» Гәзиттең номеры: 31

Ябай ҙа ул, бөйөк тә...21.04.2017

Физкультура - уҡыусыларҙың иң яратҡан дәрестәренең береһелер. Унда математик иҫәпләүҙәр, көсөргәнешле уйлау талап ителмәй, ә бары тик физик күнегеүҙәр: йүгереү, һикереү, туп менән уйнау, баскетбол, саңғыла йөрөү тәнеңә, йәнеңә сәләмәтлек, рәхәтлек кенә килтерә. Был дәрестәргә балалар элек-электән һәр саҡ ихлас йөрөйҙәр. Бигерәк тә уҡытыусыларын яратһалар, икеләтә ҡәнәғәтлек кисерәләр. Уҡыусыларының ана шундай сикһеҙ мөхәббәтен яулаған ябай уҡытыусы хаҡында бөгөн һүҙем.
Ваҡыты менән иҫәпләшмәй, тормошоноң күп өлөшөн эшенә арнап, балаларҙы физик яҡтан көслө, әүҙем тормошҡа әҙерләгән Ураҙ лицейының физкультура уҡытыусыһы Морат Хәлфитдин улы Хәмитовтың хеҙмәте иғтибарға лайыҡ. Һөнәрен яратып, еренә еткереп башҡарғас, уҡыусылары ла үҙенә ылығып тора, коллективта, ауыл халҡы алдында ла абруйы ҙур.
Морат Хәмитов 1977 йылда Килмәк ауылында донъяға килгән. Атаһы - шахтер, әсәһе хаҡлы ялға сыҡҡансы дәү-ләт страховка ойошмаһында эшләгән. Атаһы данлыҡлы балта оҫтаһы булараҡ та бил-дәле. Ғаиләлә өс бала тәр-биәләнгән. Өсөһө лә юғары белемле - Башҡорт дәүләт уни-верситетының Сибай инсти-тутын тамамлағандар.
(№ 31)

Бәхетегеҙҙе һынап ҡарарға ашығығыҙ!21.04.2017

Хөрмәтле гәзит уҡыусыларыбыҙ! 1 апрелдән 2017 йылдың икенсе ярты йыллығына гәзит-журналдарға яҙылыу кампанияһы башланды. Беренсе ярты йыллыҡ менән сағыштырғанда хаҡтар бер аҙ күтәрелде, был почта сығымдарының артыуына бәйле. Сираттағы кампанияла ла Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һәм I,II төркөм инвалидтары өсөн ташламалар ҡарала.
«Яйыҡ»ҡа 6 айға яҙылыу хаҡы - 841 һум 26 тин. Ветерандар өсөн 6 айға -769 һум 02 тин. Редакция подпискаһы (үҙегеҙ килеп алған осраҡта) - 480 һум.
«Аҙна һайын приз»
(№ 31)

