» Гәзиттең номеры: 3

Өлкәндәргә хас ҡыйыулыҡ13.01.2017

Өлкәндәргә хас ҡыйыулыҡОшо көндәрҙә Республика йортонда БР Башлығы Рөстәм Хәмитов «Республика Башкортостан» гәзите уҙғарған «Йыл кешеһе» конкурсы еңеүселәрен тәбрикләне, был мәртәбәле сара быйыл дүртенсегә уҙғарылды. Юғары баһаға лайыҡ булыусылар, әлбиттә, ғәҙәти кешеләр, тик улар үҙҙәренең хеҙмәттәре, һәләттәре һәм батырлыҡтары менән танылыу алғандар. Улар араһында һаулыҡ һаҡлау өлкәһе вәкилдәре, сәнәғәт хеҙмәткәрҙәре, башҡа һөнәр эйәләре бар.
Конкурстың иң йәш лауреаты - яҡташыбыҙ, Наурыҙ ауылынан 11 йәшлек Айнур Мәннәнов. Үҫмер һыу ташҡанда батып барған малайҙы ҡотҡара. Хәл былай була. Былтыр 19 май көнө 4-се класс уҡыусыһы Айнур Мәннәнов Яйыҡ йылғаһы-на балыҡ ҡармаҡларға бара. Яҙғы ташҡын мәлендә һыу байтаҡҡа күтәрелгән була, йылғаның ярҙарына һыймай аҡҡан сағы. Яр буйына кәрәк-яраҡтарын урынлаштырған арала Ай-нур күрше малайы Алмас Ғәбиҙуллиндың велосипеды менән килгәнен күреп, үҙен йыраҡтан уҡ сәләмләй. Бер ваҡыт балыҡ сирткәнен түҙемһеҙлек менән көткән үҫмер һыуға нимәнеңдер гөр-һөлдәп төшкәнен абайлап ҡала. Ни күрә, Алмас ике тәгәрмәсле дуҫы менән һыуҙа сәбәләнә. Ҡайтып өлкәндәрҙе ярҙамға са-ҡырыуҙан фәтеүә юҡ, ба-рыбер өлгөрмәйәсәкмен, тип уны-быны уйлап тормай шундуҡ һыуға һикерә.
(№ 3)

Боронғо ауыл мәсеттәренең яҙмышы18.01.2016

Ғәлиәхмәр ауылы мәсете 1917 йылда төҙөлә. Уны төҙөүселәр - олатайым Ҡәшәф Хатипов һәм ауыл ҡарттары мәсеттең алдағы әсе яҙмышы хаҡында уйлап та ҡарамағандарҙыр. Ҡарағас бүрәнәләрҙе Уралдан егеүле ат санаһы менән кәрәкле оҙонлоҡта, уртаһына арҡыры йыуан дүңгәк һалып һөйрәтеп ташығандар. Баҙ-һайғаулыҡтары, кәрниз таҡталарына тиклем ҡарағастан булған. Ике кеше: береһе аҫтан, икенсеһе ҙурайтылған баҫҡыста өҫтән тороп ҙур ҡул бысҡыһы менән бысҡандар. Ундай бысҡы менән 1960 йылдарҙа ла әле Зәйнәкәй ауылы кешеһе, Ҡойолдарҙа йәшәүсе Нурмөхәмәт Рәхмәтуллин ағайҙың таҡта бысҡанын үҙ күҙем менән күрҙем.
(№ 3)

Ете мең сик үтелде18.01.2016

Ете мең сик үтелде Заманында «Байрамғол» агрофирмаһы» тарҡала, һауын һыйырҙарҙы бµтµрәләр икән, тигән имеш-мимештәр йыш ишетелгәйне. Хужалыҡтың хәлдәрен үҙебеҙ барып белеп ҡайтырға булдыҡ.
Агрофирманың эштәре ыңғай бара, директор Илдус Сабанбаев әйтеүенсә, бер кем дә малсылыҡ тармағын бµтµрµргә йыйынмай. Байрамғол һәм Уральск бүлексәләрен генә япҡандар, Байрамғол бүлексәһендә йылҡы ҡалған. Әлеге ваҡытта заманса тµҙµлгән һµт-тауар комплексының икеһе лә тулыландырылған. Уральскийҙа 1368 баш һыйыр малы, шул иҫәптән 1000 һауын һыйырҙары, Ураҙҙа 1026 баш йәш мал аҫрала. Сит илдән голштин-фриз тоҡомло һыйырҙар күптән беҙҙең ҡырыҫ тәбиғәт шарттарына ныҡлап яраҡлашып, хәҙер бер-нисә быуынға еттеләр. Былтыр тағы ла Екатеринбург µлкәһенән 140 баш голштин таналары һатып алғандар. Ураҙ комплексында таналар быҙаулаһа, унда ла һµт һауа башлаясаҡтар.
(№ 3)

Мөғжизәһеҙ ҡалмайыҡ24.12.2013

Яңы йыл - күптәрҙең иң яратҡан байрамы. Бала саҡтан унан ниндәйҙер мөғжизә көтәбеҙ. Ә бит мөғжизәле мөхитте үҙебеҙ ҙә булдырырға һәләтлебеҙ. Бының өсөн тылсымға эйә булыу талап ителмәй, ни бары теләк, дәрт һәм фантазия етә.

