» Гәзиттең номеры: 29

Шәжәрәңде төҙө14.04.2017

Милли традициялар нигеҙендә быуындар бәйләнешен һаҡлау, ғаилә мөнәсәбәттәрен нығытыу, үҙ быуыныңдың, халҡыңдың, тыу-ған төбәгеңдең тарихын өйрәнеү, башҡорт халҡының йолаларын тергеҙеү, йәш быуынға әхлаҡи һәм рухи тәрбиә биреү маҡсатында «Яйыҡ» гәзите шәжәрә төҙөү буйынса конкурс иғлан итә. Конкурсҡа тәҡдим ителгән шәжәрә схема формаһын-да А3 форматына төшөрөлөргә, шәхестәр тураһында яҙма (2-3 бит) рәүешендә лә булырға мөмкин. Шулай уҡ район ауылдарының шәжәрәһе лә ҡабул ителә.
Эштәрҙе редакцияға электрон вариантта килтерә йәки электрон почтаға ебәрә алаһығыҙ. Иң яҡшы тип табылған авторҙың эше гә-зиттә баҫыласаҡ һәм «Яйыҡ»тың иҫтәлекле бүләгенә эйә буласаҡ, ҡалған бөтә эштәр гәзиттең сай-тында урын аласаҡ.
Мөхәрририәт.
(№ 29)

Киләсәк беҙҙең ҡулда14.04.2017

Киләсәк беҙҙең ҡулдаОшо көндәрҙә ҡаланың Ижад һарайында «Беҙҙең киләсәк - үҙебеҙ» лозунгыһы аҫтында Йәштәр форумы уҙҙы, унда 15 йәштән 18 йәшкә тиклем 200-гә яҡын кеше ҡатнашты. Был мәртәбәле йыйын ҡалабыҙҙа беренсе тапҡыр үткәрелә. Уның маҡсаты - йәштәрҙең тәғәйенләнешен табыуы һәм ошо йүнәлештә үҫеүе өсөн шарттар булдырыу. Сарала өлкән кластар уҡыусылары, студенттар, ирекмәндәр, йәштәр ойошмалары вәкилдәре ҡатнашты. Йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм буйынса комитет тырышлығы менән ойошторолған форум юғары кимәлдә үтте.
Форумдың эше шулай уҡ секциялар ултырыштарында барҙы: хәрби-пат-риотик тәрбиә, сәләмәт тормош, тормош ҡиммәттәре, ижад һ.б. Һәр кемгә үҙен кәрәкле юҫыҡта һынап ҡарау мөмкинселеге булды.
(№ 29)

Иң бәхетлеләрҙең береһе - мин13.04.2017

Иң бәхетлеләрҙең береһе - минИң бәхетлеләрҙең береһе - мин,
Ата-бабам ерендә тыуғанмын.
Ошонда үҫеп, буй еткереп,
Ағай, атай, олатай булғанмын.
«Бәхет» төшөнсәһен һәр кем үҙенсә аңлай. Ошо көндәрҙә 85 йәшлек юбилейын ҡаршылаусы Оҙонгүл ауылының тәүге ир-егет уҡытыусыһы Ишмөхәмәт Рамаҙанов, һәр хәлдә, үҙен бәхетле һанай.
Хозур тәбиғәтле Оҙонгүл ауылында тыуып-үҫеп, буй еткереп, уҡытыусы һө-нәренә эйә булғас, ғаилә ҡороп, тыуған ерҙә ерегеп 41 йыл ауылдаштары-ның бала-сағаһына белем һәм тәрбиә бирә. Ғү-мер буйы мөғәлимлелек итә. Юҡҡамы ни, йәш сағынан уҡ ололап «ағай» тип өндәшәләр.Үҙе әйтмешләй ағай булыуы анһат түгел - белем һәм тәртип кә-рәк. Оло яуаплылыҡ, ты-рышлыҡ, дөрөҫ йәшәү рәүеше лә талап ителә ауыл уҡытыусыларынан.Ауыл ерендә эшләгән башланғыс класс остаз-дары хәреф танытып, һандарҙы ҡушып-алып белем биреп кенә ҡалмай, бала күңеленә тәрбиә орлоҡтары сәсеп, уны тормош тигән оло һуҡмаҡҡа ныҡлап аяҡ баҫтырырға әҙерләй. Шуғалыр ҙа инде беҙҙе ул бөтә нәмәгә өйрәтте - төймә лә тектек, ҡулъяулыҡ та сиктек, ҡышын сана шыуҙыҡ, трамплиндан һикерҙек, «Йәшерәм яулыҡ» та уйнаныҡ. Мандолина сиртеп йыр дәрестәре үткәреүен, май аҙағы яҡынлашһа, бөтә мәктәп менән экскурсияларҙы көтөп ала инек.
(№ 29)