Ауыр темаға ауыр әңгәмә21.04.2017

18 апрелдә балалар араһында суицид осраҡтарының сәбәптәрен өйрәнеү һәм балиғ булмағандарға ҡарата енәйәт ҡылыныуҙарҙы иҫкәртеү буйынса эш төркөмөнөң ултырышы үтте. Сара «түңәрәк өҫтәл» рәүешендә үткәрелде, эшмәкәрлектәре балалар менән бәйле урындағы етәксе-белгестәрҙән тыш, БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары Эльвира Әйетҡолова менән Римма Үтәшевалар ҙа ҡатнашты.
Һуңғы 4 йылда 5 балиғ булмаған райондашыбыҙ үҙенә-үҙе ҡул һалды. Аҙағына тиклем еткерелмәгән ынты-лыштар, әлбиттә, тағы ла күберәк. Сәбәптәр төрлө - яҡындары менән уртаҡ тел таба алмау, мәктәптәге йә тиңдәштәр менән проблемалар, яуап-һыҙ тәүге мөхәббәт һ.б. Йәшәйеш ләззәтенән ваз кисерлек дәрәжәгә еткән үҫмерҙәргә ваҡытында ярҙам күрһәтеп өлгөрөү өсөн күп эш баш-ҡарыла: социаль-психологик ярҙам үҙәктәре, «ышаныс телефондары», спорт һәм йәмәғәт эшмәкәрлегенә йәлеп итеү, имен булмаған ғаиләләрҙе даими күҙәтеү аҫтында тотоу, мәктәп психологтары һәм социаль педагогтар аңлатыу-йыуатыу бурысын башҡа-рыуҙары һәм башҡа күп. Тик яңынан-яңы касафаттар ҙа ҡалҡып тора бит әле. Бына, мәҫәлән, интернет селтәрендә үҫмерҙәрҙе нисектер арбап, психик яҡтан үҙҙәренә буйһондороп, суицид ҡылырға өндәгән сайттар пәйҙә була башлаған. Бик ҡурҡыныс күренеш, йәштәр көнө-төнө компьютер артында үткәрә бит... Эльвира Әйетҡолова ата-әсәләрҙе был тәңгәлдә бик уяу булырға өндәне. Бындай сайтты абайлайһығыҙ
(№ 31)

Халыҡ ышанысын аҡлап21.04.2017

Халыҡ ышанысын аҡлап21 апрелдә муниципаль берәмектәр хеҙмәткәрҙәре һөнәри байрамын билдәләй. Урындағы үҙидара органдарының социаль-иҡтисади мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә, халыҡҡа сифатлы тормош тәьмин итеүҙәге әһәмиәте ҙур. Районыбыҙҙа күптәргә өлгө булырлыҡ ауыл Советтары биләмәләре, халыҡтың ихтыяжын аңлап эш иткән етәкселәр ҙә бихисап.
(№ 31)

Берҙәм йортта бәрәкәт бар22.04.2016

Берҙәм йортта бәрәкәт барРФ Президенты В.В.Путиндың 2012 йылғы указына ярашлы, 21 апрель - Урындағы үҙидара хеҙмәткәре көнө тип билдәләнә башланы. Был дата осраҡлы рәүештә алынмай: 1785 йыл батшабикә Екатерина II «Ҡалаларға жалованная грамота» тип аталған документҡа ҡул ҡуйған була - Рәсәй тарихында урындағы үҙидара тураһында тәүге хоҡуҡ акты. Әйткәндәй, В.В.Путиндың указынан һуң да урындағы властарҙың вәкәләттәре ярайһы киңәйтелә.
Һөнәри байрамды Рәсәй Федерацияһында 300-400 мең тирәһе кеше билдәләй. Илебеҙҙә бихисап муниципаль берәмектәр бар, шул иҫәптән 535 ҡала округтары, 267 ҡала-эсе муниципаль берекмәһе, 1823 муниципаль район, 1644 ҡала һәм 18 654 ауыл ултыраҡтары.
Заман башҡа, заң башҡа, тигәндәй, урындағы власть структураларында ниндәйҙер яңы вазифалар барлыҡҡа килә, элеккеләре бөтөрөлә йә үҙгәртелә. Гәзит уҡыусыларыбыҙға ниндәй һорау менән ҡайһы кешегә мөрәжәғәт итеү кәрәклеген төшөндөрөү өсөн, муниципаль районыбыҙ Советы һәм хакимиәтенең структураһын тулыһынса баҫырға булдыҡ.
(№ 31)

