» Гәзиттең номеры: 21-22

Үрсетмәләр ваҡыты02.03.2015

Үрсетмәләр ваҡытыИң мөһиме - үрсетмәләрҙе ваҡытында сәсеү. Уларҙы алданыраҡ сәсһәң, яҡшы уңыш алырға була, тип һанау дөрөҫлөккә тап килмәй. Һәр ерҙә сама кәрәк, һәр нәмәнең үҙ ваҡыты. Беҙҙә киң таралған бөтә йәшелсәләр ҙә тиерлек үрсетмә формаһында үҫтерелә. Төрлөһө төрлө ваҡытта ултыртыла. Помидор, борос, баклажан, патиссон кеүек йәшелсәләр беҙгә бик алыҫтан - йылы илдәрҙән килгән. Шуға ла улар һалҡынды яратмай. Ә Башҡортостанда көндәр май урталарына тиклем йылынмай. Тәбиғәт йәшелсәләрҙе асыҡ ерҙә генә үҫтереү өсөн уңайлы шарттар булдырмағас, йылы климатты тәҙрә төптәрендә, парниктарҙа, теплицаларҙа булдырырға тура килә.

Күпме орлоҡ алырға?
Орлоҡ алыр өсөн магазинға юлланыр алдынан баҡсағыҙға күпме йәшелсә-емеш ул-тыртырға йыйыныуығыҙҙы аныҡ планлаштырығыҙ. Орлоҡто артыҡ алыу бө-төнләй кәрәкмәй - икенсе йыл уларҙың үҫеп сығыуы икеле.
Сифаты төҫөнә сыға
Орлоҡтарҙың төҫөнә лә иғтибар итегеҙ - уларҙың яңылары сағыу була, иҫ-келәренең төҫө тоноҡлана. Һәйбәт орлоҡтарҙың еҫе ҡырҡыу булыуы менән айырылып тора, бигерәк тә кишер, петрушка һәм әнистеке. Шулай уҡ орлоҡтарҙы тотоп та ҡарайҙар - улар дымлыраҡ, һалҡынса була. Кибеп бөт-кәндәрен уйлап та тормай сүп һауытына ырғытырға кәрәк. Һәм, әлбиттә, ор-лоҡтарҙың ҡабына яҙылған яҙыуҙарға иғтибар итегеҙ - теплицағыҙ булмаған осраҡта оҙаҡ өлгөрә торған сорттарҙы алмай тороғоҙ.
(№ 21-22)

Яугир олатайым02.03.2015

Олатайым Ҡәләмов Шөғәйеп Алтынбай улы 1923 йылда Сораман ауылында колхозсы ғаиләһендә тыуған. Башланғыс синыфты ауылда тамамлай. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, 1942 йылдың мартында фронтҡа оҙатыла. Тәүҙә уларҙың төркөмөн Мейәс ҡалаһынан Дәүләкәнгә ебәрәләр. Аҙаҡ ниндәйҙер татар ауылы янында һуғыш алымдарын өйрәтеү башлана. Апрель-майға тиклем шунда хәрби әҙерлек үтәләр.

«Узловая» станцияһынан вагондарға тейәлеп, фронтҡа юл тоталар. 10 көн буйы тиерлек бара улар. Дивизияның 25 һалдатын, шул иҫәптән олатайымды ла, йәш кенә лейтенант ҡарамағына тапшыралар. Айырым әҙерлек курсы үтәһегеҙ тип, быларҙың төркөмөн Воронеж ҡалаһына ҡарай алып китәләр. Үкенескә ҡаршы, улар тейәлгән состав бомбаға тотола. Беҙҙең самолеттар килеп сыҡҡас ҡына, дошмандыҡылар күҙҙән юғала.
Йәйәүләп, юлды артабан дауам итәләр. Курстарҙың булыу-булмауы тураһында берәү ҙә хәбәрҙар түгел. Лейтенант һалдаттарҙы урман араһындағы штабҡа алып барып тапшырған. Комендатуранан дүрт ат, ҡорал алып, төндәрен генә юлдарын артабан дауам иткәндәр. Түҙмәйенсә, уста ыуып, арышты сәйнәй-сәйнәй һаман алға барғандар.
(№ 21-22)