Ахун ауылының табип амбулаторияһы хеҙмәткәрҙәре тап ошо принциптарҙан сығып эш иткәндәр ҙә инде. Учреждение алдында, бар ауыл халҡын байрам менән сәләмләп, Ҡарһылыу менән Ҡыш бабай урынлашҡан. Матур ҡар һындарын ауылдың оҫтаһы Альберт Ҡәлимов яһаған. Альберт Роберт улы Өфө сәнғәт колледжен тамамлай, әммә һөнәре буйынса эшләргә тура килмәй. Шулай ҙа ысын һәләтте йәшереп булмай тиҙәр. БелАЗ водителе булып эшләүсе Альберт Ҡәлимовтың был оҫталығы кешеләргә шатлыҡ килтереүҙә файҙаланыла. Ул амбулатория мөдиренең һындар яһап биреү тәҡдимен ихлас ҡабул итә. Әлбиттә, һәр эштә лә учреждение хеҙмәткәрҙәре уға ярҙам итеп тора. Һындарҙы, тейешле сағыулыҡ өҫтәп, төҫлө буяуҙар менән биҙәп тә ҡуйғандар. Ҡарһылыу менән Ҡыш бабай араһында Яңы йылдың төп символы - ҡупшы шыршы баҙлап ултыра. Тәҙрәләр ҙә буш ҡалмаған, унда кемуҙарҙан ҡағыҙ аттар сабыша. Амбулаторияға килеүселәр тышҡы матурлыҡтан тыш, Яңы йылды эстән дә тоя ала. Бында бүлмәләр сағыу мишуралар менән биҙәлгән, шыршылары ла бар.
(№ 3)

Ахунды һыу баҫты21.12.2013

Һөйләһәң, кеше ышынмаҫлыҡ хәбәр - ҡыш уртаһында Ахун ауылын һыу баҫты. Баҡһаң, Үрге Урал районының Карагайка ҡасабаһында 18 декабрҙә 19.00 сәғәттә дамба йырыла. Тулҡын беҙгә лә килеп етә, Ҡыйҙыш йылғаһының кимәле бер метр самаһы күтәрелә. Яр буйындағы йорттарҙың баҡсаларын боҙ ҡаплай, кәбәндәргә килеп етә… Күп кешеләр, һыу артабан күтәрелер, тип ҡурҡып, төнө буйы йоҡламай сыға.
Күршеләр таңғы 4 тирәләрендә генә ремонтты тамамлай, һыу кимәле төшә башлай. Белгестәр әйтеүенсә, яҙғы ташҡынға әҙерлек юғары кимәлдә үтмәгән булһа (торбаларҙы, канауҙарҙы таҙартыу һәм башҡа) ауылға байтаҡҡа күберәк зыян килер ине.
(№ 3)

Сетерекле мәсьәлә21.12.2013

Муниципаль район хакимиәтендә ветерандар эштәре буйынса Координация советы ултырышы үтте. Кәңәшмәлә хакимиәт башлығының социаль сәйәсәт буйынса урынбаҫары Зөһрә Гордиенко, кеше хоҡуҡтары буйынса уполномоченныйҙың районыбыҙҙағы йәмәғәт ярҙамсыһы Руслан айсин, тау-байыҡтырыу комбинатының профком рәйесе Амур Зәйнуллин, пенсия фонды, халыҡты хеҙмәтләндереү үҙәге, социаль яҡлау бүлеге вәкилдәре һәм башҡа вазифалы кешеләр ҡатнашты.
(№ 3)

Ветерандар кубогына19.12.2013

15 декабрҙә совет ғәскәрҙәрен Афғанстандан сығарыуҙың 25 йыллығы яҡынлашыу айҡанлы яугир-интернационалистар кубогына дзю-до буйынса турнир үткәрелде.

