» Гәзиттең номеры: 30

Тос өлөш индерҙе18.04.2017

Тос өлөш индерҙе[b][b]Быйыл Белорет ҡалаһына нигеҙ һалыныуҙың 255 йыллығы билдәләнә. Батша хөкүмәтенең рөхсәте буйынса Ҡатай волосы биләмәләрендә сауҙагәр Иван Мясников менән Иван Твердышев башҡорттарҙан ер һатып алырға булалар. Әлеге Белорет районы ерҙәрендә ҡаҙылма байлыҡ күп була бит - тимер, хром, цинк, ҡурғаш, алтын һәм башҡа.
Ошо 1762 йылдан һуң Белорет, Инйәр, Тирлән яҡтарында иҡти-сади үҫеш башлана. Заводтар төҙөлә, юлдар һалына, эшселәр күбәйә. Мәсеттәр, сиркәүҙәр, мәҙрәсәләр ҡалҡып сыға, унда мәғрифәтселек йәйелдерелә.
1885 йылда Сермәндә рус-баш-ҡорт башланғыс училищеһы, 1889 йылда Белоретта сиркәү-приход мәктәбе асыла. 1900 йылда Сермәндә беренсе дауахана эшләй башлай. 1913 йыл Әзе-кәйҙә яңы типтағы [/b
(№ 30)

Асыҡтан-асыҡ һөйләшеү18.04.2017

Асыҡтан-асыҡ  һөйләшеү«Башҡортостан Башлығы менән һөйләшеү» тапшырыуы республика телеканалдарында һуңғы ете йыл дауамында эфирға сыға һәм йылдан-йыл халыҡ араһында нығыраҡ популярлыҡ яулай. Быйылғы был сара 13 апрелдә үтте.
Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов Башҡор-тостандағы социаль-иҡти-сади хәлгә баһа бирҙе.
- Дөйөм алғанда, республика һәр йәһәттән үҙен ышаныслы тоя. Беҙҙә хәл ителмәгән мәсьәләләр юҡ, тип әйтә алмайым, улар байтаҡ. Әле тап шулар хаҡында һүҙ алып барасаҡбыҙ. Маһайыу түгел, әммә республикабыҙҙың Рә-сәйҙә ҡеүәтле, ныҡлы, көс-лө төбәк булыуын бил-дәләргә тейешбеҙ. Бөгөн беҙ ҡулдан килгәндең барыһын да эшләргә ты-рышасаҡбыҙ, - тине ул.
(№ 30)

Үәт, исмаһам, бейейҙәр!18.04.2017

Үәт, исмаһам, бейейҙәр!Ҡала филармонияһында ҙур сәнғәт байрамы - балалар бейеү коллективтары араһында «Яҙ һулышы» тип исемләнгән күркәм фестиваль үтте. Унда ҡала-райондың йәш һәләтлеләре генә түгел, Силәбе өлкәһенең Пласт ҡалаһынан, Бөрйән районынан, Сибайҙан - бөтәһе 23 коллектив ҡатнашты.
Сараны ойоштороусылар - ҡала ха-кимиәте менән берлектә Учалы фи-лармонияһы. Маҡсаттары ябай булһа ла, бөйөк: үҫеп килгән быуында башҡорт халыҡ ижадына, ғөмүмән, бейеү сән-ғәтенә һөйөү тәрбиәләү. Әйткәндәй, конкурстың төп шарттарының береһе - тәҡдим ителгән ике бейеүҙең береһе мотлаҡ башҡорт бейеүе булырға тейеш ине. Үҙҙәрен күрһәтеп, башҡаларҙы ҡарап йәш артистар тәжрибә туплап ҡына ҡалманы, ә тиҫтерҙәре менән аралашты, яңы дуҫтар тапты.
Конкурста һәүәҫкәр коллективтар менән бер рәттән, «өлгөлө» исемен йөрөтөүселәр ҙә ярышты. Шулай уҡ, көс һынаусылар 9 йәштән 12 йәшкә тиклемге һәм 13 йәштән 16 йәшкә тиклемге категорияларға бүленделәр.
(№ 30)

Баҙар бай - һөткә, ҡаймаҡҡа...18.04.2016

Баҙар бай -  һөткә, ҡаймаҡҡа...Баҙар бай -  һөткә, ҡаймаҡҡа...Һәр кем таҙа, сифатлы һәм үҙебеҙҙең ерлектә етештерелгән ризыҡҡа өҫтөнлөк бирә. Нимә генә тимә, яңы ғына һауылған һәм күбекләнеп торған ап-аҡ һөттөң тәме лә, файҙаһы ла билдәһеҙ ҡатнашмалар ҡушылған, оҙайлы ваҡыт һаҡланған һәм ете-ят ерҙән килтерелгәне менән сағыштырырлыҡ та түгел шул. Һуңғы йылдарҙа тәбиғи, юғары сифатлы аҙыҡ-түлеккә ихтыяж арта. Ауыл фермерҙарына, шәхси хужалыҡтарға мал аҫрап аҡса эшләү өсөн ҙур мөмкинлектәр асыла.
(№ 30)

