» Гәзиттең номеры: 28

Сәсеү уңышлы үтһен10.04.2017

Сәсеү уңышлы үтһенЯҙғы сәсеү эштәре башланыуға һанаулы ғына көндәр ҡалды. Ошо айҡанлы район хакимиәтендә агрономдарҙың яҙғы баҫыу эштәренә әҙерлек һәм уны үткәреү буйынса сираттағы кәңәшмәһе уҙҙы. Унда быйылғы сәсеүҙең үҙенсәлектәре ентекле тикшерелде. Игенселәрҙең алдында торған төп бурыстар аныҡ билдәләнде. Сарала район хакимиәте башлығы Фәрит Дәүләтгәрәев, Ауыл хужалығы министрлығы, Башҡорт дәүләт аграр университеты вәкилдәре, ауыл хужалығы предприятиелары етәкселәре ҡатнашты.
Яҙҙың бер көнө йыл-ды туйҙыра, ти халыҡ. Ысынлап та, был мәлдә барлыҡ сәсеү эштәре, агротехник сараларҙы теүәл үтәү төп иғтибар үҙәгендә булырға тейеш. Төбәгебеҙҙең «Гостех-надзор» етәксеһе Вилора Фәхретдинова әйтеүенсә, был тәңгәлдә ентекле эш бара. Хужалыҡтарҙың тех-никаһы баҫыуға сығырға әҙер.
(№ 28)

Күңел наҙы ҡушып12.04.2016

Күңел наҙы ҡушыпКешенең шәхес булып формалашыуы бала саҡтан башлана. Бөгөн үҫеп килгән быуын китап уҡырға яратмай, тип зарланабыҙ. Кескәй саҡтан ҡулда сағыу һүрәттәргә, уйындарға бай кеҫә телефондары булғанда, әлбиттә, китапҡа уларҙың күҙе ҡыҙмай. Миләүшә Зыятдинованың интернет селтәрендәге шәхси сайтына ингәс тә: «Был хәлде ыңғай яҡҡа үҙгәртергә мөмкин бит!» - тигән уй тыуҙы. Йәш әсә балалар өсөн ғәҙәти булмаған китаптар тегеү менән шөғөлләнә. Бәлки тап был эштәр кескәйҙәрҙә китап уҡыуға ҡыҙыҡһыныу уятыр, артабан һөйөүгә әүерелер.
- Улымдың бер йәшенә матур байрам ойоштораһым килде. Ҡағыҙ салфеткаларҙан сәскәләр яһап, «1» һаны формаһында ҡатырғаға йәбештерҙем. Ярайһы уҡ матур килеп сыҡты. Мәктәптә уҡыған сағымда уҡ сәнғәт мәктәбенә йөрөгән инем. Һүрәт төшөрөү, ҡул эштәре менән мауыҡтым. Киләсәктә дизайнер булырға хыялланғайным, әммә уҡырға инә алманым, - ти Миләүшә.
(№ 28)

Үҙ өлөшөмдө индерҙем12.04.2016

Үҙ өлөшөмдө индерҙем.. Теүәл 55 йыл элек, 1961 йылдың 12 апрелендә «Байконур» космодромынан Юрий Гагарин «Восток-1» карабында тәү тапҡыр йыһанға күтәрелде. Бөтә кешелек тарихының иң сағыу, иң бөйөк биттәренең береһе инде был.
Фотолағы Гагариндың йөҙөнә иғтибарлыраҡ ҡарағыҙ әле - әүлиәгә тиң кеше булғандыр... Ә икенсе рәттә һулдан өсөнсө - яҡташыбыҙ Камил Нотфулла улы Ғиззәтуллин. Ғорур «Советтар Союзы» яҙыуы биҙәгән карап йыһанды байҡаған йылдың көҙөндә тап «Байконур» космодромына хеҙмәт итергә йүнәлтелә. Ошо саҡ космонавтарҙы, шул иҫәптән беренсе ҡатын-космонавт Валентина Терешкованы, йыһанға икенсе булып күтәрелгән Герман Титовты күреү, сығыштарын тыңлау бәхете тейә йәш һалдатҡа. Барыһы ла алсаҡ һәм ябай, төҫ менән дә, күңел менән дә матур кешеләр ине, тип иҫкә ала оло һалдат. Үҙе иһә «Чайка-2» системаһын хеҙмәтләндереүгә йәлеп ителә. Заманында хәрби сер булғас, был хаҡта Камил Нотфулла улы әлеге көндә лә артығын һөйләп бармай. Интернетта эҙләп саҡ таптыҡ - дошман һыу аҫты караптарын күҙәткән ошондай исемле йыһан юлдаштары комплексы булған икән. Эйе, космонавтика йыһан серҙәрен асыҡлау өлкәһе генә түгел, тәү сиратта - ил оборонаһын нығытыу әмәле.
(№ 28)

