» Гәзиттең номеры: 21

Таҙалыҡ өсөн көрәшеүселәр16.03.2017

Таҙалыҡ өсөн көрәшеүселәрҺауа шарттарының тотороҡһоҙлоғо ҡалабыҙҙың торлаҡ-коммуналь хеҙмәте күрһәтеү ойошмаларының эшмәкәрлегенә ҙур һынау булып тора. Айырыуса урам һепереүселәргә ауырға тура килә, мәҫәлән, былтыр ҡар иртә ятты. Октябрь айында уҡ ҡулдарына көрәк алдылар. Ҡарлы көндәрҙә тротуарҙарҙы, ихаталарҙы ҡарҙан таҙартыуы, әлбиттә, еңел түгел. Яҙғы көндәрҙә юлдарҙағы боҙҙо туҡмап хәлдәре бөтә. «Төҙөкләндереү» муниципаль унитар предприятиеһында 43 урам һепереүсе иҫәпләнә. Ҡала урамдары таҙа булһын өсөн ал-ял белмәй эшләйҙәр улар. Предприятиеның 3-сө участкаһында ике бригада эшләй. Беренсеһе - Иманғол урамынан алып Карл Маркс урамына тиклем, икенсеһе Әхмәтғәлин урамына тиклем биләмәне тәртиптә тота.
(№ 21)

Шишмәләрҙең әсе яҙмышы16.03.2017

Миңә 86 йәш. Бала саҡтағы һәм бөгөнгө тәбиғәт күренештәрен сағыштырып ҡарағанда ҙур үҙгәрештәр һиҙелә. Атап әйткәндә, шишмә һәм йылға һыуҙары тураһында яҙмаҡсымын, ә теүәлерәге - Иманғол һәм Рәсүл ауылы араһындағы көнбайыш яҡтағы тау шишмәләре хаҡында.
Ҡандыбулаҡ тауынан сыҡҡан йылға ауылдың ситенән башлап уртаһы-нан аға. Элек уны урын-дағы халыҡ Муйыл-бикә йылғаһы тип атап йөрөттө. Сөнки ул Му-йылбикә һаҙлығынан үтә. Бынан 30-40 йылдар элек тәрән һыулы йылға ине. Хәҙер ҡайһы бер урындарын ашаҡлап ҡына сығырлыҡ.
Ҡарағас йылғаһы Мөкөш һәм Бәхтәй, Урыҫ үлгән тауҙары араһынан башлана. Ялан урындарға сыҡҡас Ташлы йылға исемен алып Ҡандыбулаҡ йыл-ғаһына ҡоя торған ине. Хәҙер Ташлы йылғаға килеп етмәй ҡороно. Элек «Яйыҡ» колхозының һарыҡ фермаһының мең-әрләгән баш һарығы йәй-ләүҙә ятҡанда шишмәләр таҙартылып торһа, хәҙер иһә ферма ла, таҙартыусы ла юҡ. Икенсе сәбәбе - Ҡарағас йылға шарының ағасы рәхимһеҙ киҫелә. Ташлы йылға ла хәҙер ҡороған йылғаға әүерелде.
(№ 21)

Бер ғаиләнән өс хәрби16.03.2017

Бер ғаиләнән өс офицер сыҡҡан осраҡ бик һирәктер. Сөнки бөтә көсөңдө, булмышыңды, һаулығыңды ғаиләңә генә түгел, ә тыуған илеңә, халҡыңдың киләсәгенә бағышлау ифрат ҙур ихтыяр көсөнә эйә булған кешеләргә генә хас күренештер ул, минеңсә.
Һүҙем ауылдаштарым Мөжиповтар ғаиләһе хаҡында. Фәрүәз Ғәббәс улы менән Әсмә Фәрит ҡыҙының ғаиләһендә өс бала - ике ул һәм бер ҡыҙ тәрбиәләнәләр. Ата-әсә ғүмерҙәрен мәктәп тормошо менән бәйләй. Фәрүәз Ғәббәс улы заманында спорт менән шөғөлләнә, оҫта һүрәт төшөрә, физкультура дәрестәренән дә уҡыта. Ә Әсмә Фәрит ҡыҙы мәктәптә химия буйынса һабаҡ бирә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Әсмә апай беҙҙең аранан бик иртә китте. Мөләйем, уңған, нескә күңелле уҡытыусыбыҙҙы ауылдаштары һәр ваҡыт ихтирам менән иҫкә ала.
(№ 21)

