» Гәзиттең номеры: 24-25

Яҙғы ҡояш кеүек улар10.03.2015

Яҙғы ҡояш кеүек уларЙылы нур бөркөлә
Әсә иң бөйөк кешеҡ Әсәйҙәрҙән ҡояштай йылы нур бөркөлә. Минең әсәйемдең исеме Ася. Ул бик матур һәм яғымлы.
Әсәйем мине иртәнсәк йомшаҡ һүҙҙәре менән уята. Маҡтап мәктәпкә оҙата. Минең ҡайтыуыма тәмле аш-һыу әҙерләп, йылмайып ҡаршы ала. Мин ауырыған саҡта ла йылы, йомшаҡ һүҙҙәре менән дауалай. Әсәйем изге күңелле, яғымлы кеше. Уны байрам менән ҡотлайым, тик уңыштар ғына юлдаш булыуын теләйем.
Милена ҒИЗЗӘТУЛЛИНА.
Мулдаҡай ауылы.


Яҙғы ҡояш кеүек уларӘсәйем - күҙ нурым
Донъялағы иң бөйөк кеше - ул әсәҡ Әсәй тигән һүҙҙә күпме наҙ, һөйөү сағыла. Улар беҙгә талпынып үҫкән саҡта барлыҡ йылыһын, мөхәббәтен бирә. Әсәләрҙең йөҙөнән сафлыҡ, яғымлылыҡ бөркөлөп тора. Әсә кеше балаһы өсөн ҡыуана ла, һоҡлана ла, яна һәм көйә.
Минең әсәйем шун-дайҙарҙың береһе. Уның исеме - Гөлнар Шәнгәрәева. Ул Рысай ауылында күп балалы ғаиләлә тыуып үҫкән. Шул ауылда һигеҙ йыллыҡ мәктәпте тамамлаған. Күрше Сәфәр ауылында урта мәктәпте бөткәс, Мейәс ҡалаһында һатыусы һөнәренә уҡып сыға. 1984 йылда Һөләймән ауылына эшкә килә. Шул ауылдың егете Илсаф менән бер-береһен яратышып, 1985 йылдың май айында донъя ҡороп ебәрәләр. Әсәйем биш балаға ғүмер бүләк итә. Иң кесеһе - мин, тағы ла дүрт апайым бар. Әсәйебеҙҙе хөрмәт итәбеҙ. Ул тәмле итеп аштар, икмәктәр бешерә, йылы ойоҡбаштар бәйләп кейҙерә. Бөгөн ул бәхетле өләсәй ҙә - уның ике ейәне бар. Әсәйебеҙҙе беҙ ныҡ яратабыҙ.
Илсур ШӘНГӘРӘЕВ.
Һөләймән ауылы.
(№ 24-25)

Йөрәк ҡартаймай10.03.2015

Йөрәк ҡартаймайЙөрәк ҡартайыуҙы белмәй, йөрәк гел йәш булып ҡала, тип ҡабатларға ярата Хәмдиә Ғәзизова. Йәшлек саҡтарын һағынып иҫкә ала ул. Балтырға етеп торған толомдар, һөлөктәй буй-һын, нескә бил - күптәрҙең һушын алырлыҡ ҡыҙ булған мәҡәлә геройыбыҙ.

Хәмдиә Заһиҙулла ҡыҙы 1932 йылда элекке Маҡар районының (бөгөнгө Стәр-летамаҡ, Ишембай райондары биләмәһе) ҡыяуыҡ ауылында донъяға килә. Ғаиләлә һигеҙ бала үҫәләр.
- Һуғыш башланғанда миңә туғыҙ йәш ине. Өҫкә, аяҡ-ҡа кейергә булмаған аслыҡ-яланғаслыҡ заманалары. Әсәйем киндерҙән яһап, оҙон күлдәк тегеп бирә - шул берҙән-бер әйбер. Минең кеүек үҫмерҙәрҙе һыбайлы бригадир сыбыртҡы менән яланға ҡыуа торғайны. Көҙгә тиклем утауға йөрөнөк. Көндәр һыуынғас сарыҡ, сабата кейә инек. Бала саҡ колхоз эше менән үтте, - тип хәтерләй тыл ветераны.
(№ 24-25)

Булмышы менән тәрбиәсе10.03.2015

Булмышы менән тәрбиәсеТәрбиәсе һөнәрен күптәр бик еңел, ябай эш тип күҙ алдына килтерә. Балалар менән уйнап-көлөп көндәре үтә, ти хатта ҡайһы берәүҙәр. Тәрбиәсе эше ситтән ҡарағанда ғына шулай еңел, бер көс түкмәй башҡарылған кеүек. Был һөнәрҙең ни тиклем ҡатмарлы һәм яуаплы булыуын, ниндәй түҙемлек талап ителеүен тәрбиәселәр үҙҙәре генә беләлер.

