» Гәзиттең номеры: 35-36

Ярлының «һыйыры»06.04.2015

Ярлының «һыйыры»Әсә һөтөнә тиң
Грек мифтары буйынса, ярҙамға мохтаж, сабый Зевсты Крит утрауы мәмерйәһендә Амалфея кәзәһе үҙ һөтө менән имеҙеп, үлемдән ҡотҡарып алып ҡала. Кәзә һөтөнөң файҙалы сифаттары борон-борондан билдәле булған. Авиценна яҙмалары буйынса, Боронғо Римдә уның менән талаҡты дауалағандар. Ҡара ҡылауға ҡаршы - кунжут, дизентерияға - арпа ҡушылған ҡайнатманы файҙаланғандар. Клеопатра иһә был эсемлекте йәшәреү маҡсатында ҡулланған: кәзә һөтө менән йыш ванна ингән кешеләрҙең тиреһе йәшәрә, ваҡ йыйырсыҡтары шымара, пигмент таптары юғала.

1960 йылда Парижда балалар табиптарының Бөтә донъя конгресында кәзә һөтө сабыйҙарға әсә һөтөн алмаштырырлыҡ берҙән-бер тәбиғи эсемлек, тип таныла. Кәзә бәрәсе тыуғанда 2,5-5 килограмм тарта, кеше лә донъяға ошо ауырлыҡта килә. Тимәк, кәзә һөтө майҙың ауырлығы, составы яғынан тап ошо ауырлыҡтағы организм өсөн иң ҡулайы. Ә быҙау тыуғанда 30-35 килограмм була, һыйыр һөтө ошо ауырлыҡтағы кәүҙәне туҡландырыр өсөн яраҡлы.
Кәзә һөтө аллергияны дауалау өсөн дә киң ҡулланыла. Уның составында иммуноглобулин бар, шуға күрә ул күп ауырыуҙарҙы, шул иҫәптән туберкулезды ла дауаларға һәләтле. Иммунитеты ҡаҡшаған кешегә был эсемлек үтә файҙалы.
(№ 35-36)

Миҙалдар сыңы тынмаһын06.04.2015

Миҙалдар сыңы тынмаһынБөйөк Ватан һуғышы ветерандарына, тыл хеҙмәткәрҙәренә Еңеүҙең 70 йыллығы айҡанлы юбилей миҙалдарын тапшырыу дауам итә. Район биләмәләрендә лә был сара яҡшы ойошторолған. Көн һайын тиерлек ауылдарҙан һөйөнөслө хәбәрҙәр алабыҙ. Күптән түгел ахундар шылтыратып шатлыҡтары менән бүлеште.
- Ауылыбыҙҙа 64 ветеран бар, өсөһө һуғыш ветераны. 24 март уларҙы мәҙәниәт йортона саҡырып тәбрикләнек. Район депутаты Амур Зәйнуллин, ауыл хакимиәте башлығы Әмир Харисов, ветерандар Советы рәйесе Эльбрус Әитов юбилей миҙалдары менән бүләкләне. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 32-һе килә алманы, уларға миҙалдарҙы өйҙәренә барып тапшырасаҡбыҙ. Ветерандарыбыҙ үҙҙәрен онотмағанға ихлас ҡыуандылар, - ти ауыл хакимиәте белгесе Энже Әҙелгәрәева.

Ҡалала йәшәүсе ветерандар ҙа иғтибарһыҙ ҡалмай. Ошо көндәрҙә район хакимиәте башлығы Фәрит Дәүләтгәрәев Үзбәк Бузыкаев, Шәүкәт Ильясов, Зәйтүнә Уралбаева һәм Нәсимә Фәтхуллиналарға юбилей миҙалдарын өйҙәренә алып барып тапшырҙы.
Хакимиәт башлығын һәр йортта әйҙүкләп ҡаршыланылар. Ветерандар 90 йәштәрен ашаҡлап үтеүгә ҡарамаҫтан, һаман сафта ҡалалар. Ошо йәшкә етеп, юбилейлы Еңеү яҙын ҡаршы алғандарына шөкөр ҡылалар.
(№ 35-36)


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Ноябрь 2017    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
 12345
6789101112
13141516171819
20212223242526
27282930 

Популяр яңылыҡтар


Агроном -  ул ер  табибыАгроном - ул ер табибы
«Кем дә кем, бер башаҡ үҫкән ерҙә тағы берҙе...

Нисек йәшәйһең, өкө?Нисек йәшәйһең, өкө?
Ҡыҙыҡ, әгәр ҙә төнгө һунарсы Өкө әфәндегә, йә,...

Намыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәрНамыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәр
Байрамғолдар ашлыҡ һуғыу, һөт һауыу буйынса элек...

Бер нөктә - УчалылаБер нөктә - Учалыла
Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан ...

ФотофактФотофакт
Сираттағы «Аҙна һайын приз» лотерея уйынында...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.