Көслө зат көс һынашты16.03.2017

Ахун ауылының спорт комплексында «Берҙәм Рәсәй», «Йәш Гвардия» партиялары флагтары аҫтында ирҙәр араһында ярыштар үтте.
Гер күтәреү буйынса 70 кг-ға тиклем категорияла 1-се урынды Артур Иль-ясов яуланы, Илдар Фәхрисламов - 2-се, Нил Мөхәмәтшин 3-сө булдылар. Ә 70 кг-дан ауырыраҡтар араһында Илмир Хәнәфинға тиңдәр табылманы. 2-се урында Әлмир Хәнәфин, 3-сөлә - Эдуард Шаһиев. Армрестлинг бу-йынса 70 кг-ға тиклемгеләр араһында чемпион - Әлмир Хәнәфин. Илмир Хәнәфин - 2-се, Данил Мәғәсүмов - 3-сө урындарға сыҡтылар. Ә 70 кг-дан юғары категорияла алтын миҙал Эдуард Шаһиевта, көмөш миҙал Айнур Фәтхуллинда, «бронза» - Венер Павловта.
Турникта тартылыу буйынса 14 йәш-кә тиклемге егеттәр араһында Амур Ильясовҡа тиңдәр булманы. Унан ҡала - Азат Кәлимов һәм Илһам Ниғмәтуллин. Олораҡтар араһында иң күбе Рәзил Вилданов тартыла алды. Икенсе һәм өсөнсө урындарҙы Данил Мәғәсүмов менән Илмир Хәнәфиндар бүлеште. Бөтә призерҙар ҙа ҡиммәтле приздар һәм грамоталар менән дәртләндерелде.
Спорт комплексына сифатлы ремонт үткәргән Учалы тау-байыҡтырыу ком-бинатына, матур концерт әҙерләгән өсөн мәҙәниәт йорто коллективына, ярыштарҙы ойошторған «Берҙәм Рәсәй» партияһының Ахун бүлексәһенә, ба-ғыусылыҡ ярҙамы күрһәткән эшҡыуар Фәнилә Ғәфүроваға, Ҡәҙриә Сәғи-ҙуллинаға, Айҙар Асҡаровҡа рәхмәт белдерәбеҙ.
Фәрит ШАКИРОВ,
Ахун ауылы.
(№ 21)

Иң һәләтлеләр асыҡланды16.03.2017

Сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжында С. Низаметдинов исеменә йәш вокалистарҙың беренсе асыҡ республика конкурсы үтте. Ижади ярышта музыка училищелары, сәнғәт колледждары, юғары уҡыу йорттарының әҙерлек бүлеге һәм 1-2-се курс студенттары ҡатнашты.
Конкурсанттар рус һәм сит ил ком-позиторҙары романстары, боронғо ариялар, халыҡ йырҙары менән сығыш яһанылар. Музыкант яҡташыбыҙ, ком-позитор С. Низаметдинов йырҙарын башҡарыу - конкурстың мотлаҡ талабы булды.
Ике көн дауамында барған тың-лауҙар һөҙөмтәһендә «Академик йырлау» номинацияһы еңеүселәре тип үҙ йәш төркөмөндә Өфө сән-ғәт училищеһы студенты Илья Цируль-ников, Сибай сәнғәт колледжы студенты Алмас Хөсәйенов, З. Ис-мәғилов исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты студенты Наҙгөл Ибраһимова билдәләнделәр. Гран-приға Өфө сәнғәт училищеһынан Динар Фәйзуллин эйә булды. Сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжынан Татьяна Царенок һәм Айгөл Шәйҙуллина 2-се дәрәжәләге лауреат исеменә лайыҡ булдылар.
«Эстрада башҡарыу» номинацияһында иң күп призлы урындарҙы Учалы сту-денттары яуланы. Кесе төркөмдә 1-се дәрәжәләге лауреат исеменә Ләйсән Фәйзуллина, 2-се дәрәжәләге лауреат исеменә - Айрат Баязитов лайыҡ бул-дылар. Урта төркөм ҡатнашыусылары араһында Ренат Ишкилдин - 1-се, Элиза Ғәлимова 2-се урындарҙы яуланылар. Ә Татьяна Царенок «Академик йырлау» номинацияһында, Айрат Баязитов, Элиза Ғәлимова һәм Ренат Ишкилдин «Эстрада башҡарыу» номинацияларында С. Низаметдинов йырҙарын иң яҡшы башҡарыусылар булараҡ дипломдар менән билдәләнделәр.
Шулай уҡ, бөйөк яҡташыбыҙ иҫтә-легенә сәнғәт һәм мәҙәниәт коллед-жында китаптарҙы, фотографияларҙы, композиторҙың шәхси әйберҙәрен, документ-наградаларын үҙ эсенә алған музей асылды.
Беҙҙең хәбәрсе.
(№ 21)

