» Гәзиттең номеры: 20

Йәрминкәләр дауам итә14.03.2017

Йәрминкәләр дауам итәҠала халҡының ҡышҡы запастары бөтөп бара, шуға күрә аҙна һайын ойошторолған ауыл хужалығы йәрминкәләре барыһына ла уңайлы, үҙеңә кәрәк аҙыҡ-түлекте сығаһың да алаһың. Икенсенән, шәхси хужалыҡтар, фермерҙар сифатлы, үҙҙәре етештергән продукция алып килә, хаҡтары үтә ҡиммәт тә түгел. Күҙгә-күҙ ҡарашып һатыулашырға ла була. Һатып алыусылар магазиндарға ҡарағанда, йәрминкәләрҙе өҫтөнөрәк күрә. Шуныһы яҡшы, йәрминкәләр ҡыш буйы ойошторолдо, марттың аҙағына тиклем дауам итәсәк.
Уҙған шәмбе лә халыҡ күп булды, көн йылы, ҡояшлы торҙо. Айырыуса оло йәштәгеләрҙең тоҡсайҙарын тотоп сауҙа рәттәрен ҡыҙҙырыуҙары күҙгә салына.
(№ 20)

Был донъяла ниҙәр бар?13.03.2017

Туфан һыуы ҡалҡҡанға өйрәккә ни ҡайғы, ки-реһенсә, хөрриәт. «Bloomberg» агентлығы донъяның иң бай бәндәләре исемлеген төҙөнө. Тәүге 100 кеше араһында 8 Рәсәй гражданы. «Капиталистик хеҙмәт алдынғыларын» белеп ҡуйығыҙ: Леонид Михельсон (17,5 миллиард долларлыҡ байлыҡҡа эйә), Владимир Потанин (16,6), Алексей Мордашов (16,5), Виктор Вексельберг (14,8), Алишер Усманов, Владимир Лисин (14), Михаил Фридман (13,4), Андрей Мельниченко (11,6). Әйткәндәй, йыһан киңлектәрен яулауға аҡсаһын йәлләмәгән, шул иҫәптән Марс планетаһын колонизациялау өҫтөндә эшләгән Америка йүнселе һәм инженеры миллиардер Илон Маск йәмәғәтселеккә күпкә яҡшыраҡ билдәле булһа ла, «беҙҙең» алпауыттарҙан ярлыраҡ.

РФ Президенты В.В. Путин бер генә көн эсендә 10 көс структуралары генералдарын, Сыуашстан һәм Йәһүт автоном өлкәһенең прокурорҙарын отставкаға ебәрҙе. Был, төптән ҡараһаң, яҡшы билдә инде ул - элек, бер тәхеткә менеп ултырып алһалар, һөрәтеп тә төшөрөрлөк түгел ине бит. Хәҙер ни, вазифаһын үтәй алмай икән, генерал погондарына ла ҡарап тормайҙар. Бәғзеләре бигерәк йүнһеҙ йә оятһыҙ булып китә бит. Бына, мәҫәлән, Санкт-Петербург ҡалаһы ситендә яңы ваҡытлыса тотоу изоляторы (СИЗО) төҙөлә. Ә төрмәгә тиклем һалынырға тейеш юл аҡсаһын кемдер урлай. Йәнәһе лә, кемдер ялған акттар килтерә лә, иңбаштарында ҙур йондоҙло погон таҡҡан «ағайҙар» яңылыштан миллион-миллион һум ҡаҙна аҡсаһын тоттора. Барыһын да тотһондар ҙа ошо юлһыҙ ҡалған изоляторҙа тотһондар, тип теләргә генә ҡала.

