» Гәзиттең номеры: 23

Әсә йөрәге24.03.2017

Яйыҡ йылғаһы буйына һуҙылған Ураҙ ауылы урамдарының береһендә бер бәләкәй генә өй күҙгә салына. Инде уның ишек алды ҡаралтылары ла емерелеп юҡҡа сыҡҡан. Был йортта дәүерендә дүрт ир бала донъяға килеп буй еткерҙеләр. Ғәҙәти ауыл тормошо гөрләп торҙо. Йәйге кистәрҙә асыҡ тәҙрәнән йыш ҡына гармун моңдары ишетелә торғайны. Нисек был йорт хужаһыҙ ҡалды һуң?
Үткән быуаттың 30-сы йылдары. Илебеҙҙә ғәйәт ҙур төҙөлөштәр барған мәл. Яңы завод-фабрикалар төҙөлә, ауыл халҡы күмәк хужалыҡтарға берләшә. Был үҙгәрештән Ураҙ ауылы халҡы ла ситтә ҡалмай. «Ҡыҙыл маяҡ» колхозы барлыҡҡа килә. Колхозға инергә теләмәүселәр 100 саҡрым алыҫлыҡта ятҡан Магнитогорск ҡалаһына йәки ауыл янындағы «Березовая роща» алтын йыуыу артеленә күсеп китәләр.
Алда иҫкә алып үткән өйҙә йәшәүсе Әхмәтвәлиевтар ғаиләһе тәүгеләрҙән булып колхозға инә. Тиҙҙән иҫәп-хисапты белгән ғаилә башлығы Зәйнулланы ҡулланыусылар ойошмаһына һатыусы итеп эшкә алалар. Йәш хужабикә Тайфа колхоз эштәрендә йөрөй. 1933 йылда ғаиләгә йәм өҫтәп тәүге улдары Рәүеф донъяға килә, 1935 йылда - Рәйес, 1936 йылда - Рәсих, 40-сы йылда Рамир улдары донъяға ауаз һала. Ишле ғаилә булып ҡыуанышып йәшәп ятҡанда Бөйөк Ватан һуғышы башлана. Тиҙҙән ғаилә башлығы илде һаҡлаусылар рәтенә баҫа. Ул Ленинград өсөн барған һуғышта ҡатнаша һәм ҡаты бәрелештәрҙең береһендә һәләк була.
(№ 23)

Мең йылға бер тыуған шәхес24.03.2017

Билдәле факт, яҡташыбыҙ Зәйнулла ишан Рәсүлев ябай кеше булмаған. Мосолман илендә уның кеүек шәхестәрҙе Ҡотоп Заман тип йөрөтәләр. Йәғни, мең йылға бер тыуа торған, әүлиәлек баҫҡысының иң юғарғы нөктәһенә еткән кеше улар. Шул әүлиәләр үҙҙәренең доғалары, вәғәздәре, ҡылған изге эштәре менән заманының ҡотон арттырғандар.
Ҡотоп һәр кемгә асыл-май торған аң-белемгә эйә, үҙенә күрә Аллаһ менән кешеләр араһында аралаш-сы вазифаһын башҡара. Муса ғәләйһис-сәләм, Ғайса пәйғәмбәр, Мө-хәммәт пәйғәмбәр Аллаһ Тәғәлә менән тауға менеп аралашҡан, бәйләнешкә ингән. Зәйнулла ишан да бит йылына өс тапҡыр Ирәмәлгә менеп төшөр булған. Ҡөрьәндә асыҡтан-асыҡ яҙылған: «Мин һеҙҙең менән бейегерәк, ҡалҡыу урындарҙа һөйләшермен», - тип. Тауға менгәс тә доға ҡылыр алдынан яҡташыбыҙ ҡурай уйнар булған. Тимәк, тәбиғәттә үҫеп ултырған ошо музыка ҡоралы айы-рым бер тылсым көсөнә эйә тигәнде һөйләй.
Белеүебеҙсә, Зәйнулла ишан Рәсүлев 1833 йылда Шәрип ауылында донъяға килә. Ул бала саҡтан тиҫ-терҙәренән айырылып тора, зирәк малай була. Тәүге белемде атаһы Хә-бибулла хәҙрәт бирә. Биш йылда ала торған белемде ул өс йыл эсендә үҙләштерә. Артабан Ҡарт Муйнаҡ, һуңынан Ахун ауылы мәҙрәсәләрендә уҡый. Ахун имамы һәләтле мөғәллимде үҙендә ҡал-дырырға тырышһа ла Зәй-нулла ишан Троицкиға ар-табан белем алырға китә. Уҡыуын тамамлағас Аҡ-ҡужа ауылына имам итеп тәғәйенләйҙәр. Бында ул үҙ мәҙрәсәһен аса.
(№ 23)

