» Гәзиттең номеры: 32

Наурыҙҙар байрам уҙғара25.04.2017

Наурыҙҙар байрам уҙғараЯҙ һәм хеҙмәт байрамын бына инде нисә йыл наурыҙҙар бергәләп тыуған ауылдарында уҙғара. Быйыл да традицияны боҙмай “Ауыл көтә улдарын” сараһын планлаштыралар. Быйыл ул ике көн дауамында, 30 апрель -1 майҙа уҙғарыласаҡ.
Ауылды төҙөкләндереү, өмәләр ойоштороу, бала саҡ уйындарын уйнау, кисен клубта марш, өсмөйөш уйнауҙан тыш быйыл наурыҙҙар XVII быуат аҙағында XVIII быуаттың беренсе яртыһында ошо ауылда йәшәгән Ҡобағыш сәсәндең бүләһе атаҡлы Ҡарас сәсәнгә обелиск асасаҡ. Мәғлүм булыуынса, Ҡарас сәсән мәргән уҡсы булған, сараның беренсе көнөндә уҡсылар бәйгеһе лә ойоштороласаҡ, ә 1 майҙа уҡ-ян менән ҡыҙыҡһыныусылар өсөн мастер-класстар уҙғарыу һәм махсус приздар өсөн ярыштар үткәреү күҙаллана.
Шулай итеп, 30 апрель көнө 9.00 сәғәткә наурыҙҙар ауылдаштарын һәм ҡунаҡтарҙы ошо матур сараға көтөп ҡала.
Гүйә ҡанат үҫә иңдәремә
Ҡайтып килһәм тыуған ауылыма.
Көс-дәрт арта кеүек күтәрелһәм
Боғасты ла тигән тауына.
Хөрмәт итәм, бер туғандай күрәм
Ауылымдың һәр бер кешеһен.
Ҡул бирешеп иҫәнләшеп китәм
Осратҡанда олоһон-кесеһен.
Беҙ бит наурыҙалар, ҡан-ҡәрҙәштәр
Бер Яйыҡтың һыуын эскәнбеҙ.
Боғастының йәшмә таштарында
Тәгәрәшеп уйнап үҫкәнбеҙ.
Ҡарас сәсән рухы – күңелдәрҙә
Йыр-бейеүгә, моңға маһирбыҙ.
Тура һүҙле булыу ҡанға һеңгән,
Уҡыуға һәм эшкә таһылбыҙ.
Сал Ирәмәл кеүек олпат, ғорур
Аҡһаҡалдар йәшәй ауылда.
Һындырмаған олатайҙар рухын
Ғәрәсәт тә, утлы дауыл да.
Ағинәйҙәр беҙҙә аҡ яулыҡта
Кәңәштәрен бирә йәштәргә.
Улар фатихаһы тайпылдырмай,
Дәртләндерә изге эштәргә.
Сос егеттәр, һылыу ҡыҙҙар беҙҙә,
Егәрлеләр еңгә-килендәр.
Яҡты ҡараш һәм яғымлы һүҙгә
Һыуһағандар беҙгә килһендәр.
Беҙ ҡунаҡсыл, беҙҙең күңел асыҡ
Изге, яҡты уйлы һәр кемгә.
Беҙ йәшәйбеҙ дуҫ-туғандар менән
Шөкөр итеп тыуған һәр көнгә.
Беҙ бит наурыҙалар, ҡан-ҡәрҙәштәр
Бер Яйыҡтың һыуын эскәнбеҙ.
Ожмах кеүек гүзәл ерҙә тыуып
Изге йәнле булып үҫкәнбеҙ!
Беҙ бит наурыҙалар!
Римма Солтанова.

(№ 32)

«Горняк» - чемпион!25.04.2017

23 апрелдә учалылар оло еңеү-гә иреште - Милли йәштәр хок-кей лигаһының Төбәк кубогы се-рияһының хәл иткес матчында «Таусы» командаһы Пензанан «Дизелист» командаһын 5:2 иҫәбе менән тар-мар итте.
Беҙҙең команданан шайба инде-реүселәр: Герман Мурашов, Вячес-лав Шапиров, Артем Трухачев, Эмиль Ҡәҙермәтов, Павел Пищаль-ников. Шулай итеп, «Горняк» - был ярыштарҙа ике тапҡыр еңә алған берҙән-бер команда. Еңеү тантанаһында хоккейсыларҙы ра-йон хакимиәте башлығы Фәрит Дәү-ләтгәрәев, «Горняк» хоккей клубы директоры Ильяс Әхмәтйәновтар ҡотланы. Улар спортсыларға юғары хоккей лигаһы ярыштарында уңыш-тар теләнеләр.
(№ 32)

