» Гәзиттең номеры: 35

Байрам бүләге05.05.2017

Байрам бүләгеРудник микрорайонында дүрт ярым меңдән ашыу кеше йәшәй. Терәлеп үҫешкән Бурансы ҡасабаһын иҫәпкә алһаң, байтаҡҡа күберәк тә килеп сығалыр. Ҡалаға автобустар йөрөп тора, әммә ауырыған кешеләргә транспортта барыу, аҙағынан оҙаҡ сираттар көтөү барыбер яҡшы түгел инде. Шуға ла медицина учреждениеларын пациенттарға яҡыныраҡ урынлаштырыу тураһында үтенестәр төрлө йыйылыштарҙа йыш яңғыраны. Һәм, ниһайәт, теләк бойомға ашты - 3 майҙа тантаналы рәүештә ҡасабала үҙәк ҡала дауаханаһының процедура кабинеты асылды. Әленән үк бында инъекциялар (уколдар) яһатырға, төп анализдар тапшырырға мөмкин. Киләсәктә табип-терапевт кабинеты асыу ҙа күҙаллана. Аптека пункты булдырыу тураһында ла һүҙ алып барыла.
(№ 35)

Олатайым - һуғыш ветераны04.05.2017

Олатайым Вәли Мәүлит улы Мәүлитов Бөйөк Ватан һуғышы ғәрәсәтен күргән. 1905 йылда Ташҡыя ауылында ярлы крәҫтиән ғаиләһендә донъяға килә ул. Һуғышҡа тиклем ат ҡараусы булып эшләй.
Ҡәһәрле һуғыш башланыуы хаҡында хәбәр алыныу менән ауылдағы бөтә ир-атты хәрби хеҙмәткә алалар. Вәли Мәүлит улы ла 1941 йылдың ноябрь айында үҙ ирке менән фронтҡа китә. Уға ул ваҡытта 36 йәш була. Легендар генерал Шайморатов етәкселек иткән данлыҡлы 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы составына эләгеп, илдең азатлығы өсөн көрәшә ул.
(№ 35)

Бәләкәй ауылдың оло геройҙары04.05.2017

Төптәнерәк уйлаһаң, ер йөҙөндәге һәр бер кеше - шәхес, һәр береһен кинәнеп тасуирларға, китап яҙырға мөмкин. Районыбыҙҙың бәләкәй генә ауылдарынан да ҙур геройҙар күп сыҡҡан. Ә инде Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡандар айырым иғтибарға лайыҡ. Бер туған бабайҙарымдың тормоштары тураһында һүҙем.
Һуғышта Ғәҙелша ауылынан 23 кеше ҡатнаша, уларҙың алтауһы ғына кире әйләнеп ҡайта.
Шуларҙың береһе - Исламов Миржан Рәхмәт улы 1911 йылда тыуған. Ике һуғышта ҡатнашҡан. Совет Ҡыҙыл Армияһы сафына алынып, 1939 йылда бабайым Фин һуғышында алыша. Унан ҡаты яраланып ҡайта. Ниңәлер Фин һуғышы тураһында иҫкә алырға яратманы, һөйләп барманы. «Финдар тәрән ҡарҙа, аҡ халат кейеп килеп, аталар ҙа, саңғы менән шыуып кире үҙ яҡтарына шылалар, ә беҙҙә саңғы барлығын бар, тик ҡайышһыҙ, таяҡтарһыҙ. Аҙағыраҡ үҙебеҙ әтмәләп алдыҡ. Винтовкалар ҙа етешмәй ине», - тип хәтерләй ине.
(№ 35)

