» Гәзиттең номеры: 36

Һеҙ ҙә ҡушылығыҙ, дуҫтар!06.05.2016

  Һеҙ ҙә ҡушылығыҙ, дуҫтар!Гәзитебеҙҙең оттораһы приздары күп әле, тимәк «Яйыҡ»ҡа икенсе ярты йыллыҡҡа яҙылыусылар араһында лотерея уйыны дауам итә.
Икенсе отоштоң тәүге бүләге - баҡса һиптергес - Рысай ауылынан Ғлимжан Ғөмөрҙаҡов квитанцияһына сыҡты. Маршал Жуковтың үҙенән исемле сәғәт алыусы Ғлимжан Хәкимйән улы хаҡында гәзитебеҙҙә яҙған инек инде. 81 йәшен тултырған элекке һалдат был ваҡиғаларҙы әле лә яҡшы хәтерләй. Тормош иптәше Сания Рамаҙан ҡыҙы менән 58 йыл элек өйләнешеп, дүрт бала тәрбиәләп үҫтергәндәр. Уларҙың һәр ҡайһыһы тормошта үҙ парҙарын табып, лайыҡлы ғүмер итәләр. Алмас улдары Кирәбелә урмансы булып эшләй, күптән түгел генә уға «БР атҡаҙанған урман хужалығы хеҙмәткәре» исемен биргәндәр. Тормош иптәше менән дүрт бала тәрбиәләйҙәр.
(№ 36)

«ЯЙЫҠ ҺЫЛЫУЫ» КОНКУРСЫНА27.03.2014

«ЯЙЫҠ  ҺЫЛЫУЫ» КОНКУРСЫНА
Лена ИЛЬЯСОВА


1998 йылдың 30 майында Илсе ауылында тыуған.

Әле Илсе урта мәктәбенең 9-сы класында белем ала.

Мәктәп һәм ауыл тормошонда әүҙем ҡатнаша.

Музыка, бейеү, театр түңәрәге лә Ленаға ят түгел.

Киләсәктә имтихандарҙы уңышлы тапшырып, юғары уҡыу йортона

уҡырға инергә хыяллана. Хыялы - юрист булыу.
(№ 36)

Әсә теләктәре27.03.2014

Яҡты донъяға ауаз һалдың,
Ғүмер юлыңды һин башланың.
Аҡ йүргәккә һине төрнәнем дә
Аҡ теләктәр һиңә бағланым:
«Ғүмерле бул, балам!
Бәхетле бул, балам!
Хызыр, Ильяс юлдаш булһын һиңә,
Тура юлдан һин һис тайпылма».
Изге теләк теләнем дә,
Хоҙайыма һине тиңләнем.
Балаҡайым - күҙ нурым һин,
Балаҡайым - йөрәк итем һин!
Бәғеркәйең ҡаты булмаһын,
Кешелекле, кеселекле бул һин!
Кешеләр һиңә рәхмәт уҡыһын,
Һиңә ҡарап улар һоҡланһын.
Изге әсә балаһы был, тип,
Әсәңде лә улар ҙурлаһын.
Тормош юлы баҫҡыс-баҫҡыс китә,
Аҫтан юғарыға үрмәлә.
Бейеклектәр көтөр һине,
Тырышлығың булһа эргәлә!
(№ 36)

Оло бәхет27.03.2014

Оло бәхетҠатын-ҡыҙ өсөн әсә булыу иң ҙур бәхет. Ике яратҡан йәрҙең мөхәббәт емеше, көтөп алған сабый донъяны йәм, наҙ менән тултыра. Шуның менән бер рәттән ул йәштәргә яуаплылыҡ та өҫтәй: ғаиләнең яңы ағзаһы күп көс, түҙемлек, тормош белемен талап итәсәк. Әсә булырға йыйынған ҡатын-ҡыҙҙарға ыңғай тәьҫораттар, тәжрибә өҫтәү маҡсатында ғаилә, балалар һәм йәштәргә социаль-психологик ярҙам үҙәге бер нисә йыл рәттән «Әсә булам» конкурсын ойоштора. Быйыл да был ярыш гөрләп үтте.

