» Гәзиттең номеры: 29-30

Тормош дауам итә…23.03.2015

Тормош дауам итә…Атайым, Аллаяров Заһиҙулла Хәбибулла улы 1923 йылдың июль айында Учалы районының Әбделҡасим ауылында урта хәлле ғаиләлә, Зөһрә менән Хәбибулланың өсөнсө балаһы булып донúяға килә. 1929 йылда башта Ҡоҙаш, һуңынан Рәсүл ауылына күсеп киләләр.
Атайым 10 йәшенән колхоз быҙауҙарын көтә башлай. Ул эшсән, маҡсатына ынтылыусан бала булып үҫә. Шулай бер тапҡыр скрипка эшләтергә тип еҙнәһе Мофассал Ғибәҙәтовҡа Наурыҙ ауылына йәйәүләп сығып китә. Моратына ирешкәс, көтөү көткән яланға скрипкаһын алып барып, уйнарға өйрәнә. Малдар таралып китһә, арттарынан йүгерергә, аҙағынан ҡалдырып киткән скрипканы таба алмай ҡаңғырырға ла тура килгеләй.

Ул шулай уҡ мандолинала ла, гармунда ла бик матур итеп уйнарға өйрәнә. Уға инәйем ҡушылып моңло итеп йырлаһа, беҙ тын ҡалып тыңлар инек.
Атайым Рәсүл ете йыллыҡ мәктәбен тамамлағас, 1937 йылда Иштимер ағаһы менән, бәләкәй генә ағас һандыҡты күтәреп (сумаҙан булмағанлыҡтан), Белорет ҡалаһының педагогия училищеһына йүнәләләр. Тик бына уҡыу түләүле икәнлеге асыҡланғас, кире ҡайтырға мәжбүр булалар.
Ҡәһәрле һуғыш башланғас, 1941 йылда - Иштимер ағаһын, 1943 йылда үҙен фронтҡа алалар. Иштимер бабайым эҙһеҙ юғала, ә атайым ҡаты яралана - снаряд ярсығы тубығын әйләндерә һуға. Мәскәүҙә госпиталдә дауаланғандан һуң, һуғышҡа яраҡһыҙ тип кире ҡайтаралар. Һуғыштан ҡайтҡас, мәктәптә военрук булып эш башлай. Әммә яҙмыш уға икенсе тәҡдир һайлаған була.
(№ 29-30)

Үрсетмәләр ваҡыты23.03.2015

 Үрсетмәләр ваҡыты
Помидор

Помидорҙы үрсетмәһеҙ үҫтереү мөмкин түгел. Уның вегетация ваҡыты оҙаҡҡа һуҙыла, беҙҙең йәйҙә уңыш бирергә өлгөрмәй ҡала. Шуға ла тәүҙә орлоҡтарҙы ҙур киң һауытҡа сәсәләр, үҫкәсерәк айырым-айырым бәләкәсерәктәргә күсерәләр. Орлоҡтарҙы 1 сантиметр тирәһе тәрәнлеккә сәскәндән һуң тупраҡты һәйбәтләп дымландырып, ҡапҡас йәки пленка менән ҡаплап ҡуялар. Улар шыта башлау менән ҡапҡасты асырға кәрәк. Әгәр помидор оҙонлоҡҡа ныҡ тартыла икән, уның сәсмәлектәрен ҡырҡып алалар. Быны үрсетмәнең ҡеүәтле япраҡтары күренә башлағас ҡына эшләргә була.
Помидор - ашарға яратыусы үҫемлек. Шуға ла уны үҫтергәндә комплекслы ашламалар ҡулланыу артыҡ булмаҫ. Тупраҡты ашлағанда ул дымлы булырға тейеш.
(№ 29-30)

Төп талап - хәүефһеҙ хеҙмәт23.03.2015

Төп талап -  хәүефһеҙ хеҙмәтЯҙғы баҫыу эштәре башланыр алдынан районыбыҙҙың ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәре өсөн хеҙмәтте һаҡлау һәм янғын хәүефһеҙлеге буйынса уҡыуҙар ойошторолдо. Шулай уҡ ҡала-районыбыҙҙың ойошма-предприятие, ауыл биләмәләре башлыҡтары, мәҙәниәт, һаулыҡ һаҡлау, сауҙа һәм башҡа төр өлкәләге учреждение етәкселәре һәм белгестәре лә квалификацияларын күтәрҙе.