Данлы йылдар - шанлы йылдар04.05.2017

1941 йылдың 22 июне башҡа көндәрҙән совет халҡы өсөн бер нәмә менән дә айырылмаған ябай көн булып тыуған. Кемдер колхоз эшенә ашыҡҡан, кемдер өйөндә үҙ мәшәҡәттәре менән мәшғүл булған. Мәктәп уҡыусылары сығарылыш кисәһенә әҙерләнеп, ә кескәйҙәр уйын донъяһына сумып йөрөгәндә, «һуғыш» тигән һүҙ йәшен кеүек бар халыҡты шаңҡыта. Күпме ҡайғы килтергән ул. Оло йәштәге ауылдаштарыбыҙ һөйләүенсә, йәшәү ныҡ ауырлашҡан, ауылда тик ҡатын-ҡыҙҙар, балалар һәм ҡарт-ҡоронан башҡа кеше ҡалмаған. Көслө ир затын ил һаҡларға алып киткәндәр. Улар яуыз илбаҫарҙарҙы ғәзиз еребеҙҙән ҡыуып сығарыуға бар көсөн һалған.
(№ 35)

Ҡарас рухы ҡайтты ауылға04.05.2017

Ҡарас рухы ҡайтты ауылға]Наурыҙҙарҙың бына инде туғыҙынсы йыл уҙғарған «Ауыл көтә улдарын» байрамы тураһында күп яҙҙыҡ. Яҙырлыҡ та, күрһәтерлек тә, ысын мәғәнәһендә үрнәк алырлыҡ та сара шул ул. Быйыл ул ике көн буйы дауам ите. Йөрәккә үтеп инерлек шиғыр юлдары, дәртле йыр-моң, күпереп бешкән ҡалас икмәк, тәмле буҙа, ә иң мөһиме - күтәренке кәйеф һәм яҡты йөҙ менән ҡаршы алды наурыҙҙар ҡунаҡтарҙы һәм ашҡынып-талпынып тыуған төйәктәренә ҡайтыусыларҙы.
Ауыл советы хаки-миәте башлығы Закир Ғарипов байрамда ҡатнашыусыларҙы тәбрикләп, «Ауылдың арҙаҡлы улы» исеменә лайыҡ булыусыларҙы бүләкләп үтте. Быйыл бындай абруйлы исемгә Башҡортостандың атҡа-ҙанған мәҙәниәт хеҙмәт-кәре, билдәле скульптор Хәйҙәр Ғарипов менән Башҡортостандың ат-ҡаҙанған мәҙәниәт хеҙ-мәткәре, Ш.Бабич исе-мендәге йәштәр премияһы лауреаты, хореограф, ҡу-райсы Рәйес Низаметдинов лайыҡ булды.
(№ 35)

Тыл фронты батырҙары04.05.2017

Быйыл Бөйөк Еңеүҙең 72 йыллығын билдәләйбеҙ. Был һуғыш беҙгә, һуғыш быуынына - 1932-1941 йылдарҙа тыуған балаларға, бик ауырға тура килде. Сөнки ас-яланғас йөрөнөк, кейергә кейем, ашарға икмәк булманы. Бәләкәй генә көйөнсә иген утарға йөрөнөк, сөнки унда төш ваҡытында бер ижау ыумас ашаттылар. Йәй көндәре тау битендәге бетлекәй, урмандағы ҡымыҙлыҡ, балтырған, кәкүк аяғы, ҡуҙғалаҡ, емеш-еләк, балыҡ, шишмәләрҙең саф һыуы беҙҙең ризыҡ булды. Беҙ шуға ла ҡәнәғәт инек, сөнки совет халҡы немец илбаҫарҙарын еңәсәк, тигән ышаныс менән йәшәнек.
Мин, Сәрүәр Әлхәмова, 1939 йылда Ишкен ауылында тыуғанмын. Атайым Муллағәләм Әлхәмов, ҡарт булыу сәбәпле, һуғышҡа алынманы. Ә дүрт улы (Әхмәҙулла, Мөхәмәт, Зәйет, Заһит) фронтҡа киттеләр. Береһе лә тыуған яҡтарға әйләнеп ҡайта алмайынса сит ерҙәрҙә ятып ҡалдылар. Мин уларҙы иҫләмәйем дә инде... Тик Мөхәмәт ағайымдың ғаиләһендә ике улы тороп ҡалды - Туҡай һәм Булат. Ул Башҡорт кавалерияһында еҙнәбеҙ Әбдрәхим Абдразаҡов менән бергә хеҙмәт итә. Ағайым - ветеринар ине, аттарҙы ҡа-раны. Үлеме лә аттарға бәйле булды. Немец самолеттары полк ятҡан урман-ды бомбаға тота, ағайым аттар янында була. Бомба тап аттар өйөрөнә тура килә, ағайымдың кәүҙәһе уртаға өҙөлә... Еҙнәбеҙ Әбдрәхим шул уҡ урманда ерләп китә. Хәҙер үҙе лә мәрхүм инде.
(№ 35)