Был донъяла ниҙәр бар?12.04.2016

Был донъяла  ниҙәр бар?Һин дә түрә, мин дә түрә, атҡа бесән кем һала, тигәндәй, етәкселек органдары ишле булғансы, конкрет эш менән шөғөлләнеүселәр күберәк булһа, яҡшы инде ул. РФ Президенты В.В. Путиндың Указы менән Федераль миграция хеҙмәте һәм ФСКН (наркотиктар әйләнешенә контроль хеҙмәте) Эске эштәр министрлығына ҡушылды. Яҡшы булған, юғиһә Белореттан ФСКН хеҙмәткәрҙәрен наркомандарҙы тотоу түгел, хатта комиссия ултырыштарына килтереү ауыр мәсьәләгә әйләнгәйне бит! Барыбер урындағы наркомандар менән башлыса Учалы полицейҙары көрәште. Был йүнәлештә икенсе яңылыҡ - Эске ғәскәрҙәр нигеҙендә Милли гвардия ойошторола башланы. Эске эштәр министрлығы менән тығыҙ бәйләнештә террорсылыҡ, ойошҡан енәйәтселеккә, дөйөм алғанда - «эске» дошмандарға ҡаршы торасаҡ.
(№ 28)

«Аҡман-тоҡман» ғүмерле булһын18.03.2015

Ғәҙәттә, сәхнәлә әленән-әле ҡатын-ҡыҙҙарҙың сығыш яһауына өйрәнеп бөтөлгән. Ә бына Сораман ауылында тик ир-аттарҙан ғына торған «Аҡман-тоҡман» төркөмөнөң сығыш яһауы ҡатын-ҡыҙҙар өсөн көтөлмәгән бүләк булды. Ауылыбыҙ һәләтле артистарға бай: ҡайһы бер яҡтарҙа гармунсылар, баянсыларҙы таба алмайҙар, ә беҙҙең ауылда уларҙың һаны тиҫтәнән ашып китә.

Ир-аттарҙың концертына барыбыҙ ҙа хайран ҡалдыҡ. Мирал Хисамов, Зиннур Ҡәләмов, Сәхиәр Йосопов, Айрат Мөхәмәтов, Илшат Нәҙершин, Рәмил Шәрипов, Вәкиф Ямалов ҡатнашлығында ойошторолған ансамбль гармун, баянда онотола барған ауыл көйҙәрен яңғыраттылар. Мирал Хисамовтың боронғо башҡорт халыҡ йыры «Азамат»ты һуҙыуы кисәгә тағы ла йәм өҫтәне. Сәхиәр Йосопов байрамға Абҙаҡ ауылында йәшәгән ейәнен дә алып килгән. Олатаһының моңло йыры күңелдәргә үтеп инһә, ейәненең бейеүе барыһының да күңеленә хуш килде. Илшат Нәҙершиндың гитара ҡылдары аҫтында, Айрат Мөхәмәтов гармунға ҡушылып йырлауҙарын тамашасылар көслө алҡыштарға күмделәр. Байрам кисәһе хаҡлы ялдағы уҡытыусы Зиннур Ҡәләмовтың ҡатын-ҡыҙҙар темаһына арналған мәҡәләһе, Рәмил Шәрипов, Вәкиф Ямаловтың көләмәстәре менән бергә үрелеп барҙы. Был концертта халыҡ өсөн йәнә бер көтөлмәгән яңылыҡ - кисә залдағылар менән берлектә марш бейеүе менән тамамланды. Ир-аттарҙан торған төркөм ғүмерле булһын, тигән теләк менән таралышты барыһы ла. Билдәле инде: һәр эштә ойоштороусы кәрәк. Был концертты сәхнәгә сығарыу өсөн клуб мөдире Илзидә Ямалова күп тырышлыҡ һәм көс һалды. Уның эшендә артабан да уңыштар теләйбеҙ.
(№ 28)

