» Гәзиттең номеры: 33-34

Кем ғәйепле?24.03.2014

Исмәғил ҒИМРАНОВ


(Хикәйә)


Зиннур эш буйынса Әрмәнстандың баш ҡалаһы Ереванға бер айлыҡ уҡыу курсына командировкаға ебәрелеү тураһында ҡағыҙ алды. Ошо уңайҙан бер көнө юлға әҙерләнеү мәшәҡәте менән уҙҙы.
Нәүбәттәге мәсьәлә - юлға һәм башҡа сығымдарға күпме аҡса алырға, шулай уҡ тегендә саҡта әрәм-шәрәм итмәй тотоноп ҡайтыу тураһында барҙы. Ғәҙәттәгесә, ҡатыны был мәсьәлә буйынса үҙен һәләк белдекле итеп күрһәтергә тырышты. Әйтерһең, ҡасандыр ҡайҙалыр булып, ниҙелер күреп ҡайтҡаны бар. ҡыҫҡаһы: «Шулай ит тә, былай ит, артыҡ аҡсаңды һөрәнләтеп көшөлөктә йөрөтмә», - тигәнерәк өгөт-нәсихәт уҡырға кереште. Әлбиттә, был һүҙҙәре хәләл ефете йөрәгенә атҡан уҡтай булып ҡаҙалды.
- Мин әсе-сөсөнө татымаған үҫмер түгел дәһә, шул хәтлем өйрәтергә, - тип ҡаршылашты ире, үпкәләберәк. Ә ҡатыны һаман үҙенекен тылҡыны:
- Ирҙәр холҡон белмәй әйтәмме, әтү? Аҙыраҡ көшөлөгөгөҙ ҡалыныраҡ булһа, мулланырға әүәҫһегеҙ…
- Шунан, мин аҡса менән эш иткәнем юҡмы ни? Уны ғына белмәһәм, мастер эшендә эшләмәҫ инем дәһә.
- Ярай, ярай, ҡабынып барма! Иҫкәртеү яҙыҡ түгелдер бит. Уны-быны аңғарып йөрө тиеүем. Ә-ә, туҡта әле, әйҙә, ошолай итәйек! Шунан да уңайлыһы булмаҫ.
- Тағы ни тигән уй килде башыңа?
- Бына нәмә: билетҡа, ике тәүлек ашауға етерлек аҡсаңды көшөлөктә ҡалдыр, ә ҡалғанын түш кеҫәңә һалып тегәйем. ҡамасауламаҫ та, ышаныслы ла булыр.
- Әй, теләһә нишлә лә! Һинең фантазияң бөтмәҫ ул.
Уға ҡул һелтәүҙән башҡаһы ҡалманы, сөнки һүҙ көрәштереүе файҙаһыҙ ине. Эстән: «Юлда үҙем хужа, теләгәнемде эшләрмен», - тигән уй башынан йүгереп уҙҙы. Тик юлда, кәрәк ваҡытта уйын тормошҡа ашыра алмауына, ай-һай, ныҡ үкенергә тура килде һуңынан. Хатта нәҡ ана шул иң кәрәкле саҡтан һуң, боронғоларҙың «ҡатын-ҡыҙҙың сәсе оҙон, аҡылы - ҡыҫҡа» тигән әйтеме дөрөҫ икәнлегенә инанды. Эй үкенде, эй көйҙө бисә ҡотҡоһона бирешеүен иҫләп. Эстән үҙ-үҙенә ҡаты һүҙҙәр әйтеп: «Һантый, һин ир башың менән бисә өгөтөн тыңланың», - тип үсе ҡанғансы әрләп алған мәлдәре булды аҙаҡтан.
(№ 33-34)

Наурыз байрамы үтте24.03.2014

Байрамса биҙәлгән мәҙәниәт йорто алдында дәртле көй яңғырай. Халыҡ байрамға ағыла. Мәҙәниәт усағының бер яғында йәрминкә бара.

Уңған ҡатын-ҡыҙҙар, мәктәп уҡыусылары үҙҙәренең ҡул эштәре, бешергән тәмлекәстәре менән сауҙа итә. Икенсе яҡта мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре һәм уҡытыусылар бешергән ҡоймаҡ, тәм-том менән халыҡты һыйлай, сәй эсерә.
Наурыз байрамында Һайыҫҡан, Шүрәле, Айыу, ҡар бабай, Наурыз образдары ярҙамында сәхнәләштерелгән күркәм сара ауылдаштарҙың күңеленә хуш килде. Сара уйын-көлкө, йыр-бейеү, шиғыр, йыр конкурстары, йомаҡ ҡойоу, һынамыштар әйтеү менән үрелеп барҙы. Килеп еткән Яңы йыл бәрәкәтле, мул, ҡыуаныслы булһын. Иген уңһын, донъялар тыныс булһын тигән теләктә таралышты халыҡ байрамдан.
(№ 33-34)

Ғәйрәтлеләр24.03.2014

ҒәйрәтлеләрТольятти ҡалаһында кикбоксинг буйынса Волга буйы федераль округының беренселеге һәм чемпионаты үтте.