Һәр бала үҙ өлөшө менән тыуа25.04.2017

Хәҙерге еңел булмаған заманда балалы ғаиләләргә айырыуса ауырға тура килә. Мәктәпкә, балалар баҡсаһына түләүҙәр артҡандан-арта. Бынан тыш, башҡа сығымдары ла күп. Дәүләт етәкселеге хәлде еңеләйтеү өсөн төрлө саралар ҡуллана, дәүләт ярҙамы күрһәтелә. Балалар пособиеһы, йөклө ҡатындарға социаль түләүҙәр һәм башҡалар ғаиләләрҙең матди хәлен әҙме-күпме еңеләйтә. Әлбиттә, ҙур сумма түгел, әммә тин һумды ҡаплай тигәндәй, көрсөк заманында нисек кенә булмаһын берәй «тишек»те «ямап» ҡуйырға ярап ҡала. Ғөмүмән, дәүләт тарафынан күп балалы, улай ғына ла түгел, бала тапҡан ғаиләләргә төрлө ярҙам саралары ҡаралған. Ата-әсәләргә үҙ хоҡуҡтарын белергә һәм файҙаланырға ғына ҡала.
2017 йылдың 1 февраленән яңы талап буйынса пособиеларҙың күләме үҙгәрҙе. Өҫтәмә мәғлүмәт алыу, ниндәй документтар талап ителгәнен белеү өсөн Учалы ҡалаһы, Ленин урамы, 4-се йорт адресы буйынса хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау идаралығына мөрәжәғәт итергә кәрәк.
(№ 32)

Был донъяла ниҙәр бар25.04.2017

Был донъяла ниҙәр барАбруйлы «Форбс» журналы мәғлүмәттәре буйынса, былтыр Рәсәйҙә доллар иҫәбендәге миллиардерҙар һаны 77 баштан 96 башҡа еткән. Иң бай 200 рәсәйле бер йыл эсендә генә 100 миллиард долларға байыған. Эй ашайҙар, эй ашайҙар, һаман туя алмайҙар. Иң байы, «капиталистик хеҙмәт геройы» - Леонид Михельсон, шәхси байлығы 14,4 миллиардтан 18,4 миллиард долларға етте. Унан ҡала Алексей Мордашов (17,5 млрд) һәм Владимир Лисин (16,1 млрд).
(№ 32)

Белемдәрҙе һынаныҡ25.04.2017

Белемдәрҙе һынаныҡ22 апрелдә республикала башҡорт теле буйынса төбәк диктанты үтте. Өфөлә уны Башҡорт дәүләт университетында яҙҙылар. «Башҡорт телендә һөйләшәм, башҡорт телендә яҙам» девизы аҫтында ойошторолған акцияға интернет селтәре аша тура бәйләнештә Стәрлетамаҡ, Сибай, Бөрө, Нефтекама ҡалалары ҡушылды. Шулай уҡ, өсөнсө йыл уҙғарылған сарала тәү тапҡыр Ямал-Ненецк автономиялы округында һәм Силәбе өлкәһендә йәшәүсе милләттәштәребеҙ ҡатнашты.
(№ 32)

Космонавт менән осраштыҡ06.05.2016

Космонавт менән осраштыҡҘур уңыштар ҡаҙанған, ысын геройҙар менән осрашып, аралашыу кешенең үҙендә лә күңел күтәренкелеге, яҡшылыҡҡа ынтылыш уята. Үҫеп килгән быуында ватансылыҡ тәрбиәһе йәһәтенән дә ҡала-районыбыҙ уҡыусыларының Рәсәй Федерацияһы геройы, космонавт-һынаусы Сергей Ревин менән осрашыуы ҙур әһәмиәткә эйә булды. Тәүҙә был шәхес хаҡында ҡыҫҡаса белешмә биреү урынлы булыр.
Сергей Николаевич Ревин 1966 йылда Мәскәүҙә тыуған. Мәскәү электр техника институтын тамамлай, инженер-физик һөнәрен ала. 1998 йылда уға «космонавт-һынаусы» квалификацияһы тапшырыла. 2012 йылдың май-сентябрь айҙарында «Союз ТМА-04М» карабында йыһанға оса. Космосҡа сәйәхәт 125 тәүлек 50 минут дауам итә. С. Н. Ревин - «Роскосмос» Федераль космос агентствоһының летчик-космонавты. Педагогия фәндәре кандидаты, «Йыһандан дәрестәр» проекты авторы.
(№ 32)