Иман юлында төп кәртә - рыя24.03.2017

(Философия фәндәре кандидаты Зилә Рәхмәтуллинаның «Үҙ халҡының рухи остазы» әҫәренән өҙөктәр)
Зәйнулла Рәсүлевтың ислам ғилемендә тәрән белеме һәм абруйы ғалимдар араһында ла, ябай кешеләр араһында ла уның юлынан барыусы-лар һаны артыуға килтерә. Урындағы дәүләт властары вәкилдәре һәм руханиҙар уның халыҡҡа йоғонтоһо кө-сәйеүҙән ҡурҡалар. Хатта дин-дән тайпылыусы, тип иғлан итәләр. Айырыуса метафизика менән (ысынбарлыҡтың төп асылдағы тәбиғәтен өйрәнгән философия) мауығыуын, ас-кетлығын (нәфсеңде сикләргә ынтылыу, рухи ихтыяжды тән талаптарынан өҫтөн ҡуйыу) бәғзе муллалар өнәмәй. Улар үҙҙәре тәү сиратта был донъя байлығына ирешеүҙе, карьера яһауҙы, дан-шөһрәт ҡаҙаныуҙы ҡайғыртҡан була бит. Фәлсәфәүи яҡтан, Хоҙайҙың имманентлы-ғы тураһында (бар донъя менән тура эске бәйләнештә булыуы) фекерен кире ҡаҡһалар, Зәй-нулла ишан ҡулланған ғибәҙәт ҡылыуҙың ғәмәли яҡтары ла (зекер ҡысҡырыу, тиҫбе тартыу-ға ҙур әһәмиәт биреү, Мәүлит ғәйете үткәреү, әүлиәләр ҡә-берлектәрендә зыярат ҡылыу һәм башҡа) ризаһыҙлыҡ уята. Фәҡәт Хоҙайҙың имманетлығы-нан сығып, Зәйнулла ишан йәм-ғиәттәге социаль-сәйәси проб-лемаларҙы урап үтмәй, халыҡ менән аралашҡанда ҡатмарлы фәлсәфә һатыуға ҡарағанда, аныҡ, аңлайышлы итеп хаҡи-ҡәтте еткереүгә өҫтөнлөк бирә.
Ишан өгөт-нәсихәттәрендә төп баҫым яһаған урын түбәндәгенән ғибәрәттер: ҡоро һүҙ һөйләгәнгә ҡарағанда һәр кемдең сауап эштәр ҡылыуы күпкә мөһимерәк. Улар ни тиклем күберәк булһа, әҙәм балаһы шул тиклем тиҙерәк камиллаша; рухи бейеклектәргә ынтылған һәр мосолмандың тәү сиратта һил күңелле, сабыр һәм тыйнаҡ булыуы зарур.
(№ 23)

Резервтар бар әле24.03.2017

Резервтар бар әлеБР Премьер-министр урынбаҫары - БР Хөкүмәте аппараты етәксеһе Илшат Тажетдинов етәкселегендә районыбыҙҙа инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыу буйынса күсмә эш кәңәшмәһе үтте. Былтыр планлаштырылған эштәрҙең нисек башҡарылыуы, 2017 йылға бурыстар тураһында ентекле һөйләшеү барҙы. Учалы районы төп капиталға инвестициялар буйынса республика муниципаль берекмәләре араһында - унынсы, Урал аръяғы төбәктәре араһында - икенсе урын биләй. Һәммәһе 19,7 миллиард һумлыҡ 16 проект тормошҡа ашырыла. Учалы рәсми рәүештә моноҡала тип танылып, өҫтөнлөклө иҡтисади-социаль үҫеш биләмәһе тип иғлан ителһә (ә быға өмөт ҙур), инвестициялар ағымы тағы ла артасаҡ.
Инвестициялар, йәғни яңы объекттар, яңы производстволар асыу йә киңәйтеү өсөн аҡса йәлеп итеү тәңгәлендә иң алда, әлбиттә, тау-байыҡтырыу комбинаты бара. Әммә унан башҡа ла ыңғай миҫалдар күп.
(№ 23)

