» Гәзиттең номеры: 34

Йортло буласаҡтар02.05.2017

Йортло буласаҡтарОшо көндәрҙә район хакимиәтендә ҡыуаныслы сара уҙҙы - «2014-2017 йылдарға һәм 2020 йылға тиклемге осорға ауыл биләмәләрен тотороҡло үҫтереү» федераль маҡсатлы программаһына ярашлы ауылда йәшәгән ғаиләләргә торлаҡ төҙөүгә (һатып алыуға) сертификаттар тапшырылды.
Был программа буйынса субсидия торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж ауылда агросәнәғәт комплексы һәм бюджет өлкәләрендә эш-ләгәндәргә бирелә. Бөгөн про-грамма сиктәрендә 8 ғаилә ярҙам алды, дөйөм сумма 10,5 миллион һум тәшкил итте. Һәр ғаилә яҡынса 1 млн һумдан ашыу сертификатҡа эйә булды. Социаль түләүҙең күләме ғаи-лә һанына ҡарап иҫәпләнә. Мәҫәлән, Ғәлиәхмәр ауылынан Алһыу һәм Шакир Ғәлиндар (фотола) 8 бала тәрбиәләй-ҙәр, алтыһы үҙҙәренеке, икәү-һен опекунлыҡҡа алғандар. Быға тиклем Алһыу Зәйнулла ҡыҙы мәрхүмә апаһының өс балаһын ҡарап үҫтергән. Улар-ҙы үҙ аллы тормош юлына баҫтырғас, тәрбиәгә тағы бала алғандар. Ғаилә башлығы крәҫтиән-фермер хужалығын ойошторған. 20 баштан ашыу эре мөгөҙлө малдары, тиҫтәгә яҡын аттары, 30-лап һарыҡтары бар. Алһыу ханым - һатыусы. Әйткәндәй, ул «Әсәлек даны» миҙалы менән дә бүләкләнгән.
(№ 34)

Таҙалыҡ - мәҙәнилек сағылышы06.05.2016

Таҙалыҡ - мәҙәнилек сағылышыЯҙ миҙгеле етеп ҡоштар һайрауы, үләндәр йәшәреүе кәйефтәрҙе күтәрһә, ер ҡарҙан әрселгәс тә күренгән сүп-сар күңелдәрҙе ҡыра. 14 апрелдән ҡала-районда экологик өмәләр старт алды. Көҙгә тиклем «Таҙа кесаҙна»лар, субботниктар дауам итәсәк. Предприятие, учреждение, ойошма коллективтары үҙҙәренә бүлеп бирелгән участкаларҙы тәртиптә тотасаҡ.
Ауылдарҙа ла был эш тейешле кимәлдә ойошторолған. Мәҫә-лән, Ураҙ ауылы Сове-тына ҡараған дүрт ауылда ла (Ураҙ, Ишмәкәй, Ҡолош, Ҡотой) тирә-яҡ мөхитте сүп-сарҙан таҙартыу эше даими алып барыла. Хакимиәт башлығы Салауат Лоҡманов әйтеүенсә, өмәләрҙә, башлыса, урындағы учреждение, ойошма хеҙмәткәрҙәре ҡатнаша. Ә ауыл халҡының күпселеге ситтә ҡалыу яғын ҡарай.
(№ 34)

Дуҫлыҡ дауам итһен31.03.2015

Дуҫлыҡ дауам итһенЙылдың тәүге өс айы артта ҡалды. Ошо ваҡыт арауығында гәзитебеҙҙең тоғро дуҫтары беҙҙән айырылманы. Ниндәй генә акция, конкурс иғлан итһәк тә, уҡыусыларыбыҙҙың дәррәү ҡатнашыуҙары, урындарҙа уҙған саралар хаҡында оператив рәүештә хәбәр ебәреүҙәре, үҙ фекерҙәрен, хис-тойғоларын, хәтирәләрен бүлешеп, бихисап хаттар яҙыуы ошоно дәлилләй. Ғинуар, февраль, март айҙарында редакциябыҙға 94 хат килде (үткән йылда 101 булған). Ҡайһы авторҙар уларҙы үҙҙәре редакцияға килтереп бирһә, икенселәр почта йә интернет селтәре аша юлланы. [/b]
Хаттарҙың күпселеге гәзитебеҙ биттәрендә үҙ урынын тапты. Шулай ҙа, әлегә сыҡмағандары ла бар. Авторҙарҙы күңелдәрен төшөрмәүҙәрен, сабыр булыуҙарын һорайбыҙ, уларҙың ижадтары яҡын киләсәктә донъя күрәсәк.
(№ 34)

«Капремонт» хаҡында алты һорау31.03.2015

«Капремонт»  хаҡында алты һорауҠалаларҙа һәм ҡала тибындағы ҡасабаларҙа хосусилаштырылған күп ҡатлы йорттарҙа йәшәүселәрҙән хәҙер, мәғлүм булыуынса, закон нигеҙендә 2014 йылдың көҙөнән йортҡа капиталь ремонт өсөн иғәнә түләтелә башланы.
Коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүҙәр былай ҙа артып торған мәлдәрҙә был яңылыҡ халыҡта алҡыштар тыуҙырманы, әлбиттә. Түләү артынан түләү, сиге булырмы бының берәй мәл, ҡайҙа китеп тора һуң был аҡсалар, тип ризаһыҙлыҡ белдереүселәр бихисап. Законға буйһоноп өйрәнгән күпселек өндәшмәй генә түләй ҙә башланы. Ҡаршылыҡ күрһәтеп, был түләүҙәрҙең нигеҙле-нигеҙһеҙ булыуын суд аша дәғүәләшергә вәғәҙә иткәндәр ҙә бар - улар хәҙер ярты йыл буйы аңлайышһыҙ маҡсаттар өсөн аҡсаһын сығарып һалырға теләмәй. Уларҙы ла аңларға була, сөнки араларында өр-яңы йорттарҙа йәшәүселәр байтаҡ: ниндәй ремонт һәм кем өсөн түләргә тейеш һуң улар?

