» Гәзиттең номеры: 29 » Страница 2

Һыу башында15.04.2016

Һыу башындаБашҡортостанда яҙғы һунар миҙгеле иғлан ителде: апрель айының һуңғы шәмбеһенән (23 апрель) 10 календар көн дауамында. Рөхсәт алған һунарсылар ҡурпысыҡ (вальдшнеп), ҡыр ҡаҙҙары (һоро ҡаҙҙан тыш), ата өйрәк, ҡор һәм һуйырға кәсеп итәсәктәр. Башҡортостан Республикаһы Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы аныҡ иҫкәртте: айырыуса һаҡланған тәбиғәт территорияларында, шул иҫәптән беҙҙең райондағы «Ирәмәл» тәбиғәт паркында һәм «Урал-Тау» тәбиғәт заказнигында бөтә төр һунарҙар ҡәтғи рәүештә тыйыла.
(№ 29)

Мәхәллә һәм имам14.03.2014

Мәхәллә һәм имам Изге Ҡөрьәндә: «Аллаһтан ҡурҡығыҙ, мөьминдәр араһында фетнә, дошманлыҡ тыуҙырыуҙан һаҡланығыҙ, шул ваҡытта Аллаһтың рәхмәтен алырһығыҙ», тип әйтелә. Имам үҙ мәхәлләһендә исем ҡушыу, никах, мәйет оҙатыу, халыҡ менән намаҙҙар уҡыу, дини һорауҙарға яуап биреү менән шөғөлләнә.
Мәхәлләлә был эштәрҙе фәҡәт имам йәки имам рөхсәт иткән кеше генә башҡара ала. Башҡа кеше быны эшләһә - фетнә сығарыусы һанала. Бөгөнгө көндә төрлө китаптар күп, теләгән кеше дини тәғлимәткә өйрәнә ала, тиер ҡайһы берәүҙәр. Шулай ҙа бер генә аҡыллы, уҡымышлы имам бар икән, мәхәлләлә тыныс буласаҡ.
«Хакимдарығыҙ үҙегеҙгә ҡарап ҡуйылыр», - тигән аят бар. Етәксебеҙ боҙоҡ икән, тимәк, үҙебеҙ ҙә бик үк төҙөк түгел. Имам һайлағанда кешенең ғилеме беренсе урынға ҡуйыла, шулай уҡ кешелек сифаттары, нәҫелендә муллалар күпме булыуы иҫәпкә алына. Әлбиттә, буйһоноу, итәғәт итеү, тәү сиратта, Аллаһҡа һәм уның пәйғәмбәрҙәренә тейешле, унан һуң үҙебеҙ билдәләп, һайлап ҡуйған етәкселәргә.
(№ 29)

Тырышҡан - үҙ юлын тапҡан14.03.2014

Тырышҡан - үҙ юлын тапҡанЙыш ҡына бөгөнгө йәштәр хаҡында ялҡау, маҡсатһыҙ, битараф тигән һүҙҙәрҙе ишетергә тура килә. Мискә балда бер ҡалаҡ дегет тигәндәй, арабыҙҙа ундайҙар ҙа бар, әлбиттә. Әммә бөтәһен дә бер ҡалыпҡа һалып һөйләү урынына өлгөр, тырыш егет-ҡыҙҙарыбыҙға иғтибарҙы күберәк бүлһәк файҙалыраҡ булыр. Уларға ҡарап үҫеп килгән быуын үрнәк алһын, яҡшыраҡ булыуға ынтылһын.
Ринат Төлкөбаев шундай йәштәрҙең береһе. Физика-математика фәндәре кандидаты, доцент дәрәжәһенә лайыҡ Ринат сығышы менән ябай ауыл егете. Ул 1981 йылда Кәрим ауылында тыуған. Башта Комсомольск ҡасабаһында уҡый, аҙаҡтан үҙ ауылындағы мәктәпте тамамлай. Башланғыс кластарҙа уҡ ул депутат булырға хыяллана. Һәм хыялына тоғролоғон һаҡлай, мәктәптә тырышып уҡый, бигерәк тә теүәл фәндәрҙе үҙ итә. Һөҙөмтәлә, «5» һәм «4» билдәләренән генә торған өлгөргәнлек аттестатын алыуға ирешә. Ғаиләлә улар ике бала тәрбиәләнә. Әсәләре Рәсимә Төлкөбаева Зилә ҡыҙының да, Ринат улының да уҡытыусы һөнәрен һайлауҙарын теләй. Һөҙөмтәлә, Зилә Белорет педагогия колледжына, ә Ринат БДУ-ның математика факультетына юл тота. Белемгә ынтылыусан, тырыш егет уҡыу йортонда ла һынатмай. Төрлө конференцияларҙа әүҙем ҡатнаша, ғилми эҙләнеүҙәрҙе яҡын күрә. «Кешенең үҙ фекере булырға тейеш, һәр һөйләгәнегеҙҙе дәлилдәр менән нығыта барығыҙ, үҙ һүҙегеҙҙә ныҡ тороғоҙ», - тип һәр ҡайтҡанда өйрәтә балаларын әсәләре.
(№ 29)