Мәскәү патриархатын вәкилләгән епископ Тихон Егорьевский йәштәр эстрадаһындағы по-пуляр артистарҙы классик шағирҙар (Пушкин, Лермонтов, Тютчев) текстарын башҡарырға өндәне. Бер ҡараһаң, юҡ хәбәр. Ә икенсе яҡтан - бер ваҡыт олоһонан кесеһенә тиклем барыһы ла Александр Блоктың «Ночь, улица, фонарь, аптека» юлдарын яттан һөйләй башлағайны. Сәбәбе ябай - МТС компанияһы үҙенең телерекламаһында ҡулланды.

Калуга ҡалаһының супермаркетында муҡса ҡалдыра торған тимер йәшниктәрҙең асҡыстары юғала башлай. Баҡһаң, бер апай урлай ҙа, яңыһын ҡуйғандарын ситтән генә һағалап йөрөй. Кемдер әйберҙәрен ҡалдырып киткәс, алдан урланған асҡыс менән асып, табышын алып ҡаса. Тотола, видеокамера эшләп тора ла инде! Иң аянысы - 85 йәшлек әбей. 80 йәште үткәндәргә байтаҡ пенсия түләнә бит, аҡса етмәгәнлектән енәйәткә барған, тип әйтеүе лә ҡыйын. Күрәһең, бала холҡо керә башлаған. Голландияла иһә, 99 йәшлек әбей полицияға килә лә: «Уландарым, оҙон ғүмер үткәнсе ҡайҙа ғына булманым, ә бына төрмәлә ултырып ҡарағаным юҡ. Зинһар, мәхрүм итмәгеҙ!» - тип инәлә. Полицейҙар һүҙен ҡыймайҙар, бер-нисә минутҡа енәйәтселәр өсөн камераға индерәләр, хатта ҡулына бығау тағалар.

Һарытауҙа бер ир сәскә магазинын талай. 25 ҡыҙыл һәм 25 аҡ рауза сәскәләрен алып сыға ...һәм урамда осраған тәүге ике ҡатынға тоттора, байрам менән ҡотлай. Сочи ҡалаһында иһә, класс етәксеһе ни бары 5 мең һум бүләк итеүҙәренә ихлас күңелдән ғәрләнә, уҡыусыларының ата-әсәләренә СМС аша үпкә белдерә. Йәнәһе лә, бала тураһында һүҙ барғанда бындай һаранлыҡ килешмәй. Әлбиттә, эшенән ҡыуылды. Ә бына Италияла 48 йәшлек ҡатын бөйөр ауырыуынан ныҡ интегә, эҙләп-эҙләп донор таба алмайҙар. 8 Март байрамы алдынан уның менән өйҙәш йәшәгән ир бер бөйөрөн бүләк итә...

Израиль ғалимдары асыш яһаны, сәбәбен үҙҙәре лә аңлата алмай. Баҡһаң, кешенең исеме серле рәүештә уның тышҡы ҡиәфәтенә бәйле икән! Эксперимент үтеүселәргә бер төркөм кешеләрҙең фотографияларын күрһәтәләр һәм ҡайһыһына ниндәй исем килешә тип исемлек бирәләр. Осраҡлы рәүештә булһа, «күрәҙәселек» 25 процентта хаҡ булыр ине, экспериментта был күрһәткес 40 процентҡа етә, махсус компьютер программаһын файҙаланһалар - хатта 64 процент. Ҡыҫҡаһы, балаға исем ҡушыр алдынан, олораҡ аҙаштары ниндәй ҡиәфәттә, тип күҙаллау һис тә ҡамасауламаҫ.
Үҙәк матбуғатты һәм интернетты файҙаланып, Илфат ЯНБАЕВ әҙерләне.