«Миҙалым Германияла юғалды»20.03.2014

«Миҙалым Германияла юғалды»Хәйерлегә булһын инде, быйыл, йәнә халыҡ-ара мөнәсәбәттәр киҫкенләшеп торған мәлдә, Беренсе Донъя һуғышы башланыуҙың йөҙ йыллығы билдәләнә. Рәсәй империяһының хәрби юғалтыуҙары 775-911 мең һалдат һәм офицер тәшкил итә. Күпме тыныс халыҡ ҡырылғандыр, аныҡ ҡына мәғлүмәттәр юҡ. Ә иң ҡурҡынысы - тап Донъя һуғышы илебеҙҙә революцияларға һәм граждандар һуғышына килтерә.

Төбәгебеҙҙән байтаҡ кеше империалистик һуғышҡа ебәрелә. Шулар араһында Шөғәйеп Әбдрәхим улы Әбдрәхимов та була. Ул 1888 йылда Рафиҡ ауылында тыуа. Малай сағында ауыл әбейҙәренән уҡырға-яҙырға өйрәнһә,12 йәшендә Ҡаҙаҡҡолға урыҫса уҡырға бирәләр. Фәҡәт сағыштырмаса грамоталы булыуы, урыҫса икмәк-тоҙлоҡ һөйләшә белеүе лә тормоштоң ғәйәт ҡатмарлы һынауҙары аша иҫән үтергә, оло йәшкә етергә ярҙам иткәндер - Беренсе Донъя һуғышында ҡатнаша, хатта, әсирҙә була бит. Аҙағынан да яҙмыш баштан һыйпап тормай. Бөгөнгө көндә балаларынан Ғәлиә ҡыҙы ғына иҫән. Фәҡәт ул ауылдашы Зәйнетдин ағай Ғәйнетдинов аша атаһының хәтирә яҙмаларын мөхәрририәткә ебәрҙе. Иҫкәртеп китергә кәрәктер, боронғо яҙмаларҙың айырым урындарын хәҙер уҡып төшөнөрлөк түгел, шуға ла эҙмә-эҙлекле генә итеп бирә алмайбыҙ, өҙөктәр тәҡдим итәбеҙ.
(№ 32)

Тормошобоҙҙоң яҡты маяғы20.03.2014

Тормошобоҙҙоң яҡты маяғыӘҡлимә Сафинаның «Сәфәрем - тыуған төйәгем» китабын икенсе тапҡыр уҡып сыҡтым. Бик яҡшы баҫма ул, бигерәк тә йәш быуын өсөн ауыл тарихын белеү мотлаҡ.

Тик, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, унда әсәйем, һеңлеләрем, ҡустым тураһында бер ниндәй ҙә мәғлүмәт бирелмәгән. Атайым Мофассал Сабировтың фотоһы ғына баҫтырылған, әммә уның хаҡында бер һүҙ ҙә әйтелмәгән.
Хөсәйен бабайым менән атайым элек район үҙәгендә милицияла эшләгәндәр. 1939 йылда бабайым фин һуғышына алына, унан иҫән-һау әйләнеп ҡайта. Атайым иһә шул эшен дауам иткән. 1942 йылда Эске эштәр ғәскәрҙәре менән Украинала дошман менән аяуһыҙ көрәшә. «Ҡыҙыл йондоҙ» миҙалы һәм башҡа наградаларға лайыҡ була, иҫән-һау тыуған яғына әйләнеп ҡайта. Һуңынан атайым Мейәс педагогия училищеһында ситтән тороп башланғыс кластар уҡытыусыһы һөнәрен үҙләштерә. Мәктәптә уҡыта, йәй, көҙ айҙарында колхоз эшенә лә йәлеп ителә. Ул уңған комбайнсы ла, алдынғы уҡытыусы ла, актив коммунист та, партбюро ағзаһы ла булды. 1-се, 2-се кластарҙа мине атайым уҡытҡаны хәтерҙә. 1953 йылда Хөсәйен бабайым етәкләгән КТФ-ла бесән сапҡанында инсульт кисерә. Шул йылдың сентябрендә атайыбыҙ вафат булды. Әсәйем Мәрхәбә Сабироваға ул ваҡытта 29 йәш ине.
(№ 32)

