» Гәзиттең номеры: 27

Мәңге йәшә, тыуған ауылым!06.04.2017

 Мәңге йәшә, тыуған ауылым!Тыуған ер, тыуған ауыл! Шул тиклем күңелемә яҡынһың, ҡәҙерлеһең һәм изгеһең. Бәпкә үләнле урамдарың да, ҡышҡы ыжғырып торған бурандарың да, диңгеҙ кеүек тулҡынланып ятҡан иген-ҡырҙарың да барыһы ла йөрәк түремдә.Тәүге тапҡыр ҡояшты, зәңгәр күк йөҙөн һиндә күрҙем, тупраҡ йылыһын тәүге тапҡыр һиндә тойҙом мин. Икмәктең тәмен, ҡәҙерен белергә лә һин өйрәтәһең, тыуған ер!
Тыуған ауылым Рысай районыбыҙҙың гүзәл тәбиғәтле, Ирәмәл итәгендә урын-лашҡан.Ауылымдың тәбиғәте үҙенсә матур, нәфис.Ул гүзәл генә түгел, ғәжәйеп бай ҙа: үҙ халҡына етерлек еләк-емеше, ҡош-ҡорто, кейектәре, балығы, йорттар төҙөрлөҡ ағастары - барыһы ла бар.
(№ 27)

Спортсыларға яңы автобус06.04.2017

Спортсыларға яңы автобус3 апрелдә йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм комитеты хеҙмәткәрҙәре, спортсылар һәм уларҙың ата-әсәләре өсөн иҫтәлекле лә, шатлыҡлы ла ваҡиға булды. Был көндө район хакимиәте алдында уларға тантаналы рәүештә өр-яңы автобустың асҡысын тапшырҙылар.
2 миллион һумдан ашыу торған «Форд-транзит» микроавтобусы район бюджеты аҡсаһына һатып алынған. Транспорт балаларҙың уңайлығы өсөн ҡулайлаштырып эшләнгән. Уның менән бер икеләнеүһеҙ йыраҡ араларға, төрлө спорт ярыштарына, сараларға йөрөргә мөмкин. 19 урынлыҡ автобус тахограф, «глонасс» спутник навигация системаһы менән йыһазландырылған, һәр ултырғыста хәүефһеҙлек ҡайы-шы, багаж һалыу өсөн айырым урын булдырылған. Ул бик йылы булыуы менән дә ҡыуандыра. Быға тиклем йәш спортсыларға эксплуатация ваҡыты 10 йылдан ашҡан иҫке ПАЗ автобусында йөрөргә тура килгән. Яңы законға ярашлы, хәҙер балаларҙы 10 йылдан да иҫкерәк булмаған, техник талаптарға яраҡлы автобустарҙа ғына йөрөтөү рөхсәт ителә. Һуңғы ваҡытта балалар ултырған транспорттарҙың юл һәләкәтенә осрауы күбәйҙе, Ханты-Манси округында булған фажиғәне генә иҫкә төшөрәйек. Автобустың техник талаптарға яуап бирмәүе арҡаһында йәш ғүмерҙәр өҙөлдө. Шуға ла бәләне алдан иҫкәртеү маҡсатында ҡанун-дар ҙа ҡәтғиләштерелде. Юғиһә, элек ярыштарға, конкурстарға балаларҙы шәхси транспорт, такси менән дә йөрөтә торғайнылар. Хәҙер, исмаһам, ата-әсәләрҙең дә күңеле тыныс буласаҡ.
(№ 27)