Был донъяла ниҙәр бар?18.04.2016

Был донъяла  ниҙәр бар?Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы мәғлүмәттәре буйынса 2015 йылда юл-транспорт һәләкәттәрендә 1,25 миллион кеше үлгән. Иң насар күрһәткестәр Ливияла. Граждандар һуғышы ҡупҡан илдә юл ҡағиҙәләрен күҙәтеү ҡайғыһы юҡ инде. РФ - исемлектең уртаһындараҡ. Ә насар яҡтан икенсе урында - сағыштырмаса имен Таиланд. Кеше ҡорбандары менән тамамланған юл һәләкәттәренең 26 процентында иҫерек водителдәр ғәйепле, ти. Таиланд властары яңы әмәл тапмаҡсы - иҫерек тотолған водителдәрҙе яза рәүешендә моргтарға эшкә йүнәлтергә йыйыналар. Дөрөҫ инде, тамаҡҡа баш була алмауҙың ниндәй аяныс эҙемтәләргә килтереүен күрһендәр әйҙә.
(№ 30)

Шеш яман булмаҫ, ваҡытында асыҡлағанда18.04.2016

Шеш яман булмаҫ, ваҡытында асыҡлағанда Медицина алға киткән заман булһа ла, күптәр яман шеш тигән һүҙҙе ишетеү менән ҡалтырап төшә. Рәсәй һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, илдә 3 миллионға яҡын кешегә яман шеш диагнозы ҡуйылған. Үлемгә килтергән сәбәптәр араһында был ауырыу йөрәк-ҡан тамырҙары системаһы сирҙәренән ҡала икенсе урында тора. Йыл һайын рактан 300 мең самаһы кешенең ғүмере өҙөлә. Онкология ауырыуҙарынан донъяның бөтә илдәрендә йәшәүселәр ҙә яфалана. Донъяла йылына яҡынса 10 миллион кеше ҡаты сиргә дусар була. 8 миллионы вафат була, был йәһәттән Рәсәй бишенсе урында. Ҡытай, Һиндостан, АҠШ-та, Японияла беҙгә ҡарағанда яман шештән күберәк үләләр икән. Һуңғы ун йылда сирлеләрҙең һаны артҡандан-арта бара. Дөйөм алғанда, улар эсәк, тире, ашҡаҙандың яман шеше булһа, ир-аттарҙа күберәк үпкә, ә ҡатын-ҡыҙҙарҙа түш биҙҙәре шеше күҙәтелә. Яман шеш - хроник ауырыуҙар, тирә-яҡ мөхит, нәҫел, тәмәке тартыу, эмоциональ стресс кеүек факторҙарҙан барлыҡҡа килеүсе ҡатмарлы процесс. Шунлыҡтан онкологик сирҙәрҙең һуңғы йылдарҙа күберәк йәштәр (24-40) араһында үҫеше асыҡланған. Тап ошо ваҡытта яман шеште профилактикалау мөһим.
Уҙған аҙнала район хакимиәтендә онкологик сирҙәрҙе алдан диагности-калау һәм профилактикалау буйынса «түңәрәк өҫтәл» уҙғарылды. Ултырышта район хакимиәте башлы-ғының социаль сәйәсәт буйынса урынбаҫары Зөһрә Гордиенко, үҙәк ҡала дауаханаһы белгестәре, социаль учреждениелар етәкселәре һәм проф-союз ойошмалары етәк-селәре ҡатнашты.
(№ 30)

Башҡортостан - әүлиәләр иле17.03.2014

Башҡортостан - әүлиәләр иле Элекке заманда ерлегебеҙҙә әүлиәләрҙең йәшәгәнен иҫбатлаусы дәлилдәр бик күп. Мәҫәлән, күп райондарҙа Әүлиә тауы, Әүлиә шишмәһе тип йөрөтөлгән урындар бихисап. Үҙебеҙҙең Әүешкүл ауылының Әүеш тауында Рамаҙан әүлиә, Уау диуана (Вәхит) тауы һәм шишмәһе барлығы хәҙер һәр кемгә билдәле. Ғөмүмән, халҡыбыҙҙың 120-нән ашыу әүлиәһе, изгеһе барлығы мәғлүм. «Башҡортостан - әүлиәләр иле» исемле китапты күптәр ишетеп йә уҡып беләлер, моҡайын. Уны билдәле йәмәғәт эшмәкәре Салауат Килдин, журналист Сәлмән Ярмуллин менән Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының фольклористика бүлеге хеҙмәткәре Фәнирә айсина төҙөгән. Был баҫмала һүҙ әүлиәләр тураһында бара. Халыҡ хәтерендә һаҡланған, ишетелгән изге шәхестәребеҙ тураһында фәнни-популяр мәҡәләләрҙең бер өлөшөн бөгөн гәзит уҡыусыларға ла тәҡдим итергә булдыҡ.

