» Гәзиттең номеры: 24

«Аҡ шишмә»нең сыңы тынмаһын27.03.2017

«Аҡ шишмә»нең сыңы тынмаһынАхун ауылының «Аҡ шишмә» өлгөлө халыҡ театры районда берҙән-бер татар театры булыуы менән айырылып тора. Тау битләүенән сылтырап аҡҡан шишмәләй саф, таҙа, тештәрҙе ҡамаштырырлыҡ сая, күл-йылғаларға ғүмер бирерлек көс-ғәйрәтле булһын тип уны шулай атағандар. Ауылда «Аҡ шишмә» тип йөрөтөлгән урын да бар.
Театрҙы бына инде 17 йыл Нәзифә Усманова етәкләй. Нәзифә Ғил-метдин ҡыҙы Ахун ауы-лында тыуып үҫкән. Стәрлетамаҡ мәҙәни-ағартыу училищеһын та-мамлағандан һуң 1985 йылда тыуған ауылына художество етәксеһе бу-лып эшкә ҡайта. Бер уҡ ваҡытта мәктәптә рит-мика дәрестәрен алып бара. 2000 йылдан Ахун мәҙәниәт йорто директоры.
(№ 24)

Башҡорт әҙәбиәтендә ҡабынған йондоҙҙар27.03.2017

Үҙәк район китапханаһында прозаик, драматург, «Яйыҡ» гәзитенә нигеҙ һалыусыларҙың береһе, С. Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Таңсулпан Ғарипова һәм журналист, йәш яҙыусы, Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты Айгиз Баймөхәмәтов менән осрашыу үтте. Унда район китапханасылары, урындағы яҙыусылар ойошмаһы вәкилдәре, әҙәбиәт һөйөүселәр ҡатнашты.
Таңсулпан Хизбулла ҡыҙы Баймаҡ районында донъяға килгән. Башҡорт дәүләт университетын тамамлай. Райондашыбыҙ, Башҡор-тостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, скульптор Хәйҙәр Ғариповҡа тормошҡа сыға. Учалыла 20 йылға яҡын ғүмер кисерә. Мәктәптәрҙә, музыка училищеһында (хәҙерге сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжы), «Ураҡ һәм сүкеш», «Яйыҡ» гәзиттәрендә эшләй. Артабан Сибай телевидениеһында, «Ва-тандаш» журналында хеҙмәт итә. Т. Ғарипова - «Яйыҡ» гәзитен генә түгел, ә Учалы яҙыусылар ойошмаһын, музыка училищеһында фольклор бүлеген, «Ирәмәл» башҡорт халыҡ үҙәген булдырыуға үҙ өлөшөн индергән кеше. БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙ-мәткәре.
(№ 24)

Наркомания - заман сире27.03.2017

Ошо көндәрҙә Учалы прокуратураһында ҡала-районыбыҙҙа наркотиктарҙың законһыҙ әйләнешенә һәм уны ҡулланыуға ҡаршы көрәш комиссияһының сираттағы ултырышы үтте. Көн ҡаҙағында «Халыҡ араһында профилактик эштәр алып барыу, наркоман сирлеләрҙе дауалау, реабилитация үткәреү» тигән һорауҙар ҡаралды. Кәңәшмәлә район хакимиәте, прокуратура, эске эштәр бүлеге, тәфтиш комитеты, үҙәк ҡала дауаханаһы, мәғариф бүлеге вәкилдәре ҡатнашты. Ултырышты район-ара прокурор урынбаҫары Артур Ғәлиев алып барҙы.
(№ 24)

Ике состав бәрелде27.03.2017

        Ике состав бәрелде26 март 16.48 сәғәттә (икенсе сығанаҡ буйынса – 16.00 сәғәттә) Бурансы ҡасабаһының Энтузиастар урамы тирәһендә ике тимер юлы составы бәрелә. “Комбинат” һәм Межозерный станциялары аралығының 12-се километрында бер юллыҡ тармаҡтан ниңәлер ике поезд ҡапма-ҡаршы хәрәкәт иткән була. Береһендә – 14 мәғдән тейәлгән вагон һәм дизель яғыулығы менән 2 цистерна, икенсеһендә – 16 буш вагон. Бәрелештән һуң бер 60 тонналыҡ цистернанан яғыулыҡ ергә аға.
(№ 24)