Булмышынан - ҡөҙрәт, йөҙөнән нур бөркөлә29.03.2016

Булмышынан - ҡөҙрәт,  йөҙөнән  нур бөркөләТөбәгебеҙ таланттарға, арҙаҡлы шәхестәргә бай. Күренекле, һоҡланырлыҡ яҡташтарыбыҙ бихисап. Улар араһында яҙыусылар, шағирҙар, йырсылар, төрлө кимәлдәге етәкселәр бар. Бөгөн һүҙем ошондай кешеләрҙең береһе - яҡташыбыҙ, БР Милли әҙәбиәт музейы директоры, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Гөлдәр Сабит ҡыҙы Моратова тураһында.
Уға ҡарап һоҡланмаған кеше юҡ. Биргәс, бирә Хоҙай кешегә - ул төҫ-баш, буй-һын тиһеңме, һәр саҡ зауыҡлы кейенгән, ҡупшы ханым сәхнә йәки трибунаға сыҡһа, уның аҡыллы, яғымлы итеп һөйләүенә ғорурланып ҡарап ултыраһың - беҙҙә башҡаларға өлгө итеп ҡуйырлыҡ гүзәл ҡатындар бар әле. Талантлы, көслө рухлы, бәхетле, тормошҡа ғашиҡ кеше ул Гөлдәр Моратова.
(№ 23)

Тынғы белмәҫ Айгөл29.03.2016

Тынғы белмәҫ Айгөл2007 йылдан Рәсәйҙә 25 март мәҙәниәт өлкәһе хеҙмәткәрҙәренең һөнәри байрамы булараҡ билдәләнә. Был өлкәлә эшләүселәрҙең хеҙмәте күҙгә күренмәй, әммә икмәктән ҡала рухи ризыҡһыҙ ҙа әҙәм заты тора алмай бит. Комсомольск мәҙәниәт йорто директоры Айгөл Сәғитова кешеләргә моң, дәрт өләшеүселәрҙең береһе.
Иҫке Байрамғол ауылы ҡыҙы бала саҡтан гармун тауышын ишетеп, уға ғашиҡ булып үҫә. Атаһы, ағалары гармунда уйнағас, Айгөл Мәхмүт ҡыҙы ла үҙ аллы был музыка ҡоралын өйрәнә башлай.
(№ 23)

Пенсияғыҙҙы алдан хәстәрләгеҙ03.03.2015

Пенсияғыҙҙы алдан хәстәрләгеҙРФ Пенсия фондының Башҡортостан республикаћы буйынса бүлексәһе етәксеһе Фоат Хантимеров тиҫтә йыл элек бер кәңәшмәлә «Бөгөнгө пенсионерҙар - иң бәхетле кешеләр. Киләсәк быуын пенсионерҙарына күпкә ауырыраҡ буласаҡ»,- тигән ине. Ысынлап та, пенсия системаһындағы үҙгәрештәр пенсия йәшенә етеп килеүселәрҙе етди хафаландыра. Шуға ла беҙҙе борсоған һорауҙар менән Учалы районы буйынса Пенсия фонды идаралығы начальнигы Лира Сәғитйән ҡыҙы Сәфиуллинаға мөрәжәғәт иттек.