Һәр ветерандың үҙ яҙмышы18.03.2015

Һәр ветерандың үҙ яҙмышы Һуғыш осоро балалары. Уларҙың кеме менән осрашһаң да - утлы афәттең эҙемтәләре хәтерҙәренән юйылмаған, яу яландарында ятып ҡалған яҡындары онотолмаған, йөрәк түрҙәрендә һаҡлана. Әңгәмәләр барышында күпте күргән, йыйырсыҡланған йөҙҙәренә, ҡураныс кәүҙәләренә ҡарап йәнең илай. Ниндәйҙер ҙур изгелектәр эшләйһе килә. Еңеү өсөн, илебеҙ фашист аяғы аҫтында ҡалмаһын өсөн ни тиклем тырышҡандар улар. Көнө - төнө эштән туҡтамағандар, ялан-ҡырҙарҙан ҡайтып инмәгәндәр, тамаҡтары ас, өҫтәре яланғас булһа ла, түҙгәндәр, Еңеү көнөн яҡынайтҡандар. Һәр бер тыл ветеранының үҙ өлөшө, үҙ яҙмышы, үҙ фажиғәһе бар.

Хеҙмәте һуғыш ветеранына тиңләтелгән Сәкинә апай Зиннурова (Саттарова) менән һөйләшәбеҙ:
- Бер туған ағайҙарым Ғилметдин, Нуретдин, Мәүлит һуғыштан ҡайтманы, - ти ул күҙенә йәш алып. - Ғилметдин ағайым беҙҙең Ураҙ ауылынан Мөхәммәт Ноғоманов менән әсирлеккә эләккәндәр. Мөхәммәт ағай, әйҙә, ҡасайыҡ, тигәс: «Юҡ, мин һинең менән ҡаса алмайым, хәлем юҡ, ныҡ язаланылар», - тигән. Ә Мөхәммәт ағай ҡайтып киткән.
(№ 28)

Оло бүләк18.03.2015

Күп милләтле Рәсәй илендә йәшәйбеҙ. Халыҡ-ара татыулыҡтың бер нигеҙе булып дин-ара татыулыҡ ята. Башҡорт дәүләт университетының Учалы вәкиллеге ошо мөнәсәбәттәрҙе нығытыу маҡсатында хәйриә акцияһын ойошторҙо.

Вәкиллек китапханаһында булған 131 томлыҡ христиан дине энциклопедияһын бушлай ҡала сиркәүенә бүләк итте. Был китаптар - академик хеҙмәт, уларҙа христиан диненә ҡағылышлы бар булған мәғлүмәт тупланған. Бындай томлыҡтар тик берәр экземплярҙа ғына тиерлек донъя күрә. Аңлашыла, сиркәү өсөн бүләк - төпһөҙ хазина, ул христиан дине буйынса мәғлүмәт, белем сығанағы булып тора. Әйткәндәй, был томлыҡтарҙы һатып алыр өсөн 100 мең һумдан ашыу аҡса талап ителер ине. Сиркәү вәкилдәре оло рәхмәттәрен әйтеп, китаптарҙы ихлас күңелдән ҡабул иттеләр.
(№ 28)

Өс быуын артистары18.03.2015

Ҡунаҡбай ауылы мәҙәниәт йоротоноң һәүәҫкәр артистары Әнғәм Атнабаевтың «Мөхәббәт тураһында йыр» исемле драмаһы буйынса спектакль күрһәтте.

Сәхнәгә ҡуйыусы - Айһылыу Закирова, ярҙамсыһы - Клара Грибанова. Ваҡиға 1947 йылдың йәйендә бара. Ҡатнашыусылар - Айһылыу Закирова, Хәлим Ғәйфуллин, Руфина Закирова, Самат һәм Тимур Ғатауллиндар, Сәғирә Вилданова, Флүрә Шайморатова, Зәлифә Сәфәровалар үҙ ролдәрен килештереп, ысын итеп уйнанылар. Сәғирә Вилданова, уның ҡыҙы Айһылыу Закирова, ейәнсәре Руфина - өс быуын сәхнәлә бергә сығыш яһанылар. Ниндәй һоҡланғыс күренеш! Самат Ғатауллин улы Тимур менән бергә уйнаны. Ауыл хакимиәте башлығы Фазила Шаймарҙанова һәүәҫкәр артистарға ҙур уңыштар теләне.
(№ 28)

Уңған егеттәр ил күрке18.03.2015

Бәхетте һәр кеше үҙенсә аңлай, ә шулай ҙа уның иң олоһо - ир менән ҡатындың бер-береһен ихтирам итеп, берҙәй тырышып донъя көтөүендә, быуынды дауам итерлек тәрбиәле, аҡыллы балалар үҫтереүендә.