Мәҙәниәт өлкәһе йомғаҡ яһаны13.04.2017

Филармонияла райондың мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһе хеҙмәткәрҙәренең киңәйтелгән кәңәшмәһе үтте. Унда уҙған йылда атҡарылған эштәргә йомғаҡ яһалды һәм 2017 йылға пландар билдәләнде. Кәңәшмәлә район хакимиәте, мәҙәниәт бүлеге вәкилдәре, мәҙәниәт йорттары, музыка һәм сәнғәт мәктәптәре, сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжы хеҙмәткәрҙәре, китапханасылар ҡатнашты. Ултырышты район хакимиәте башлығының социаль сәйәсәт буйынса урынбаҫары Зөһрә Гордиенко алып барҙы.
Иң башта 2016 йыл һөҙөмтәләре менән мәҙәниәт бүлеге начальнигы Ирек Әхмәҙиев сығыш яһаны. Әлеге көндә ҡала-район буйынса 118 мә-ҙәниәт учреждениеһы эшләп килә: 65 филиалы менән район мәҙәниәт йорто, 34 филиалы менән үҙәк район китапханаһы, 4 филиалы менән үҙәк ҡала китапханаһы, ҡаланың тарих-крайҙы өйрәнеү, Ахун ауылының тарих-крайҙы өйрәнеү, Көсөк-Маяҡ ауылының М. Мортазин музейҙары, балалар өсөн бер музыка, бер художество һәм ете сәнғәт мәктәптәре. Уларҙа 373 кеше хеҙмәт итә.
(№ 29)

Мансурға сәфәр ҡылдыҡ13.04.2017

Районда йәшәһәм дә, Мансур ауылын күргәнем юҡ ине. Учалы районының ағинәйҙәр ҡоро рәйесе Мәрзиә Солтанбаева Мансур ауыл биләмәһенә «Үҙ һаулығың үҙ ҡулыңда» исемле кәңәшмәгә сағырғас, ҡуш ҡуллап риза булдым.
Ауыл Советы хакимиәте башлығы Ишбулды Батыршин ҡунаҡтарҙы ҡаршы алып мәҙәниәт йортона тиклем оҙа-та барҙы.
Мәҙәниәт йорто яңы, ыҡсым, яҡты, ә иң мөһиме - йылы. Матур итеп йыйыштырылған. Килеп инеү менән боронғо һандыҡ, келәмдәр, самауыр, еҙ тас, ҡомған ҡуйылған.
(№ 29)

Доғалар изге көскә эйә15.04.2016

Доғалар изге көскә эйәДоғаларҙың көсөн Огайо университетынан Донн Юнг исемле доктор үҙенең тикшеренеүҙәре менән иҫбатлаған. Бының өсөн ул үҙе йәшәгән штаттың үлем буйынса мәғлүмәттәр базаһына мөрәжәғәт итеп, 1989 йылдан алып 2000 йылға тиклемге осорҙа яман шеш менән ауырып үлгән кешеләрҙең медицина карталарын анализлап сыҡҡан. Нигеҙ итеп Юнг өс мөһим датаны - Раштыуаны, Изгелек көнөн һәм пациенттың тыуған көнөн алған. Һәм ошо ваҡытта үлемдәр кәмегәнме-юҡмы икәнлеген тикшергән. Һөҙөмтә шуны күрһәткән: үлеп барыусыларҙың күбеһе үлемен байрамдың иртәгәһе көнөнә тиклем кисектерә алған. Тимәк, үлемдең дә «ял»дары була икән.
Бөтә ауырыуҙар ҡурҡыуҙан, тиҙәр табиптар. Билдәле тикшеренеүсе Ален Бомбар карап һәләкәткә осрағандан һуң диңгеҙҙә ҡалған кешенең штормдан да, ашарына, эсеренә булмауҙан да түгел, ә ҡурҡыуҙан үлеүен иҫбатлаған. Бының өсөн ул шундай тәжрибә үткәрә: бер ай океанда бәләкәй генә һалда һыуһыҙ, аҙыҡ-түлекһеҙ йәшәй һәм ҡурҡыуын еңә алғанға тере ҡала. Ошо уҡ сәбәп буйынса, яман шеш менән ауырыусыларҙың дингә ышаныусылары атеистарға ҡарағанда биш йылға оҙағыраҡ йәшәй. Доға ярҙамында улар ҡурҡыуын еңә, донъяның мәңгелек түгел икәнлеген яҡшы аңлай, ысын ҡиммәттәрҙе баһаларға өйрәнә. Был уларҙы тынысландыра һәм иммунитеттарын нығыта.
(№ 29)

