» Гәзиттең номеры: 22

Ятып ҡалғансы, атып ҡал21.03.2017

Ятып ҡалғансы,  атып ҡал- Әлеге мәл ер уяна, тәбиғәт уяна. Халҡыбыҙҙың да еңеүсе рухы уянһын! Тышҡы дошманды түгел, эскелекте, наҙанлыҡты, ялҡаулыҡты, маңҡортлоҡто, башҡа заман касафаттарын еңергә кәрәк беҙгә! Һәм ошо турнир, һис шикһеҙ, был изге көрәштә булышлыҡ итәсәк! - тип һүҙ тотто сәләмләү телмәрендә район хакимиәтенең социаль сәйәсәт буйынса урынбаҫары Зөһрә Гордиенко.
Шулай итеп, шау-гөр килеп, шәмбе көнө Уральск ҡасабаһында Ҡарас сәсән исеменә уҡ-сылар ярышы үтте.
Спорт тәңгәлендә бы-йылғы ғына түгел, бөтә һуңғы дәүерҙәрҙең иң мөһим ваҡиғаһы, тип ауыҙ тултырып әйтерлек! Тәү тапҡыр бит. Борондан башҡорттар дан тот-ҡан хәрби сәнғәтте тергеҙеү кәрәклеге ту-раһында беҙҙең гәзит тә күптән яҙа, күрәһең, фәрештәләрҙең «амин» әйткән мәленә тура кил-гәндер... Башта сара район кимәлендә үтеп, бер-нисә ҡунаҡ килер, тип кенә самаланһа, ысынбарлыҡта уҡ-һа-ҙаҡҡа ғашиҡ кешеләр байтаҡҡа күберәк булып сыҡты. Ярышта 42 уҙаман, 11 сая ҡыҙ көс һынашты - үҙебеҙҙекеләрҙән тыш, Әбйәлил, Ғафури, Бөр-йән, Хәйбулла район-дарынан, Өфө һәм Си-бай ҡалаларынан, Силәбе өлкәһенән мәргәндәр йыйылды.
(№ 22)

Яҡшы кәйеф өләштеләр20.03.2017

Балаларҙы дөрөҫ тәрбиәләүҙә, уларҙың һәләттә-рен һәм мөмкинселектәрен ваҡытында аса белеүҙә, үҫтереүҙә ата-әсәләрҙең, уҡытыусыларҙың һәм өҫтәмә тәрбиә биреүсе педагогтарҙың әһәмиәте бик ҙур. Һәр баланың ниндәйҙер шөғөлө була, тик уны ваҡытында күрә белергә һәм артабан үҫтерергә ярҙам итергә генә кәрәк. Бынан тыш уларҙың «йәшерен» таланттары һәм мөмкинлектәре булыуы ла ихтимал. Ҡыҙ-малайҙарға етди иғтибар биргәндә, уларҙың ошо һәләттәрен дә асырға мөмкин.
(№ 22)

Был донъяла ниҙәр бар?20.03.2017

Был донъяла  ниҙәр бар?Украина, Рәсәй беҙгә ҡаршы һуғыш алып бара, тип һөрәнләһә лә, былтыр беҙҙең илдән 3 миллиард 300 миллион долларға тиң сумма күсерелә. Төп өлөштә Рәсәйҙә эшләгән гастарбайтерҙарҙыҡы. Хәҙер был хөрриәткә сик ҡуйыла башланы - аҡсаны Рәсәй банктары йә Рәсәй почтаһы аша ғына күсерергә мөмкин буласаҡ. Ә күршеләр, тегеһен-быныһын уйламай, Рәсәй банктарын ябып өлгөрҙөләр. Тәс була!
(№ 22)

Шиғриәтем минең - күңел сафлығым20.03.2017

[b] Һуштарыңды алырлыҡ
Ауылымды уратып алған
Урмандары, ҡырҙары.
Әллә ҡайҙан күренеп ята
Ирәмәлкәй тауҙары.
Мышағырҙың эргәһендә
Матур ғына ҡайынлыҡ.
Ҡоштарҙың да һайрауы
Һуштарыңды алырлыҡ.
Йәй көнө тауҙарыңдың
Йыйҙыҡ тәмле еләген.
Текә ярҙың буйында
Тоттоҡ йәйен балығын.
Йәмле йәйҙең көнөндә
Бында халыҡ йыйыла.
Кемдер балыҡ ҡармаҡлай
Кемдер ҡомда ҡыҙына.
Кис етә, эңер төшә,
Ҡайта һәр кем өйөнә.
Сүп-сар ғына ятып ҡала
Йылғаларҙың буйында.
Ҡырағайлыҡ, выжданһыҙлыҡ
Ҡайҙан килгән халыҡҡа.
Ҡарағыҙ тирә-яҡҡа,
Хоҙай биргән был хозурлыҡ
Эләкмәй ул һәр кемгә.
Әлфиә ШӘҒӘЛИНА.
Учалы ҡалаһы.
(№ 22)