Төймә лә бүләк, дөйә лә бүләк22.04.2016

Вәғәҙә иткәнебеҙсә, «Яйыҡ» гәзитенә икенсе ярты йыллыҡҡа яҙылыусылар араһында приздар уйнатыуҙы башланыҡ. Беренсе уйында өс бүләк отоусы билдәләнде.
Тәүге приз - баҡса миҙгеле башланыр алдынан бик тә кәрәкле әйбер - йәшелсә үҫтереү өсөн ҡулайлама - Һәйтәк ауылынан Ғәлиә һәм Наил Ғәбиҙуллиндарға сыҡты. Яҙмыш үҙе шулай билдәләгәндер - ғаилә йәшелсә-емеш үҫтереүгә бик әүәҫ икән.
Наил Нурлығаян улы менән Ғәлиә Хөсәйен ҡыҙы ҡулға-ҡул тотоношоп бына инде 63 йыл татыу ғүмер кисерәләр. Алты балаға ғүмер биреп, тәрбиәләп үҫтергәндәр. Ҡыҙғанысҡа күрә, балаларының икеһе иртә баҡыйлыҡҡа күскән. Рафаил улдары тау-байыҡтырыу ком-бинатында хеҙмәт итә. Фаилдары атай нигеҙенән алыҫ китмәй, ауылда төпләнгән. Зилә ҡыҙҙары Краснодар крайында йәшәй. Гөлдәр ҡыҙҙары Мәҫкәү ауылында бына инде 30 йыл шәфҡәт туташы булып эшләй. Балалары үҙҙәре хәҙер олатай-өләсәй булғандар.
(№ 31)

Мәкерле «сихут» сире24.03.2015

Мәкерле «сихут» сиреТуберкулез - иң боронғо ауырыуҙарҙың береһе. Ул меңәрләгән ғүмерҙәрҙе ҡыйған афәт. Был сир тураһында белешмәләр боронғо китаптарҙа яҙып ҡалдырылған, ғалимдар уның йоғошло ауырыу икәнлеген иҫбатлау өсөн төрлө эҙләнеүҙәр үткәргән. 1882 йылда немец ғалимы Роберт Кох микроскоп аша туберкулез таяҡсаларын күрә алған һәм был таяҡсаларҙың туберкулез сирен тыуҙырыуын иҫбатлаған.
Был сир менән йыл һайын Ер йөҙөндә 10 миллионға яҡын кеше ауырып тора, һәр 10 секунд һайын бер кешенең ғүмере өҙөлә.
Туберкулез менән күберәк алкоголь эсемлектәре менән мауығыусылар, асар-баҡтар, йәш үҫмерҙәр, ауырлы ҡатындар, йәш балалы әсәләр, илдән-илгә күсенеп йөрөүселәр, хроник сирлеләр ауырый.

Туберкулез - ул нә-ҫелдән бирелгән ауырыу түгел, ә шулай ҙа бер ғаиләлә сирле булған осраҡта, бер-береһенән йоҡтороп бер нисә кеше ауырырға мөмкин.
Туберкулез таяҡсалары асыҡ һауала үрсемәһә лә, зарарлау көсөн оҙаҡ юғалтмай. Ультрафиолет нурҙары, эҫе һыуҙа ҡайнатыу, 5 процент хлорамин бер нисә минут эсендә туберкулез таяҡсаларын юҡ итһә, бысраҡ, йыуылмаған, елләтелмәгән бүлмәләрҙә улар йылдар буйы һаҡланырға мөмкин.
Сир күп осраҡта ауырыу кешенән йоға: йүткергәндә, сөскөргәндә, һөй-ләшкәндә һауа аша һау кешенең тын юлдарына үтеп инеп, үпкәне, ҡан аша таралып, башҡа органдарҙы ла зарарларға мөмкин. Зарарланған кеше оҙаҡ дауаланмаһа, үпкә шешә, тишелә. Ауырыуҙың тәүге симптомдары булып күкрәк ҡыҫыу, хәл бөтөү, сәбәпһеҙҙән тирләү, йүткереү, тән температураһының күтәрелеүе, аппетит юғалыу, ябығыу күҙәтелә.
(№ 31)