(№ 20)

Мәргәнлектә көс һынағыҙ!13.03.2017

Мәргәнлектә көс һынағыҙ!Нимә ул бренд? Инглиз теленән «тамға» тип тәржемә ителә. Башта ҡулланыусының хәтеренә уйылған берәй төр тауар тураһында мәғлүмәт мәғәнәһендә ҡулланыла. Телереклама ныҡышмаллығы менән күп брендтар хәтеребеҙгә ныҡлап уйылды. «Блендаменд» тигәнде ишетеү менән, сифатлы теш пастаһын шундуҡ күҙ алдына килтерәбеҙ, ә автомобиль капотында 4 дүңгәләк күрһәк, ышаныслы һәм ҡиммәтле, Германияла сыҡҡан «Ауди», тип көнләшеп ҡуябыҙ. Тора-бара бренд терминын ҡулланыу даирәһе киңәйҙе. Ябай тауар знагынан тыш, төбәккә, тотош илгә ҡарата ла әйтелә: ситтә йәшәгәндәрҙе нимә менән ҡыҙыҡһындыра ала, был тараф ниндәй үҙенсәлеккә эйә? Әйтәйек, «башҡорт балы», «башҡорт ҡымыҙы», «ҡурай моңо» - республикабыҙҙың борондан килгән уртаҡ брендтары. Ә беҙҙең Учалы ниндәй брендтарға эйә? Әлбиттә, тәү сиратта - Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты. Ирәмәл тауы, Әүлиә шишмәһе, Ахун менгирҙары - ошо сафта. Тик һуңғылары барыһы ла Хоҙай биргән тәбиғәт һәм тарих ҡомартҡылары. Заманы шул, төбәктең абруйы, туристар өсөн әүрәткеслеге артһын өсөн яңынан-яңы брендтар булдырылырға тейеш.
(№ 20)

Һөнәренә тоғролар16.03.2016

Һөнәренә тоғроларТорлаҡ-коммуналь хужалығы хеҙмәтсәндәре өсөн йылдың һәр миҙгеле тынғыһыҙ. Күп фатирлы йорттарҙы, социаль учреждениеларҙы өҙөклөкһөҙ йылылыҡ, һыу менән тәьмин итеү, һауа торошона ҡарамайынса урамдарыбыҙҙы таҙалыҡта тотоу өсөн ал-ял белмәй тырышырға тура килә үҙҙәренә. Зәңгәр экрандан ҡышҡы селләлә илдең төрлө мөйөштәрендә ҡала-ултыраҡтарҙа халыҡ йәшәгән йорттарҙың йылыһыҙ, һыуһыҙ ҡалыуҙарын йыш күрһәтәләр. Хәйер, был йәһәттән зарланырға урын юҡ. Йылдың-йылы ҡышты имен үткәрәбеҙ. Барлыҡ торлаҡ-эксплуатация идаралыҡтары ла эштәренә яуаплы ҡарай, һөнәри байрамдарын яҡшы ҡаҙаныштар менән ҡаршылай.
(№ 20)

Тормошо - һүнмәҫ усаҡ16.03.2016

Тормошо - һүнмәҫ усаҡ Ураҙ мәктәбендә 38 йыл ғүмерен мәғариф системаһына бәйләгән ябай ауыл уҡытыусыһы, «Яйыҡ» гәзите ойошторған Х. Юлдыбаева исемендәге премия лауреаты Фәриҙә Ситдиҡованың «Тормошом - һүнмәҫ усаҡ» тип аталған китабының исем туйы үтте. Автор фәһемле, тулы ҡанлы тормошта йәшәгән ауылдаштары, райондаштары тураһындағы мәҡәләләрен, һүрәтләмәләрен, хикәйә-шиғырҙарын китабына туплаған. Ураҙ ауылының Афған ветерандары хаҡындағы мәҡәләләрен, шиғырҙарын да тыныс ҡына уҡыуы мөмкин түгел.
Фәриҙә Фәрмүт ҡыҙы 1955 йылдың 25 октябрендә Ҡалуй ауылында, ябай колхозсы ғаиләһендә икенсе бала булып донъяға килә. Әсәһе ҡарынында уҡ атайһыҙ ҡалған ҡыҙыҡай бала саҡтан тормоштоң әсе-сөсөһөн татып өлгөрә. Ләкин ниндәй генә ауырлыҡтар булмаһын, Вазифа апай ике ҡыҙына ла ел-ямғыр тейҙермәй, уларҙы аяҡҡа баҫтырып, лайыҡлы кешеләр итеп тәрбиәләй.
(№ 20)