Маҡсаттар тормошҡа ашһын14.03.2014

Маҡсаттар тормошҡа ашһын Ауыл хакимиәте башлыҡтарының күсмә семинары Поляковка һәм Илсеғол ауыл Советтары биләмәләрендә үтте. Ҡатнашыусылар ауыл хакимиәте эшмәкәрлеге һәм халыҡ йәшәйеше менән яҡындан танышты.

Райондың төньяҡ зонаһында урынлашҡан был ултыраҡтар Учалы ҡалаһынан 70 км алыҫлыҡта ята. Бында әле булһа газ килмәгән, халыҡ утын яғып көн итә. Шәхси хужалыҡтағы һөт продукцияһын да һатып ебәреү еңел түгел. Шуға ла урындағы халыҡ бер литр һөттө 10 һум менән һөт йыйыусыға тапшыра. Ауыл халҡының бер өлөшө бюджет учреждениеларында, икенселәре урындағы шәхси эшҡыуарҙарҙа эшләй, Себер тарафтарын үҙ итеүселәр ҙә байтаҡ.
Семинарҙа ҡатнашыусылар тәүҙә Кәрим мәҙәниәт йортонда туҡталды. Бында фольклор ансамбле йыр-бейеү менән ҡаршы алды.
(№ 29)

Йырлап асыла күңел14.03.2014

Мәҙәниәт бүлегенең Лера Воронцова етәкселегендәге агитация-концерт бригадаһы барлығын күптәр беләлер.
Көҙгө-яҙғы йәрминкәләрҙә, хәрби комиссариат алдында һалдаттарҙы оҙатҡанда, Яңы йыл кисәләрендә сығыш яһайҙар улар. Һауа шарттарының ниндәй булыуына ҡарамаҫтан, ауылдарға ла йөрөйҙәр. Телевизорҙан ялҡҡан халыҡ йәнле тамашаға эркелеп килә. Артистар менән бергә үҙҙәре лә йырлап, бейеп ҡайталар. Концерт бригадаһы ете кешенән тора: йырсылар Нәғим Аллаяров, Гөлсирә Сибәғәтуллина, Рәзинә Билалова, йырсы һәм алып барыусы Лера Воронцова, ҡурайсы Нургиз Маликов, бейеүсе Рәғиҙә Юнысова, тауыш операторы Инсиф Камалов. Бригада ошо арала «Йырлап асыла күңел» концерт программаһы менән Ҡаҙаҡҡол, Сәфәр, Һәйтәк, Ғәлиәхмәр, Мәҫкәү һәм башҡа ауылдарҙа сығыш яһарға өлгөргән, гастролдәр әле лә дауам итә.
(№ 29)

Күңелле байрам14.03.2014

Ҡотой ауылы клубында «Ҡатын-ҡыҙ - донъя тотҡаһы» исемле кисә үтте.
Сараны Ураҙ музыка мәктәбе уҡытыусыһы Лидиә Ямалова һәм клуб йыйыштырыусыһы Рина Сәхәүева алып барҙы. Икешәр ҡатнашыусынан торған дүрт команда үҙ-ара көс һынашты. Тәүҙә улар шиғри юлдар аша үҙҙәре менән таныштырҙы, аҙаҡтан аш-һыуға, ҡул эштәренә, йыр-моңға маһирлыҡтарын күрһәтте. Йәштәр менән бергә пенсионерҙар ҙа ярышты, улар ҙа үҙҙәрен һис һынатманылар. Һәр команданың сығышы сағыу, үҙенсәлекле булды. Һөҙөмтәлә, беренсе урынды Земфира Әхмәҙуллина һәм Фәрихә Солтанованың командаһы яуланы.
Ярыш йыр-моңға үрелеп барҙы. Лидиә Ямалова, Рина Сәхәүева, Гүзәл Сәфәрғәлина үҙҙәренең моңло тауыштары менән кисәнең бәҫен күтәрҙеләр.
Сараны ойоштороусылар - клуб мөдире Әминә Исаеваға, Лидиә Ямалова һәм Рина Сәхәүеваға рәхмәт белдерәбеҙ. Киләсәктә лә шулай ҡулға-ҡул тотоношоп, уңышлы эшләүҙәрен теләйбеҙ.
(№ 29)