Әсә булырға йыйынған биш гүзәл ҡатын-ҡыҙ үҙ көсөн һынап ҡарарға тәүәккәлләгән. Тәүҙә ҡатнашыусылар жюри ағзаларын үҙҙәре, таланттары, ғаиләләре менән таныштырып үтте. Бәләкәй Ҡаҙаҡҡол ауылының мәҙәниәт йорто директоры Аида Йомабаева әсә булыуҙың тәмен татып өлгөргән, ул икенсе сабыйын көтә. Тәү сығышынан уҡ йыр-моңға әүәҫлеген танытты. Регина Ғиләзева ла төшөп ҡалғандарҙан түгел: аш-һыуға, ҡул эштәренә оҫта. Баймаҡ районы килене Айһылыу Лотфуллина бейеүгә әүәҫ булып сыҡты, ә сибек кенә күренгән Лидиә Ғилманованың айкидо буйынса ҡара билбау эйәһе булыуын берәү ҙә көтмәгән ине. Һөнәре буйынса уҡытыусы Вилә Юлаева нәфис һүҙгә тоғролоғон һаҡланы - үҙе хаҡында мәғлүмәтте шиғри юлдар аша тәҡдим итте.
(№ 36)

Тормош мәғәнәһе27.03.2014

Абҙаҡ ауылында йәшәүсе Сәфәрғәли Ситдиҡов 1936 йылда ишле ғаиләлә икенсе малай булып донъяға килә. Аталары, һуғыш ветераны, 1968 йылда яҡты донъя менән хушлаша. Сәфәрғәли Нәжметдин улы хаҡлы ялға сыҡҡансы мал ҡараусы булып эшләне. Хеҙмәте өсөн бихисап Маҡтау ҡағыҙҙарына эйә хеҙмәт ветераны ла ул.

Миңсара Ситдиҡова Буранғол ауылында тыуып үҫкән. Ғаиләлә улар өс ҡыҙ тәрбиәләнәләр. Мәктәптә уҡыған саҡта иҫәп-хисапҡа көслө була, ләкин артабан уҡырға тура килмәй.
Сәфәрғәли ағай менән Миңсара апай 1958 йылда өйләнешә. Мөхәббәт емеше булып тәүге улдары Сәғит тыуа. Комсомольск ҡасабаһында 10 класты тамамлағандан һуң, Учалы ауылындағы һөнәрселек училищеһын бөтөп, армияға китә. Өс йылдан әйләнеп ҡайтҡас, кәләш ала, өй һалып инә. Ике балаға ғүмер бирә улар. Тик, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йөрәк сире арҡаһында яҡты донъя менән иртә хушлаша.
Икенсе улдары Закир ҙа Абҙаҡ мәктәбен тамамлағандан һуң, һөнәрселек училищеһында уҡый. Хеҙмәттән ҡайтҡас, Алһыу исемле һылыуға өйләнеп, ике ул үҫтерәләр. Закир оҙаҡ йылдар милицияла хеҙмәт итте, әлеге мәлдә хаҡлы ялда. Бейергә ярата, үҙешмәкәр сәнғәт түңәрәгендә ҡатнаша.
(№ 36)

Мөҙәрис бабай уландары27.03.2014

Наурыҙ урта мәктәбендә уҡығанда, сит ауылдыҡылар ятаҡта көн күрә инек. Мөҙәрис бабайҙың өйҙәре мәктәп янынан аҡҡан Кәлтәй шишмәһе ярында урынлашҡан.
Дәрестәр бөтөп, ятаҡ эштәре теүәлләнгәс, тиҫтерҙәшебеҙ Рәистең өйөнә йүгерәбеҙ. аиләлә балалар күп булғас, малайҙар килеп тулыуға ихлас ҡыуаналар. Ширҙеккә теҙелешеп ултырабыҙ. Яңы ғына мейес ҡуҙында быҫҡып бешкән алһыу мундирлы бәрәңге ашайбыҙ. Сөсө генә ҡаймаҡлы ҡатыҡ һемерәбеҙ. Шул арала инәй күмәс һыныҡтарын өләшә.


Ҡыуаныстың сиге юҡ инде. Ас түгелбеҙ. Ашнаҡсы Әҡлимә апайҙың бешергән ашын ҡалдырған юҡ. Шулай ҙа икенсе төрлө ашамлыҡ үҙенә тарта бит, өй ашы өй ашы инде, ҡаршылыҡ юҡ, күмәсте лә ашап ҡуябыҙ. Рәис тә ҡалышмай, йылғыр ғына малай. Мөҙәрис бабай сал ҡунған сикәһен һыпыра биреп, беҙгә йылмайып, сираттағы «бойороғон» еткерә.
- Йә, уландар, Кәлтәй боҙон бөгөн дә аҡтарып ташлайыҡмы әллә? Шар һуғырға, батшалыҡ уйнарға ла ваҡытығыҙ ҡалыр. Төнөн тағы быу ҡалҡып, мәктәпте баҫа бит. Беҙҙең нигеҙгә лә килеп етте, ҡәһәрең. ¥ур йылға булһа, бер хәл, йыл да йонсота бит. Ныҡ һыуытҡас, ҡуша туңа боҙ, юлы быуыла, аҡҡан һыу өҫкә үрһәләнә, тын юлы ҡыҫылғас, уға ла һауа кәрәктер инде. Төнө буйы аҡ томандай боҫ бөркөп ята. Араһына керһәң, аҙашмам тимә, - тип фәлсәфәһен һуҙа бирә ҡартыбыҙ. Беҙгә нимә, тамаҡ туҡ, көн дә эшләп күнеккәс, шау-гөр килеп, баҫма, күперҙән аша барған боҙ киҫәктәрен соҡойбоҙ, ситкә ырғытабыҙ.
(№ 36)