Техника хәле тикшерелде15.04.2016

 Техника хәле тикшерелдеАуыл хужалығы хеҙмәткәрҙәре ҡыҙыу мәл - яҙғы баҫыу эштәре алдында тора. Сәсеүҙең ваҡытында һәм сифатлы үтеүе, шул иҫәптән, техниканың төҙөклөгөнә лә бәйле. Учалы ауыл хужалығы колледжы нигеҙендә уҙғарылған зональ кәңәшмәлә тракторҙарҙың һәм тағылмаларҙың техник торошона бәйле һорауҙар ҡаралды. Кәңәшмәлә республиканың Урал аръяғы һәм төньяҡ-көнсығыш райондарының дәүләт техник надзоры етәкселәре ҡатнашты.
Район хакимиәте башлығы Фәрит Дәүләтгәрәев кәңәшмәлә ҡатнашыусыларҙы сәләмләп ҡыҫҡаса урындағы хәл-торош менән таныштырҙы.
- Районыбыҙҙа сәнәғәт, ауыл хужалығы предприятиелары бар, уларҙа байтаҡ техника иҫәпләнә. Шулай уҡ, шәхси секторҙа ла үҙйөрөшлө машиналар һаны йылдан-йыл арта бара. Һуңғы күрһәткес буйынса райондың республикала тәүге урындарҙа булыуын (1414 берәмек) крәҫтиән-фермер, шәхси хужалыҡтарҙың артыуына бәйле тип аңларға кәрәк, - тине ул.
(№ 29)

Һыу башында15.04.2016

Һыу башындаБашҡортостанда яҙғы һунар миҙгеле иғлан ителде: апрель айының һуңғы шәмбеһенән (23 апрель) 10 календар көн дауамында. Рөхсәт алған һунарсылар ҡурпысыҡ (вальдшнеп), ҡыр ҡаҙҙары (һоро ҡаҙҙан тыш), ата өйрәк, ҡор һәм һуйырға кәсеп итәсәктәр. Башҡортостан Республикаһы Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы аныҡ иҫкәртте: айырыуса һаҡланған тәбиғәт территорияларында, шул иҫәптән беҙҙең райондағы «Ирәмәл» тәбиғәт паркында һәм «Урал-Тау» тәбиғәт заказнигында бөтә төр һунарҙар ҡәтғи рәүештә тыйыла.
(№ 29)