Әйтергә кәрәк, етәкселәр һәм белгестәр хеҙмәтте һаҡлау буйынса кәмендә 3 йылға бер тапҡыр уҡырға һәм белемдәрен тикшереү торорға тейеш. 40 сәғәтлек уҡыуҙарҙа 69 кеше ҡатнашты, уларҙың барыһы ла аттестация үтте. Уҡыу Башҡорт дәүләт аграр университеты һәм район хакимиәте араһында булдырылған хеҙмәттәшлек сиктәрендә ойошторолдо. БДАУ-ның өҫтәмә һөнәри белем биреү үҙәге уҡытыусылары, ауыл хужалығы фәндәре кандидаттары, доценттар Мәғәсүм Йәғәфәров менән Вәғиз Фәсхетдинов билдәләнгән программалар буйынса лекциялар уҡыны һәм практик дәрестәр үткәрҙе.
Уҡыуҙың һуңғы көнөндә район хакимиәтенең ҙур залында энә төшөрлөк тә урын юҡ ине. Етәкселәр һәм белгестәр курстарҙа алған белемдәрен тикшереү, имтихан бирәләр. Имтихан тест рәүешендә булды. 10 билетта 150 һорау ине, 450 яуап бирелде. Үтелгән материалдарҙы тағы бер ҡат иҫкә төшөрөү һорауҙарға яуаптарҙы һайларға кәрәк ине.
(№ 29-30)

«Кәмит» Фәнит23.03.2015

«Кәмит» ФәнитФәнит Арслан улы Шаһиевты Учалыла белмәгән кеше юҡтыр. Төбәгебеҙҙең ҡотон пәйҙә иткәндәрҙең береһе бит ул! Хәрби терминология ҡулланһаҡ, халыҡ мәҙәниәтенең гвардия яугиры тиерлек - аҙым да сигенмәй, үҙ бурысын тоғро һәм оҫта башҡара. Башта - кино, әле театр сәнғәтенә халыҡты ылыҡтырыуға көсөн дә, ваҡытын да йәлләмәй. «Почет знагы» (1981 йыл), «Хеҙмәт Ҡыҙыл байраҡ» (1986) ордендары кавалеры. Ни бары 27 йәшендә атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре дәрәжәһенә лайыҡ була, 1984 йыл «СССР кинематография отличнигы» исеме менән билдәләнә. Бер-ике тапҡыр мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре съезы делегаты итеп һайлана. Төрлө наградаларының осо-ҡырыйына сығыуы ҡатмарлы. Ә иң оло награда - яҡташтарының һөйөүе һәм ихтирамы була торғандыр.

- Фәнит ағай, үҙегеҙ менән яҡынданыраҡ таныштырып китмәҫһегеҙме?
- Һәйтәк ауылында 1950 йылдың 17 апрелендә 04.00 сәғәттә үҙ теләгем менән донúяға килдем - йыл буйынса айырылһа ла, Хрущев менән бер көндә! Тышҡы ҡиәфәт менән дә оҡшап торабыҙ, буғай. Әсәйем Минсәғиҙә Ҡаһир ҡыҙы (1910 - 2014) тәрбиәләп үҫтерҙе. Ул сығышы менән Сәфәр ауылынан. Һуғыш йылдарында комбайнсы ярҙамсыһы булып та эшләне, тормоштоң әсеһен дә, сөсөһөн дә күп татыны инде, йәне йәннәттә булһын! Бер туғандарым: Әнүәр (1955 йылғы), пенсияға сыҡҡансы тау-байыҡтырыу комбинатында флотатор булып эшләне. Тормош иптәше Фирҙәүес Искәндәр ҡыҙы менән спорт менән ныҡлап шөғөлләнәләр - марафон да йүгерәләр, хатта, ҡышын һыу төшәләр.
Фирҙәүес туғаным (1961), Силәбелә мәҙәниәт өлкәһендә хеҙмәт итә.
(№ 29-30)

Апайлы кеше - арҡалы23.03.2015

Апайлы кеше - арҡалыӘдип Әғләм улы Ҡарамышев 1959 йыл Учалы ауылында тыуа. 18 генә йәшендә хеҙмәт биографияһын тау-байыҡтырыу комбинатында водитель булып башлай. 1977-1979 йылдарҙа хәрби хеҙмәтте үтәп ҡайтҡас, Силәбе ауыл хужалығын механизациялау һәм электрификациялау институтына уҡырға инә.