400 спортсы араһында Учалы егеттәре лайыҡлы сығыш яһаны. 2002-2003 йылдарҙа тыуыусы үҫмерҙәрҙең 48 килограмға тиклемге ауырлыҡ категорияһында Исламбей Артыков (10-сы мәктәп) - беренсе, 2000-2001 йылдарҙа тыуыусыларҙан 51 кг-ға тиклемге ауырлыҡ кате-горияһында Артур Мөжипов (5-се мәктәп) өсөнсө урынды яуланылар. Йәш спортсылар менән тренер Денис Ямалетдинов шөғөлләнә.
(№ 33-34)

Ғорурланырлыҡ ауылдашыбыҙ24.03.2014

Афғанстандан һалдаттарыбыҙ сығарылыуға сирек быуат та үтеп китте. Яҙмыш булдымы, яңылыш булдымы? Сәйәси хатамы, әллә кисектергеһеҙ ихтыяжмы? Тиҫтә йыл дауам иткән һуғыш тураһында әлегә тиклем бәхәстәр тынмай.

…18 генә йәшлек, дары еҫкәп өлгөрмәгән егеттәр генә был турала уйлап тормай, Ватан, приказ һәм присягаға тоғролоҡ күрһәтеп, Афғанстан халҡына тыныс тормош төҙөүҙә ярҙамға йүнәлә. Улар араһында яҡ-ташыбыҙ, Наурыҙ ауылынан Илшат Арслан улы Саҙрыев та була. Хәрби хеҙмәткә саҡырылғанға тиклем Илшат Учалыла автомәктәпте тамамлай. Афғанстанда уға автомобиль менән йөк ташыу ышанып тапшырыла. ҡалған ветерандар һымаҡ Илшат та һуғыш тураһында иҫкә алырға, был хаҡта һөйләргә яратмай. Аңлашыла, һынауҙарҙы күп үтергә тура килә - 50 градуслыҡ йәйге селләләр, һөйәк елегенә тиклем үткән әсе һалҡын елдәр, упҡын ситенән һуҙылған юлдар, йоҡоһоҙ төндәр… Ә иң яманы - таш-ҡая артына боҫҡан дошман көбәге аҫтында, бөгөн иҫән ҡаламмы-юҡмы, тип хеҙмәт итеү. Бик күп егеттәр баштарын һалды, тыуған яҡтарға ғәрип булып ҡайтты һәм барыһы ла күңелдәрендә уңалмаҫ яра йөрөтә.
(№ 33-34)

Донъя күрке - балалар24.03.2014

Донъя күрке - балаларБСТ каналынан барған тапшырыуҙарҙың береһендә «Сораман» һүҙе ҡолаҡҡа салыныу менән, бар эшемде ташлап, зәңгәр экранға төбәлдем. Баҡһам, ауылыбыҙ егете Фәиздең үҙенең сәнғәт донъяһындағы эшмәкәрлеге хаҡында һөйләп тороуы. Айырылғыһыҙ юлдашы - ҡурайын ҡулына алып уйнап ебәреүе була, бар тирә-яҡ сихри моңға сорнала...

Бындай минуттарҙа элекке уҡыусылары өсөн ғорурлыҡ кисереү тойғоһо һәр уҡытыусыға таныштыр. Үҙең дә һиҙмәҫтән, ул малайҙы бәпләп-һөйөп үҫтергән ата-әсәһе, туған-тыумасалары хаҡында уйлана башлайһың. Бер аҙ фекер төйнәгәндән һуң, уйҙарыңды ап-аҡ ҡағыҙ битенә төшөрәһең.
Уйылдан Шәрипов Сораман ауылында тыуып үҫкән. Атаһы Хәйҙәр оло яу ҡырында ғәйеп була. Ил менән күргән ҡайғыны көслө рухлы әсәһе Вәфилә яңғыҙы күтәрә: үҙенең ҡарамағында ҡалған береһенән-береһе бәләкәй өс баланан тыш, тағы ҡайнағаһының улына тәрбиә бирә.
(№ 33-34)

Яза ҡотолоғоһоҙ24.03.2014

Йыл башынан янъял сығарған, эсеп йәмһеҙләнгән, тирә-йүнде бысратҡан һәм башҡа ошондай ҡылмыштарҙа ғәйепле 1762 яҡташыбыҙ административ яуапҡа тарттырылды (тәртипһеҙ водителдәр «әрмеһенән» тыш).