Мәхәллә һәм имам14.03.2014

Мәхәллә һәм имам Изге Ҡөрьәндә: «Аллаһтан ҡурҡығыҙ, мөьминдәр араһында фетнә, дошманлыҡ тыуҙырыуҙан һаҡланығыҙ, шул ваҡытта Аллаһтың рәхмәтен алырһығыҙ», тип әйтелә. Имам үҙ мәхәлләһендә исем ҡушыу, никах, мәйет оҙатыу, халыҡ менән намаҙҙар уҡыу, дини һорауҙарға яуап биреү менән шөғөлләнә.
Мәхәлләлә был эштәрҙе фәҡәт имам йәки имам рөхсәт иткән кеше генә башҡара ала. Башҡа кеше быны эшләһә - фетнә сығарыусы һанала. Бөгөнгө көндә төрлө китаптар күп, теләгән кеше дини тәғлимәткә өйрәнә ала, тиер ҡайһы берәүҙәр. Шулай ҙа бер генә аҡыллы, уҡымышлы имам бар икән, мәхәлләлә тыныс буласаҡ.
«Хакимдарығыҙ үҙегеҙгә ҡарап ҡуйылыр», - тигән аят бар. Етәксебеҙ боҙоҡ икән, тимәк, үҙебеҙ ҙә бик үк төҙөк түгел. Имам һайлағанда кешенең ғилеме беренсе урынға ҡуйыла, шулай уҡ кешелек сифаттары, нәҫелендә муллалар күпме булыуы иҫәпкә алына. Әлбиттә, буйһоноу, итәғәт итеү, тәү сиратта, Аллаһҡа һәм уның пәйғәмбәрҙәренә тейешле, унан һуң үҙебеҙ билдәләп, һайлап ҡуйған етәкселәргә.
(№ 29)

Тырышҡан - үҙ юлын тапҡан14.03.2014

Тырышҡан - үҙ юлын тапҡанЙыш ҡына бөгөнгө йәштәр хаҡында ялҡау, маҡсатһыҙ, битараф тигән һүҙҙәрҙе ишетергә тура килә. Мискә балда бер ҡалаҡ дегет тигәндәй, арабыҙҙа ундайҙар ҙа бар, әлбиттә. Әммә бөтәһен дә бер ҡалыпҡа һалып һөйләү урынына өлгөр, тырыш егет-ҡыҙҙарыбыҙға иғтибарҙы күберәк бүлһәк файҙалыраҡ булыр. Уларға ҡарап үҫеп килгән быуын үрнәк алһын, яҡшыраҡ булыуға ынтылһын.
Ринат Төлкөбаев шундай йәштәрҙең береһе. Физика-математика фәндәре кандидаты, доцент дәрәжәһенә лайыҡ Ринат сығышы менән ябай ауыл егете. Ул 1981 йылда Кәрим ауылында тыуған. Башта Комсомольск ҡасабаһында уҡый, аҙаҡтан үҙ ауылындағы мәктәпте тамамлай. Башланғыс кластарҙа уҡ ул депутат булырға хыяллана. Һәм хыялына тоғролоғон һаҡлай, мәктәптә тырышып уҡый, бигерәк тә теүәл фәндәрҙе үҙ итә. Һөҙөмтәлә, «5» һәм «4» билдәләренән генә торған өлгөргәнлек аттестатын алыуға ирешә. Ғаиләлә улар ике бала тәрбиәләнә. Әсәләре Рәсимә Төлкөбаева Зилә ҡыҙының да, Ринат улының да уҡытыусы һөнәрен һайлауҙарын теләй. Һөҙөмтәлә, Зилә Белорет педагогия колледжына, ә Ринат БДУ-ның математика факультетына юл тота. Белемгә ынтылыусан, тырыш егет уҡыу йортонда ла һынатмай. Төрлө конференцияларҙа әүҙем ҡатнаша, ғилми эҙләнеүҙәрҙе яҡын күрә. «Кешенең үҙ фекере булырға тейеш, һәр һөйләгәнегеҙҙе дәлилдәр менән нығыта барығыҙ, үҙ һүҙегеҙҙә ныҡ тороғоҙ», - тип һәр ҡайтҡанда өйрәтә балаларын әсәләре.
(№ 29)


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Ноябрь 2017    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
 12345
6789101112
13141516171819
20212223242526
27282930 

Популяр яңылыҡтар


Агроном -  ул ер  табибыАгроном - ул ер табибы
«Кем дә кем, бер башаҡ үҫкән ерҙә тағы берҙе...

Нисек йәшәйһең, өкө?Нисек йәшәйһең, өкө?
Ҡыҙыҡ, әгәр ҙә төнгө һунарсы Өкө әфәндегә, йә,...

Намыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәрНамыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәр
Байрамғолдар ашлыҡ һуғыу, һөт һауыу буйынса элек...

Бер нөктә - УчалылаБер нөктә - Учалыла
Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан ...

ФотофактФотофакт
Сираттағы «Аҙна һайын приз» лотерея уйынында...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.