Оло хөрмәт һеҙгә, яугирҙар!04.05.2017

Оло хөрмәт һеҙгә, яугирҙар!Еңеү көнө барыбыҙ өсөн дә ҡәҙерле, яҡты, шул уҡ ваҡытта һағышлы байрамдарҙың береһе. Бөйөк Ватан һуғышы еле бер ғаиләне лә урап үтмәй. Илебеҙ азатлығы өсөн дүрт йыл дауам иткән был һуғышта кемдер улын, кемдер тормош иптәшен, ағаһын, атаһын, олатаһын юғалтҡан. Аяуһыҙ һуғышта дошмандарҙы еңеүгә учалылар ҙа тос өлөш индерә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йылдар үтеү менән яугирҙарыбыҙҙың, тылда эшләгән ветерандарҙың сафы һирәгәйә бара. Уларҙың батырлығын, Ватанға тоғролоғо хаҡында мәңге оноторға тейеш түгелбеҙ.
Байрам алдынан Бө-йөк Ватан һуғышы вете-рандарын тәбрикләү ма-тур традицияға әйлән-де. Барлыҡ ауыл улты-раҡтарында тантаналы саралар уҙғарыла, бү-ләктәр тапшырыла. Бө-йөк Еңеүҙең 72-се яҙын районыбыҙҙа 33 ветеран ҡаршы аласаҡ, уларҙың дүртәүһе Ахун ауылында йәшәй. 2 май көнө район хакимиәте башлығы Фә-рит Дәүләтгәрәев Ахун ауылындағы ҡарттар йор-тонда булды, Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙары менән осрашты.
(№ 35)

Еңеү байрамы менән!06.05.2016

Еңеү байрамы менән!Ҡәҙерле Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, тыл хеҙмәткәрҙәре! Хөрмәтле учалылар!
Һеҙҙе ысын йөрәктән илебеҙҙең төп байрамы - Бөйөк Еңеү көнө менән ҡотлайым!
Ошо байрам көнөндә беҙгә Еңеү бүләк иткән, ҡыйынлыҡтар алдында баш эймәгән ветерандар һәм тыл хеҙмәткәрҙәре алдында баш эйәбеҙ, яу яландарында ятып ҡалған яҡташтарыбыҙҙы иҫкә алабыҙ. Бөгөн беҙ уларҙың батырлыҡтарын онотмай, тыныс тормоштоң ҡәҙерен белеп, ауырлыҡтарға бирешмәй эшләргә, балалар һәм ейәндәр тәрбиәләргә тейешбеҙ.
Бар учалыларҙы ошо бөйөк байрам менән ҡотлап, тарихи хәтерҙе киләсәк быуындарға еткерергә саҡырам. Бөйөк Еңеү көнө һәр ваҡыт берҙәм һәм еңелеү белмәҫ Рәсәйҙең символы булып ҡаласаҡ. Еңеү көнө менән!
Фәрит ДӘҮЛӘТГӘРӘЕВ,
район хакимиәте башлығы.
(№ 35)

Яҙмыш елдәренә бирешмәй25.03.2014

Яҙмыш елдәренә бирешмәйФатима һәм Зәйнетдин Ғәйнетдиновтар икеһе лә атайһыҙ үҫкән һуғыш дәүере балалары. Зәйнетдин Хәйретдин улы 1935 йылда Амангилде ауылында донъяға килә. Һуғыш башланыу менән атаһы фронтҡа алына һәм яу яланынан ҡайтмай. Өс класты бөтөргән үҫмергә башҡа уҡыу эләкмәй, алда уны, башҡа тиңдәштәрен кеүек үк, йәшенә тиң булмаған ауыр эш көтә. Фатима Әбүбәкир ҡыҙының да яҙмышы еңелдән булмай. Ике йәштән атайһыҙ ҡалған ҡыҙҙың бәкәленә аслыҡ-яланғаслыҡ бала саҡта ғына түгел, аҙаҡтан да ныҡ һуға.