ҡалабыҙҙың «Әкиәт» балалар баҡсаһында ла оло йөрәкле, үҙ һөнәрен яуаплылыҡ менән башҡарыусы, бар күңелен балаларға биреүсе тәрбиәсе эшләй. Бөгөн һүҙем Гөлназ Әғләм ҡыҙы Хәкимова хаҡында.
Мәктәпкә әҙерлек балалар баҡсаһында башланғанын яҡшы беләбеҙ. Сабыйын баҡсаға етәкләп килтергән һәр кем улар эргәһендә тәрән аҡыллы, бәләкәстәр менән уртаҡ тел табырға һәләтле, шәхес итеп күрә белгән тәрбиәсенең булыуын теләй. Был йәһәттән Гөлназ Әғләм ҡыҙының төркөмөнә ҡыҙ-малайҙарын йөрөтөүселәр бик бәхетле, үрҙә аталған сифаттарҙың барыһын да бергә туплаған Гөлназ Хәкимова. Ата-әсәләр уның һәләтен юғары баһалай. Шуға ла балаларын фәҡәт уның ҡулына тапшырырға тырыша.
(№ 24-25)

Тырыш ҡыҙ10.03.2015

Тырыш ҡыҙ Ҡатын-ҡыҙ мотлаҡ сибек һәм баҙнатһыҙ булырға, ир-аттың ауыҙына ғына ҡарап торорға тейеш, тигән йәмәғәт стереотиптары тамам юҡҡа сығып бөттө, буғай. Гүзәл зат вәкилдәре йыһанға ла оса, ир-аттыҡы тип иҫәпләнгән бөтә һөнәрҙәрҙе лә үҙләштерә (полицейҙар араһында күпме хәҙер уларҡ), сәйәсәттә лә һыр бирмәйҙәр. Ә һеҙ беләһегеҙме, 2014 йыл күрһәткестәре буйынса Рәсәй донъяла беренсе урынға сыҡты -компанияларҙа 43 процент топ-менеджер, йәғни юғары кимәлдәге етәксе вазифаларын фәҡәт ҡатын-ҡыҙҙар биләй? Америкала был күрһәткес - 22, Германияла - 14, Швейцарияла - 13 процент. Көнсығыш илдәре тураһында әйтеп тораһы ла түгел инде…

Йәнә бер статистик мәғлүмәт килтерәйек: Рәсәйҙә ҡатын-ҡыҙҙар ирҙәргә ҡарағанда күберәк булһа ла (56 һәм 54 процент), эшһеҙҙәр араһында уларҙың нисбәте 45,8 процент. Бер генә һығымта яһарлыҡ инде - көслө зат ялҡаулығын тормош шарттары менән аҡларға нығыраҡ әүәҫ булһа, гүзәл зат иһә һоҡландырғыс ныҡышмалылыҡ һәм сыҙамлылыҡ күрһәтә.
(№ 24-25)

Тәхеттә түгел бәхет10.03.2015

Тәхеттә түгел бәхетҠатын-ҡыҙҙы «көсһөҙ» зат тиһәләр ҙә, ысынбарлыҡ киреһен дәлилләй. Юғары дәүләт вазифаларын биләүҙән башлап, автомобиль руле артында ла улар үҙҙәрен ярайһы уҡ ышаныслы тоя. Хатта, ҡайһы саҡ, ир-егеттәрҙе уҙҙырып та ебәрәләр. Шулай ҙа, ҡатын-ҡыҙҙың төп тәғәйенләнеше ғаилә усағын һаҡлауҙа, әсә булыуҙа, тип билдәләйҙәр. ҡаршы һүҙ юҡ, әммә бының менән генә сикләнмәй үҙ эшен, тәғәйенләнешен тапҡан гүзәл заттар ҙа бихисап. ҡунаҡбай ауыл Советы башлығы Фазила Шаймарҙанова ошондай ҡатын-ҡыҙҙарҙың асыҡ бер өлгөһө.