- Лира Сәғитйән ҡыҙы, 2015 йылдан пенсияны иҫәпләү формулаһы үҙгәрҙе. Яңы ҡағиҙәләр менән таныштырып үтһәгеҙ ине.
- 2015 йылдың 1 ғинуарынан «Пенсияны страховкалау тураһында («О страховых пенсиях») тигән яңы федераль закон ғәмәлгә инде. Төп яңылыҡ шул - хәҙер хеҙмәт пенсияһы балл иҫәбенә ҡарап тәғәйенләнәсәк. Йәғни пенсия капиталы пенсия коэффициентына (балға) бәйле. Эш дәүерендә кешенең буласаҡ пенсияһы балл менән иҫәпләнһә, хаҡлы ялға сығыуға ул һумдарға әйләндереләсәк. Һәр хеҙмәт йылында йыйылған балдар уның хаҡына ҡабатлана. Бы-йыл ғинуарҙа бер балл 64 һум 10 тин торһа, февралдәге индексациянан һуң 11,4%-ҡа күтәрелеп, 74 һум 41 тин тәшкил итте. Балдарҙың хаҡы йылына ике тапҡыр февралдә һәм апрелдә дәүләт тарафынан билдәләнәсәк. Шулай итеп , йыл һайын страховкаланған пенсия күләме (размер страховой пенсии) артып барасаҡ. 2014 йылдың 31 декабренә тиклем пенсияға сыҡ-ҡандарға элеккесә иҫәп-ләнде, ә 2015 йылдың 1 ғинуарынан сыҡҡандар өсөн яңы закон буйынса тәғәйенләнә.
(№ 23)

Тимурсылар сафҡа баҫа03.03.2015

Тимурсылар сафҡа баҫаБөйөк Еңеүҙең 70 йыллыҡ юбилейын билдәләүгә һынаулы көндәр ҡалды. Байрам айҡанлы ғына түгел, ә көндәлек тормошта ла ошо еңеүҙе ҡойоусы ветерандарға хөрмәт, иғтибар, ихтирам күрһәтелергә тейеш. РФ Дәүләт думаһына ҡараған Йәштәр парламенты федераль патриотик проект ойошторҙо. БР Ҡоролтайының Йәштәр йәмәғәт палатаһы ла был идеяны күтәреп алды. «Быуындар йөрәгендә хәтер һәм ғорурлыҡ» тип исемләнгән был проекттың төп маҡсаты - рәсәйлеләрҙә ватансылыҡ идеяһын популярлаштырыу һәм Бөйөк Ватан һуғышы батырҙары менән ғорурланыу хистәрен уятыу.

Проект дүрт йүнәлештә йәйелдерелә: «Төбәктең патриотик картаһы» (һуғышта ҡатнашҡан, һәләк булған йәки хәбәрһеҙ юғалыусылар хаҡында мәғлүмәт, патриотик эштең матди-техник тәьминәте хаҡында база төҙөү - күпме клуб, һәйкәл, мемориал бар, уларҙың хәл-торошо һ.б.,) «Геройҙар һәм ваҡиғалар» (билдәләнгән территорияла урындағы геройҙар хаҡында мәғлүмәт әҙерләү), «Беҙ бер ҙур команданың өлөшө» (патриотик слет үткәреү) һәм «Ватансылыҡ - ысынбарлыҡ эштәрҙә» (ветерандарға ярҙам күрһәтеү, һәйкәлдәрҙе тәртиптә тотоу, яңы хәтер урындарын булдырыу).
Ошо йүнәлештәр менән яҡынданыраҡ таныштырыу һәм аныҡ бурыстарҙы билдәләү маҡсатында район хаки-миәте башлығының социаль сәйәсәт буйынса урынбаҫары Зөһрә Гордиенко ҡала-район мәктәптәренең алдынғы уҡыусыларын йыйҙы. Улар - урындарҙа төҙөлгән тимурсылар командаһы коман-дирҙары.
- Ысынбарлыҡҡа тура ҡарап әйткәндә, һеҙ - Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарын күреүсе, аралашыусы һуңғы быуын. Сөнки, йылдан-йыл улар рәте һирәгәйә бара. Шуға күрә беҙҙең маҡсат - һуғыш һәм тыл ветерандары хаҡында мөмкин тиклем киң мәғлүмәт туплап, уларҙы теүәл, дөрөҫ килеш киләһе быуындарға еткереү, - тип үҙ һүҙен башланы Зөһрә Мәүлитбай ҡыҙы.
(№ 23)

