» Гәзиттең номеры: 37

Һуңғы взвод ҡалды...11.05.2017

Һуңғы взвод  ҡалды...Көнө лә тура килде бит әле - салт аяҙ торҙо. Кисен генә бер аҙ ямғыр тамсыланы. Тәбиғәт тә, кешеләр менән бергә шатланды, тантана үткәрергә үҙ фатихаһын бирҙе, аҙағынан ғына, был көндә урғылған хис-тойғоларға сыҙай алмайынса, шым ғына иларға тотондо, тип әйтерлектер...
Бөгөнгө көндә Учалы районында 33 Бөйөк Ватан һуғышы ветераны йәшәй. Теүәл бер йыл элек 41 инеләр. Фронтҡа төбәгебеҙҙән тотош дивизия (13,5 мең кеше) китһә, әле бер взвод тирәһе генә ҡалған икән. Һуңғы взвод... Һәр ҡай-һыһының исемен хөрмәт менән иҫкә алыу дөрөҫ булыр: Абдулхай Билалов, Ғәфүр Казбеков, Әбүзәр Шәмсиғәлиев, Леонид Шумилов, Мәхмүт Аҡтуғанов, Дәрүиш Гутов, Үзбәк Бузыкаев, Нәжип Ширғәлин, Ғәрифулла Зөлҡәрнәев, Әхмәт Вәлиев, Шәғәлей Яҡупов, Иван Копытов, Петр Пирожок, Татьяна Кочурина, Илья Пискунов, Александр Воронин, Фәрит Сиражетдинов, Наил Фәттәхов, Иван Севостьянов, Егор Евдокимов, Шәүкәт Ильясов, Нәсимә Фәтхуллина, Дәмин Яппаров, Миндийәр Йыһаншин, Илья Шеметов, Әүбәкир Таипов, Геннадий Кулюшин, Рәис Вәлиев, Фәрит Хәмитов. Алты йөҙләп кеше рәсми рәүештә тыл ветераны тип иҫәпләнә. Ысынбарлыҡ-та ундайҙар сағыштырғыһыҙ рәүештә күберәк икәнлеге көн кеүек асыҡ - кем ул йылдарҙа көн күргән, барыһы ла Еңеүгә үҙ өлөшөн индергән.
(№ 37)

Күпте күргән уҡытыусы13.05.2016

Күпте күргән уҡытыусыРәйсә Мостафина 1924 йылда Илеш районы Абдулла ауылында донъяға килгән. Быуындары нығынып та етмәгән 17 генә йәшлек ҡыҙсыҡ булып ҡаршы ала ул ауыр һуғыш йылдарын.
- Йәш ярымлыҡ са-ғымда атайһыҙ ҡал-дым. Балаларын аяҡҡа баҫтырыу әсәйемә бик ауырға тура килгәндер инде. Илештә колхоз булды, унда баҡсасылыҡ көслө ине. Кәбеҫтә, ҡыяр, һуған, ҡабаҡ үҫтерҙеләр, иген баҫыуҙары ла күп ине. Ир-уҙамандар һу-ғышҡа киткәс, хужалыҡ ололар һәм ҡатын-ҡыҙҙар ҡулына ҡалды. Ҡара таңдан тороп өйҙәге эшен бөтә лә һәр кем үҙ белдеге менән колхоз эшенә сыға ине. Хеҙмәте ауыр булһа ла, баҡса беҙгә асығырға бирмәне.
Ә бит бөтә ерҙә лә улай булманы. Иртә яҙҙа көҙҙән ҡалған башаҡ-тарҙы йыйырға сыға тор-ғайнылар, шуны кип-тереп, таш тирмәндә онға әйләндереп, таба икмәге бешерә инеләр. Ошо икмәкте ашап күрше ауылда - 300-ҙән ашыу, беҙҙең ауылда 200-ҙән ашыу кеше ағыуланып үлде. Улар араһында ололар ҙа, балалар ҙа бар ине. Ҡәһәрле һуғыш әллә күпме ғаиләләрҙе емерҙе, балаларҙы етем итте, туған-тыумасаны айырҙы. Беҙ дүрт бала үҫтек. Ике ағайым һуғышҡа алынып, кире әйләнеп ҡайтманылар. «Хәбәрһеҙ юғалған» тигән ҡағыҙҙары ғына килде. Ағайымдарҙың бишәр балалары ҡалды. Улар Үзбәкстан яҡтарына сығып киттеләр, башҡа күрешкәнебеҙ булманы, - тип хәтер йомғағын һүтте әңгәмәсем.
(№ 37)

