» Гәзиттең номеры: 26

Был донъяла ниҙәр бар?10.04.2017

Был донъяла  ниҙәр бар?Һуғыш ҡына тоҡанмаһын инде. АҠШ Сирия аэродромына һөжүм иткәндән һуң, Рәсәй, Сирия, Ирак һәм Иранды берләштергән Координация үҙәге, артабан һәр агрессия осрағына көс менән яуап ҡайтарасаҡбыҙ, тигән рәсми белдереү яһаны. 7 апрелдә Америка 59 «Томогавк» ҡанатлы ракеталарын осороп, «Шайрат» аэродромында 4-5 Сирия хәрбиҙәрен, 9 самолетты юҡ итте. Хәҙер кеше үлтереү ҙә бик ҡиммәткә төшә икән, тип самаларға мөмкин: бер «Томогавк» 1,5 млн доллар тора, беҙҙең аҡсаға 85 млн һум тирәһе. 59 ракета - 5 миллиард һумдан да күберәк.
(№ 26)

Мөхәббәткә тоғро ҡалды ул10.04.2017

Ғүмер үткән һайын артҡа күберәк күҙ һалаһың, тиҙәр. Хаҡ һүҙҙәр. Әсәйемдең вафат булыуына ун йыл үтһә лә, ул һаман беҙҙең янда һымаҡ. Күрше генә йәшәгәс, беҙгә көнөнә әллә нисә тапҡыр инеп сыға ине. Хатта ҡайһы ваҡыт үҙенә-үҙе аптырап: «Баяғы ғына килгәйнем, бер йомошһоҙ тағы нимәгә индем икән?» - тиер ине.
Балаларына һәр саҡ күңеле тартылып тор-ғандыр инде. Быны йылдар үткәс кенә аң-лайһың. Ә ваҡытында ҡайҙа ул бушау: эшләйбеҙ, йүгерәбеҙ, һис кенә лә өлгөрмәйбеҙ. Бигерәк тә һиңә тынғыһыҙ көндәр-ҙә, ай-вайына ҡарамай, сәйгә алып ҡайтып кит-һә, тауҙай эшең ҡала. Бына хәҙер бушаным да ул, әсәйем генә юҡ... Фоторәсемдәре һәм иҫ-тәлектәре генә ҡалды. Уның шундай матур бер ғәҙәте була торғайны: фотоларҙың артына кемдәр икәнен, ҡасан, ҡайҙа төшкәндәрен тулы итеп яҙып ҡуя. Үҙе бер тарих. Ана шул фотоларҙың береһе был мәҡәләгә нигеҙ булды.
(№ 26)

Иман ҡайта ауылға10.04.2017

Манараһындағы ярым айын ҡояш нурҙарында балҡытып, ауылға йәм биреп ултырған мәсет йортона бөгөн халыҡ ағыла. Оло аҡһаҡалдар, урта йәштәге ирҙәр ҙә бар, йәш егеттәр күренә. Мәсет эсендә иһә бер төркөм ҡатын-ҡыҙҙар аят ашы әҙерләү менән мәшғүл.
Бөгөн бында оло йыйын. Хөрмәтле ҡунаҡтар - «Зәйнулла ишан» мәсетенән Марс хәҙрәт Әлтәпов, Риф хәҙрәт Мөхәмәтов, фотограф Марат Ғәҙелшин, Учалы ҡалаһында йәшәүсе яҡташыбыҙ Ишмөхәмәт хажи Усманов, уның ҡатыны Әлфирә хажиә Усманова, Яңы Байрамғолдан Рәфҡәт хәҙрәт Игликовтарҙың килеүе сараның бәҫен бермә-бер арттырҙы.
Урындағы хакимиәт башлығы Закир Ғарипов байрамды асып, халыҡҡа әүҙемлектәре өсөн рәх-мәтен еткерҙе һәм һүҙҙе Марс хәҙрәт Әлтәповҡа тапшырҙы. Марс хәҙрәт сығышын аят бағышлауҙан башланы һәм йыйылған һәр кемдең күңеленә үтеп инерлек итеп вәғәз һөйләне. Ауылыбыҙҙа мәсет булыуы, уның буш тормауы, бөгөн бында йәше лә, ҡарты ла килеүе бик әһәмиәтле икәнен һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Риф хәҙрәт Мөхәмәтов менән Рәфҡәт хәҙрәт Игликовтарҙың сығыштары ла фәһемле булды. Ә инде Риф хәҙрәттең үтә лә моңло тауышы менән аҙан әйтеүе бер кешене лә битараф ҡалдырмағандыр.
(№ 26)

