» Гәзиттең номеры: 25

Ике ҡан берсә тибә31.03.2017

 Ике ҡан берсә тибәТөбәгебеҙҙә бик тә популяр булып киткән самбо һәм дзю-до буйынса ярыштар тураһында яҙғанда йыш ҡына еңеүселәрҙең тренеры Александр Шумков тип йәйә эсендә күрһәтәбеҙ. Баҡһаң, Александр Александрович - милли көрәшкә лә мөкиббән бирелгән кеше икән. Өҫтәүенә, йөрәгендә ғорур казак һәм башҡорт ҡандары типкән, ике яҡты ла берсә ихтирам иткән шәхес.
(№ 25)

Һәләтле уҡыусыларыбыҙ бар30.03.2017

Тел яҙмышы хаҡында уйланғанда, тел  байлығын һәм халыҡтың йәнле һөйләү үҙенсәлектәрен бөр-төкләп йыйып алыу үҙе бер тормош ул.
М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында һәләтле уҡыусыларҙы асыҡлау, уларҙы артабан үҫтереү, дәртләндереү маҡсатында фәнни-ғәмәли конференция үтте.
Сараны башҡорт филологияһы факультеты деканы Луиза Сәмситова асты. Ул конференцияға килгән ҡунаҡтарҙы тәбрикләп, йәш тикше-ренеүселәргә уңыштар һәм еңеүҙәр теләне.
Конференция төрлө йүнәлештә дауам итте: топонимика, гидронимика, ономастика, ерле һөйләш һ.б. Конференция быйыл да байтаҡ һәләтле балаларҙы йыйҙы. Бөрйән, Шаран, Йылайыр, Ғафури, Көйөргәҙе, Белорет, Дүртөйлө һ.б. райондарҙан уҡыусылар ҡатнашты.
Учалы ҡалаһының 2-се мәктәбе уҡыусылары - Дарья Королева, Ангелина Цупикова, Лиана Мамалимова 2-се урын яуланылар. Улар конференцияла ихлас ҡатнашты. Ай буйына үҙҙәренең етәкселәре Э. Нуриева һәм Э. Харрасова менән материалдар туплап, ентекле әҙерләнеү бушҡа булманы. Мәктәп отличнигы Лиана Ма-малимова экология темаһын күтәреп сыҡты. Дарья Королева «Учалының ете мөғжизәһе» темаһына сығыш яһаны. Ә Ангелина Цупикова «Йөҙ йыллыҡҡа - йөҙ бесәнлек» тигән актуаль тема табыуы менән жюри ағзаларын хайран ҡалдырҙы.
Уҡыусыларҙың әленән үк башлаған ғилми эҙләнеүҙәре шәхес булараҡ формалашыуҙа ла ҙур аҙым булып тора. Балаларҙа аныҡ фекерләүҙе үҫтереүҙе, ҡыйыулыҡ тәрбиәләүҙе, донъяға ҡа-раштарын киңәйтеүҙе маҡсат ииткәндә уларҙы фәнни-тикшеренеү эшенә ылыҡтырыу бик мөһим.
Конференцияның етәксеһе Миңһылыу Ус-манова фекеренсә, беҙҙең ҡыҙҙар бик фәһемле эштәр тәҡдим итеп кенә ҡалманылар, үҙҙәренең рус милләтенән булыуҙарына ҡарамаҫтан, саф башҡортса һөйләшеүҙәре менән һоҡландырҙылар.
Эльза НУРИЕВА,
2-се мәктәптең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.
(№ 25)

Ер аҫты разведчигы30.03.2017

Ер аҫты разведчигыОҙаҡ йылдар «Башкиргеология» йәмғиәтенең Учалы филиалында баш геолог булып эшләгән Борис Ғәлимйән улы Ғәлиуллиндың исеме күптәргә таныш. Төбәгебеҙҙә ҡаҙылмаларға бай бихисап ятҡылыҡтарҙы асыуға ҙур өлөш индергән кешеләрҙең береһе ул. Әлеге ваҡытта Борис Ғәлимйән улы 81 йәшен ваҡлай, шуға ҡарамаҫтан, ғүмере буйы яратып башҡарған эшен бер көнгә лә иҫенән сығарғаны юҡ. Районыбыҙҙың һәр биләмәһе, тау-ташы яҡшы таныш, балалай ҡәҙерле уға. Геолог булырға 12 йәшенән хыяллана ул.