Фронтҡа - посылка27.03.2014

Бөйөк Ватан һуғышы дауамында иң ауыры 1942 йыл булғандыр. Әммә бер нәмәгә ҡарамаҫтан, ауыл халҡы «Барыһы ла фронт өсөн, барыһы ла еңеү өсөн!» девизы менән йәшәне. Быға бәйле бихисап ваҡиғалар араһынан 23 февраль - Ҡыҙыл Армия көнөнә арнап, халыҡтың фронтҡа посылкалар ебәреүе хәтергә айырыуса ныҡ уйылған.

«Иманғол» колхозы идараһы һәм партия ойошмаһы (хужалыҡ рәйесе - Хөсәм Яппаров, партком секретары - Рәшиҙә әзизова, ауылдағы 7 йыллыҡ мәктәп директоры), һәр кем хәленән килгәнсә посылка өсөн әйбер йыйырға кәрәк, тигән саҡырыу яһанылар. Билдәләнгән ваҡытта ауыл Советы депутаты Сәкинә Мөхәмәтшина, ауыл активистары Һылыу Бүләкова, Хәнифә Кәримова, Роза Саматова, уҡытыусылар Һәҙиә Мөбәрәкова, Йәмилә Саматова, Фатима Ибәтуллина, Бибиямал Нәбиуллиналар, өйҙән-өйгә йөрөп, күстәнәстәр йыйҙылар. Сигелгән ҡулъяулыҡтар, ойоҡбаштар, бирсәткә-бейәләйҙәр, киптерелгән емеш-еләк, янсыҡтар һәм башҡа. Мәктәп уҡыусылары дәфтәр-ҡәләм бүләк иттеләр, һалдаттарға хаттар яҙҙылар. әли ағай Рауилов ҡойманан таҡталар һүтеп алып, йышып, посылка йәшниктәре яһаны.
(№ 36)

Бала һөйөүгә мохтаж27.03.2014

Бала һөйөүгә мохтажҺәр бала - ата-әсәһе өсөн донъяла иң һөйкөмлө кеше. Сир йә башҡа сәбәп менән үҫештәре тиҫтерҙәренән айырылған сабыйҙар ҙа була, уларҙы «үҙенсәлекле бала» тип атайыҡ. Бындай осраҡта тормош көн һайын ҡуйған һынау һәм проблемаларҙы хәл итеү, сабыйҙарын кәрәгенсә тәрбиәләү өсөн үҙенсәлекле бала әсәләренә «үҙенсәлекле әсәгә» әйләнергә тура килә. Үҙен кәмһетелгән итеп тоймаһын, камил шәхес булып үҫһен өсөн ниндәй тәрбиә алымдары ҡулланырға? Бының төрлө варианттары бихисап, шулай ҙа ике төп стратегик йүнәлеште айырып ҡарарға мөмкин.

Беренсе юл. Бер нәмәгә ҡарамаҫтан, «үҙенсәлекле бала» ҡалған балаларҙан бер ере менән дә ҡалышмаһын тип ал-ял белмәй көрәшеү. Ниндәй ҙә булһа өлкәлә ирешелгән уңыштары артабан алға ынтылырға дәрт бирә. Уңышһыҙлыҡҡа юлығалар икән - сәм һәм һынауҙы үтергә көс кенә өҫтәлгәндәй… Бындай әсәләрҙең бөтә шәхси тормошо, мәнфәғәттәре һәм ҡыҙыҡһыныуҙары балаһы тирәләй әйләнә. Табиптар, педагогтар менән йыш кәңәшләшәләр, арымай-талмай яңынан-яңы дауалау алымдары ҡулланыуҙы юллайҙар. Бындай әсә - бала өсөн һаҡсы, яҡлаусы, тәрбиәсе, кәңәшсе, хеҙмәтсе, дауалаусы һәм мөғәллимә. Ошондай тоғролоҡҡа һоҡланмау мөмкин түгел!
(№ 36)