Иң мәргәне - Лилиә10.04.2017

Иң мәргәне - Лилиә«Тамыр» телеканалының 25 йыллыҡ юбилейына арнап, Өфө ҡалаһының М. Кәрим исемендәге 158-се гимназияһында, 12-17 йәшлек балалар араһында милли йәйәнән атыу бәйгеһе үтте. Ярышта Учалы, Ғафури, Бөрйән райондарынан, шулай уҡ Сибай һәм Өфө ҡалаларынан ҡыҙҙар һәм егеттәр сәмләнеп көс һынаштылар. Һөҙөмтәлә абсолют чемпион дәрәжәһенә ирешеп, Учалы һылыуы Лилиә Хужәхмәтова «Тамыр» телеканалының төп призына лайыҡ булды. Шулай уҡ, зачеттан тыш махсус приз өсөн атышта РФ Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров бүләк иткән ҡул сәғәтенә лә эйә була ул! Тренеры - Илдар Исхаҡов. Мәргән ҡыҙ ҡаланың 5-се мәктәбендә 10-сы класта уҡый.
3-сө урынға районыбыҙҙы вәкилләгән Наил Шәм-сетдинов сыға. Уның тренеры - Рөстәм Теләүбирҙин. Мәргән егет мәҙәниәт һәм сәнғәт колледжының 2-се курс студенты.
(№ 26)

Кисерештәр - аҡ ҡағыҙҙа06.04.2017

Әтәс йылының тәүге өс айы артта ҡалды, тимәк, тәүге кварталда редакцияға килгән хаттарға күҙәтеү яһарға ваҡыт. Ә теүәлерәге, төрлө сәбәптәр менән баҫылмай ҡалған мәҡәләләргә күҙ һалайыҡ.
Дөйөм алғанда ошо осорҙа бөтәһе 62 хат алдыҡ. Улар аша гәзит уҡыусыларыбыҙ шатлыҡ-хәсрәттәре менән бүлеште, хә-тирәләре менән уртаҡлашты, ауылдаштары, яҡташтары менән ғорурланды - бер һүҙ менән ки-серештәрен аҡ ҡағыҙға һалып күңелен бушатты.
Оҙайлы ҡышҡы ялдарҙан һуң Учалы ауылы Башҡорт гимназияһының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Зөлфиә Фазылова дәрестәге ҡыҙыҡлы тәжрибә хаҡында яҙып ебәргән. «Шаулап-гөрләп һағынып көткән Яңы йыл байрамы ла, ҡышҡы каникулдар ҙа үтеп китте. Мәктәпкә килеү менән уҡыусылар үҙҙәренең тәьҫораттары менән бүлешергә ашыҡтылар. 2-се «б» класы уҡыусылары «Һуңғы яңылыҡтар. Беҙҙең ял нисек үтте?» тигән уйында үҙҙәрен диктор ролендә һынап ҡаранылар. Бына нимә килеп сыҡты был тәжрибәнән.
(№ 26)