Был донъяла ниҙәр бар?03.03.2015

Был донъяла  ниҙәр бар?* Чечня башлығы Рамзан Ҡадиров: «Борис Немцовты үлтереүҙе ойоштороусылар бар донъя илебеҙҙең етәкселеген ғәйепләр, протест тулҡыны күтәрелер, тип өмөтләнеп эш итә. Шик юҡ - енәйәтте Көнбайыштың махсус хеҙмәттәре ойошторҙо, Рәсәйҙә эске конфликт сығарырға ынтылалар. Немцовты ошо маҡсатта ҡорбан итеп салдылар», - тип белдереү яһаны. Ысынында ла шулай булыуы ихтимал - йүнләп тәфтиш тә үтеп өлгөрмәне, сит ил сәйәсмәндәре ихлас саң ҡағырға тотондо. Хатта Германияның Сит ил эштәре министры Франк-Вальтер Штайнмайр, енәйәтсе кем икәнлеге әлегә билдәһеҙ, был темаға спекуляциялар ойоштормаҫҡа ине, тип әйтергә мәжбүр була. Был енәйәтте асыҡлауға булышлыҡ иткән мәғлүмәт биргән өсөн РФ Эске эштәр министрлығы 3 миллион һум аҡса вәғәҙә итте.

* Провокацияларға Европа илдәре оҫта инде ул. Йыл башында динебеҙгә ҡағылышлы имәнес һүрәттәр баҫтырғанға яуап итеп француздарҙың «Шарли» редакцияһында террор акты ҡылынып, журналдың тиражы ныҡ артҡайны. Күрәһең, үҙ хеҙмәткәрҙәре ғүмерен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып булһа ла, өҫтәмә килем алыу оҡшап ҡалған - йүнһеҙ баҫмала Украинала ваҡытлыса урынлашҡан тыныслыҡты мәсхәрәләп карикатура баҫтырҙылар. Күрше илдәге ҡан ҡойошта яҡындарын юғалтҡан берәйһе яуапҡа тарттырырға булып китһә, йәнә «Демократияға хыянат!» - тип шатланасаҡтар инде. Эт үсектергән һымаҡ килеп сыға…
(№ 23)

Ике тапҡыр арта03.03.2015

Урамда иҫерек йөрөү, ваҡ хулиганлыҡ, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоу - былар барыһы ла административ хоҡуҡ боҙоуҙар. Штраф һалына. Ваҡытында (60 көн үткәнсе) түләнмәй икән, штраф күләме ике тапҡыр арта.

- Бәғзе граждандар «ҡайышланып» китә торған, штраф түләмәйҙәр, өҫтәүенә, аҡылға ла килмәйҙәр бит әле. Ундайҙарҙы, суд ҡарары менән административ ҡулға алыу ысулы киң ҡулланыла, - тип белдерҙе эске эштәр бүлегенең административ практика буйынса өлкән инспекторы Олеся Борисова.
Рәсәй ҡануниәте буйынса бындай «хәтер яңыртыу» 1 тәүлектән 15 тәүлеккә тиклем дауам итеүе мөмкин. Ғәйепленең 50 сәғәткә тиклем мәжбүри эштәргә хөкөм ителеүе лә ихтимал.Тәбиғи, был язалар тәүге штрафты түләүҙән азат итмәй.
(№ 23)


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Ноябрь 2017    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
 12345
6789101112
13141516171819
20212223242526
27282930 

Популяр яңылыҡтар


Агроном -  ул ер  табибыАгроном - ул ер табибы
«Кем дә кем, бер башаҡ үҫкән ерҙә тағы берҙе...

Нисек йәшәйһең, өкө?Нисек йәшәйһең, өкө?
Ҡыҙыҡ, әгәр ҙә төнгө һунарсы Өкө әфәндегә, йә,...

Намыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәрНамыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәр
Байрамғолдар ашлыҡ һуғыу, һөт һауыу буйынса элек...

Бер нөктә - УчалылаБер нөктә - Учалыла
Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан ...

ФотофактФотофакт
Сираттағы «Аҙна һайын приз» лотерея уйынында...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.