» Гәзиттең номеры: 26-27

Буранай бурандары16.03.2015

Буранай бурандарыАҡман-тоҡман алты көн, алтыһы ла ҡаты көн, тигән әйтем барыбыҙға ла таныш. Ҡырыҫ тәбиғәтле Уралдың йәйҙәре сыҙап түҙгеһеҙ эҫе булһа, ҡыштары сатлама һыуыҡтар, ҡар-бурандар менән үтә. Элегерәк, 8 Март байрамы айҡанлы районыбыҙҙа ат сабыштары ойошторола ине. Һәм йыл да тиерлек ошо сарала әле генә тып-тын торған көн боҙолоп, тәбиғәт ҡарлы-буранлы «күстәнәсе» менән «һыйларға» ғәҙәтләнде. Хатта, бер ир затының: «Ҡатын-ҡыҙҙар ниндәй, көнө лә шундай», - тигән шаярыуы ла ишетелгәйне. Эйе, еңмеш яҙ тәүге көндәренән үк холҡон күрһәтә. Шулай ҙа, әллә бар ер шарындағы экология үҙгәреше беҙҙең тәбиғәткә лә йоғонто яһай, әллә ҡатын-ҡыҙ затының холоҡ-фиғеле яйға һалына - быйылғы 8 март ҡар-буранһыҙ үтте. Бөгөнгө «Шәмбе бите»н ошо ҡыш менән яҙ миҙгеле алышынған мәлдә була торған тәбиғәт күренеше - аҡман-тоҡманға бағышларға булдыҡ.

Була төрлөһө
Башҡорт халҡы борон-борондан йыл яҙ айынан башлана, тип иҫәпләгәндәр. Уны, йәғни март айын, буранай тип йөрөткәндәр. Исеменә ярашлы, ай буранлы булған, буғай.
Күренекле ғалим, биогеограф, Башҡортостан тәбиғәтен, ерлеген өйрәнеүсе Сергей Кириков үҙенең «Көньяҡ Урал һәм Башҡортостан буйлап» исемле китабында Урал тәбиғәтенең үҙенсәлектәренә лә туҡталып үтә. Ауыл ҡарттарынан ҡайһы бер тәбиғәт күренештәрен яҙып та ала. Мәҫәлән, ҡышҡы бурандарҙың төрҙәре хаҡында мәғлүмәт ҡыҙыҡлы: һепертмә, һалма, һырғаҡ, сүл, һөрөм, аҡман-тоҡман, мәхмүт, биш-ҡунаҡ бурандары.
(№ 26-27)

Ауылыбыҙ ағинәйе16.03.2015

Ауылыбыҙ ағинәйеМәҙәниәт йорто алдына килеп туҡтаған һары автобустан ынйы-мәрйендәр кеүек эреле-ваҡлы бала-саға һибелде лә, сыр-сыу килеп, өйҙәренә таралдылар. Көн дә ҡабатланып торған ошо матур күренеш Ғәкифә апайҙы алыҫ та, һағышлы ла бала саҡ иленә алып ҡайта. Аслы-туҡлы йәйәү йөрөп, күрше ауылдағы мәктәптә уҡыған йылдары күп сериялы фильмдағы һымаҡ бер-бер артлы күҙ алдынан теҙелеп үтәләр.