Был донъяла ниҙәр бар?13.05.2016

Был донъяла  ниҙәр бар?Европала НАТО блогы берләштерелгән ҡораллы көстәренең главнокомандующийы итеп Кертис Скапоротти тәғәйенләнде (60 йәштә, генерал-майор, быға тиклем - АҠШ-тың 82-се һауа-десант дивизияһы командиры). Вазифа башлау тантанаһында: «...әгәр ҙә донъя әһәмиәтендәге дәүләткә әйләнергә ынтылған Рәсәйҙе сикләү сәйәсәте уңышлы юлыҡмаһа, бөгөндән үк алышҡа инергә әҙер булырға тейешбеҙ», - тип телмәр тота.
(№ 37)

Тереләр менән бер сафта13.05.2016

 Тереләр менән бер сафта Бөтә донъяға билдәле болгар күрәҙәсеһе Ванга «...үлеләр тереләр менән бер сафҡа баҫҡас, Рәсәй бөйөк дәүләткә әйләнер», - тип әйтеп ҡалдырған, тиҙәр. Бөтөнләй аңлайышһыҙ фараз ысынбарлыҡта кәүҙәләнә башланы, буғай! «Үлемһеҙ полк» акцияһы - һуңғы дәүерҙең иң сағыу һәм тетрәндергес күренештәренең береһе. Яу ҡырында баштарын һалған 10 меңдән ашыу райондаштарыбыҙҙың байтағы балалары-ейәндәре ғорурлыҡ менән күтәргән портреттар рәүешендә тыуған яғына әйләнеп ҡайтты, байрам сафтарында үтте. Аят уҡытыуҙан тыш, әруахтарға ошонан да олораҡ хөрмәт күрһәтеү мөмкин дә түгелдер! Махсус рәүештә әлегә береһенең дә исемен атап тормайбыҙ: ҡаһарманлыҡ менән төбәгебеҙҙе данға күмгән яугирҙар ҙа, фронтҡа барып етеп тә өлгөрмәйенсә фашист бомбалары аҫтында һәләк булғандар ҙа был сафта тиң - улар барыһы ла бөгөнгө көнөбөҙ өсөн әҙәм балаһы түләй алған иң юғары хаҡ - үҙҙәренең ғүмерҙәрен түләгәндәр.
(№ 37)

Улар мәңге онотолмай07.04.2015

Улар мәңге онотолмайУрал тауҙарының итәгенә һыйынып ҡына ултырған Ҡолош ауылы - үҙенең үҙенсәлекле һәм боронғо тарихы менән тирә-яҡҡа даны таралған ауылдарҙың береһе. Зыяратында руна яҙыулы таштар табылды, унда тарихты төптән белеүсе аҡһаҡалдар йәшәй, халыҡ ҡомартҡыларын йыйып музей йорто яһаған шәхестәр ҙә, йәш көрәшселәр менән ғорурлана алырлыҡ остаздар ҙа бар. Ҡолош халҡы - үҙе ябай, үҙе эскерһеҙ, үҙ быуындарының үткәндәренә ихтирам менән ҡараусы халыҡ. Һәм тағы ла берҙәмлектәре, әүҙемлектәре менән дә һоҡландыра улар. Ниндәй генә сара булмаһын, күмәкләшеп ихласлыҡ менән тотоналар, шуғалыр ҙа улар юғары кимәлдә үтә.
Бөйөк Ватан һуғышы ветераны мәрхүм Сабит Ғәбит улы Әғзәмовтың тормош иптәше Венера апай менән әңгәмәләшкәндә ошоларҙы уйлап ултырҙым. Сабит ағай ҙа Ҡолош ауылынан. Ғәбит ағай менән Мөхтәрәмә апайҙың алты балаһы араһында иң өлкәне. Ул 1926 йылда донъяға килгән. Һуғыш башланғанда Тирлән ҡасабаһында йәшәгәндәр. Сабит ағай Белорет хәрби комиссариатынан үҙ теләге менән фронтҡа китә. 17 генә йәшлек егетте Силәбе өлкәһенең Үрге - Уфалей ҡалаһына танкистар әҙерләү курстарына уҡырға ебәрәләр. 6 ай уҡығандан һуң сержант дәрәжәһендә Т-34 танкыһына орудие командиры итеп тәғәйенләйҙәр. Бер взводта өс танк. Һәр танкыла 58 снаряд. Уларҙы ентекләп һөртөп, солидолдан таҙартып ҡуйырға кәрәк. Танкистар был эште еренә еткереп башҡара - атака ваҡытында танк яҡшы атырға тейеш.
(№ 37)