Ҡаһарманлыҡҡа тиң02.03.2015

Ғаилә архивтарын иң ҡәҙеле ҡомартҡы итеп һаҡларға кәрәк. Тормош ағын һыу кеүек аға, яҙмыш кешене үрҙәргә күтәрә йә гүрҙәргә төшөрә… Иҫке фото, хат-документтар - ошо һикәлтәле юлдарҙың өнһөҙ шаһиттары, аяуһыҙ тәҡдир айырған яҡын кешеләр тураһында хәтерҙе билдәләгән яҡты маяҡтар.

Бер ғаилә тарихын бәйән итәһем килә. Барыһы ла ярты быуат элек башлана. Наурыҙ ауылында Райхана исемле ҡыҙ һатыусы булып эшләй. Алсаҡ һәм баҫалҡы ҡыҙҙы тәү ҡараштан оҡшатып, кәрәккәндә лә, кәрәкмәгәндә лә магазинға Сабир исемле йәш шофер инеп йөрөй башлай. Ике йәш йөрәк ҡушыла. Татыу ғаиләлә ике ул һәм бер ҡыҙ үҫтерәләр, матур, лайыҡлы йәшәйҙәр, эшһөйәрлек һәм кешелеклелек менән абруй ҡаҙаналар. үкенес, тормош шатлыҡ-кинәнестәрҙән генә тормай, 2009 йылдың ноябрь айында Ғүмәровтарҙың өлкән улдары Рим (минең тормош иптәшем) баҡыйлыҡҡа китте. Ошондай тәрән ҡайғы кисерһәләр ҙә, ҡайным-ҡәйнәм һынманылар, бер-береһенә тоғролоҡ, мөхәббәт, ихтирам уларға ярҙам иткәндер. Улар тип өҙөлөп торған өс ейәндәре, ике ейәнсәрҙәренә һөйөнөп сабыр һәм матур йәшәйҙәр, һәр кемебеҙгә ярҙамға килергә әҙер генә торалар. Бындай кешеләргә һоҡланмау мөмкин түгелдер, беҙ барыбыҙ ҙа уларға аҡыллы кәңәшсе, ышаныслы терәк булғандары өсөн рәхмәтлебеҙ. Иманым камил - яҙмыш ҡуйған һынауҙарҙы үтеп, ҡәҙимге тормошта ысын кеше булып йәшәү - ҡаһарманлыҡҡа тиң.
(№ 21-22)

Ағинәйҙе хөрмәтләп02.03.2015

Ауылыбыҙҙа матур йәшәгән өлгөлө парҙар бик күп. Нәсимә һәм Ғәзим Ибраһимовтар, Мөслимә һәм Радик Шәмиғоловтар, Сайма һәм Рәйес Бакировтар. Был ғаиләләр 50 йыл инде татыу ғүмер итәләр.

Ошо көндәрҙә ауылыбыҙҙың ағинәйе, тыл ветераны Әширәф Әхмәҙулла ҡыҙы Шәмиғолованың 90 йәшлек юбилейын үткәрҙек. Мәрхүм Әдип ағай менән улар 60 йыл татыу ғүмер кисерҙеләр. Өлгөлө ғаиләлә 6 бала үҫтереп, барыһын да аяҡҡа баҫтырҙылар.
Кисәгә Әширәф апайҙың балалары, ейән-ейәнсәрҙәре, туған-тыумасалары, ауылдаштары, Өфөнән дә ҡунаҡтар йыйылды. Ейәне Руслан менән килгән «Ләйсән» ансамбле солистарының сығыштары, бүләһе Раяндың өләсәһенә бағышлап йырлаған йырҙары кисәгә йәм өҫтәне. Ҡыҙҙар ағинәйҙе матур бейеүҙәре менән тәбрик иттеләр.
Байрамдан һуң ағинәйҙең һаулығын теләп балалары тарафынан салынған ҡорбан ашына «Нәҡиә» мәсетенә йыйылдыҡ.
Мәсеттең имам-хатибы Хәмит ҡорбан аяты уҡыны. Был мәжлесте ойоштороусы һәм алып барыусылар Хәтимә Ниғмәтуллинаға һәм Әсмә Ғибәҙәтоваға ауыл халҡы исеменән ҙур рәхмәт.
(№ 21-22)