Үҙ башына шаяртты...16.03.2017

Иҫерек кеше ирекле рәүештә аҡылын юйып ташлай шул. Шайтан да теленән тарталыр инде... Нисек кенә булмаһын, ҡала автовокзалында эскән килеш ултырған 29 йәшлек иргә күңелһеҙ булып китә. Үҙенә тамаша ойошторорға теләнеме, баш-ҡа сәбәп менән үҙен башына тай типкәндәй тоттомо, әммә тик торғанда телефонынан 112 номеры буйынса берҙәм дежур-диспетчер хеҙмәтенә шылтырата. Һәм автовокзал бинаһына бомба һалынған, ярты сәғәттән шартлай, тип хәбәр итә.
Террорсылыҡ тураһында хәбәр уйын түгел, бик тиҙ арала бомба юҡлығы ла, кем алдағанлығы ла асыҡлана. Эскесегә хәҙер бер ҙә күңелһеҙ түгел, үрҙәге ваҡиға тураһында бәйән иткән тәүтикшереү бүлексәһе капитаны Динара Фәсхетдинова белдереүенсә, РФ Енәйәт кодексының 207-се статьяһы буйынса эш ҡуҙғатылды - «Террорсылыҡ акты тураһында күрәләтә ялған хәбәр итеү». Был статья буйынса ғәйепленең 200 мең һумға тиклем штраф түләүе, йә 1-2 йылға холоҡ төҙәтеү эштәренә хөкөм ителеүе, йә 3 йылға тиклем иректән мәхрүм ителеүе мөмкин.
Ярар ҙа, йүнһеҙ ҡылыҡтан ҙур зыян килеп өлгөрмәй. Зыян 1 миллион һум-дан ашһа, ауыр эҙемтәләргә килтерһә, енәйәтсегә 1 миллион һумға тиклем штраф һалына йәки 5 йылға тиклем иркенән мәхрүм ителә.
...үкенес, был беренсе осраҡ түгел. Эскән кешеләрҙе иҫкәртеү файҙаһыҙ инде, тамаҡ сылатҡас барыбер «диңгеҙ тубыҡтан»ға әйләнә бит. Исмаһам, бындай «шаярыу» бик ҡиммәткә төшө-үен онотмағыҙ.
Беҙҙең хәбәрсе.
(№ 21)

