» Гәзиттең номеры: 20-21

Үткәндәр онотолмай24.02.2014

Үткәндәр онотолмайБөйөк Ватан һуғышы яугирҙары бөгөн арабыҙҙа бармаҡ менән генә һанарлыҡ. Күп ауылдарҙа улар хәҙер бөтөнләй ҡалмаған. Ҡапҡаларында «Бында Бөйөк Ватан һуғышы ветераны йәшәй» тигән яҙыулы ҡалайҙар ғына ҡасандыр был йортта ҡыйыу һалдат йәшәгәнлеге хаҡында һөйләй. Илебеҙ тыныслығы өсөн үҙен аямаған арыҫландар алдында беҙ мәңге бурыслы.
Рәис Вәлиев та Ураҙ ауылының һуңғы ветераны. Уның бала сағы шул заман балаларыныҡынан бер нәмәһе менән дә айырылмай. Ул йылдарҙағы аслыҡ-яланғаслыҡты онотоп буламы һуң? Ғаиләлә алты бала үҫәләр. Атаһы ғүмере буйы көтөү көтә, әсәһе үҙен балаларын тәрбиәләүгә бағышлай.
- Халыҡ этләнеп йәшәне. Бер һыныҡ икмәк өсөн зар-интизар була торғайныҡ. Яҙ етеү менән баҡсаларҙан серек бәрәңге йыйып, кесерткән менән балтырғандан аш бешереп тамаҡ туйҙырҙыҡ. Аслыҡтан күптәр ҡырылды, улар араһында балалар ҙа бар ине, - тип хәтер йомғағын һүтә аҡһаҡал.
Заманалар ниндәй генә ауыр булмаһын, белемһеҙ ҡалмаҫҡа тырыша ул. Тиҫтерҙәре менән уҡып-яҙырға өйрәнә, ете класты тамамлай. Каникулда бергәләшеп колхозда эшләйҙәр. Бәләкәйҙән комбайнсы ярҙамсыһы була. Шул мәлдәрҙә уҡ киләсәктә кем буласағын билдәләп ҡуя.
Хеҙмәткә 1944 йылда саҡырыла, уның менән бергә тағы алты ауылдашы була. Әммә ул ваҡытта Еңеү таңын ҡаршыларға күп ҡалмағанлығын бер кем дә белмәй әле. Балалыҡтан сығып бөтмәгән үҫмерҙәрҙе һуғышҡа әҙерләй башлайҙар.
(№ 20-21)

Батыр даны юйылмаҫ24.02.2014

Батыр даны юйылмаҫИлгиз Бирғәлин 1965 йылдың 23 ноябрендә Баттал ауылында совхоз эшселәре ғаиләһендә тәүге бала булып донъяға килгән. Атаһы Ғилман ағай «Байрамғол» совхозының алдынғы механизаторы, «Данлыҡлы хеҙмәт өсөн», «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалдары кавалеры. Илгиз бала саҡтан баҫалҡы, тәртипле булып үҫә. 1973 йылда мәктәпкә уҡырға төшә. Беренсе уҡытыусыһы Анастасия Исаева уны һәр саҡ маҡтап телгә ала. Баттал башланғыс мәктәбен тамамлағас, үҙенең тиҫтерҙәре менән Озерный мәктәбенә йөрөп уҡый. Һәм ошо урта белем биреү мәктәбендә унынсы класты тамамлай. Ауылда ул заманда һәр кеше алтынға тиң ине, сөнки совхозда малсылыҡ, игенселек эштәре гөрләп тора. Бригадирҙары Илгизде осратып:
- Әйҙә, ҡустым, комбайнсы ярҙамсыһы булып эшкә сыҡ, - ти.
Эшкә күнегеп үҫкән ауыл балаһына был оло шатлыҡ була. Һәм ул урып-һуғыу эштәрендә ҙур тырышлыҡ ҡына күрһәтеп ҡалмай, «баҫыу карабының» серҙәренә лә өйрәнә. Ә декабрҙә егетте хәрби комиссариаттан автомәктәпкә уҡырға ебәрәләр.
(№ 20-21)

Үҙ дәүеренең батыры24.02.2014

Үҙ дәүеренең батырыЛайыҡлы ир-егет хәрби хеҙмәттә лә, тормош хеҙмәтендә ла һынатмай. Ҡорама ауылында ғүмер итеүсе Ғәлимйән Ҡәйүпов көслө заттың тап ошондай вәкиле. Ул 1963 йылда донъяға килә, тәүҙә үҙ ауылында, һуңынан Комсомольск ҡасабаһында белем ала. 1981 йылда, мәктәпте тамамлауына, уны хәрби хеҙмәткә саҡыралар. Түбәнге Новгород ҡалаһында күнекмәләр үткән был саҡырылыш егеттәрен төрлө тарафтарға, шул иҫәптән Афғанстанға ла юллайҙар. Бәхеткә күрә Ғәлимйән Нәғимйән улы ҡыҙыу нөктәгә түгел, ә Ҡаҙағстандың Алматы ҡалаһына эләгә. Унда ул радиотелеграфист, йәғни элемтәсе булып хеҙмәт итә. Ике йыл үткән әрме дәүерен элекке һалдат яҡты хәтирәләр менән генә иҫкә ала.
(№ 20-21)


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Ноябрь 2017    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
 12345
6789101112
13141516171819
20212223242526
27282930 

Популяр яңылыҡтар


Агроном -  ул ер  табибыАгроном - ул ер табибы
«Кем дә кем, бер башаҡ үҫкән ерҙә тағы берҙе...

Нисек йәшәйһең, өкө?Нисек йәшәйһең, өкө?
Ҡыҙыҡ, әгәр ҙә төнгө һунарсы Өкө әфәндегә, йә,...

Намыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәрНамыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәр
Байрамғолдар ашлыҡ һуғыу, һөт һауыу буйынса элек...

Бер нөктә - УчалылаБер нөктә - Учалыла
Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан ...

ФотофактФотофакт
Сираттағы «Аҙна һайын приз» лотерея уйынында...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.