҡабул иткән уҡыусылар тағы ла нығыраҡ тырышып уҡыясаҡтарын, конкурс-олимпиадаларҙа ҡатнашып, еңеүҙәр яулаясаҡтарын вәғәҙә-ләнеләр.
(№ 2)


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Ноябрь 2017    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
 12345
6789101112
13141516171819
20212223242526
27282930 

Популяр яңылыҡтар


Агроном -  ул ер  табибыАгроном - ул ер табибы
«Кем дә кем, бер башаҡ үҫкән ерҙә тағы берҙе...

Нисек йәшәйһең, өкө?Нисек йәшәйһең, өкө?
Ҡыҙыҡ, әгәр ҙә төнгө һунарсы Өкө әфәндегә, йә,...

Намыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәрНамыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәр
Байрамғолдар ашлыҡ һуғыу, һөт һауыу буйынса элек...

Бер нөктә - УчалылаБер нөктә - Учалыла
Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан ...

ФотофактФотофакт
Сираттағы «Аҙна һайын приз» лотерея уйынында...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.