» Гәзиттең номеры: 32-33

Мин илемә бөркөт булып осоп ҡайтырмын...30.03.2015

Мин илемә бөркөт булып  осоп ҡайтырмын... ИКЕ ЙОНДОҘ - ИКЕ ЯҘМЫШ
Һуғыш. Биш кенә хәрефтән торған был ҡәһәрле һүҙҙең артында миллионлаған кешенең аяныслы яҙмышы, миллионлаған ғаиләнең селпәрәмә килгән тормошо, ваҡытһыҙ өҙөлгән ғүмерҙәр, яҡты донъяға тыуып та йәшәй алмаған балалар тора. Һуғыш ғазаптарын, ауырлығын башҡалар менән бергә, Учалы районының Ҡобағош ауылында йәшәгән Минһажетдиновтар ғаиләһе лә үҙ иңендә кисергән. Беҙ үҫкән йорттоң ҡапҡа бағаналарын ике йондоҙ биҙәне. Бәләкәйҙән беҙ был йондоҙҙарҙың береһе һуғышта һәләк булған Фуат ағайымдыҡы, ә икенсеһе атайымдыҡы икәнен күреп, белеп үҫтек, тик ағайымдың йондоҙоноң ситтәре ҡараға буялған ине.

Ҡобағош ауылынан Бөйөк Ватан һуғышына 124 кеше китә, 67-һе яу яланында һәләк була. Бөгөнгө көндә уларҙың береһе генә иҫән. Минһажетдиновтар ғаиләһенән мәктәптә уҡытып йөрөгән еренән, һуғышҡа иң беренселәрҙән булып Жәүәт Минһажетдинов алына. Атайым һуғышҡа киткәндә Әлкәлә төрмәлә ултырған олатайымды күрергә тырышҡан, тик ниәте барып сыҡмаған һәм осрашырға насип булмай...
(№ 32-33)

Яңы һулыш менән30.03.2015

Яңы һулыш менәнҠала шарттарында «зәңгәр яғыулыҡ»һыҙ йәшәйеште күҙ алдына килтереүе ҡыйын. Был тормош уңайлығы яйлап ауыл урамдарына ла кèлеп етеп бара. Быға тиклем башлыса ул районыбыҙҙың көньяҡ өлөшөнә һуҙылһа, әле Сәфәр, Мансур, Ильинка ауылдарында газ торбалары һалына. Ҡала ситендәге микрорайондар ҙа, тулыһынса тиерлек, «зәңгәр яғыулыҡ»ҡа күсеү өҫтөндә.
«Газпром газораспределение Уфа» йәмғиәтенең Учалы ҡалаһындағы филиалы техник документация әҙерләү, газ торбаларын проектлау, ҡороу, газ ҡаҙандарын, счетчиктарҙы, плитәләрҙе урынлаштырыу, шәхси газ баллоны ҡулайламаларын проектлау, монтажлау һәм, әлбиттә, халыҡты һәр яҡлап хеҙмәтләндереү эшен алып бара.

Ошо көндәрҙә ҙур реконструкциянан һуң урындағы «Газпром» бинаһын асыу тантанаһы үтте.
Төҙөкләндереү эштәре ике этапта атҡарылған. Тәүгеһендә, авария-диспетчерҙар хеҙмәте, ер аҫты газ торбалары хеҙмәте, электр-химик һаҡланыу биналары капиталь ремонтлана. Икенсе этапта административ корпус реконструкциялана: дүртенсе ҡат төҙөлгән, ике төкәтмә, фойе барлыҡҡа килгән. 3750 квадрат метрҙы биләгән бөгөнгө уңайлаштырылған филиал барлыҡ янғын хәүефһеҙлеге, санитар талаптарға яуап бирә. Ремонт эштәре 70 миллиондан ашыу һумға атҡарылған.
(№ 32-33)