Бына Наурыҙ мәктәбендә уҡыусы ике ҡыҙ Сораманға ялға ҡайтып киләләр. Әйтерһең дә, балаларҙың юлға сыҡҡанын ғына көтөп торған инде, көнө боҙолдо ла китте. Әсе ел йоҡа ғына кейемдәр аша балаларҙың ҡураныс ҡына тәндәрен ҡапшай. Бәләкәсерәгенең бөтә кәүҙәһе шаҡырайып ҡатҡан кеүек булды. Нисектер бер мәлде тәне йылына башлағанын тойҙо ҡыҙ. Күҙҙәренә ут күренә түгелме?
- Әҙ генә түҙ инде, Ғәкифә, хәҙер ҡайтып етербеҙ, - тип, йыуатып маташа ике-өс йәшкә олораҡ Гәүһәр. Туңған аяҡтарын һөйрәтеп, өйҙәренә саҡҡа ҡайтып йығылалар ҡыҙҙар.
Һәр заман тормошта әҙәм балаларын сыныҡтырыр, ныҡлыҡтарын һынап ҡарар өсөн күп төрлө ауырлыҡтарын әҙерләп ҡуйған. Ауылыбыҙҙың абруйлы, хөрмәтле инәйҙәренең береһе, 75-се йәшен ваҡлаған, үҙ ғүмерендә күпте күргән, күпте кисергән Ғәкифә Вәрис ҡыҙы Шаһизатованың тормош юлы күптәребеҙ өсөн өлгө.
Ул оҙаҡ йылдар бы-ҙау ҡараусы, ун биш йыл малдарҙы яһалма тороҡландырыусы, һа-уынсы булып эшләй. Бихисап Маҡтау ҡағыҙҙары, Хеҙмәт ветераны миҙалы уның тынғыһыҙ, намыҫлы хеҙмәтенең юғары баһаһы булып тора. Ауылдаштары Ғәкифә апайҙы биш саҡырылыш ауыл, бер саҡырылыш район Советы депутаты итеп һайлайҙар.
Һәр быуын яҙмышы - ил тарихы ул. Ғәкифә апайҙың ата-әсәһе тураһында ла һөйләп китеү урынлы булыр.
Апайыбыҙҙың әсәһе, Факиһа инәй, тәүҙә Наурыҙ ауылының дин әһеле Ғарипов Ғәли бабайға икенсе ҡатынлыҡҡа тор-мошҡа сыға. Көндәш булһалар ҙа, Кәримә инәй менән Факиһа инәй үҙ-ара татыу ғына йәшәйҙәр. Совет власы ойошторолғас, ил буйынса дин әһелдәренә «һунар» башлана. Ҡай-һыларын төрмәгә ултырталар, һөргөнгә ебәрәләр, күптәрен атып үлтерәләр. Бындай әсе яҙмыш Ғәли бабайҙы ла урап үтмәй. Төрмәлә ултырып, һаулығы ҡаҡшап ҡайтҡас, оҙаҡ йәшәй алмай, ике ҡатынын, ҡыҙын, бәләкәй генә улын ҡалдырып, был яҡты донъя менән хушлаша. Бер көн Кәримә инәй көндәшенә:
(№ 26-27)

Урмансы16.03.2015

Сафин Мөхәммәт Ғәлиулла улы 1935 йылдың 11 мартында Учалы районының Ҡалҡан ауылында колхозсы ғаиләһендә өсөнсө бала булып донъяға килә. Үҫмер йәшенән үк «Баш Урал» колхозында төрлө эштәрҙә эшләй, 1953 йылда Ҡалҡан ауылындағы ете йыллыҡ мәктәпте тамамлай. Ул саҡтарҙа үҫмер егет-ҡыҙҙар көндөҙ колхозда эшләйҙәр, ә кистәрен мәктәпкә уҡырға йөрөйҙәр. 1954 йылдың көҙөндә йәш егетте хәрби хеҙмәткә саҡыралар. Мөхәммәт дүрт йыл Владивосток ҡалаһында, Тымыҡ океан флотында матрос булып хеҙмәт итә.

Тормош юлында сынығыу алған, тәжри-бәле егетте хеҙмәттән ҡайтҡас, колхоздың комсоргы итеп һайлайҙар. Яҡташтарының ышанысын аҡлай Мөхәммәт - эштә лә, йәмәғәт тормошонда ла актив ҡатнаша, район буйынса йәштәр араһындағы социалистик ярыштарҙа еңеп сыға.
Ошо йылдарҙа Мө-хәммәт Ҡалҡан ауылы һылыуы Клара Йомабай ҡыҙы менән танышып, матур итеп туй үткәрәләр. Клара Йомабай ҡыҙы тәүҙә колхозда, һуңынан почтала эшләй. Аҙаҡ, 1958 йылдарҙа Учалы тимер юлы станцияһы төҙөлгәс, шунда сигнал биреүсе булып эшкә урынлаша һәм хаҡлы ялға сыҡҡансы ошо яуаплы урында тырышып хеҙмәт итә. Ире Мөхәммәт менән ике ул, ике ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерәләр.
(№ 26-27)