Үҙ өлөшөбөҙҙө индерәйек!13.03.2017

Беҙ - Урал батыр тоҡомо - Учалы районы Наурыҙ ауылы халҡынан күп милләтле Башҡортостан халҡына мөрәжәғәт.
Милләттәштәр! 2017 йылдың 1 февралендә Фәиз Харрасовтың «Башҡортостан» гәзитендә баҫылып сыҡҡан «Беҙ барыбыҙ ҙа Урал бытыр балалары» мәҡәләһен уҡығандан һәм Башҡортостан юлдаш телевидениеһының «Телеүҙәк» тапшырыуын кинәнес менән ҡарағандан һуң, халҡыбыҙҙың йөҙөн билдәләгән, тәрән фәлсәфәүи төшөнсәләрҙе үҙ эсенә алған «Урал батыр» эпосына бағышланған комплексты проект авторы, Рәсәй рәссамдәр Союзы ағзаһы, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, скульптор, Наурыҙ ауылының арҙаҡлы улы Хәйҙәр Хәлиҙәр улы Ғарипов һәм башҡа күренекле скульпторҙар менән берлектә кисектермәй төҙөй башларға тигән тәҡдим менән мөрәжәғәт итәбеҙ.
«Ил төкөрһә, күл була», - ти халыҡ мәҡәле. «Ҡаруанһарай»ҙы төҙөгән ата-бабаларыбыҙҙан үрнәк алып һеҙҙе лә «халыҡ һәйкәле»н төҙөүҙә үҙ өлөшөгөҙҙө индереүгә өндәйбеҙ!
Наурыҙ ауылы халҡы.
(№ 21)

Бушлай ер кемгә тейеш?13.03.2017

2016 йылдың 26 декабрендә БР Башлығы льготалы граждандарға бер тапҡыр һәм бушлай бирелә торған ер участкаларын бүлеүгә ҡағылышлы «Башҡортостанда Ер мөнәсәбәттәрен көйләү тураһындағы» Законға үҙгәрештәр индереү тураһында ҡарарға ҡул ҡуйҙы. Башҡортостанда ер мөнәсәбәттәрен көйләгән Закон 2004 йылдың ғинуарында ҡабул ителгән. Һуңғы йылдарҙа был ҡануниәт бихисап үҙгәрештәр кисерҙе, әммә уның төп мәғәнәһе - шәхси торлаҡ төҙөлөшө өсөн бушлай ер участкаһы биреү - дүрт категориялағы граждандар өсөн һаҡлана килде. Был исемлеккә торлаҡ шарттарын яҡшыртыу сиратында торғандар, ғариза биреү датаһына 35 йәше тулмаған йәш ғаилә ағзалары, балиғ булмаған өс һәм унан күберәк бала тәрбиәләгәндәр, инвалид сабый үҫтергән ғаиләләр инде.
(№ 21)

Гөлдәр ханбикәһе18.03.2016

Гөлдәр ханбикәһеИнтернетһыҙ хәҙер көндәлек тормошобоҙҙо күҙ алдына ла килтереүе ҡыйын. Барлыҡ мәғлүмәтте социаль селтәрҙәрҙән алабыҙ, Кем, нимә, ҡайҙа, ҡасан - секунд эсендә эҙләп табырға була. Төрлө ҡыҙыҡлы кешеләр менән танышаһың. Мин дә күптән түгел, «Бәйләнештә» социаль селтәрендә Юлиә исемле ҡыҙҙың шәхси төркөмөнә тап булдым. Ул бүлмә гөлдәр үҫтерергә ярата икән. Фотоһүрәттәрен ҡараһаң, үҙеңде сәскәләр донъяһына килеп ингәндәй хис итәһең. Гөлдәр ханбикәһе менән яҡындан танышырға насип булды.

(№ 21)


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Ноябрь 2017    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
 12345
6789101112
13141516171819
20212223242526
27282930 

Популяр яңылыҡтар


Агроном -  ул ер  табибыАгроном - ул ер табибы
«Кем дә кем, бер башаҡ үҫкән ерҙә тағы берҙе...

Нисек йәшәйһең, өкө?Нисек йәшәйһең, өкө?
Ҡыҙыҡ, әгәр ҙә төнгө һунарсы Өкө әфәндегә, йә,...

Намыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәрНамыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәр
Байрамғолдар ашлыҡ һуғыу, һөт һауыу буйынса элек...

Бер нөктә - УчалылаБер нөктә - Учалыла
Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан ...

ФотофактФотофакт
Сираттағы «Аҙна һайын приз» лотерея уйынында...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.