Юлдарҙа иғтибарлы булайыҡ30.03.2015

Юлдарҙа  иғтибарлы булайыҡОшо көндәрҙә район хакимиәтендә юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген иҫкәртеү буйынса комиссияның сираттағы ултырышы үтте. Сарала ҡала-райондың эске эштәр, мәғариф бүлеге, автовокзал, тау-байыҡтырыу комбинаты, автотранспорт предприятиеһы, юл хеҙмәттәре вәкилдәре ҡатнашты.
- Юл-транспорт фажиғәләренә нигеҙҙә юлдарҙың төҙөк булмауы, машиналарҙың күплеге, руль артындағы эскән кешеләр, тиҙлекте арттырыусылар, юлды теләһә ҡайҙан йүгереп үтеүсе йәйәүлеләр һәм башҡалар сәбәпсе.
Был проблема төрлө яҡлап хәл итеүҙе талап итә. Бының менән юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы яңғыҙы ғына шөғөлләнергә тейеш түгел. Дөйөм эшкә барыһының да ҡушылыуы фарыз, - тине район хакимиәте башлығы Фәрит Дәүләтгәрәев.

Төбәгебеҙҙә 2014 йылда булған юл хәрәкәте ваҡиғалары менән ҡала-райондың юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы начальнигы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Александр Коротков таныштырҙы. Әлбиттә, статистика борсоуға һала. Водителдәребеҙ юлдарҙа хәүефһеҙ йөрөргә һаман өйрәнә алмай. Юл йөрөү ҡағиҙәләренә ҡағылышлы закондарҙың šатмарланыуы ла, штрафтарҙың күләме лә ҡурҡытмай уларҙы. 2014 йылда 1576 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән, уның 29 осрағында 8 кеше һәләк булған, 36 кеше тән йәрәхәттәре алған. Иҫерек водителдәр арҡаһында 3 авария теркәлгән. 13 мең автомобиль хужаһы юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙған өсөн административ яуаплылыҡҡа тарттырылған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, иҫерек водителдәр һаман хәүеф тыуҙыра, аварияларҙың күбеһе улар арҡаһында килеп сыға. 628 кеше иҫерек килеш тотолған, 542-һе тиҙлек режимын арттырған, 1585 автоһәүәҫкәр хәүефһеҙлек ҡайышын эләктермәгән булған. Ағымдағы йылда 2 юл фажиғәһе теркәлгән, 4 кеше йәрәхәтләнгән, уларҙың икәүһе дауаханала йән биргән. Аварияларҙа балаларҙың үлеүе, төрлө тән йәрәхәттәре алыуҙары борсоуға һала. Былтыр 16 йәшкә тиклемге үҫмерҙәр араһында 2 авария теркәлгән, бер бала һәләк булған, бер бала йәрәхәтләнгән.
(№ 32-33)