Һеҙҙә нисек? Беҙҙә шулай!16.03.2015

Күңелле йәшәйбеҙ
Районыбыҙҙың иң матур ерендә урынлашҡан Муса ауылы халҡы тырышып эшләй ҙә, күңелле ял итә лә белә. Яңы йыл байрамы булһынмы ул, Ватанды һаҡлаусылар, Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөмө - байрамдар бик яҡшы үтә.
8 март көнө клуб сәхнәһендә йәш артистар «Дуҫлыҡ ниндәй була?» исемле спектакль күрһәттеләр. Улар - бер туған Айбулат һәм Айтуған Латиповтар, Лиза Почтарь, Ирхан Лотфуллин. Спектакль бөтәһенә лә оҡшаны.
Бергәләшеп сәй өҫтәле артына йыйылдыҡ. Өҫтәл һый-хөрмәттән һығылып торҙо. Уларҙы ауыл халҡы килтергән ине. Нурия Шакирова менән Сәлихә Фәхретдинованың буҙаһы менән ҡаймағы, Фәниә Нәбиуллинаның йыуасаһы, Флүрә Нәбиул-линаның талҡан менән сәк-сәге, Мәғрифә Шәй-бәкованың ҡоймағы, Зөһрә Бәҙретдинованың бөйөрөктәре телеңде йоторлоҡ булды. Кемдең исем-шәрифтәре күрһәтелмәгән - бер үк асыуланмаһындар. Бағыусылар Фәниә Нәбиуллина менән Сәлихә Фәхретдинова булдылар. Байрам күңелле үтһен өсөн клуб мөдире Сәриә Ғарипова күп көс һалды. Ул үҙенең эшен һәр ваҡыт еренә еткереп, матур итеп башҡара.
Әлфиә САҘРИЕВА.
Муса ауылы.

(№ 26-27)

Оҙаҡҡа һуҙмағыҙ!16.03.2015

Оҙаҡҡа һуҙмағыҙ!Халыҡҡа ағас биреү тәңгәлендә һорауҙар күбәйеп киткәс, «Учалы лесничествоһы» дәүләт ҡаҙна учреждениеһы директоры Айбулат Алик улы Байғарин урындағы журналистар өсөн, пресс-конференция ойошторҙо. Саҡ ғына ҡыҫҡартылған рәүештә әңгәмәне һеҙҙең иғтибарға тәҡдим итәбеҙ.

- Билдәле булыуынса, былтыр көҙ боҙло ямғыр яуып, байтаҡ урмандар зыян күрҙе. Өфө белгестәре тикшереүҙәр үткәреп, был майҙандар 6050 гектар тәшкил итеүен рәсми рәүештә теркәне. Барлығы 341 700 кубометр ағас, сама менән яртыһы ылыҫлы тоҡомдар. Шуны ла аныҡ билдәләйек - күберәген йәш, төҙөлөш маҡсатында өлөшләтә генә яраҡлы ағас зыянлана. Ағас боҙ ауырлығына сыҙай алмайынса һыныу һәм аунау бер бәлә булһа, икенсе бәлә - был участкаларҙа ауырыуҙар, ҡоротҡос бөжәктәр таралыу ихтималы, янғын сығыу ҡурҡынысы ҡырҡа арта.
(№ 26-27)

«Мөһим ваҡиғалар буласаҡ»16.03.2015

«Мөһим ваҡиғалар буласаҡ» 2015 йылда федераль һәм республика кимәлендәге һайлау булмаясаҡ. 13 сентябргә тура килгән берҙәм һайлау көнөндә беҙҙе республиканың 53 районындағы 773 ауыл биләмәһе Советтарына депутаттар һайлау көтә.