Ғәйнетдиновтар 1957 йылда Рафиҡ ауылында ғаилә ҡоралар, әлеге көнгәсә ошонда йәшәйҙәр. Фатима ханым әйтеүенсә, элек йәштәр хәҙергесә танышып, дуҫлашып йөрөп ҡауышмағандар, ә ата-әсә һайлаған пар менән донъя ҡорғандар.
- Атайһыҙ үҫкән балаларға әсәй атай урынына ла ине, уның һүҙе закон булды. Әсәйем Зәйнетдингә кейәүгә сығаһың тигәс, ҡаршы бер һүҙ ҙә әйтмәнем. Миңә тәғәйенләнгән тормош юлдашын ул егеттең зат-зәүеренә ҡарап һайлаған, яҡшы, аҡыллы атанан насар ул тыумаҫ, тип. Хәҙер генә ул туған-тыумасаға артыҡ иғтибар бирмәй ҡауышалар. Һөҙөмтәлә, оҙаҡ тормай айырылышалар. Ә күп яман ҡылыҡтар, сир-ауырыуҙар ҡан аша күсә бит. Тәүҙә бер-беребеҙгә хистәребеҙ булмаһа ла, аҙаҡтан өйрәнеп киткәнбеҙҙер инде, - тип иҫләй Фатима Әбүбәкир ҡыҙы.
(№ 35)

Тормош үҙе «бишле» ҡуйған25.03.2014

Тормош үҙе «бишле» ҡуйғанСабырлыҡтың төбө һары алтын, тип халыҡ юҡҡа әйтмәгән. Бөгөн һүҙ барасаҡ ғаиләләр тормоштоң әсеһен күп татыған, шуның өсөн түҙергә, ауырлыҡтарға бирешмәҫкә сыныҡҡан. Әлеге етеш тормоштоң да ҡәҙерен белә улар, бер-береһенә ярҙам, терәк булып, аңлашып, ҡәнәғәт тормошта һәүетемсә донъя көтәләр.

Бал ҡортондай уңған һәм тырыш булыуҙары менән күптәрҙе һоҡландыралар. Был ғаиләләр тураһында тиң йәшәп, тиң ҡартайғандар, тип шикләнмәй әйтергә мөмкин.
Ҡәйнә менән килен, бала бағыу, ғаилә усағын һаҡлау, ғөмүмән, тәрбиә өлкәһендә күптәргә өлгө булып тора беҙ бәйән итәсәк парҙар - Ғоморҙаҡовтар һәм әйнетдиновтар.Тап ошондай ғаиләләр милләтебеҙ күркен, ғаилә институтының ныҡлы нигеҙен тәшкил итә лә инде. Үҙҙәре әйтмешләй, был донъяла әҙәми зат ҡунаҡ ҡына. Шуға ла Аллаһы Тәғәлә биргән ғүмерҙе аңлашып, татыу йәшәп уҙғарыу үҙе ни тора! Бер-береһенә булған хөрмәт, эскерһеҙлек эштәрендә лә, ҡылыҡтарында ла сағыла.
(№ 35)


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Ноябрь 2017    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
 12345
6789101112
13141516171819
20212223242526
27282930 

Популяр яңылыҡтар


Агроном -  ул ер  табибыАгроном - ул ер табибы
«Кем дә кем, бер башаҡ үҫкән ерҙә тағы берҙе...

Нисек йәшәйһең, өкө?Нисек йәшәйһең, өкө?
Ҡыҙыҡ, әгәр ҙә төнгө һунарсы Өкө әфәндегә, йә,...

Намыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәрНамыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәр
Байрамғолдар ашлыҡ һуғыу, һөт һауыу буйынса элек...

Бер нөктә - УчалылаБер нөктә - Учалыла
Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан ...

ФотофактФотофакт
Сираттағы «Аҙна һайын приз» лотерея уйынында...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.