Ҡәйнә менән килендәр14.03.2014

Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө Абҙаҡ ауылында йыл һайын үткәрелә килә. Быйыл да ҡәйнә һәм килендәрҙән торған дүрт команда отҡорлоҡта, таһыллыҡта, аш-һыуға, йыр-моңға, бейеүгә, телгә оҫталыҡта ярышты.

79 йәшлек Рәҡиә Аманова килене Әлиә менән «Ҡатын-ҡыҙ - тормош йәме» исемле команданы вәкилләнеләр. Үҙ сығыштары менән улар һайлаған исемдәренең ысынбарлыҡҡа тулыһынса тап килеүен дәлилләне. Икеһе лә Салауат районынан булған Гөлсирә Бузыкаева (69 йәш) менән Фәнзилә киленкәй «Салауат ҡыҙҙары» командаһын төҙөнөләр. Уларҙың дәрт-дармандары, ысынлап та, Салауат тоҡомо ҡыҙҙарыныҡына тап килә ине. Зәлә Хәмзина (62 йәш) киленем юҡ тип аптырап тормаған, күрше килендәрҙе - Зәлифә Аманова менән Әлфиә Ширдаеваны йәлеп итеп, «Ромашкалар» булып сығыш яһанылар.
(№ 29)

Әүҙемерәк булайыҡ14.03.2014

Әүҙемерәк булайыҡБаштан уҡ аныҡ әйтергә кәрәк, юғиһә күптәр аҡсаны Бөтә донъя банкы бирә, тип яңылыша. Республикала муниципаль берәмектәрҙең урындағы инициативаларына булышлыҡ итеү программаһы БР ҡаҙна аҡсаһына башҡарыла, Бөтә донъя банкы белгестәре иһә финанс ресурстарҙың маҡсатҡа ярашлы бүленеүенә һәм тотолоуына булышлыҡ итә.

6 мартта район хакимиәтендә ауыл һәм ҡала ултыраҡтары башлыҡтары өсөн тренинг-кәңәшмә үткәрелде.
Сарала БР Президенты хакимиәтенең бүлек мөдире Хәлил Фарваев, БР иҡтисади үҫеш министры урынбаҫары Рөстәм Казиханов, Бөтә донъя банкының халыҡ-ара консультанты Гагик Хачатрян, төбәк-ара консультанты Сергей Гридин һәм беҙҙең районда туранан-тура эшләйәсәк урындағы консультанттар Гөлсинә Кондратьева, Ләйсән Николаева һәм Нина Филипповалар ҡатнашты.
Был иҡтисади-социаль кампания - пилот проект, йәғни беҙҙә тәү башлап үтә.
(№ 29)


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Апрель 2018    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
 1
2345678
9101112131415
16171819202122
23242526272829
30 

Популяр яңылыҡтар


Башҡорт матрешкалары - милли кейемдәБашҡорт матрешкалары - милли кейемдә
Быға тиклем рустарҙың матрешкаларын ғына күргәнем...

«Халыҡ» исеменә тап төшөрмәнеләр«Халыҡ» исеменә тап төшөрмәнеләр
Районыбыҙҙа 43 халыҡ һәм өлгөлө үҙешмәкәр...

Был донъяла ниҙәр бар?Был донъяла ниҙәр бар?
РФ Президенты Владимир Путин Мөрә-жәғәтнамә менән...

«Киләсәккә белем - 2018» форумы үтте«Киләсәккә белем - 2018» форумы үтте
Ҡала-район мәктәптәрендә йыл да ойошторола килгән...

Иң тәмле икмәк -  ПоляковкалаИң тәмле икмәк - Поляковкала
Районыбыҙҙың төньяҡ зонаһына юл төшкәс, бер...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.