Килешеү үтәлеше тикшерелде07.04.2015

31 март социаль-хеҙмәт мөнәсәбәттәрен көйләү буйынса территориаль өс яҡлы комиссияның ултырышы үтте. Урындағы профсоюз, эш биреүселәр берекмәһе һәм район хакимиәте араһында 2014-2016 йылдарға төҙөлгән килешеүҙең былтыр нисек үтәлеүе тикшерелде.
Отчет доклад менән профсоюздарҙың район берекмәһе рәйесе, Учалы тегеү фабрикаһы профсоюз комитетының башлығы Энже Солтанова доклад яһаны. Башҡаһынан тыш, хеҙмәткәрҙәргә санаторий-профилак-торийҙарға путевкалар биреү мәсьәләһенә туҡталды. Элек кенә, социализм дәүерендә, ябай халыҡты сәлә-мәтлекте нығытыуға көсләп тигәндәй ебәрә торғайнылар. Хәҙер ни, тик тау-байыҡтырыу комбинаты, тегеү фабрикаһы һәм юл ремонт-төҙөлөш ида-ралығында ғына пред-приятие иҫәбенә путевкалар бирелә. «Урал таштары» был мәсьәләне ниндәйҙер кимәлдә хәл итә. Ағзалар байтаҡ, эш хаҡы сағыштырмаса юғары (эҙемтә булараҡ - профсоюз иғәнәләре күберәк тупланған) мәғариф һәм һаулыҡ һаҡлау учреждениеларында профсоюз иҫәбенә путевкалар бирелә - 24 һәм 15 дана. Ҡалған предприятие-ойошмаларҙа һәр кем үҙ-үҙен генә ҡайғырта инде. Ә бит коллектив килешеүҙәрҙә, адми-нистрация тарафынан хеҙмәткәрҙәрҙе сәләмәт-ләндереү, мәҙәни һәм физкультура саралары ойоштороуға аҡса бүлеүҙәре ҡаралған. ғәҙеллек өсөн шуны ла билдәләргә кәрәктер - предприятие дирек-торҙары эш биреүсе статусында булһалар ҙа, күп осраҡта бөтә финанс эшмәкәрлекте предприятие хужалары (милекселәре) хәл итә торған. Ә уларҙың күбеһе, ысынбарлыҡта хәл нисек булыуға ҡарамаҫтан, «Кризис бит!» - тип һылтанма яһарға бик тә шымарып бөткән…
(№ 37)

Эше менән күркәм07.04.2015

Эше менән күркәмХәҙерге заманда почта хеҙмәте менән файҙаланмаған кеше юҡтыр, моғайын. Интернет селтәренән айырылмай, электрон хат-хәбәрҙәр алышҡан тормошта йәшәһәк тә, уның йәшәйешебеҙҙә мөһимлеге кәмемәй, киреһенсә, арта ғына.
Мулдаҡай почта бүлексәһе Әүешкүл, Ялсығол, Орловка, Илсеғол, Мулдаҡай, Һөләймән, Һөйөндөк, Мулдаш, Көсөк ауылы халҡын хеҙмәтләндерә. Бүлексә менән 16-сы йыл инде Рәсимә Сафина етәкселек итә. Мөләйем, кешелекле ханым Ахун ауылы ҡыҙы. Мәктәпте тамамлағас, Бирскийҙа һатыусы һөнәренә уҡып сыға. Яңы Байрамғол ауылында сауҙа өлкәһендә эшләй, һуңынан Поляковка совхозына эшкә саҡыралар. Бер аҙҙан иҫәп-хисапты яҡшы белгән, етеҙ, эшһөйәр ҡатынға почта менән етәкселек итергә тәҡдим яһайҙар. Рәсимә Гәрәй ҡыҙы күп уйлап тормай ризалаша һәм бына тиҫтә ярым ғүмерен Мулдаҡай почтамтында эшләүгә бағышлай. Посылкалар, заказлы хаттар ҡабул итеү, аҡса ебәреү уның вазифаһына керә. Бынан тыш, почта элемтәһе бүлегендә коммуналь хеҙмәттәр, банк кредиттары, телефон өсөн түләргә, көнкүреш әйберҙәре һатып алырға була.

Рәсимә Гәрәй ҡыҙы эшен намыҫ менән башҡара, почтаға килгән һәр кешене иғтибар менән тыңлай һәм кәрәк ваҡытта кәңәшен дә бирә. Халыҡҡа рухи аҙыҡ таратыуҙа булышлыҡ итә, әйтергә кәрәк, коллектив матбуғатҡа яҙылыу буйынса ла пландарын уңышлы үтәп барырға тырыша. Бүлексәлә дүрт почтальон эшләй. Лидиә Исрафилова, Ринат Баязитов, Әлфинә Иҫәкәнова, Хәйҙәр Шакировтар ауылдарҙы рухи аҙыҡ менән тәьмин итә. Һәр береһе үҙ эшенә яуаплы ҡарай. Гәзит-журнал килтергәндәрен халыҡ түҙемһеҙләнеп көтөп ала. Ваҡытлы матбуғатҡа яҙылыу бу-йынса бөтә ауылдар ҙа ҙур әүҙемлек күрһәтә. Район баҫмаларына яҙылмай ҡалғандары юҡ, «Йәшлек», «Башҡортостан», «Киске өфө» гәзиттәрен, «Башҡортостан ҡыҙы» журналын күпләп алдыралар.
(№ 37)

Яҙ килде!31.03.2014

Ошо көндәрҙә Ҡәйепҡол ауылында ҡышты оҙатыу, яҙҙы ҡаршылау байрамы үтте. Күркәм биҙәлгән, музыка уйнап торған клуб алдына олоһо ла, кесеһе лә дәртләнеп ағылды. Клуб мөдире шиғыр яңғыратып байрамды асыҡ тип иғлан итте.