Юлдар ниңә насар04.04.2017

Юлдар ниңә насар Төп сәбәптәрҙең береһе - сикһеҙ күбәйеп киткән ауыр йөк автомобилдәре туҡтауһыҙ тетмәһен тетә. Тимер юлы транспортына аҡса йәлләп, бизнес структураларының күбеһе тап «фура»ларға өҫтөнлөк бирә.
Юл яҙғы һәм йәйге селлә ваҡытында айырыуса ҡаҡшай. Ошо осорҙа юлдарҙың һаҡланышын тәьмин итеү буйынса «Техноплекс» заводы биләмәләрендә күсмә кәңәшмә үтте. Кәңәшмәне район хакимиәте баш-лығының 1-се урынбаҫары Руслан Ғиләзетдинов алып барҙы, БР Үлсәү контроле хеҙмәтенең бүлек начальнигы Илдус Манапов, БР Транспорт һәм юл хужалығы буйынса комитеты рәйесе ярҙамсыһы Ирек Ғәлиәкбәров, Учалы ҡала ултырағы хакимиәте башлығы Ильяс Килмөхәмәтов, урындағы йөк ташыу менән мәшғүл предприятие етәкселәре ҡатнашты.
(№ 26)

Подписка башланды04.04.2017

Хөрмәтле гәзит уҡыусыларыбыҙ! 1 апрелдән 2017 йылдың икенсе ярты йыллығына гәзит-журналдарға яҙылыу кампанияһы башланды. Беренсе ярты йыллыҡ менән сағыштырғанда хаҡтар бер аҙ күтәрелде, был почта сығым-дарының артыуына бәйле. Си-раттағы кампанияла ла Бµйµк Ватан һуғышы ветерандары һәм I,II тµркµм инвалидтары µсµн ташламалар ҡарала.
«Яйыҡ»ҡа 6 айға яҙылыу хаҡы - 841 һум 26 тин.
Ветерандар µсµн 6 айға -769 һум 02 тин.
Редакция подпискаһы (үҙегеҙ килеп алған осраҡта) - 480 һум.
Бергә булайыҡ, дуҫтар!
Мөхәрририәт.
(№ 26)

Йәш быуынға үрнәк Рәшиҙә04.04.2017

Быуындар сылбырының иманлы, ихтирамға лайыҡ, йәш быуынға үрнәк булыр, өгөт-нәсихәт бирер, аҡыл-зиһен өләшер, олпат йәштә булыуҙарына ҡарамаҫтан, йөрәк дәрте һүнмәгән оло быуын кешеләре ауылдарыбыҙҙың ҡото, йәме булып торалар. Ауыр саҡта төшөнкөлөккә бирелмәйенсә, күтәренке рух менән йәшәү, оптимистик ҡарашта булыу хас уларға. Рәшиҙә апай Мәғәсүмова тап шундай кешеләрҙең береһе.
(№ 26)

Һаҡ булығыҙ, тағы «Древпром»!04.04.2017

Һаҡ булығыҙ,  тағы «Древпром»!Хәтерегеҙҙәлер, бынан ике йыл самаһы элек республикала һәм башҡа төбәктәрҙә һигеҙ меңдән ашыу кешене төп башына ултыртҡан финанс пирамидаһы - «Древпром»ды яптылар. Хатта бер заман Учалыла ла уның офисы барлыҡҡа килде. Фирма 2011 йылда Стәрлетамаҡ ҡалаһында ойошторолған була һәм уның менән идара итеүсе аферистар үҙ эшмәкәрлеген бөтә илгә йәйелдерә. Схема ябай - фирма граждандарға кредитын ябырға вәғәҙә бирә. Бының өсөн банкка булған бурыстың 30 процентын ҡулаҡса менән «Древпром» кассаһына индерергә кәрәк. Шунан һуң инде кредиттан ҡотолорға мөмкин тип алдайҙар. Ысынбарлыҡта иһә был мутлашыуҙың бер юлы ғына. 2011- 2014 йылдарҙа финанс тоҙаҡҡа илдә 8 мең тирәһе кеше эләгә, уларҙың 5 меңе Башҡортостандан. Ҡала-районыбыҙҙа ла зыян күреүселәр булды. Халыҡты алдап аҡса эшләүселәрҙең хәйләһе асыла һәм уларҙың эшмәкәрлеге туҡтатыла.
Уның хужаһы Евгений Сундуковты (быға тиклем мутлашыу өсөн ике тапҡыр хөкөм ителгән) һәм уның бер нисә әшнәһен ҡулға алдылар, тикшереү эше һаман бара. Пирамида-ның эшмәкәрлегенән күр-гән зыян күләме бер нисә йөҙ миллион һум менән иҫәпләнә. 
(№ 26)