- 1947 йылда ауылыбыҙ эргәһендә Өфөнән геологтар эшләне, улар менән күпмелер аралашҡандан һуң, ошо һөнәргә баштан-аяҡ ғашиҡ булдым, - тип хәтерләй.
(№ 25)

Социаль йәрминкәгә килегеҙ30.03.2017

Социаль ярҙам күрһәтеү сара-лары, төрлө түләүҙәр буйынса һо-рауҙар йыш тыуа. Шуны иҫәпкә алып, 7 апрель көнө 14.30-16.00 сәғәттәрҙә Учалы ауылы мәҙәниәт йортонда социаль йәрминкә ойоштороласаҡ. Унда халыҡҡа социаль хеҙмәт күрһәтеү бүлеге, Учалы үҙәк дауаханаһы, «Ихтирам» социаль хеҙмәтләндереү үҙәге, 203-сө үҙәк район аптекаһы, социаль страховкалау фонды, социаль приют хеҙмәткәрҙәре граждандар өсөн консультация уҙғарасаҡ. Һорауҙарығыҙ булһа мөһим сранан ситтә ҡалмағыҙ.
Беҙҙең хәбәрсе.
(№ 25)

Туристар күбәйәсәк30.03.2017

[b]Башҡортостан Республикаһы хөкүмәте ҡарары менән федераль әһәмиәттәге «Палеолит эпохаһы һүрәттәре төшкән Шүлгән-Таш мәмерйәһе» һәм төбәк әһәмиәтендәге «Урал-батыр ере» мәҙәни ҡомартҡыларының һаҡланышын тәьмин итеү өсөн ошо ике объект нигеҙендә «Шүлгән-Таш мәмерйәһе» тарихи-мәҙәни музей-заповеднигы булдырыла. Был милли хазиналарға һаҡсыл мөнәсәбәт тәьмин итеүҙән тыш, объекттарҙың ғилми яҡтан ентекләп өйрәнелеүенә һәм туристар ағымы артыуға булышлыҡ итәсәк.
Шүлгән-Ташҡа былтыр 42 мең кеше килгән, заповедник проекты сиктәрендә музей һәм башҡа инфраструктура булдырылғас, туристар һаны йылына 100-150 меңгә етәсәк, тип күҙаллана.
Учалылар сағыштырмаса яҡын урынлашҡан мәмерйәгә йыш йөрөй торған. Комплекс про-екты тормошҡа ашырылғас, та-ғын да уңайлыраҡ һәм мауыҡ-тырғысыраҡ булып ҡалыр. Әйт-кәндәй, яҡташыбыҙ Гөлшат Хәкимова тап Шүлгән-Таш мә-мерйәһенә һәм заповеднигына бәйле «Минең күләгәмә әйлән» исемле фантастик әҫәр яҙҙы - уны уҡыһағыҙ, сәйәхәт ҡылыу тағы ла ҡыҙығыраҡ булыр, ошо электрон адрес буйынса танышырға мөмкин - https://lit-era.com/book/bud-moei-tenyu-b9229.
Һәм, зинһар өсөн, заповедник, мәҙәни ҡомартҡы биләмәләрендә үҙегеҙҙе әҙәпле тотоу айырыуса мөһим икәнлеге хаҡында онотмағыҙ!
(№ 25)

Үҙ көсөнә ышанып, тырышып донъя көтә ауыл халҡы01.04.2016

Гәзитебеҙ биттәрендә яңы рубрикалар донъя күреп тора. Сираттағы яңы рубрика - «Хакимиәт башлығының бер көнө». Нигеҙҙә, халыҡтың йәшәйеше өсөн биләмә башлығы яуап бирә. Ауыл проблемаларын, урындағы халыҡтың көндәлек тормоштағы мәсьәләләрен хәл итеү, ярҙам күрһәтеү уларҙың иңендә.
Сәйәхәтебеҙҙе районыбыҙҙа иң ҙур биләмәләрҙең береһе Туңғатар ауылы хакимиәтенән башланыҡ. Ултыраҡҡа Иҫке Байрамғол, Ҡарт Муйнаҡ, Туңғатар, Ҡорама, Аҙнаш, Ҡужай, Шәрип, Ялсығол, Иҫке Балбыҡ ауылдары һәм Комсомольск ҡасабаһы ҡарай. Үҙәге - Комсомольск ҡасабаһы. Биләмәлә 868 йорт иҫәпләнә, 2681 кеше йәшәй. Хакимиәт башлығы вазифаһын алтынсы йыл үҙ эшенә яуаплы ҡараған, талапсан етәксе Әлмир Рәхмәтуллин башҡара.
Хакимиәт башлығына килеребеҙҙе алдан уҡ хәбәр иткәйнек. Тиҙ генә барып етербеҙ тип уйлаһаҡ та, ҡала менән Туңғатар араһы апаруҡ ҡына - 50 километр самаһы, етмәһә, юлдың насар булыуы ваҡытты тотҡарланы. Валлаһи, бындай трассаны күргән юҡ ине быға тиклем. Аҙым һайын соҡор-саҡыр, асфальт иҙгеләнеп бөткән. Көндөҙ саҡ барып еттек, водителдәр ҡараңғыла нисек йөрөйҙәрҙер! Хәүефле участкалар бихисап.
(№ 25)