Ҡара ҡашлы, ҡара күҙле...29.03.2016

 Ҡара ҡашлы, ҡара күҙле... Рәнис Алтынбаевтың ошо йыры филармонияның алыштырғыһыҙ алып барыусыһы, сихри тауышлы Раушания Мәхмүтоваға арнап сығарылғандыр, валлаһи. Ул буй-һыны, аҡылы, телмәре тиһеңме, һәр яҡлап та килгән. Өҫтәүенә, башҡорт телен, уның мәҙәниәтен, тарихын да һыу кеүек эсә. Дөрөҫөн әйткәндә, филармонияны Раушанияһыҙ, ә Раушанияны филармонияһыҙ күҙ алдына килтереүе лә ҡыйын. 15 йыл элек тәүге хеҙмәт юлын ошо сәхнәлә башлаған ҡыҙ бар булмышы менән ошонда береккән.
Раушания Әғзәм ҡыҙы - Бөрйән һылыуы. Ғаиләлә дүрт ҡыҙ һәм бер малай үҫәләр. Дүртенсе булып донъяға килгән Раушанияны атаһы яратып «Кинйәбикәм», тип йөрөтә. Бала саҡтан сәнғәткә, йыр-моңға ғашиҡ булып үҫә, мәктәптәге, клубтағы бер сара ла унһыҙ үтмәй. Илһам сығанағын ғәзиз кешеләренән - ата-әсәһенән ала. Йор һүҙле Әғзәм ағай бер ваҡытта ла гармунын ҡулынан төшөрмәй, әсәһе Бибинур Йомағужа ҡыҙының тирә-яҡта оҫта ҡуллы тигән даны тарала. Ул бәйләм бәйләһенме, аш-һыу бешерһенме - уға тиңдәр табылмай.
(№ 24)

Был донъяла Ниҙәр бар29.03.2016

Рәсәйҙә йәшәйеш минимумынан да аҙыраҡ килемгә көн күреүселәр 2014 йылда 16,1 миллион булһа, 2015 йылда 19,2 миллионға еткәндәр. Ҡурҡыныс һан инде, кемдер майына сыҙаша алмай интегә, шул уҡ ваҡытта халыҡтың 13,4 проценты аҡса еткерә алмай яфалана. Иң ярлы 10 процент рәсәйлеләрҙең килеме 10 процент байҙарҙыҡынан 16,8 тапҡыр кәм (1990 йылда 4,5 тапҡыр булған). ООН классификацияһы буйынса бындай айырма социаль тотороҡлолоҡ өсөн хәүефле, артта ҡалған илдәргә генә хас. «Эш биреүселәр менән етди һөйләшеүҙәр үткәрергә тура киләсәк, юғиһә, халыҡтың һатып алыу һәләте лә, сауҙа күләме лә ҡырҡа кәмей», - тип билдәләй РФ вице-премьеры Ольга Голодец.
...дәүләт фәҡәт үҙе лә эш биреүсе, яллағандарҙы эш хаҡы менән артыҡ иркәләмәүе тураһында иҫкә төшөрөүе лә уңайһыҙыраҡ һымаҡ.
(№ 24)

Ҡартаямы һуң йөрәк!29.03.2016

Ҡартаямы һуң йөрәк!Бала саҡта барыбыҙ ҙа теремек, йәштәр араһында ла спорт менән шөғөлләнеүселәр бихисап. Ә бына аҡһаҡал йәшенә еткәндә актив тормош алып барыу өсөн тән генә түгел, ҡаҡшамаҫ рух көсө лә кәрәктер.
Үткән йома вете-рандарыбыҙ 8 фев-ралдән 21 мартҡа тиклем дауам иткән традицион спорт турнирына йомғаҡ яһаны. Район ветерандар советы рәйесе Марат Биктимеров танта-налы рәүештә миҙал-дар, грамоталар, бер аҙ аҡсалата пре-миялар тапшырҙы. Ҡатнашыусыларҙың байтаҡ булыуына, чем-пиондарҙың яңырып тороуына ҡәнәғәтлек белдерҙе.
(№ 24)