Дуҫың бәлә күрһәтмәһен20.03.2014

Дуҫың бәлә күрһәтмәһенҘур мал ҡоторһа, бер бәлә. Эт һәм бесәйҙең яуыз вирус эләктереүе күпкә ҡурҡынысыраҡ - кеше араһында уралалар бит, өҫтәүенә - йыртҡыстар, тешләшеү-тырнашыуға оҫталар. Һөҙөмтәлә сирҙе эйәләренә йоҡтороу ихтималы ҡырҡа арта. Шуға ла ауыл хужалығы йәнлектәре менән бер рәттән был «дүрт аяҡлы дуҫтарға» ла вакцинация үткәрелә. Былтыр, мәҫәлән, 27756 баш һыйыр малына, 17528 баш һарыҡ-кәзәгә, 4672 баш йылҡыға, 5313 эт һәм 1803 бесәйгә уколдар яһалды.

- Быйыл да был кампания актив бара. Көтөүгә сығарыу миҙгеле алдынан ветеринарҙар һәр йорт хужалығында малды тикшерә. Ошо ыңғайы эт-бесәйҙәргә вакцинация башҡарыла, селәүсен ауырыуҙарына ҡаршы дарыу ҙа бирәбеҙ. Һәр береһенә паспорт тултырылған, унда прививкалар теүәл билдәләнә бара. Тик шуныһы үкенесле, бәғзе ауыл кешеләре хайуандарының паспорттарын йә юғалта, йә яңы алған этенә үлгән эттең документын күрһәтеп маташа… Быға һис тә юл ҡуйырға ярамай, һәр эт-бесәйҙең паспорты булырға, ваҡытында профилактика саралары башҡарылырға тейеш! - тип белдерҙе Учалы ветеринария станцияһы начальнигы Салауат Исламов.

(№ 32)

Сирҙе нисек танырға?20.03.2014

Сирҙе нисек танырға? Теләмәҫтән, ике ханымдың борсолоп һөйләшеүенә шаһит булдым. Тауыштарының тоноҡлоғонан уҡ ниндәйҙер бәлә тураһында һүҙ барғаны аңлашыла. «Уға бит әле йәшәргә лә, йәшәргә ине», - тип уфтана әңгәмәләшеүселәр. Йөрәк өйәнәге ҡапылдан урта йәштәрҙәге ирҙең вафатына сәбәпсе булған икән… Ә бит бындай осраҡтар хәҙер йыш күренеш. Юл сатында ололарҙан айырылғас та, үҙ уйҙарыма бирелеп, атлай бирәм. Күңелгә көйөк булып ятҡан хәбәр көн дауамында ла ташлап китергә ашыҡманы. Ошондай ҡапылдан барлыҡҡа килеүсе сирҙәрҙең билдәләрен өйрәнеү теләге тыуҙы. Бәләгә тарығаныңды аңламай ҡалыуың да ихтимал бит. Гәзит уҡыусыларҙы ла иҫкәртеп, сирҙәрҙең билдәләре менән таныштырып ҡуйыу артыҡ булмаҫ.

Инфаркт
Инфаркт кисерер алдынан күбеһе һауа етмәгәнлеген, хәлһеҙлек тойоуын билдәләй. Был сир, ғәҙәттә, физик йә психик көсөргәнеш кисергәндән һуң барлыҡҡа килә. Ул үҙен төнгө ял ваҡытында ла һиҙҙерергә мөмкин. Уның тәүге билдәһе - күкрәктә тыуған тәрән ауыртыу, ул арҡаға, аҫҡы яңаҡҡа йәки һул ҡулға ла бирергә мөмкин.
(№ 32)


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Ноябрь 2017    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
 12345
6789101112
13141516171819
20212223242526
27282930 

Популяр яңылыҡтар


Агроном -  ул ер  табибыАгроном - ул ер табибы
«Кем дә кем, бер башаҡ үҫкән ерҙә тағы берҙе...

Нисек йәшәйһең, өкө?Нисек йәшәйһең, өкө?
Ҡыҙыҡ, әгәр ҙә төнгө һунарсы Өкө әфәндегә, йә,...

Намыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәрНамыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәр
Байрамғолдар ашлыҡ һуғыу, һөт һауыу буйынса элек...

Бер нөктә - УчалылаБер нөктә - Учалыла
Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан ...

ФотофактФотофакт
Сираттағы «Аҙна һайын приз» лотерея уйынында...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.