Алдағы һайлауҙың мөһимлеге бик ҙур. Уларҙа яҡындағы дүрт йылға һайлаусыларҙың хәстәрлектәренә һәм проблемаларына иң яҡын булған урындағы власть һайлана. Шуның өсөн дә һайлаусы мотлаҡ үҙе йәшәгән муниципаль берәмектә уның өсөн мөһим булған һайлау үтеүен аңларға тейеш.
Муниципаль һайлау һәр ваҡытта ла ойошторолошо буйынса иң ҡатмарлыһы булып тора. Беренсенән, һайлау кампаниялары һаны - му-ниципаль берәмектәрҙә күпме һайлау үтә, шунса булып ҡала. Шуға ярашлы, тәҡдим ителгән кандидаттар һаны ла әҙ булмаясаҡ. Уларҙы теркәүгә алғанға тиклем һайлау комиссиялары улар биргән бөтә мәғлүмәттәрҙе тикшерергә тейеш. Был һайлауҙарҙы ойоштороусылар өсөн генә түгел, шулай уҡ беҙҙең партнерҙарыбыҙ, беренсе сиратта, хоҡуҡ һаҡлау органдары, Росреестр, һалым хеҙмәттәре өсөн дә бик ҙур күләмле эш булып ҡала.
Артабан бары ошонда беҙ йыш ҡына «туғанлыҡ мөнәсәбәттәре» һәм «комиссия ағзаларының депутатлыҡҡа кандидатҡа буйһоноуҙары» тип аталған ҡаршылыҡтарға юлығабыҙ. Был ҡайһы бер осраҡтарҙа һайлау кампаниялары барышында һайлау комиссияһы составына үҙгәрештәр индереү кеүек мәсьәләләрҙе хәл итеү кәрәклеген аңлата.
(№ 26-27)

Бер өйҙә ике хужабикә11.03.2014

Бер өйҙә ике хужабикәҠәйнә менән килен араһындағы мөнәсәбәттәр элек-электән иң киҫкендәрҙән һаналған. Ни тиклем тырышһалар ҙа, ҡәйнәһенә ярай алмаған килендәр, килендәрен хеҙмәтсе урынына тотоп, сәйен яңғыҙ һемергән ҡәйнәләр заманаһы тарих төпкөлөндә ҡалған инде. Бөгөнгө көндә арабыҙҙа йылдар буйы иңгә-иң терәшеп, аңлашып, татыу көн күргән ҡәйнә-килендәр күбәйә бара.

Һәйтәк ауылында йәшәүсе 86 йәшлек Мәүлиҙә Үләмәева килене Гәүһәр Ирғәли ҡыҙы менән хөрмәткә һәм бәхеткә төрөнөп 38 йыл бер ҡыйыҡ аҫтында тормош көтә. Мәүлиҙә Ғәбделҡадир ҡыҙы бай тормош тәжрибәһе туплаған оло быуын вәкиле. Нисек кенә ҡыйын булмаһын, бер ваҡытта ла бөгөлөп төшмәй. Атаһы иртә вафат була, ике ҡыҙын тәрбиәләп кеше итеү әсәһенең иңенә төшә. Үҫмер сағы бик ауыр йылдарға тура килә уның. Һуғыш башланғандың икенсе йылында ауылдарынан байтаҡ ҡыҙҙы Белоретҡа ФЗО-ға ебәрәләр, улар араһында 14 йәшлек Мәүлиҙә лә була.
(№ 26-27)

Әсәкәйем - күҙ нурым11.03.2014

Күңелдәрҙе күктәргә осорған яҙ миҙгеле лә етте. Яҙҙың иң күркәм, иң матур байрамдарының береһе - 8 Март - Әсәйҙәр байрамы ла ул. Ошо күркәм көндө ҡәҙерле кешемә рәхмәт һүҙҙәрен еткерәһем килә.
(№ 26-27)

Тәрбиә нигеҙҙәрен еткереүсе11.03.2014

Тәрбиә нигеҙҙәрен еткереүсеИманғол ауылында йәшәүсе хөрмәтле ветеран уҡытыусы Ләлә Имаметдин ҡыҙы Янбаева халыҡ педагогикаһына ҡағылышлы хәтернамәләре менән гәзит уҡыусыларыбыҙ менән уртаҡлашып, ата-бабаларыбыҙҙың тәрбиә алымдары тураһында һөйләй.