Яҙмыштары кеше ҡулында27.03.2014

Яҙмыштары кеше ҡулындаУчалыла бына өс йыл инде хайуандарҙы яҡлау төбәк йәмғиәте эшләй. Уның ҡарамағында 4 гектар ер бар ғәм бында эт-бесәйҙәр өсөн комплекслы бина төҙөү планлаштырыла, уларға ҡунаҡхана булдырыу ҙа күҙаллана. Йәғни, хужалар ҡайҙалыр киткәндә, хайуандар ҡараулы буласаҡ.

Бинала ветеринар кабинеты ла урынлаштырыласаҡ. Бында инә эт һәм бесәйҙәр стерилләнәсәк. Был хеҙмәттәр төп килем сығанағын тәшкил итәсәк. Әлегә йәмғиәт эт һәм бесәйҙәр өсөн хәйер йыйырға мәжбүр. Магазиндарға йәрәхәтләнгән эт һәм бесәйҙәрҙең фотоһүрәте ҡуйылған йәшниктәргә учалылар битараф түгел. Ай һайын бында 10 мең һум самаһы аҡса йыйыла. Был сумма ҡарауһыҙ ҡалған йәнлектәрҙе ашатыуға, стерилләүгә һәм дауалауға тотонола. Стерилләү арзандан түгел. Уның хаҡы 1200-ҙән алып, 1980 һумғаса барып баҫа. Әммә ветеринар станция йәмғиәт өсөн льготалы хаҡтар ҡуллана. Һөҙөмтәлә, бер операция 500 һумдан артмай.
Уҙған йылда 17 эт һәм 222 бесәй стерилләнгән. Бер бесәйҙең йылына 6-8 бала килтереүен иҫәпкә алғанда, 1332 бесәй балаһының тыуыуына юл ҡуйылмаған. Эттәр иһә йылына уртаса 16 көсөк таба. Тимәк, ҡалала 272 берәҙәк эттең күбәйеүе кисектерелгән.
(№ 36)

Артистар ҡыуандырҙы27.03.2014

Яңы Байрамғол ауылы мәҙәниәт йорто янындағы үҙешмәкәр коллектив Мәҙәниәт йылы айҡанлы Наил Ғәйетбайҙың «Аты барҙың - дәрте бар» комедияһын тамашасы хөкөмөнә сығарҙы.

Коллективтың төп ағзаларын йыр-моңға маһир, талантлы һәм һәр ваҡытта ла йәш күңелле булып ҡала белгән хаҡлы ялдағы ололар тәшкил итә. Был юлы ла улар һынатманы, уйындарын ауылдаштары йылы ҡабул итте. Айырыуса мәңге ҡартаймаҫ сәхнә ветераны, моңло тауышлы Фәйзулла Хәйруллин, сәхнә күрке Нәсимә Абдразаҡова, Ғәлимйән Шәрипов, Сәйҙә Нәбиуллинаның сығыштары барыбыҙҙы ла әсир итте. Ҡойоп ҡуйған артистар тиерһең! Йәштәрҙән Сәмиғулла Лоҡманов, Римма Заһиҙуллина ла өлкәндәрҙән ҡалышмай, оҫталыҡтарын күрһәттеләр. Әйткәндәй, был спектаклде әле районыбыҙҙа барған «Театр яҙы» фестиваленең жюри ағзалары ла күҙәтте. Улар артистарыбыҙға тейешле баһаны бирер, тип ышанабыҙ.
Һәүәҫкәр коллектив киләсәктә лә халыҡты үҙенең яңынан-яңы тамашалары менән ҡыуандырһын.
(№ 36)


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Ноябрь 2017    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
 12345
6789101112
13141516171819
20212223242526
27282930 

Популяр яңылыҡтар


Агроном -  ул ер  табибыАгроном - ул ер табибы
«Кем дә кем, бер башаҡ үҫкән ерҙә тағы берҙе...

Нисек йәшәйһең, өкө?Нисек йәшәйһең, өкө?
Ҡыҙыҡ, әгәр ҙә төнгө һунарсы Өкө әфәндегә, йә,...

Намыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәрНамыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәр
Байрамғолдар ашлыҡ һуғыу, һөт һауыу буйынса элек...

Бер нөктә - УчалылаБер нөктә - Учалыла
Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан ...

ФотофактФотофакт
Сираттағы «Аҙна һайын приз» лотерея уйынында...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.