Аҡса ҡайҙа туплана?
Аҡса «Төбәк операторы» тигән яңы структура иҫәбенә күсерелә. Ул капиталь ремонт фондын булдырып, уны төрлө объекттарға йүнәлтә. Быныһы аҡса туплауҙың беренсе варианты.
Икенсе вариант - йорттарҙың үҙ махсус иҫәбен асыу. Унда һәр йорттоң үҙ аҡсаһы тупланып бара һәм ул башҡа йорттарҙы ремонтлауға китмәйәсәк. Был осраҡта бухгалтерия һәм подрядсыларҙы ла йортта йәшәүселәр үҙҙәре таба, юллай. Ремонт өсөн кәрәкле аҡса ла оҙағыраҡ йыйыласаҡ.
(№ 34)

Проблемалар барланды31.03.2015

Проблемалар барландыТөбәгебеҙгә эш сәфәре менән БР буйынса Эске эштәр министры урынбаҫары - полиция начальнигы Вячеслав Андреев килеп китте.
Урындағы власть вәкилдәре, эске эштәр бүлегенең шәхси составы һәм журналистар менән осрашыу үткәрҙе.
Иптәш полковник үҙ хеҙмәтен заманында участка уполномоченныйы булараҡ башлаған икән. Шуға ла инеш һүҙе үҙенсәлекле булды, йыйылған халыҡҡа мөрәжәғәт итте: «Кемегеҙҙең өйөнә участка уполномоченныйҙары инеп, хәлдәр менән ҡыҙыҡһынғаны бар? Зинһар, ҡулығыҙҙы күтәрегеҙ». Дөрөҫөн генә әйткәндә, ҡулдар әҙ генә күтәрелде. ªммә мәгәр, барыһы ла тигәндәй, участка уполномоченныйының исем-шәрифе, фотоһы гәзиттә баҫылды, подúезда телефон номеры менән листовкалар эленгән, кәрәк булһа, бәйләнешкә сыға алабыҙ, тип хәҡиҡәткә хыянат итмәнеләр. ¤ҫтәүенә, Учалы телестудияһында тотош проект (тапшырыуҙар циклы) әҙерләнә икән. Министр урынбаҫары һуңғы алым менән айырыуса ҡыҙыҡһынды, үҙенә лә күрһәтеүҙе һораны - бәлки, бындай тәжрибә республика буйынса таратылыр.

Өфө ҡунағы, телефон аша мутлашыуҙарҙың оло бәләгә әйләнеүе хаҡында бәйән итте. Был хаҡта гәзитебеҙҙә ҡат-ҡат яҙҙыҡ инде, халыҡ һаман аңламағас, тағы ҡабатларға кәрәктер, юғиһә, беҙҙең төбәктә лә төп-башҡа ултыртылыусылар бихисап. Ҡыҫҡаһы, телефон аша «Улың (ҡыҙың, ейәнең һәм башҡа) бәләгә ҡалды (кеше тапатты йә үҙе тапалды, сирҙән иҫен юғалтып йығылды…), ярҙам итеү өсөн бик ашығыс фәлән-фәлән аҡса күсерегеҙ!» кеүек хәбәр килгәс, ҡурҡыуҙан уйлау һәләтен юғалтҡан кеше башта талапты үтәй ҙә, һуңынан ғына буш хәбәр икәнлегенә төшөнә. Бындай енәйәттәрҙе асыҡлау үтә ҡатмарлы, күп осраҡта мутлашыусылар холоҡ төҙәтеү колонияларында ултырған көйөнсә эш итә, тип тә билдәләне Вячеслав Николаевич. Дәүләтебеҙҙең «теш-һеҙлеге» инде, башҡа һыймаҫлыҡ бит - енәйәт өсөн хөкүмгә тарттырылған әҙәмдәр иректән мәхрүм ителгән көйөнсә (йәмғиәт иҫәбенә тамаҡ аҫрап!) енәйәт ҡылыуҙарын дауам итә…
(№ 34)


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Ноябрь 2017    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
 12345
6789101112
13141516171819
20212223242526
27282930 

Популяр яңылыҡтар


Агроном -  ул ер  табибыАгроном - ул ер табибы
«Кем дә кем, бер башаҡ үҫкән ерҙә тағы берҙе...

Нисек йәшәйһең, өкө?Нисек йәшәйһең, өкө?
Ҡыҙыҡ, әгәр ҙә төнгө һунарсы Өкө әфәндегә, йә,...

Намыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәрНамыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәр
Байрамғолдар ашлыҡ һуғыу, һөт һауыу буйынса элек...

Бер нөктә - УчалылаБер нөктә - Учалыла
Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан ...

ФотофактФотофакт
Сираттағы «Аҙна һайын приз» лотерея уйынында...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.