Исем туйы үтте02.03.2015

Ошо көндәрҙә Миндәк ҡасабаһының мәҙәниәт йортонда Әһел Ялаловтың «Күңел хистәре» исемле китабының исем туйы булып үтте. Был - авторҙың икенсе китабы. Тәүгеһе «Миндәк алтыны» тип аталғайны. Унда ул төплө материалдарға таянып, алтын табыу сәнәғәтендә фиҙаҡәр хеҙмәт күрһәткән кешеләр тураһында яҙған ине.

Автор икенсе китабын үҙенең тыуған ауылы Ҡарағужаға арнаған. Заманында Күбәләк волосында иң ҙур булып иҫәпләнгән ауыл илебеҙҙең төрлө өлкәләренә бихисап шәхестәр биргән. Китапта ауылдың боронғо тарихынан алып, уның бөгөнгө көнөнә тиклемге үҫеш юлы тасуирлана. Йыйынтыҡ бай ғына фотоматериалдар менән биҙәлгән.
Китап авторын ҡотларға уның ауылдаштары, иңгә-иң терәшеп бергә эшләгән дуҫ-иштәре, мәктәп уҡыусылары, уҡытыусылар һәм ҡасаба халҡы килгәйне. Был күркәм сараға шулай уҡ Миндәк ҡасабаһының хакимиәт башлығы Р. Ғибаҙуллин, «Йөрәк хәтере» ойошмаһы рәйесе Ә.Әминев, уның урынбаҫары А.Ғәзизов, йәш шағир Мөнир Иҡсанов килгәйне. Ҡотлаусыларҙың барыһы ла «Күңел хистәре» китабының бай эстәлеген, уның киләсәк быуынға арналыуын, уларҙа патриотик рух тәрбиәләүҙәге ролен һыҙыҡ өҫтөнә алды, авторға киләсәктәге ижадында яңынан-яңы уңыштар теләне. Кисә «Оҙонгүл» өлгөлө балалар бейеү коллективының дәртле бейеүҙәре, Миндәк мәҙәниәт йорто янындағы фольклор коллективының сығыштары менән үрелеп барҙы.
(№ 21-22)

Имамдар йыйылды02.03.2015

Бисмилләһир-рахмәнир-рахим! Әс-сәләмү-ғәләйкүм үә рахмәтул-лаһи үә бәрәкәтүһ!
Һәр ай һайын, йыл әйләнәһенә, ауыл мәсеттәренең береһендә район имамдарының йыйылышы үтә. Сираттағыһы Ҡунаҡбай мәсетендә уҙҙы. Ул йәмәғәт тормошонда дингә ҡағылышлы мәсьәләләргә бағышланды. Шуларҙың береһе - ҡорбан салыу.


Ҡорбан салыу - ул бик мөһим ғибәҙәт. Ҡорбан - «Ҡәүҫәр» сүрәһендә үәжиб ҡылынды: «Раббыңа ғибәҙәт ҡыл үә ҡорбан сал». Үәжиб ул шундай ғәмәл, уны үтәһәң, сауаплы, үтәмәһәң, гонаһлы булырһың. Үәжиб ҡорбаны Аллаһы Тәғәләнең ризалығы өсөн Зөлхизә айының 10-12-се көндәрендә боғаҙланырға тейеш. 2015 йылда сентябрь айының 23-25-се көндәренә тура килә.
Нәҙер ҡорбанын иһә йыл әйләнәһенә һәр көндә лә салырға мөмкин. Ул кешенең үҙ теләгендә, нәҙер (ниәт) итеп бер эшкә ҡорбан салырға әйткәс, үтәлә.
Беҙгә фарыз булған биш намаҙҙы уҡымайынса, үәжиб булған ҡорбанды хәлебеҙҙән килә тороп үтәмәһәк, тик нәҙер ҡорбаны ғына һалһаҡ, Аллаһы Тәғәлә уны ҡабул итерме? Яуапты тик Аллаһ үҙе генә белә.
(№ 21-22)