Ярыштарҙы тантаналы рәүештә асҡанда «Хәрби хәрәкәттәр ветерандары Союзы» рәйесе Салауат Лоҡманов йәш спортсылар алдында тәрбиәүи йәһәттән бик тә әһәмиәтле телмәр тотто. Һәр ир баланың көслө, сыҙамлы, батыр булып үҫергә тейешлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды. Әйткәндәй, Афған һуғышы ветераны Салауат Нәжип улы үҙе лә ваҡытында фәҡәт дзю-до менән шөғөлләнгән кеше.
Шәхси беренселектә түбәндәге көрәшселәр иң юғары наградаларға лайыҡ булды: Әмир Шәрипов (тренеры А. Воронцов), Никита Исаев (Ш. Хәйбуллин), Зариф Сөләймәнов (Ф. Шакиров), Вәсил Мөхәмәтйәнов, Артур Сәлимов, Альберт Ғайсин (А. Гончаров), Данил Таһиров (И. Харисова).
Командалар араһында беренсе урында балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе, унан ҡала «Патриот» һәм «Өмөт» клубтары.
(№ 3)

Кейемле булдылар19.12.2013

Уҙған аҙнала ҡала-район мәктәптәренең 1-се класс уҡыусылары ҡыуаныслы ваҡиғаның шаһиты булды. Ниһайәт, 900-гә яҡын бала күптән көтөлгән өҫтәмә мәктәп формаһы комплектын алып шатланды.

1-се класс уҡыусыларын өҫтәмә комплект менән тәьмин итеү тураһындағы указға республика президенты Рөстәм Хәмитов ҡул ҡуйғайны. Документҡа ярашлы, быйылғы уҡыу йылында Башҡортостанда йәшәүсе 44 мең беренсе класс уҡыусыларына бушлай өҫтәмә комплект бирелергә тейеш ине. Кейемдәрҙе тектереү һәм таратыу өсөн республика ҡаҙнаһынан 43,5 миллион һум аҡса бүленде. Жилет һәм жакеттарҙы тегеүҙе «Өфө трикотаж фабрикаһы» йәмғиәте үҙ өҫтөнә алды. Балаларҙың үлсәмдәрен уларға йәйҙән яҙып биргәндәр ине. Әлбиттә, оҙайлы конкурс процедуралары арҡаһында комплекттарҙы уҡыусылар 1 сентябрҙә түгел, бөгөн генә алдылар. Бер комплекттың хаҡы (жилет һәм жакет) яҡынса 990 һум тора. Әйтергә кәрәк, уҡытыусылар ҙа, ата-әсәләр ҙә яңы кейемдән ҡәнәғәт. Әйберҙәрҙең сифатлы тегелеүен һәм зауыҡлы булыуын билдәләйҙәр.
(№ 3)

Иң яҡшылар - Учалынан!19.12.2013

БР Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы БР Журналистар Союзы менән берлектә Контактта социаль селтәрендә онлайн тауыш биреү юлы менән Йыл журналисын билдәләүе тураһында яҙғайныҡ инде. Һәм бына, ниһайәт, 16 декабрҙә Өфөлә уҙғарылған Матбуғат балында еңеүсе билдәләнде. Иң күп тауыш йыйып «Йыл журналисы» исеменә «Юлдаш» радиоһы хәбәрсеһе, яҡташыбыҙ Гүзәл Ситдиҡова лайыҡ булды. Уның йәшәйешебеҙҙең төрлө яҡтарын яҡтыртҡан, уйланырға мәжбүр иткән «Махсус репортаж» һәм башҡа тапшырыуҙарын күптәр яратып тыңлаһа ла, Гүзәл Алмас ҡыҙының Ураҙ ауылынан икәнлеген белмәйҙер ҙә әле. Әйткәндәй, журналистикаға тәүге аҙымдарын Гүзәл Ситдиҡова тап «Яйыҡ» гәзитендә яһай.
(№ 3)

Моңға ғашиҡ Ангелина19.12.2013

«Сулпылар» тапшырыуын белмәгән кеше юҡтыр. Ҡунаҡбай сәнғәт мәктәбе уҡыусыһы Ангелина Әхмәҙиева быйыл ошо республика телевизион конкурсында үҙ көсөн һынаны. 250-гә яҡын ҡатнашыусы булыуы ла 11 йәшлек ҡыҙсыҡты баҙатмай. Финалға уларҙың ни бары 12-һе етә. Улар араһында беҙҙең кескәй һандуғасыбыҙҙың исеме лә теркәлә. Һәм, ата-әсәһен, апаһын, яҡындарын, уҡытыусыһын ҡыуандырып, ул «Сулпылар-2013» республика телевизион конкурсында өсөнсө урынға лайыҡ була.
(№ 3)


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Ноябрь 2017    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
 12345
6789101112
13141516171819
20212223242526
27282930 

Популяр яңылыҡтар


Агроном -  ул ер  табибыАгроном - ул ер табибы
«Кем дә кем, бер башаҡ үҫкән ерҙә тағы берҙе...

Нисек йәшәйһең, өкө?Нисек йәшәйһең, өкө?
Ҡыҙыҡ, әгәр ҙә төнгө һунарсы Өкө әфәндегә, йә,...

Намыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәрНамыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәр
Байрамғолдар ашлыҡ һуғыу, һөт һауыу буйынса элек...

Бер нөктә - УчалылаБер нөктә - Учалыла
Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан ...

ФотофактФотофакт
Сираттағы «Аҙна һайын приз» лотерея уйынында...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.