Һуңынан ике тиҫтә йыл ғүмерен Учалы элеваторына бағышлай - баш энергетик, баш инженер, директор, шул иҫәптән «Байрамғол» агрофирмаһының продукцияны һаҡлау һәм эшкәртеү цехы директоры статусында. 2007 йылдан алып «Гостехнадзор» инспекцияһының начальнигы вазифаһында хеҙмәт итте. Ә 2009 йылдан, ауыл хужалығының бөтә нескәлектәрен энәһенән ебенә тиклем белгән, үҙен яҡшы ойоштороусы итеп күрһәткән етәксе булараҡ, район хакимиәте башлығы урынбаҫары - ауыл хужалығы бүлеге начальнигы итеп үрләтелә. Аңлашыла, бөгөнгө көндә айырыуса ауыр шарттарҙа эшләргә тура килә, Әдип Әғләм улы булғанды һаҡлап ҡалыу, производство күләмен нисек тә арттырыу, тармаҡҡа яңы һулыш биреү өсөн ал-ял белмәй тырыша.
- Гәзиттең яңы акцияһы тураһында район Советы секретары Зариф Ғарипов кабинетҡа инеп, эстафетаны һиңә тапшырам, тип алдан үҙе һөйөнсөләп сыҡты.
(№ 29-30)

Рәхмәт һеҙгә, ветерандар!23.03.2015

Рәхмәт һеҙгә, ветерандар!Быйыл илебеҙ Рәсәй тарихында мөһим ваҡиғаны - Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығын билдәләй. Ошо датаға ҡарата РФ Президентының 2013 йылдың 21 декабрендәге указы менән «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығы» юбилей миҙалы булдырылды.
Көмөш төҫөндәге металдан, 32 мм диаметрлы түңәрәк формала эшләнгән. Ул һуғышта ҡатнашыусыларға һәм һуғыш инвалидтарына, тыл эшселәренә, блокадалы Ленинградта йәшәүселәргә һәм балиғ булмаған концлагерь тотҡондарына тапшырыласаҡ. Ҡала-районыбыҙҙа ветерандарҙы юбилей миҙалдары менән бүләкләү башланды ла инде. 18 март район хакимиәтендә 22 кешегә тантаналы шарттарҙа иҫтәлекле наградалар тапшырылды.


Һуғыш йылдарында төбәгебеҙҙән 13,5 мең кеше фронтҡа алына, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 9 меңдән ашыу яҡташыбыҙға тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтырға насип булмай. Хәрби батырлығы һәм ҡаһарманлыҡтары өсөн 6 кешегә Советтар Союзы Геройы исеме бирелә, өсөһө Дан Ордены Кавалеры була. Үкенескә күрә, яугирҙарыбыҙҙың сафы йылдан-йыл һирәгәйә, бөгөн арабыҙҙа 51 - һуғыш, 1103 тыл ветераны һәм 336 яуҙа һәләк булған яугирҙарҙың тол ҡатындары ҡалған. Ветерандарҙы ҡотларға ҡаланың 10-сы мәктәбенең кадет класы уҡыусылары ла килгәйне, сара уларҙың тантаналы рәүештә РФ дәүләт флагын индереүҙән башланды.
(№ 29-30)


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Ноябрь 2017    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
 12345
6789101112
13141516171819
20212223242526
27282930 

Популяр яңылыҡтар


Агроном -  ул ер  табибыАгроном - ул ер табибы
«Кем дә кем, бер башаҡ үҫкән ерҙә тағы берҙе...

Нисек йәшәйһең, өкө?Нисек йәшәйһең, өкө?
Ҡыҙыҡ, әгәр ҙә төнгө һунарсы Өкө әфәндегә, йә,...

Намыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәрНамыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәр
Байрамғолдар ашлыҡ һуғыу, һөт һауыу буйынса элек...

Бер нөктә - УчалылаБер нөктә - Учалыла
Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан ...

ФотофактФотофакт
Сираттағы «Аҙна һайын приз» лотерея уйынында...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.