Шайтан ҡотҡоһо22.03.2016

         Шайтан ҡотҡоһо«Вәкил үлгән... Һөйәр-кәһенең өйөндә...» Шомло хәбәр һә тигәнсе йәшен тиҙлегендәй таралып өлгөрҙө. Урамда, магазинда булһынмы, хатта табын артында ла ошо турала һүҙ барҙы. Халыҡтың иҫе китте, тел шартлаттылар, бот саптылар. Ысынмы-бушмы - шуны белә алмай ҡаңғырҙылар. Кемдең-кемдең, ә Вәкилдең һөйәркәһе булғанына ышанырға теләмәнеләр. Бер аяғы ерҙә, бер аяғы гүрҙә, тигәндәй. Былтыр алтмышын тултырҙы. Етмәһә, ауыҙынан бер һүҙ тартып алырлыҡ түгел ине, һыу уртлағандай һәр ваҡыт турһайып йөрөнө, йылмайғанын да күрмәҫһең. Бына һиңә Вәкил, вәт һиңә шымбай! «Әллә, һөйәркәһе үлтерҙеме икән, әллә көтмәгәндә тегеһенең ире ҡайтып инеп үлтереш сығарғанмы?»
Сер йомғағы бер нисек тә сиселергә теләмәне. Батырыраҡтары улар йәшәгән йорт ихатаһына барып аңдып ҡараны, әммә ингән-сыҡҡан ке-ше күренмәне. Күрше-ләренән һорағастары, тегеләре лә артыҡ һүҙгә бирелмәй, эйе, үлгән, тип баш һелкеүҙән ар-тығын әйтмәнеләр, туҡ-тап та тормай, тиҙерәк китергә ашыҡтылар. Бер хәбәрҙе лә ҡолаҡтарынан ситләтмәй, йөҙ иләктән үткәреп, сәйнәп, талап ләззәт алырға яратҡан бәғзе берәүҙәргә етә ҡалды. Төпсөнә торғас, сер йомғағын сисә биреп ҡуйҙылар. Вәкилдең һәр ваҡыт һуҡмыш йөрөргә яратҡан ике туған ағаһы шешәләш дуҫтарына әйтеп ысҡындырған. Хатта күҙ йәштәренә быуылып илаған. «Алмалай киленебеҙҙең өҫтөнән көлөп йөрөгән, тамуҡта янһын ҡарт иблес. Ерләшергә ике аяғымдың береһен баҫмайым», - тип зәһәрләнеп өҫтәл һуҡҡан, тиҙәр.
         Шайтан ҡотҡоһо
(№ 22)

Был донúяла нè´ºр бар?22.03.2016

Был донúяла  нè´ºр бар?
Ошо арала тамамланған Сириялағы Рәсәйҙең хәрби операцияһы 33 миллиард һумға төштө, тип яҡынса билдәләне РФ Президенты В.В.Путин. Тик илебеҙ был суммаға ярлыланды тип ҡарау хата булыр. Аҡса көйөнсә түгел бит: ҡулланыу ваҡыттары сыға барған ракета-бомбаларҙы барыбер үтилләштерергә кәрәк булыр ине, ғәскәрҙәргә күнекмәләр үткәреү өсөн былай ҙа яғыулыҡ һәм башҡа кәрәк-яраҡ бүленә. «Ҡоралыбыҙ полигондарҙа түгел, ысын алыштарҙа һынауҙы лайыҡлы үтте», - тип билдәләй ил башлығы. Ә сәйәси файҙа, террорсылыҡ ҡурҡынысын кәметеү тураһында әйтеп тораһы ла кәрәкмәйҙер.
(№ 22)

Алтын ҡуллы оҫта22.03.2016

Алтын ҡуллы оҫтаӨләсәйем йортонда мөйөштә ултырған, өҫтөнә бер-нисә ҡат япма түшәлгән тимер һандыҡ менән бәйле яҡты хәтирәләр иҫтә ҡалған. Әллә өлкәндәрҙең уның эсен аҡтарыуҙан даими тыйып тороуҙары һөҙөмтәһендә, әллә ысынлап та был ҡумта ниндәйҙер сихри көскә эйә булды - һәр ваҡыт үҙенә ылыҡтыра торғайны. Эйе, борон һәр йортта тиерлек һандыҡ ултырған. Башлыса, ҡыҙ кейәүгә сыҡҡанда артынан бирнә тултырылған һандыҡтың эйәреп килеүе мотлаҡ булған. Һуңғы йылдарҙа йоланы күҙәтеүселәр ҙә, һандыҡ эшләүселәр ҙә һирәк осрай. Айнур Ғиззәтуллин был шөғөл менән мауығыусы оҫталарҙың береһе.
Мәҡәлә геройыбыҙ Учалы ауылы кешеһе. Тау сәнәғәте колледжында белем алып, тау мастеры һөнәрен үҙләштерә. Әрме хеҙмәтен тултырып ҡайтҡас «Чебачье» руднигында («Александринск тау-мәғдән компанияһы») ПДМ (ташыу-тейәү машинаһы) водителе булып эш башлай һәм әлеге көнгә тиклем шунда хеҙмәт итә.
(№ 22)