Халҡыбыҙҙың тәрбиә алымдарын һәр ҡатын-ҡыҙ белергә тейеш, сөнки ул ғаилә усағын һаҡлаусы, ғаиләләге үҙ-ара мөнәсәбәттәрҙе тыныс юл менән көйләй белеүсе, балаларға матур тәрбиә биреүсе әсә һәм гүзәл зат. Ләлә Имаметдин ҡыҙы үҙенең әсәһе Маһруй Ғәбиҙулла ҡыҙы һәм атаһы Имаметдин Мәрхәм улы Ширғәлиндарҙың тәрбиә алымдарын бәләкәйҙән аңына һеңдергән һәм үҙ ғаиләһендә лә уңышлы ҡулланған. Тормош юлдашы Әғләм Ағзам улы менән матур тормош кисергән һәм 3 бала тәрбиәләп үҫтергән. Балалары йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәй. Олоһо, Юлай Әғләм улы, профессор, генетика фәнен өйрәнеүсе ғалим, Илфат Әғләм улы - тос һүҙле журналист, ғаиләлә абруйлы атай, Гөлназ Әғләм ҡыҙы - балалар баҡсаһында тәрбиәсе, Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы, өлгөлө әсә. Ләлә Имаметдин ҡыҙы үҙ ата-әсәһе тураһында бына нәмәләр бәйән итә:
- Әсәйем мулла ҡыҙы булған. Сабырлыҡ, мосолман ҡатындарына хас булған итәғәтлелек уның тыумыштан килгән сифатылыр, тип уйлайым.
(№ 26-27)

Ырғаҡ оҫтабикәһе11.03.2014

Ырғаҡ оҫтабикәһеҠатын-ҡыҙ һәр хәрәкәте, ҡыланышы, үҙен тотошо, тышҡы һәм эске торошо менән тирә-яҡҡа гүзәллек өләшеү өсөн яратылған. Тәбиғәттән һалынған был тәғәйенләнеше арҡаһында кешелектең гүзәл заты гел мөғжизә, йәм тыуҙырыуға ынтыла. Зилә Кәлимуллинаның ҡул эштәре матурлыҡты тоя белеүҙең ошондай бер сағылышы.

Зилә Салауат ҡыҙы сығышы менән Илсе ауылынан, 1972 йылда ғаиләлә өсөнсө бала булып донъяға килә. Мәктәпте тамамлағас, Ҡарабаш ҡалаһында (Силәбе өлкәһе) кондитер-кулинар һөнәрен үҙләштерә. Әммә һөнәре буйынса эшләргә тура килмәй уға. 1990 йылда Илсе егете Рауил Харис улына тормошҡа сығып, ғаилә ҡорғас, эш эҙләп ситкә йөрөмәй, ауылында ҡала.
(№ 26-27)


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Ноябрь 2017    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
 12345
6789101112
13141516171819
20212223242526
27282930 

Популяр яңылыҡтар


Агроном -  ул ер  табибыАгроном - ул ер табибы
«Кем дә кем, бер башаҡ үҫкән ерҙә тағы берҙе...

Нисек йәшәйһең, өкө?Нисек йәшәйһең, өкө?
Ҡыҙыҡ, әгәр ҙә төнгө һунарсы Өкө әфәндегә, йә,...

Намыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәрНамыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәр
Байрамғолдар ашлыҡ һуғыу, һөт һауыу буйынса элек...

Бер нөктә - УчалылаБер нөктә - Учалыла
Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан ...

ФотофактФотофакт
Сираттағы «Аҙна һайын приз» лотерея уйынында...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.