Тепловоз көслөрәк16.03.2016

Тепловоз көслөрәк10 март көнө ҡот осҡос ваҡиға булды - Учалы ҡалаһының Горнозаводская урамындағы тимер юлы аша сыға торған урында «Лада Гранта» автомобиле тепловозға бәрелә. Машинаның иҙмәһе иҙелә, ярар ҙа водитель иҫән ҡала - «Ашығыс ярҙам» менән шундуҡ дауаханаға оҙатыла. Шаһиттарҙың раҫлауынса, водитель тулыһынса үҙе ғәйепле - светофорҙың тыйыу сигналын ниңәлер иңҡар итеп йән-фарман хәрәкәт итә, шлагбаумды урап үтә. Ярар ҙа, исмаһам, тепловоз яй барған була, кире осраҡта иҫән ҡалырға бөтөнләй өмөтө булмаҫ ине. Тикшереү бара.
- Зинһар, алабарланмағыҙ, переезда тимер юл составтарын үткәрегеҙ! - тип мөрәжәғәт итте социаль селтәрҙәрҙә бер тепловоз машинисы. Эйе, бындай осраҡтарҙа еңмешләнеү, «егетләнеү» бик насар тамамлана!
(№ 20)

Ут менән уйнамайыҡ16.03.2016

9 мартта район хакимиәтендә эпизоотия хәле (малдар араһында йоғошло сирҙәр таралыу) һәм төбәгебеҙгә мал ҡайтарғанда ветеринар-санитар талаптар күҙәтелеүгә бағышланған кәңәшмә үткәрелде. Ветеринария белгестәре, хужалыҡ етәкселәре һәм башлыҡтары, малсылыҡ менән шөғөлләнгән эшҡыуарҙар, хоҡуҡ һаҡлау органдары вәкилдәре, журналистар саҡырылды.
Баштан уҡ билдәләргә кәрәк: киҫкен һәм хроник йоғошло ауырыуҙар буйынса районыбыҙҙа хәл бөгөнгө көндә имен. Шөкөр! Әммә бындай күренеш үҙенән-үҙе килеп сыҡмай, белгестәрҙең, урындағы властарҙың тырышлығы, халыҡтың аңлылығы һөҙөмтәһе был. Һәм саманан тыш тынысланырға һис тә форсат юҡ. Хатта яҡын күршеләр әленән-әле бәләгә тарый. Был хаҡта ҡала-район ветстанцияһы начальнигы Салауат Исламов доклад яһаны:
-Рәсәйҙә эпизоотия хәле ҡатмарлы. 2015 йылда ауыл хужалығы малдарында 560 бруцеллез таралыу усағы асыҡлана. Беҙгә күрше төбәктәрҙә лә бар: Силәбе өлкәһендә - 8, Ырымбур өлкәһендә - 2, Татарстан Республикаһында 1 ин-фекция усағы. Быйыл да Силәбе өлкәһенең Нағайбаҡ районында яңы бруцеллез таралыу нөктәһе асыҡланды.
(№ 20)


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Ноябрь 2017    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
 12345
6789101112
13141516171819
20212223242526
27282930 

Популяр яңылыҡтар


Агроном -  ул ер  табибыАгроном - ул ер табибы
«Кем дә кем, бер башаҡ үҫкән ерҙә тағы берҙе...

Нисек йәшәйһең, өкө?Нисек йәшәйһең, өкө?
Ҡыҙыҡ, әгәр ҙә төнгө һунарсы Өкө әфәндегә, йә,...

Намыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәрНамыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәр
Байрамғолдар ашлыҡ һуғыу, һөт һауыу буйынса элек...

Бер нөктә - УчалылаБер нөктә - Учалыла
Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан ...

ФотофактФотофакт
Сираттағы «Аҙна һайын приз» лотерея уйынында...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.