Сирек быуат бергә08.04.2016

Сирек быуат бергәҠала филармония-һында «Йыл уҡытыусыһы - 2016» конкурсын йомғаҡлау тантанаһы үтте. Һөнәри оҫталыҡ ярышы быйыл районда 25-се тапҡыр уҙғарыла. Ошо ваҡыт арауығында ул тиҫтәләгән уҡытыусыларға артабанғы намыҫлы һәм талымһыҙ хеҙмәткә ҡанаттар ҡуйҙы, тағы ла ҙурыраҡ еңеүҙәргә этәргес булды. Быйыл ғына, мәҫәлән, Мулдаҡай мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Зөлфиә Әминева төбәк-ара конкурста ҡатнашып («Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы - 2016»), лауреат исеменә лайыҡ булды! Залда 25 йыл эсендә муниципаль этапта ҡатнашып, «Йыл уҡытыусыһы» исемен алыусыларҙың, ғүмерҙәрен балаларға белем биреүгә арнаған ветеран уҡытыусыларҙың булыуы тантанаға ҙур мәртәбә өҫтәне.
(№ 27)

Сәләмәт йәндә- сәләмәт тән08.04.2016

Тормош матурлығын, йәшәү йәмен тойоуыбыҙ иң элек күңелебеҙ торошона, уның һаулығына бәйле. Юҡҡа ғына халыҡта ла тән ғазабынан йән ғазабы ауыр, тимәйҙәр бит. «Сәләмәт тәндә - сәләмәт рух» тигән киң билдәле әйтемде үҙгәртеп, бөгөн: «Сәләмәт йәндә - сәләмәт тән» тиеү дөрөҫөрәк булыр. Уҙған аҙнала Башҡортостан Республика клиник психотерапия үҙәгенең баш табибы, медицина фәндәре докторы Илгиз ТИМЕРБУЛАТОВ район хакимиәтендә киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәре менән түңәрәк өҫтәл артында аралашты. Учалы үҙәк дауаханаһында стресс һәм ауыр тормош хәлендә ҡалғандарға ярҙам итеү маҡсатында психотерапия бүлексәһенең ниндәй ҙур әһәмиәткә эйә булыуы һәм уның суицидты профилактикалауға ярҙам итеүе хаҡында һөйләне.
(№ 27)

Комбриг08.04.2016

Әрмелә булып ҡайтҡан бәғзе егеттәр осрашҡан һайын үҙҙәренең еңел хеҙмәте, «сачковать» итергә форсат йыш сығыуы тураһында һөйләрҙәр ине. Ундай «бәхет» миңә эләкмәне.
1979 йылдың эҫе йәйендә, Ырымбурҙа «учебка»ны тамамлағандан һуң беҙҙе, «Круг М1» зенит-ракета комплексына әҙерлек үткән һалдаттарҙы, ғәскәрҙәр буйынса тарата башланылар. Артабан хеҙмәтебеҙҙең еңеләйеүенә өмөт итәбеҙ: асфальт иреп ятҡан плацта (селлә плюс 42 градусҡа етә торғайны) икешәр сәғәт сафта йөрөргә өйрәнеү, һуңынан спорт ҡаласығында йәнә ике сәғәт ҡара тир түгеүҙәр тамам ялҡытҡайны. Беҙҙең төркөм Балтика буйы округына йүнәлтелде, Калининградҡа еткәс, тағы икегә бүлделәр. Кемдәрҙер Знаменский ҡаласығына ебәрелһә, мин 295-се зенит-ракета бригадаһына беркетелдем. Бригадала 3 дивизион, уларҙан башҡа подразделениелар ҙа бар.
(№ 27)


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Ноябрь 2017    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
 12345
6789101112
13141516171819
20212223242526
27282930 

Популяр яңылыҡтар


Агроном -  ул ер  табибыАгроном - ул ер табибы
«Кем дә кем, бер башаҡ үҫкән ерҙә тағы берҙе...

Нисек йәшәйһең, өкө?Нисек йәшәйһең, өкө?
Ҡыҙыҡ, әгәр ҙә төнгө һунарсы Өкө әфәндегә, йә,...

Намыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәрНамыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәр
Байрамғолдар ашлыҡ һуғыу, һөт һауыу буйынса элек...

Бер нөктә - УчалылаБер нөктә - Учалыла
Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан ...

ФотофактФотофакт
Сираттағы «Аҙна һайын приз» лотерея уйынында...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.