Фазила Әмин ҡыҙы сығышы менән Сораман ауылынан. Бала саҡтан уҡытыусы булыу теләге менән яна. Хыялын тормошҡа ашырыу маҡсатында ауылда 8-се класты тамамлағас, Белорет педагогия училищеһына уҡырға инә.
- Атайым, Әмин Аллабирҙе улы, 18-се йәшендә генә һуғышҡа алына. Үҙен киләсәктә уҡытыусы итеп күрһә лә, ауыр заманаларҙа белем алырға яҙмай. Атайымдың теләктәре миңә күскәндер, үҙем дә уҡытыусыларға һоҡланып ҡарай инем - бер һүҙ менән әйткәндә, балалар менән эшләүҙән тыш ғүмеремде күҙ алдына ла килтермәнем, - ти әңгәмәсем. Әйткәндәй, «уҡытыусылыҡ ҡото» бер Фазила Әмин ҡыҙына ғына йоҡмаған, өлкән апаһы һәм һеңлеһе лә был йүнәлеште һайлағандар.
(№ 24-25)

Өс ҡыҙым - өс мөғжизәм10.03.2015

Өс ҡыҙым - өс мөғжизәмЕр йөҙөндә мөғжизәләр булып тора. Ҡайҙалыр Ҡыҙыл ҡар яуһынмы, Силәбегә метеорит төшһөнмө, тигәндәй... Ә бына беҙҙең өсөн йәш пар Зарина һәм Азат Юртымбаевтарҙың ғаиләһендә бер юлы өс игеҙәк тыуыуы ҙур мөғжизәгә әйләнде. Бындай бәхет бик һирәктәрҙең өлөшөнә генә эләгә. Бер юлы өсәүҙе түгел, бер баланы ҡарау ҙа ауырға тура килә. Нисек икән ул өс игеҙәктең әсәһе булыу? Байрам алдынан был һорауға яуапты бәхетле ҡатындың үҙенән алыу форсаты тейҙе.

«Өс ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергән әсәйҙең урыны ожмахта булыр», тип яҙылған бер хәҙистә. Әлбиттә, ҡыҙ балаларҙы тәрбиәләү өсөн әсәй кешегә үҙенә лә өсләтә тәүфиҡлы, тәрбиәле булырға кәрәк. 28 йәшлек ҡатын быны яҡшы белә, шуға ла бар көсөн хәҙер шул балаларҙы тәрбиәләүгә һалырға тырыша.
Йәһүҙә ауылы егете Азат менән ҡала ҡыҙы Зарина 2008 йылда өйләнешәләр. Бер-бер артлы ике малайҙары донъяға килә. Өлкәндәре Тимурға - ете, Ринатҡа өс йәш. Малайҙар бер аҙ ҙурайғас, ғаилә өсөнсөгә бәпес алып ҡайтырға ниәтләй. Айырыуса Зарина ҡыҙ тураһында хыяллана. Ауырға ҡалғас, даими ҡатын-ҡыҙ табибына күренеп тора. Беренсе тапҡыр УЗИ үткәндә бер нәмә лә күрһәтмәй, икенсеһенә барғанда табип игеҙәктәрегеҙ буласаҡ, тип һөйөнсөләй. Юртымбаевтар тәүҙә аптырап ҡала, һуңынан бәпәйҙәренең икәү буласағына ҡыуанып ҡайтып китәләр.
(№ 24-25)


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Ноябрь 2017    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
 12345
6789101112
13141516171819
20212223242526
27282930 

Популяр яңылыҡтар


Агроном -  ул ер  табибыАгроном - ул ер табибы
«Кем дә кем, бер башаҡ үҫкән ерҙә тағы берҙе...

Нисек йәшәйһең, өкө?Нисек йәшәйһең, өкө?
Ҡыҙыҡ, әгәр ҙә төнгө һунарсы Өкө әфәндегә, йә,...

Намыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәрНамыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәр
Байрамғолдар ашлыҡ һуғыу, һөт һауыу буйынса элек...

Бер нөктә - УчалылаБер нөктә - Учалыла
Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан ...

ФотофактФотофакт
Сираттағы «Аҙна һайын приз» лотерея уйынында...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.