» Гәзиттең номеры: 33

30 мең гектар буш ята27.04.2017

«Россельхознадзор» хеҙмәтенең БР буйынса идаралығы былтыр ауыл хужалығы ерҙәрендә 995 тикшереү үткәрә. 356 ер тураһында ҡануниәтте боҙоу осраҡтары асыҡланды: башбаштаҡлы рәүештә уңдырышлы ҡатламды һыҙырып ташлау, ерҙәрҙе юҡҡа сығарыу, сүпләү, сүп үләндәре таралыуға юл ҡуйыу, ауыл хужалығы ерҙәрен маҡсатҡа ярашһыҙ файҙаланыу һәм башҡа.
Тикшереүҙәр барышында бирелгән күрһәтмәләр буйынса 1303,8 гектар ер ауыл хужалығы әйләнешенә ҡайтарыла.
Башбаштаҡлы рәүештә уңдырышлы ҡатламды һыҙырып ташлау осраҡтары нигеҙҙә ҡаҙылма байлыҡтар сығарыу өсөн ҡаҙылған карьерҙарға тура килә - 25 факт. Карьер асыу өсөн лицензия йә рөхсәт ҡағыҙы алған осраҡта ла, эшкә тотонор алдынан участканы ауыл хужалығы ерҙәре категорияһынан сәнә-ғәт ерҙәре категорияһына күсереүҙе хәстәрләү бурысы ла тора.
(№ 33)

Хеҙмәттәре ҡаһарманлыҡҡа тиң27.04.2017

Хеҙмәттәре ҡаһарманлыҡҡа тиңБашҡортостанда Чернобылдә эшләгән 3 меңдән ашыу кеше йәшәй. Ҡала-районыбыҙҙан авария эҙемтәләрен бөтөрөүҙә 106 кеше ҡатнаша. Бынан тыш, 1957 йылда 12 яҡташыбыҙ Силәбе өлкәһендәге «Маяҡ» сәнәғәт берләшмәһендә радиацияға дусар була. 1953 йылда шулай уҡ Семипалатинск полигонында хәрби хеҙмәт үтеүсе 12 кеше ядро бомбаһын һынаған мәлгә эләгә. Йыл һайын республика төбәктәрендә ликвидаторҙар осрашыуҙарға йыйыла. Бындай саралар Учалыбыҙҙа ла үтеп тора. Чернобыль фажиғәһе эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашыусылар хөрмәтенә һәйкәл асылған. Былтыр  Чернобылдә ҡатнашыусыларға юбилей миҙалдары ла тапшырылды.
(№ 33)

Онотолмай Чернобыль фажиғәһе27.04.2017

СССР-ҙағы иң ҙур атом станцияһын Белоруссиянан йыраҡ түгел, Киевтан - 100 км, Чернобылдән 18 километр алыҫлыҡта төҙөйҙәр. Күп тә үтмәй уның эргәһендә атомщиктар йәшәгән киң урамдары, балалар майҙансыҡтары, стадиондары булған Припять ҡалаһы ҡалҡып сыға. 1986 йылдың 26 апрелендә Чернобыль атом электростанцияһының дүртенсе энергия блогында көслө шартлау яңғырай...
(№ 33)

Осрашыу эшлекле үтте06.05.2016

Осрашыу эшлекле үтте25 апрелдә ҡала-районыбыҙға эш сәфәре менән РФ Дәүләт Думаһы депутаты, Думаның мәҙәниәт буйынса комитет рәйесе, «БР халыҡтары ассамблеяһы рәйесе» Зөһрә Рәхмәтуллина килде. Башта Зөһрә Йыһанур ҡыҙы район хакимиәте башлығының оператив кәңәшмәһендә ҡатнашты. Осрашыу барышында учалыларҙы яҡынлашып килгән Яҙ һәм Хеҙмәт байрамы менән ҡотланы. Һөҙөмтәле, тырыш хеҙмәттәре өсөн Ҡунаҡбай ауылы мәктәбе директоры Ринат Ямалиевҡа, «Башҡорт алтын табыу компанияһы» директоры Ирек Ғиззәтуллинға, Учалы телевидениеһы хәбәрсеһе Мәүлиә Рәхимоваға Хөрмәт грамоталары тапшырҙы.
(№ 33)


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Ноябрь 2017    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
 12345
6789101112
13141516171819
20212223242526
27282930 

Популяр яңылыҡтар


Агроном -  ул ер  табибыАгроном - ул ер табибы
«Кем дә кем, бер башаҡ үҫкән ерҙә тағы берҙе...

Нисек йәшәйһең, өкө?Нисек йәшәйһең, өкө?
Ҡыҙыҡ, әгәр ҙә төнгө һунарсы Өкө әфәндегә, йә,...

Намыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәрНамыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәр
Байрамғолдар ашлыҡ һуғыу, һөт һауыу буйынса элек...

Бер нөктә - УчалылаБер нөктә - Учалыла
Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан ...

ФотофактФотофакт
Сираттағы «Аҙна һайын приз» лотерея уйынында...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.