Ҡыҙыл диуана

2003 йылда Салауат районының Мөсәт ауылынан Әғзәм Йосоп улы Йосоповтан (1918 йылғы, һуғыш ветераны) яҙып алынған. (Атаһы Йосоп һөйләгән булған. Ул боронғо дини китаптарҙы күп уҡыған).
«Ҡыҙыл диуана Боэрайҙан ине. Исеме Кәрим ине шикелле. Ҡатыны Нәсибаш ауылынан булғас, шунда торҙо. Төҫө ҡыҙыл булғанға, кирәмәттәр күрһәтә белгәнгә уны «ҡыҙыл диуана», «суфый» тип йөрөттөләр.
Йыл һайын беҙгә, Йосоп, Солтан ҡарттарға килеп йөрөнө. Бер тапҡыр ҡыҙыл диуана Мөсәттән ҡайтырға сыға. Егеттәр уның аҡсаһын таларға сыҡҡанмы икән? Ҡурҡытырғамы? Ҡыҙыл диуана быларға кирәмәт күрһәткән - уның ике яғынан ике айыу тештәрен шығырлата, тегеләр ҡурҡып ҡаса».
(№ 30)

Байрам аҙағы ҡыуандырманы17.03.2014

Байрам аҙағы ҡыуандырманы2014 йылдың 2 айында төбәгебеҙҙә 3 юл-транспорт һәләкәте теркәлде, төрлө кимәлдә 4 кеше имгәнә. Төп өлөштә бәләгә хәрәкәт тиҙлеге режимын күҙәтмәү килтерә. Шул уҡ дәүерҙә 88 яҡташыбыҙ иҫерек көйөнсә руль артына ултырып тотолдо. Хәҙер инде 1,5 йыл йәйәү йөрөп торасаҡтар, яңы ҡағиҙәләр буйынса ошо ваҡытҡа транспорт менән идара итеү хоҡуғынан мәхрүм ителәләр. Бынан тыш 30 мең һум штраф түләтелә. Тамаҡ - тамуҡ, нәфсеңә баш була алмау бик ҡиммәткә төшә!

Ә мартта иң хәйерһеҙ көн 9 март - байрам аҙағы булған икән. Бер көндә ике юл-транспорт һәләкәте башҡарыла бит. Белорет-Учалы-Мейәс юлының 70-се километрында (Ураҙ менән Уральск араһы) ВАЗ 2111 автомобиле түңкәрелә. Пассажир, 1988 йылда тыуған егет (Уральск ҡасабаһынан) һәләк була. Ә шул уҡ көндөң кисендә Комсомольск ҡасабаһы зонаһында Рено-Логан автомобиле юл сатында өләсәй менән уның ейәнсәрен төрттөрә, ныҡ ҡына имгәтә…
(№ 30)

Һөнәрленең ҡулы алтын17.03.2014

Һөнәрленең ҡулы алтынХалҡыбыҙҙа ҡыҙ баланы кейәү йортона бирнә тултырылған һандыҡ менән оҙатыу йолаһы бар. Боронғо ғөрөф-ғәҙәттәр яйлап онотолоуы менән бергә буласаҡ киленгә һандыҡ әҙерләү ҙә мөһим һаналмай башланы. Шулай ҙа һуңғы йылдарҙа, формаль рәүештә булһа ла, элекке традицияның яңынан тергеҙелеүе күҙәтелә. Әммә, был осраҡта яңы проблема - һандыҡ эшләүселәр юҡлығы асыҡланды. Ишкен ауылында йәшәүсе Мөхәммәт Фәсхетдинов боронғо кәсепте әлеге көндә лә дауам итеүсе һирәк оҫталарҙың береһе.

- Уральскиҙан бер оло йәштәрҙәге ханым килеп, рус һандығына заказ бирҙе. Мин аптырап ҡалдым: һандыҡ урыҫтыҡы ла, башҡорттоҡо ла буламы, тип. Әлегә тиклем тимер менән ҡоршап үҙ халҡыбыҙҙың йыһазын яһағанмын икән, рустарҙыҡы тимерһеҙ, биҙәк һалынған була. Һуңғыларын семәрләүгә ваҡыт та, оҫталыҡ та күберәк талап ителә, - тип осраҡлы хәлдең шөғөлдө камиллаштырыуға булышлыҡ итеүе хаҡында билдәләне Мөхәммәт Сафиулла улы.
(№ 30)


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Ноябрь 2017    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
 12345
6789101112
13141516171819
20212223242526
27282930 

Популяр яңылыҡтар


Агроном -  ул ер  табибыАгроном - ул ер табибы
«Кем дә кем, бер башаҡ үҫкән ерҙә тағы берҙе...

Нисек йәшәйһең, өкө?Нисек йәшәйһең, өкө?
Ҡыҙыҡ, әгәр ҙә төнгө һунарсы Өкө әфәндегә, йә,...

Намыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәрНамыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәр
Байрамғолдар ашлыҡ һуғыу, һөт һауыу буйынса элек...

Бер нөктә - УчалылаБер нөктә - Учалыла
Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан ...

ФотофактФотофакт
Сираттағы «Аҙна һайын приз» лотерея уйынында...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.