Был донъяла ниҙәр бар?04.04.2017

Был донъяла  ниҙәр бар?Оппозицияла торған сәйәси көстәр РФ Премьер-министры Д.Медведевты законһыҙ юл менән сереп байыуҙа ғәйепләне, 26 март көнө байтаҡ ҡалалар-ҙа халыҡты демонстрацияларға алып сыҡтылар. Һуңынан РФ Президенты В.В.Путин, коррупцияға ҡаршы көрәш - бик ыңғай күренеш, әммә сәйәси спекуляция объектына әйләнмәһен, тип сығыш яһаны, барыһы ла закон сиктәрендә булырға тейеш. Эйе, башҡа миҫалдарға ҡағылмайынса, күрше Украинаға күҙ һалыу ҙа етә: бурҙарға ҡаршы көрәш һылтауы менән власҡа бурҙар килде, халыҡтың хәле элеккегә ҡарағанда ла күпкә насарайҙы. Иң яманы - власть сарсыған «либералдар» йәштәрҙең башын бутай. Интернет селтәрендә, власть рөхсәт итмәгән де-монстрацияға сығып, полиция ҡулға алһа, бының өсөн судлашып 10 мең евро алып бирәсәкбеҙ, тигән иғландар сығарыла бит. Әлбиттә, тормошта бер ни аңламаған үҫмерҙәр был ҡармаҡҡа әүрәй. 10 мең евро - 600 мең һум тирәһе! Ә бит ғәрәп илдәрендәге фажиғәле «революциялар» тап йәштәрҙең бол-ғаныштарынан башланды... Ярар ҙа, эске эштәр хеҙмәткәрҙәре законһыҙ митингыларҙы ҡыуғанда бик һаҡсыл ғына эш итәләр, провокацияларға юл ҡуйылмай. Мәскәүҙә фонарь бағанаһына менеп ултырған йәш ахмаҡтар айырыуса билдәлелек алды, «геройҙарға» әйләнделәр. Властарға ҡаршы шул тиклем ҡыйыу күтәрелгән, йәнәһе лә ғәҙеллек талап иткән ике егеттең береһе - РФ Дәүләт Думаһы депутаты Максим Шингаркиндың 17 йәшлек улы. Һуңғы һайлауҙар күрһәтеүенсә, учалыларға ҡапыл һөйөклөгә әйләнгән ЛДПР фракцияһынан, ә 2011 йылға тиклем был әфәнде РФ Президенты эргәһендәге Модернизация һәм иҡтисадтың техник үҫеше буйынса комиссияла вазифа биләй. Аптырарһың, бындай түрәнең балаһына ни ет-мәйҙер инде? Коррупция тәҡәтен ҡорота икән, үҙе «ҡара халыҡ» кеүек йәшәп ҡараһын: 18 йәште тултырыу менән әрмегә барһын, дөйөм нигеҙҙә уҡырға инһен, йүнле эш эҙләп интекһен... Эт һимерһә, хужаһын тешләй, тигәндәре шул булалыр инде!
(№ 26)


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Ноябрь 2017    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
 12345
6789101112
13141516171819
20212223242526
27282930 

Популяр яңылыҡтар


Агроном -  ул ер  табибыАгроном - ул ер табибы
«Кем дә кем, бер башаҡ үҫкән ерҙә тағы берҙе...

Нисек йәшәйһең, өкө?Нисек йәшәйһең, өкө?
Ҡыҙыҡ, әгәр ҙә төнгө һунарсы Өкө әфәндегә, йә,...

Намыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәрНамыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәр
Байрамғолдар ашлыҡ һуғыу, һөт һауыу буйынса элек...

Бер нөктә - УчалылаБер нөктә - Учалыла
Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан ...

ФотофактФотофакт
Сираттағы «Аҙна һайын приз» лотерея уйынында...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.