Учалы һандуғасы30.03.2015

Учалы һандуғасыТанылған йырсы, филармониябыҙ артисткаһы Ынйы Әхмәтованың сығышын халыҡ түҙемһеҙләнеп кµтµп ала, байрам-концерттарҙа аяҡ өҫтө тороп алҡышлайҙар. Үҙенсәлекле сағыу, моңло тауышы менән тамашасыһын тапҡан Учалы һандуғасы әле лә эҙләнеүҙәр юлында, илһамланып ижад итә, яңынан-яңы йырҙары менән күңел ҡылдарын тибрәтә.
Ынйы Әхмәтова - Ахун ауылы ҡыҙы. Әсәһе Зилә Ғилметдин ҡыҙы ғүмер буйы уҡытыусы, атаһы Дамир Сиражетдин улы механизатор булып эшләй. Ҡәҙерлеләре икеһе лә сәнғәткә ғашиҡ кешеләр. Әсәһе моңло итеп йырлай, атаһы өҙҙөрөп гармунда уйнай. Ынйы ошо мөхиттә тәрбиәләнеп үҫә. Биш йәштән әсәһе бейергә-йырларға өйрәтә. Ете йәшендә музыка мәктәбенә йөрөй башлай. Мәктәп йылдарында бер мәҙәни сара ла Ынйыһыҙ үтмәй, клуб сәхнәһендә йыш сығыш яһай. Йәш талантты йәмәғәт эштәрендә актив ҡатнашҡаны өсөн Артекка путевка менән дә бүләкләйҙәр.
Бала саҡтан сәнғәт кешеһе булыу хыялы менән янған ҡыҙыҡай, 8-се класты тамамлағас, Учалы музыка училищеһына уҡырға инә. Яҡындары һәр яҡлап ҡыҙҙарын ҡанатландырып тора. Училищены тамамлап тау-байыҡтырыу комбинаты профкомы эргәһендә ойошторолған халыҡ филармонияһында эш башлай. Ул ябылғас, Мәҙәниәт йортона вокаль түңәрәк етәксеһе булып күсә. Йәш, дәрт-дарманы ташып торған ҡыҙсыҡ ең һыҙғанып эшкә тотона. Ҡатын-ҡыҙҙар ансамблен ойоштора. 2000 йылда талантлы ҡыҙҙы филармонияға алалар. Ҙур сәхнәгә юлы шунан башлана ла инде. Ошо йылдарҙа моңло тауышлы йырсыбыҙ бөтә республикаға таныла. 1999 йылда «Урал моңо» халыҡ-ара йыр бәйгеһендә беренсе урын ала, «Туған тел-2001» конкурсында ҡатнашып, гран-при яулай. Әйтергә кәрәк, быйылғы йыл да йырсы өсөн уңышлы башланған. «Таланттар ҡанаттарында» конкурсында ҡатнашып, бер-нисә номинацияла еңеү яулай.
(№ 32-33)

Хәүефле осор башлана27.03.2015

Хәүефле осор башланаКүпселек янғындар кешеләрҙең һаҡһыҙлығы арҡаһында килеп сыға. Уларҙың күбеһе урман фонды һәм уға сиктәш ерҙәрҙә, юл, күл, йылға буйҙарында сыға. Ағас әҙерләгән ойошмалар һәм граждандар диләнкәләрҙе таҙартырға, урманда ҡалған ағасты өйөп, тирә-яғын һөрөргә, башҡа һаҡлыҡ саралары күрергә тейеш.
Урман янғындары стихиялы бәлә-ҡаза һанала һәм урман хужалығына хәтһеҙ зыян килтерә. Быйыл 2014 йылдың октябрь айында яуған боҙло ямғырҙан һуң урмандарҙа янғын сығыу ихтималлығы бигерәк тә артты. 4500 га майҙанда ағастар йығылып, зыян күрҙе.
Урмандарҙы янғындарҙан һаҡлау урман хужалығының нигеҙен тәшкил итеүсе махсуслаштырылған, профессиональ белеме булған ойошмаға - урман һағына йөкмәтелгән.

2014 йылда «Учалы лесничествоһы» биләмәһендә 1 урман янғыны осрағы теркәлә. 9,5 га майҙан утҡа ҡала. Янғын урман һағы, ирекле дружиналар һәм «Учалинская» ПХС-2 (янғынға ҡаршы химик станция) көстәре менән һүндерелә.
Ҡуртымға алынған ерҙәрҙә урман янғыны теркәлмәгән.
(№ 32-33)


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Ноябрь 2017    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
 12345
6789101112
13141516171819
20212223242526
27282930 

Популяр яңылыҡтар


Агроном -  ул ер  табибыАгроном - ул ер табибы
«Кем дә кем, бер башаҡ үҫкән ерҙә тағы берҙе...

Нисек йәшәйһең, өкө?Нисек йәшәйһең, өкө?
Ҡыҙыҡ, әгәр ҙә төнгө һунарсы Өкө әфәндегә, йә,...

Намыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәрНамыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәр
Байрамғолдар ашлыҡ һуғыу, һөт һауыу буйынса элек...

Бер нөктә - УчалылаБер нөктә - Учалыла
Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан ...

ФотофактФотофакт
Сираттағы «Аҙна һайын приз» лотерея уйынында...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.