Был донъяла ниҙәр бар?24.03.2015

Был донъяла ниҙәр бар?Эт саба тип, бет саба, ти… Саҡырыу алып та, Болгария президенты Росен Плевнелиев 9 май Мәскәүҙә үтәсәк Еңеү парадына килеүҙән баш тартты. Рәсәй гел генә «славян туғандар» тип иркәләп йөрөтһә лә, юҡҡа ғына ике донъя һуғышында ла беҙгә ҡаршы алышмағандарҙыр инде! Улай ғына ла түгел бит әле, 19 быуатта күпме һалдаттарыбыҙҙың ҡанын түгеп, Төркиә хакимлығынан азат иткән булдыҡ. Быйыл Болгарияла иҙеүҙән ҡотолоуҙың 137 йыллығын билдәләүгә Рәсәй делегацияһын саҡырыуҙы кәрәк тип тә тапманылар - нисек тә яңы хужаларына ярамһаҡланырға белмәйҙәр.
ә Германия башлығы Ангела Меркель ханымға ҡойроҡ болғарға тура килә. Бер яҡтан, 9 май парадында ҡатнашһа, АҠШ оҡшатмаясаҡ. Килмәһә, заманында һуғыш башлаған дәүләттең башлығы Бөйөк Еңеүҙе инҡар итеүен бер кем дә аңламаясаҡ. Шуға ла, туғыҙы түгел, унынсы май килеп, Билдәһеҙ һалдат ҡәберенә венок һалырға ҡарар итте.
(№ 31)

«Йәштәргә ярҙам итәйек!»24.03.2015

«Йәштәргә ярҙам итәйек!»Һис шикһеҙ, республика хөкүмәте ултырыштарын видеоселектор режимында үткәреү - отошло алым. Беренсенән, йәшәйешебеҙгә тура ҡағылған ҡарарҙар ни рәүештә ҡабул ителеүе асыҡ күренә. Икенсенән, өфөгә бармайынса ла, сарала бар район-ҡалаларҙыœ етәкселеге, йәмәғәтселек вәкилдәре һәм журналистар ҡатнаша ала. үткән аҙнала ошо рәүештә хөкүмәттеœ йәштәр менән эш итеү мәсьәләләренә арналған Башҡортостан Хөкүмәте ултырышы үтте. Беҙгә лә шаһит булыу форсаты сыҡты.
- Беҙ - Волга буйы федераль округында иң йәш биләмәләрҙеœ береһе. Халыҡтың уртаса йәше - 38 тирәһе. Беҙҙән «өлкәнерәктәр» ҙә бар - 40-43 йәш. Республикабыҙҙа йәштәр һаны миллионға яҡын - 970 мең кеше, - тип билдәләне инеш һүҙендә БР башлығы Рөстәм Хәмитов. - Беҙгә йәштәр менән нисек эшләү яҡшыраҡ икәнлекте аныҡ күҙ алдына килтереү, уларҙы ниндәй мәсьәләләр борсоуы хаҡында белеү мотлаҡ.
- Хеҙмәт хаҡы, эш һәм торлаҡ - йәштәрҙе борсоған иң мөһим проблемалар ошо, тип билдәләне сығыш яһаусы. - Был һорауҙар уңышлы хәл ителә тип әйтеүе ауыр. Йәштәр программалары буйынса торлаҡ алырға булышлыҡ итеү - исем өсөн генә инде, йылына 150-200 фатир миллионлап кеше өсөн тамсы хәтлем генә. Эшкә лә барыһы ла 40-45 йәшлек тәжрибәле белгестәрҙе алырға ынтыла, ә бит тәжрибә үҙенән-үҙе килмәй, уны алыу өсөн башта эшкә урынлашыу талап ителә. Башта университет-институттар, хәҙер, хатта, мәктәптәр, беҙҙең бурыс - белем биреү, һылтауы менән тәрбиә эшенән баш тарта башланы. Бының менән һис тә килешеп булмай. Йәштәрҙең сәйәси-ижтимағи тормошта әүҙемерәк ҡатнашыуҙары ла мөһим. Республика Башлығы һүҙҙәренсә, йәштәргә депутат урындарын биләү мөмкинлеген бирергә, власть органдарын «йәшәртеү» менән әүҙем шөғөлләнергә кәрәк. Төрлө кимәлдәге депутаттар араһында бөгөнгө көндә йәштәр 1,5 проценттан да кәм икән, һәр 200 депутаттың 3-һө генә йәш кеше. Оҙаҡламай сираттағы һайлауҙар етә, ошо хаҡта ла онотмайыҡ.
(№ 31)