Күҙҙәрҙең сихри көсө03.03.2014

Күҙҙәрҙең сихри көсөКүҙҙәр - күңел көҙгөһө, ти халыҡ мәҡәле. Көн дауамында беҙ әллә нисәмә күҙҙәр менән осрашабыҙ. Ҡуңыр, йәшел, күк төүлөләр беҙҙе үҙ ҡарашы аша үткәрә. Үткәреп кенә ҡалмай, ә үҙҙәренең көсөн, энергияһын беҙгә ҡалдыра, йә, киреһенсә, үҙебеҙҙекен һурып ала. Кешегә күҙ тейеү осраҡтары борондан билдәле. Элекке замандарҙан алып кешелек цивилизацияһы күпкә алға китһә лә, был күренеш үҙенең актуаллеген юғалтмаған. Бөгөн дә беҙ бәләкәй балалар маңлайына ҡором һөртәбеҙ, әйберебеҙгә төйрәүес тағабыҙ, ҡот ҡойҙорабыҙ йә башҡа төрлө күҙегеүҙән һаҡлаусы саралар күрәбеҙ. Кем ҡараш көсөнә тиҙ бирелеүсән, кемдең күҙе тиҙ тейеүсән һәм уны нисек иүкәртергә?

Күҙ тейеү күренешен ғилми күҙлектән сығып аңлатыусылар ҙа бар. Ул эниология (ЭнИО-энергоинформационный обмен), йәғни энергетик мәғлүмәт менән алышыу тип аталған фән эсендә ҡарала. Был фәнгә ярашлы, мейе эшмәкәрлеге һөҙөмтәһе булған уй һәм хистәр тулҡынлы энергетик тәбиғәткә эйә. Тулҡын икән - бушлыҡта тарала ала тигән һүҙ. Уй-фекерҙең материаль булыуы күптән мәғлүм. Тимәк, уға теүәл адрес, йәғни теге йә был кешенең һынын билдәләп, махсус тәғәйенләнгән урынға ебәрергә була. Һирәк кеше, аңлы рәүештә, саҡрымдар арауығында икенсе берәйһенә уй-фекер юллауға һәләтле. Күпселек быны аңһыҙ рәүештә башҡара. Насар, кире уй, ысын мәғәнәһендә, кешегә зыян килтерә ала. Ул һәр тере йәнде уратып алған аура йәки биополе тип аталған энергетик шарҙы үтеп инә һәм унда тишектәр яһай.
(№ 24)

Йыл йомғаҡтары барланды03.03.2014

Йыл йомғаҡтары барланды26 февралдә муниципаль район Советының 17-се ултырышы үтте. Көн тәртибендәге төп һорау - район Советы рәйесе Дамир Кәримовтың һәм район хакимиәте башлығы Фәрит Дәүләтгәрәевтың 2013 йылдағы эшмәкәрлек тураһында отчеттары. Дамир Усман улы беледереүенсә, район Советы 12 ултырыш үткәрә, төбәк тормошона ҡағылышлы 183 һорау ҡарала, тейешле ҡарарҙар ҡабул ителә. Вәкәләтле органдың төп бурысы - хоҡуҡи-норматив акттар ҡабул итеүҙән тыш, депутаттар һәр саҡ һайлаусылар менән тығыҙ бәйләнеш тота, граждандарҙы ҡабул итеү саралары даими ойошторола тип белдерҙе.
(№ 24)


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Ноябрь 2017    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
 12345
6789101112
13141516171819
20212223242526
27282930 

Популяр яңылыҡтар


Агроном -  ул ер  табибыАгроном - ул ер табибы
«Кем дә кем, бер башаҡ үҫкән ерҙә тағы берҙе...

Нисек йәшәйһең, өкө?Нисек йәшәйһең, өкө?
Ҡыҙыҡ, әгәр ҙә төнгө һунарсы Өкө әфәндегә, йә,...

Намыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәрНамыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәр
Байрамғолдар ашлыҡ һуғыу, һөт һауыу буйынса элек...

Бер нөктә - УчалылаБер нөктә - Учалыла
Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан ...

ФотофактФотофакт
Сираттағы «Аҙна һайын приз» лотерея уйынында...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.