Абруйы ҙур26.02.2014

Еҙнәм Хәлит Ғарипов 1929 йылдың 23 февралендә Сәфәр ауылында тыуа. Ғаиләлә өсөнсө бала булып донъяға килә. Атаһы Жәләлетдин бик уҡымышлы кеше булған, рус, ғәрәп телдәрен яҡшы белгән, ауылда балалар уҡытҡан. Әсәһе мулла ғаиләһенән. Хәлит 6 йәшендә үҙ ауылында уҡырға бара. 7-се класты бөткәнсе татар телендә белем ала, тик «5»-легә генә өлгәшә. Бигерәк тә математика фәнен үҙ итә, бик шәп иҫәпләй. 8-се класты Учалы ауылында дауам итергә теләй, тик атаһы сирләү сәбәпле артабан уҡырға тура килмәй. Шул мәлдән алып уның хеҙмәт юлы башлана. «Райпотребсоюз» йәмғиәтендә атаһының бер туған ағаһы Жәмәлетдин баш бухгалтер булып эшләгән була. Шунда иҫәпсе итеп эшкә саҡыралар.
(№ 22)

Мөхәббәттән иҫергәндә26.02.2014

Мөхәббәттән иҫергәндәЯл көнө. Ғәҙәттәгесә, аш-һыу бүлмәһендә булышып йөрөйөм, үҙем «Юлдаш» каналын тыңлайым. Шул ваҡыт радионан яңғыраған йырҙың эстәлеге ҡолағыма килеп бәрелде. «Парһыҙ - парын, парлы яңыһын эҙләй» тип һағышлы тауыш менән йыр һуҙалар. Быға тиклем ишеткәнем булмағайны, бәлки, иғтибар бирмәгәнмендер. Ләкин ошо юлдар мине ниңәлер уйланырға мәжбүр итте.
Ул ҡайҙандыр уйлап сығарылмаған, ә бөгөнгө тормоштан алынған дөрөҫлөк. Хоҙай барыбыҙҙы ла парлы итеп яралтҡан. Һәр кем үҙенә тәғәйенләнгән яртыһын эҙләп табырға тырыша, осраша, ҡауыша. Кемдер эҙләп таба алмай, бәлки, талаптары юғары булғанға һөйөп-һөйөлөп йәшәү бәхетенән мәхрүмдер. Шуға ҡарамаҫтан, һаман да көтәләр, эҙләйҙәр.
(№ 22)

Йөк саманан артмаһын26.02.2014

Йөк саманан артмаһынЮлдарҙың торошо бөгөн көнүҙәк мәсьәләләрҙең береһе. Төҙөкләндереү эштәре алып барылһа ла, ремонтланмаған участкалар байтаҡ. Юлдарҙың насар булыуының төп сәбәбе - уларҙы йүнәтеүгә аҡсаның аҙ бүленеүендә. Шулай уҡ һуңғы йылдарҙа машиналар иҫәбенең ҡырҡа артыуы ла юлдарҙың сифатына кире йоғонто яһай, улар баҫымында асфальт тиҙерәк сафтан сыға. Хәҙер кемде генә алма, барыһының да тиерлек машинаһы бар. Улар һанының арта барыуы тиҙҙән ҙур ҡыйынлыҡтарға килтерәсәге көн кеүек асыҡ, юлдарға саманан тыш көс төшәсәк. Шуға ла киләсәктә юлдарҙы рәтләү күпкә ҙур сығымдар талап итәсәк. Үҙебеҙ ҙә шаһитбыҙ: соҡор-саҡырлы асфальтты һәр ҡайҙа ла осратырға була.
(№ 22)


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Ноябрь 2017    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
 12345
6789101112
13141516171819
20212223242526
27282930 

Популяр яңылыҡтар


Агроном -  ул ер  табибыАгроном - ул ер табибы
«Кем дә кем, бер башаҡ үҫкән ерҙә тағы берҙе...

Нисек йәшәйһең, өкө?Нисек йәшәйһең, өкө?
Ҡыҙыҡ, әгәр ҙә төнгө һунарсы Өкө әфәндегә, йә,...

Намыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәрНамыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәр
Байрамғолдар ашлыҡ һуғыу, һөт һауыу буйынса элек...

Бер нөктә - УчалылаБер нөктә - Учалыла
Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан ...

ФотофактФотофакт
Сираттағы «Аҙна һайын приз» лотерея уйынында...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.