Аллаһҡа шөкөр, шундай ғаиләләр араһында минең туғандарым да бар. Килмәк ауылында Мөхтәрәмә менән Йомадил Хәмзиндар йәшәне. Атай-әсәй ауылда абруйлы кешеләр ине, өс ҡыҙға, 5 улға ғүмер бирҙеләр. Барлыҡ балалары ла иҫән, һәр береһе белем алып, үҙ аллы матур тормош көтә. Балаларын эшсән, изгелекле итеп үҫтерҙеләр. Үҙҙәре баҡыйлыҡҡа күсте инде.
Биш ҡустым: Юлай, Айҙар, Әнсәр, Бәшир, Таһир, бер туғаным - Илмира ауылда йәшәйҙәр. Малайҙар мәктәпте тамамлағас, ир-ат бурысын үтәп, әрме сафында ла һынатманылар. Үҙҙәре һайлаған һөнәр буйынса хеҙмәт юлын башланылар. Донъя ҡорҙолар. Килендәрем дә уңғандар, аш-һыуға оҫталар, өйҙәре таҙа, бөхтә. Барыһы ла бәхетле парҙар. Үҙ ҡулдары менән матур итеп, күңел йылыһын һалып йорттар төҙөп инделәр. Һәр өйҙә бала тауышы, шатлыҡлы көлөү яңғырап тора. Хәҙер инде ҡустыларымдың улдары әрмегә барып, һалдат бутҡаһын ашап, иҫән һау йөрөп ҡайттылар.
Туғаным да кейәүе менән матур итеп йәшәйҙәр. Ағалары менән аралашып, татыу ғүмер итәләр.
Тормош юлығыҙ-ҙа осраған ҡыйын-лыҡтарға баш эймәйенсә, көс һәм дәртегеҙҙе тыуған төйәгегеҙгә арнаған, уңған, тынғыһыҙ шәхес булып ҡалығыҙ.
(№ 28)

Китап һәм заман18.03.2015

Шундай исем аҫтында Иманғол китапханаһы мөдире Фәниә Хәйбуллина әҙәби кисә үткәрҙе.

Ауылда тәүге тапҡыр 1947 йыл өс изба-читальня ойошторола. үҙем ул саҡ «избач» вазифаһын биләгәс, эшмәкәрлеге тураһында һөйләп үттем. Унда район һәм өлкә гәзиттәренән, ил башлыҡтары сығыштары баҫылған брошюраларҙан башҡа китап булмаһа ла, район китапханаһынан килтереп Фадеевтың «Йәш гвардия», Полевойҙың «Ысын кеше тураһында повесть» кеүек әҫәрҙәрҙе лампа яҡтылығында алмашлап ҡысҡырып уҡый торғайныҡ. Йәштәр күп йөрөр ине.
1970-1989 йылдарҙа китапханасы булып эшләгән әминә абдулла ҡыҙы Илһамова, ауылда китапхана асыу өсөн нисек итеп халыҡтан китап йыйыуҙары хаҡында һөйләне.
Кисәгә килеүселәр алдында хаҡлы ялдағы уҡытыусы Нурсилә Заһит ҡыҙы Бүләкова менән БР Яҙыусылар союзы ағзаһы, ауыл Советы башлығы Фәнил Нил улы Бүләков үҙҙәре яҙған шиғырҙарын уҡып ишеттерҙеләр.
Китап уҡыусылар фекер алышҡанда, айырыуса Талха иниәтуллин, Ноғман Мусин, Зифа Ҡадирова һәм башҡа авторҙарҙың әҫәрҙәрен яратып уҡыуҙары хаҡында бәйән иттеләр. Яңы китаптар күберәк килтерелеүен һоранылар. Иманғол ауылының китап һөйөүселәре, бындай саралар йышыраҡ үтһен ине, тигән теләк белдерҙе. әҙәбиәт йылының Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына тура килеүе лә эҙһеҙ үтмәҫ, тип ышанаһы килә.
(№ 28)


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Ноябрь 2017    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
 12345
6789101112
13141516171819
20212223242526
27282930 

Популяр яңылыҡтар


Агроном -  ул ер  табибыАгроном - ул ер табибы
«Кем дә кем, бер башаҡ үҫкән ерҙә тағы берҙе...

Нисек йәшәйһең, өкө?Нисек йәшәйһең, өкө?
Ҡыҙыҡ, әгәр ҙә төнгө һунарсы Өкө әфәндегә, йә,...

Намыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәрНамыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәр
Байрамғолдар ашлыҡ һуғыу, һөт һауыу буйынса элек...

Бер нөктә - УчалылаБер нөктә - Учалыла
Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан ...

ФотофактФотофакт
Сираттағы «Аҙна һайын приз» лотерея уйынында...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.