Мәңге онотолмаясаҡ02.03.2015

Мәктәп йылдарын иҫкә алмаған кеше һирәктер. Клас-таштарымды, уҡы-тыусыларымды, мәк-тәбемдә үткән көн-дәрҙе иҫкә алған һайын күҙҙәремдә һағыш сағыла.

Беҙ - 2010 йылда мәктәптән ҡош-соҡтай осоп киткән уҡыусылар. Беҙҙең өсөн һуңғы ҡыңғырау яңғырауына биш йыл ваҡыт үтеп тә киткән.
Тормош төрлөбөҙҙө төрлө яҡҡа осорҙо. Хә-ҙер инде күптәребеҙ атай, әсәй булғандар, кемдәрҙер эшләп йөрөй, күптәребеҙ быйыл юғары уҡыу йортон тамамлап, ҡул-дарына диплом аласаҡ. Ә ике класташыбыҙ, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, мәңгелеккә арабыҙҙан китеп барҙы…
Ошо көндәрҙә уҡы-тыусыбыҙ, класс етәк-себеҙ Йәмилә Фәтҡулла ҡыҙы беҙҙе мәктәпкә осрашыуға саҡырҙы. Ул беҙҙе 5-cе кластан 11-се класҡа тиклем етәкләп килде. Ете йыл эсендә 20 уҡыусы уның үҙ балаһына әүерелде. Йәмилә Фәтҡулла ҡыҙы барыбыҙҙы ла яҡын күрә, әле лә һәр беребеҙҙең тормошон күҙәтеп бара.
(№ 21-22)

Дан йырлайым һиңә, туған телем!02.03.2015

Дан йырлайым һиңә,  туған телем!Халыҡ-ара туған тел көнө күп ерҙәрҙә юғары баһаланып, төрлө саралар менән ҡаршы алына. Был көн район-ҡалабыҙҙың башҡорт теле уҡытыусылары өсөн дә көтөп алынған байрамдарҙың береһе. Сөнки бына дүртенсе йыл инде туған телгә дан йырлаған сара төплө әҙерлек менән юғары кимәлдә үткәрелә. Тулы мәғәнәһендә тел байрамы була ул. Быйылғыһы районыбыҙҙан сыҡҡан журналистар менән осрашыуға арналды. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары, мәртәбәле ҡунаҡтар Илсе урта мәктәбенә йыйылды.

Зауыҡ менән биҙәлгән, йылы, таҙа мәктәп бинаһында күҙҙәренән яҡты нурҙар балҡып торған, бөхтә кейенгән уҡыусы балалар хал-ҡыбыҙҙың милли аштары: сәк-сәк, буҙа менән ҡаршы алдылар. Залда башҡорт көйҙәренең сихри моңы ағылды.
Сараға район хакимиәте башлығының социаль эштәр буйынса урынбаҫары Зөһрә Гордиенко, мәғариф бүлеге начальнигы урынбаҫары Нурзидә Абдрахманова, мәғариф бүлеге методисы Зилә Шәрәфетдинова, Өфөнән «Юлдаш» радиоһы дикторы, Башҡортостандың ха-лыҡ артисы Әхәт Мортазин, «Башҡортостан» гәзите хәбәрсеһе, мөхәррир урынбаҫары Рәшит Кәлимуллин, «Башҡортостан ҡыҙы» журналы мөхәррире Гөлназ Ҡотоева һәм хәбәрсеһе Әлмира Кирәева, «Яйыҡ» гә-зите мөхәррире Римма Солтанова, «Республика Башкортостан», «Учалинская газета» гәзиттәренең үҙ хәбәрсеһе Әнисә Янбаева, Учалы яҙыусылар ойошмаһының яуаплы сәркәтибе Әҡлимә Сафина, Учалы телевидениеһы радио бүлеге-нең махсус хәбәрсеһе Гәүһәр Мозафарова, Учалы телевидениеһы хәбәрсеһе Әнисә Ғиләжева, «Хазина» фольклор төркөмө етәксеһе Ғәрифә Кудрявая һәм башҡа ҡунаҡтар саҡырылғайны.
(№ 21-22)