Күбеһе штрафты ваҡытында түләп ҡотола. Ҡарарҙарҙы инҡар итеүселәргә өҫтәмә яза ҡаралған: штрафты ике тапҡыр күберәк күләмдә түләү (кәмендә 1 мең һум), 15 тәүлеккә ҡулға алыныу йә 50 сәғәткә тиклем мәжбүри йәмәғәт эштәре. Эске эштәр бүлегенең административ практика инспекторы Олеся Борисованың һүҙенән, суд ҡарары менән ошо рәүештә 3 гражданға штраф икеләтә арттырылды, 28 кеше ҡулға алынды һәм 50 яҡташыбыҙ мәжбүри эштәргә хөкөм ителде.
17-26 мартта «Бурыслы» тип аталған оператив-профилактика операцияһы үткәрелеп, ваҡытында штраф түләмәүселәр күпләп административ язаға тарттырыла. әйеп бар икән, тиҙерәк түләп ҡотолоғоҙ!
(№ 33-34)

Дәүләтселегебеҙгә - 95 йыл!24.03.2014

Дәүләтселегебеҙгә - 95 йыл!Борондан башҡорттар Рәсәйҙә айырым урын биләй. Беҙҙән башҡа империяға ҡушылған бер халыҡ та ергә аҫабалыҡ хоҡуғына (вотчинное право) эйә булмай. Әйткәндәй, был хоҡуҡ боярҙарҙың, һуңынан дворяндарҙың билдәһе. Шулай итеп, үҙебеҙҙең «аҡ һөйәклек» менән ғорурлана алабыҙ, бер-беребеҙгә «ғали йәнәптәре» тип өндәшеү ҙә тарихи-хоҡуҡи хаҡлыҡҡа хыянат булмаҫ.

РСФСР төҙөлгәндә лә, иң беренсе булып пәйҙә булған автономиялы (үҙ аллы) республика - беҙҙең Башҡортостан. Махсус килешеү нигеҙендә барлыҡҡа килгән берҙән-бер автономиялы республика! Революция сыуалыштары башланғас, ата-бабаларыбыҙ йоҡлап ятмай. 1917 йылдың декабрендә Ырымбурҙа үткән Бөтә башҡорт ҡоролтайы Башҡортостан территориаль-милли автономияһын барлыҡҡа килтереү тураһында ҡарарҙы раҫлай.
(№ 33-34)

Татыулыҡта - көс24.03.2014

Татыулыҡта - көсҠала-районыбыҙҙың этник йөҙө үтә лә сыбар. 72 мең кешенең 68% - башҡорттар, 18% - урыҫтар, 12% - татарҙар, 2% - бүтән милләт вәкилдәре тәшкил итә. Аңлашыла, төбәгебеҙҙә йәшәүселәр тел, ғөрөф-ғәҙәттәр яғынан ғына түгел, дини йәһәттән дә ҡырҡа айырыла. Илдең именлеге, тәү сиратта, унда йәшәгән халыҡтар татыулығына ҡайтып ҡала. Ошо йәһәттән район хакимиәтендә милләт һәм дин-ара мөнәсәбәттәр мәсьәләләре буйынса сираттағы комиссия ултырышы үтте.
Кәңәшмәлә Өфөнән килгән ҡунаҡ - БР Президенты ҡарамағындағы дәүләт конфессия-ара мөнәсәбәттәр буйынса совет рәйесе Вячеслав Пятков, социаль сәйәсәт буйынса район хакимиәте башлығы урынбаҫары, ҡала-районыбыҙ буйынса комиссия рәйесе Зөһрә Гордиенко, ислам, православие дине, мәғариф, социаль, хоҡуҡ һаҡлау органдары вәкилдәре һ.б. ҡатнашты.


- Илебеҙ милләт һәм дин-ара мөнәсәбәттәрҙең тотороҡло булыуы менән айырыла, - тип билдәләне Вячеслав Петрович үҙ сығышында. - 1917 йылдан алып дин ныҡ ҡаҡшатылды, уға нигеҙләнгән рухи ҡиммәттәр инҡар ителде. Тик 80-се йылдар аҙағында ғына ул яңынан йәмғиәт араһына үтеп инә башланы.
(№ 33-34)


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Ноябрь 2017    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
 12345
6789101112
13141516171819
20212223242526
27282930 

Популяр яңылыҡтар


Агроном -  ул ер  табибыАгроном - ул ер табибы
«Кем дә кем, бер башаҡ үҫкән ерҙә тағы берҙе...

Нисек йәшәйһең, өкө?Нисек йәшәйһең, өкө?
Ҡыҙыҡ, әгәр ҙә төнгө һунарсы Өкө әфәндегә, йә,...

Намыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәрНамыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәр
Байрамғолдар ашлыҡ һуғыу, һөт һауыу буйынса элек...

Бер нөктә - УчалылаБер нөктә - Учалыла
Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан ...

ФотофактФотофакт
Сираттағы «Аҙна һайын приз» лотерея уйынында...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.