Алдан әйтеп булмай шул01.04.2016

Алдан әйтеп булмай шулӘлеге мәл иң көнүҙәк мәсьәлә - яҙғы ташҡындан иҫән-имен ҡотолоу, ҡар бигерәк күп яуҙы бит. Ташҡынға ҡаршы район комиссияһы рәйесе итеп район хакимиәте башлығы урынбаҫары Әдип Ҡарамышев тәғәйенләнде. Комиссия рәйесе урынбаҫары - граждандар оборонаһы һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр, мобилизация әҙерлеге комитеты рәйесе Азат Солтанов.
(№ 25)

Олимпиаданан һуң уйланыуҙар06.03.2014

Олимпиаданан һуң уйланыуҙарВаҡыт тигәнең бигерәк тиҙ үтә. Ете йыл дауамында көтөп алған мөһим ваҡиға - Олимпиада бер тынала уҙҙы ла китте. 17 көн буйы, хатта быға тиклем спортҡа битараф булғандар ҙа, зәңгәр экрандарҙан айырылмай ярыштарҙы күҙәтте, беҙҙекеләр өсөн янып- көйҙө. Ҡайҙа ҡарама Олимпиада тураһында хәбәрҙәр, бәхәсләшеүҙәр ишетелде.

Ә бынан ете йыл элек, 2007 йылдың йәйендә Гватемалала үткән презентациянан һуң, Бөтә Донъя Олимпия комитетының ул ваҡыттағы президенты Жан Рогге конверттан «Сочи» яҙыуын сығарып, еңеүсене иғлан иткәс, күптәр быға бер аҙ аптырабыраҡ, ышанмайыраҡ ҡараны.
Бигерәк тә сит илдәрҙең киң мәғлүмәт саралары Рәсәйҙе тәнҡитләп күп яҙҙы, сәйәсмәндәр, билдәле кешеләр мөмкинселек сыҡҡан һайын икеләнеүҙәрен белдереп, һүҙ сурыттылар. Уларҙы ла аңларға була, сөнки, беренсенән, субтропиктарҙа урынлашҡан Сочиҙа Ҡышҡы Олимпиада уҙғарыу уйланылмаған аҙым кеүегерәк ҡабул ителде.
(№ 25)

Һалдаттарға көс кәрәк!06.03.2014

Һалдаттарға көс кәрәк!Учалы ҡалаһында дзю-до көрәше буйынса турнир үтте.

Ярыш төбәк-ара статусына эйә, сөнки учалыларҙан тыш, Мейәс, Белорет ҡалалары, Уйск, Йылайыр райондары командалары ҡатнашты. Һәммәһе 150-ләп йәш спортсы көс һынашты.
(№ 25)

Алдынғы уҡыусылар06.03.2014

Тыуған телгә, милли мәҙәниәткә һөйөү тәрбиәләү йәһәтенән башҡорт теле, әҙәбиәте, мәҙәниәте уҡытыусылары ҙур көс һала. Был тырышлыҡтар һөҙөмтәһеҙ үтмәй - республика кимәлендәге олимпиадаларҙа еңеү яулап ҡайтыусы уҡыусылар быға дәлил. Күптән түгел ҡала-районыбыҙҙан дүрт уҡыусы Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте фәне буйынса ярышта белемен һынаны. Республика буйынса унда бөтәһе 280-ләп бала ҡатнаша. Рус мәктәбендә уҡыусылар Башҡортостан тарихы, мәҙәниәте һәм әҙәбиәте буйынса ярышһа, башҡорт мәктәбе уҡыусылары тормош һабаҡтары фәненән көстәрен һынай.

Сәфәр урта мәктәбенең 9-сы класс уҡыусыһы Денис Баҡыевҡа беренселекте яулауға биш кенә балл етмәй, һөҙөмтәлә, ул II урынды ала. Әйткәндәй, республика башлығы Рөстәм Хәмитов эш сәфәре менән районыбыҙға килеп, Сәфәр мәктәбен ҡарағанында Денисҡа уның менән аралашыу форсаты тейә. Үҫмер уҡытыусыһы Рәмзилә Ҡәлимова менән ошо олимпиадаға әҙерләнеп ултырған була. Рөстәм Зәки улы уның һайлаясаҡ һөнәре, киләсәккә пландары менән ҡыҙыҡһына.
(№ 25)


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Ноябрь 2017    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
 12345
6789101112
13141516171819
20212223242526
27282930 

Популяр яңылыҡтар


Агроном -  ул ер  табибыАгроном - ул ер табибы
«Кем дә кем, бер башаҡ үҫкән ерҙә тағы берҙе...

Нисек йәшәйһең, өкө?Нисек йәшәйһең, өкө?
Ҡыҙыҡ, әгәр ҙә төнгө һунарсы Өкө әфәндегә, йә,...

Намыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәрНамыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәр
Байрамғолдар ашлыҡ һуғыу, һөт һауыу буйынса элек...

Бер нөктә - УчалылаБер нөктә - Учалыла
Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан ...

ФотофактФотофакт
Сираттағы «Аҙна һайын приз» лотерея уйынында...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.