Дошман йәнә «дөмөктөрөлдө»02.03.2015

Дошман йәнә «дөмөктөрөлдө»Алдан хәбәр итеүебеҙсә, 21 февраль Ҡунаҡбай ауы-лында Александр Матросов-Шакирйән Мөхәмәтйәновтың ҡаһарманлығына арналған тәүге хәрби-тарихи реконструкция үтте.

Халыҡ ифрат күп йыйылды. Ҡаһармандың бюсы янында митинг үтте. Мөхәмәтйәновтың ауылдаш яугир-интернационалистарға «Афғанстанда хәрби хәрәкәттәр тамам-ланыуҙың 25 йыллығы иҫтәлегенә» миҙалдары тапшырылды. Бөйөк Еңеү һалдаттарына рәхмәт һүҙҙәре менән район хакимиәте башлығы Фәрит Дәүләтгәрәев телмәр тотто. Фәрит Фәтих улы бындай сараларҙың йәш быуынға дөрөҫ тәрбиә биреү өсөн әһәмиәтен айырыуса һыҙыҡ өҫтөнә алды. Бюсҡа гөлләмәләр һалынды, Ватанды һаҡлап, яу ҡырында баштарын һалған һалдаттар иҫтәлегенә тынлыҡ минуты иғлан ителде.
Һуңынан инде кеше ағымы мемориаль комплекстан Ҡунаҡбай мәктәбе артындағы Олотау итәгенә йүнәлде.
(№ 21-22)

Ыңғай динамика күҙәтелә02.03.2015

Ыңғай динамика күҙәтелә2014 йыл һөҙөмтәләрен йомғаҡлап, 26 февраль Учалы муниципаль районы Советының 30-сы ултырышы үткәрелде.

Беренсе булып район Советы рәйесе Дамир Кәримов сығыш яһаны. Бюджет, башҡа хоҡуҡи-норматив акттар ҡабул итеү, вәкәләтле органдың уставына үҙгәрештәр индереү, төрлө программалар әҙерләү, контроль башҡарыу, һайлаусылар менән эш - Дамир Усман улы әйтеүенсә, депутат эшмәкәрлеге бигүк күҙгә ташланып бармай, ләкин бар эш фәҡәт улар булдырған хоҡуҡи нигеҙҙән башлана.
Шуныһы ла иғтибарға лайыҡ - төп ҡарарҙарҙың проекттары прокуратураға экспертизаға бирелеп, документтағы коррупцияға булышлыҡ итерҙәй факторҙар алдан асыҡлана һәм төшөрөлә бара икән.
(№ 21-22)


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Ноябрь 2017    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
 12345
6789101112
13141516171819
20212223242526
27282930 

Популяр яңылыҡтар


Агроном -  ул ер  табибыАгроном - ул ер табибы
«Кем дә кем, бер башаҡ үҫкән ерҙә тағы берҙе...

Нисек йәшәйһең, өкө?Нисек йәшәйһең, өкө?
Ҡыҙыҡ, әгәр ҙә төнгө һунарсы Өкө әфәндегә, йә,...

Намыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәрНамыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәр
Байрамғолдар ашлыҡ һуғыу, һөт һауыу буйынса элек...

Бер нөктә - УчалылаБер нөктә - Учалыла
Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан ...

ФотофактФотофакт
Сираттағы «Аҙна һайын приз» лотерея уйынында...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.