Йәрминкә гөрләй24.03.2015

Йәрминкә гөрләйҠаланың филармония артындағы майҙанында йәрминкәләр дауам итә. Һәр шәмбе, йәкшәмбе ауыл хужалығы продукцияһын етештереүселәр, эшҡыуарҙар халыҡҡа үҙенең тауарын тәҡдим итә. Йәрминкәгә һирәк сығам, тормош иптәшемдең дә минең дә атай-әсәйҙәребеҙ ауылда йәшәй, шуға ла ит, һөт-ҡаймаҡ, картуф һатып алмайбыҙ. Яҡындарыбыҙға рәхмәтлебеҙ, хәлдәренән килгәнсе аҙыҡ-түлек менән тәьмин итергә тырыша. Иттең, һөттөң хаҡы менән ҡыҙыҡһынғаныбыҙ юҡ.
Шәмбе көнө ғаиләбеҙ менән йәрминкәгә барырға, бер ыңғайына аҙыҡ-түлеккә хаҡтарҙы ҡарап ҡайтырға булдыҡ. Йәрминкә гөрләй, йәнең теләгән нәмәне һатып алырға була. Баҡса үҫтерергә яратыусылар өсөн күңелле лә, мәшәҡәтле лә көндәр етте - сауҙа майҙанында бер нисә урында орлоҡтар күпләп һатыла, улар янында халыҡ мыжғып тора. Хаҡтары төрлөсә, бәләкәй генә ҡаптағыһын 15-20 һумға алырға мөмкин. Орлоҡтарҙың ниндәйе генә юҡ - иртә өлгөргәне, ҡышҡа тиклем сыҙағаны, бал ҡорттары ярҙамында ғына һеркәләнгәне, һыу яратҡаны, ҡояшты үҙһенмәгәне һәм башҡалар. Картуф та күп күренә, уның 5 литрлыҡ биҙрәһе - 100-120 һум, 10 литрлығы - 200 һум. «Икенсе икмәк» ниңәлер артыҡ ҙур һорау менән ҡулланмай, яй үтә, тиҙәр һатыусылар. Халыҡ ҡышҡы запастарын ашап бөтмәгән, күрәһең. Ә бына сөгөлдөр менән кишер ҡиммәтләнгән, килограмы - 45 һум, һуған - 39-40 һум. Кәбеҫтә šышын 40 һум ине, әле 42 һумға еткән. Йәшелсә-емеш һатыусылар байтаҡ ҡына. Помидор арзанайған - 130-150 һум, Туймазы ҡыяры 160-170 һум тора.
Ондоң килограмы 30-35 һум, шәкәр 47 һум. әйтергә кәрәк, шәкәр ҡайһы бер магазиндарҙа һаман 56-65 һум менән һатыла. Дөгө ярмаһы 55-60 һум, макарон изделиялары - 32 һум.
(№ 31)


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Ноябрь 2017    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
 12345
6789101112
13141516171819
20212223242526
27282930 

Популяр яңылыҡтар


Агроном -  ул ер  табибыАгроном - ул ер табибы
«Кем дә кем, бер башаҡ үҫкән ерҙә тағы берҙе...

Нисек йәшәйһең, өкө?Нисек йәшәйһең, өкө?
Ҡыҙыҡ, әгәр ҙә төнгө һунарсы Өкө әфәндегә, йә,...

Намыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәрНамыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәр
Байрамғолдар ашлыҡ һуғыу, һөт һауыу буйынса элек...

Бер нөктә - УчалылаБер нөктә - Учалыла
Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан ...

ФотофактФотофакт
Сираттағы «Аҙна һайын приз» лотерея уйынында...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.