Байрамға эстафета таяғын тапшырыу өсөн Ҡыш бабай килде (Рафиҡ Рәхимов). Һәр ваҡыттағыса ул буш ҡул менән килмәгән, төрлө уйындар әҙерләгән. Айырыуса Ҡар бабай һынын яһау конкурсында ауылдың абруйлы инәйҙәре әүҙем ҡатнашты. Ҡыш бабай: «Ошо Ҡар бабай өс көндән иреп бөтөр, мин шул арала төньяҡҡа барып етермен. Ә һеҙгә яҙ килер», - тине. Тап шулай булырына ышанып ҡалабыҙ. Уйын барышында күп яҙҙарҙы күргән ағинәйҙәр араһынан Яҙһылыу һайлау туры үтте, ул образға Рәнизә Мәғәсүмова лайыҡ булды. Яҙһылыу ҙа буш килмәгән, ул яҙҙың тәүге сәскәләре кеүек сағыу кәнфиттәр һипте, балалар кемуҙарҙан шау-гөр килеп «сәскә» йыйҙы.
Уйындарҙың төрлөһө уйнатылды, әйтерһең дә, кесе һабантуй! Ҡарасҡы яндырыу - сараның иң күңелле мәле булды. Балаларға айырыуса оҡшаны, уларҙың шат тауыштары бар урамды яңғыратты. Ҡарасҡы янған арала теләктәр теләнде: күк йөҙө аяҙ, донъялар имен торһон, уңыштар мул булһын, һәр кеше бәхетле йәшәһен. Ҡыш бабай балаларҙы ауыл буйлап ат санаһында йөрөттө, аҙаҡтан хушлашып, төньяҡҡа юл алды. Сараны йомғаҡлап бөтә ҡунаҡтар ҙа йома сәйенә йүнәлде. Байрамды ойоштороусы клуб мөдире Гөлнур Рәшит ҡыҙына рәхмәт әйтеп таралыштылар.
(№ 37)

Ҡәҙерле кешем31.03.2014

Өләсәйем Нурҙиҙә Москова яҙҙың иң матур мәлендә Әй-Көсөк ауылында донъяға килгән. Ул изгелекле, игелекле, теремек ҡыҙ була. Үҫеп еткәс, Һөләймән ауылының иң батыр, иң көслө егете - Әфҡәт Московҡа тормошҡа сыға. Улар дүрт ҡыҙ, бер малайға ғүмер бирәләр.

Донъяла мал яратҡан, мал өсөн өҙөлөп торған кешеләр була. Малҡайҙарға ваҡытында һыу эсереп, бесән һалып, аҫтарын таҙа тотоуҙы улар изге бурыс тип ҡарайҙар. Бындай кешеләрҙе «мал йәнле» тиҙәр. Өләсәйем дә шундайҙарҙың береһе. 6-сы класта уҡығанда уҡ малсылыҡ эшенә ылыға һәм 34 йыл «Илсеғол» ауыл хужалығы предприятиеһында һауынсы булып эшләй. Хеҙмәт дәүерендә ул иң яҡшы һауынсыларҙың береһе булып иҫәпләнә.
Өләсәйем бик тә уңған кеше. Уның бешергән бәлештәре телде йоторлоҡ. Ғөмүмән, ниндәй генә аш-һыу бешерһә лә, ул һәр ваҡыт күңел йылыһын һалып әҙерләй. Өләсәйем көләс йөҙлө, шаян да. Иҫ киткес матур бейей үҙе, еңел генә баҫып, тыпырлатып ебәрһә, үҙеңдең дә күңелең күтәрелә. Ауылда үткәрелгән саралар, байрамдар уның ҡатнашлығынан тыш үтмәй.
Өләсәйем, ҡәҙерлем, һиңә барыһы өсөн дә мең-мең рәхмәт. Оҙон ғүмер, ныҡлы һаулыҡ теләйем.
(№ 37)

Бесәйгә - көлкө, сысҡанға - үлем31.03.2014

Бесәйгә - көлкө, сысҡанға - үлем1 апрель - Көлкө, йә Иҫәрҙәр көнө. Бер аҡыл эйәһе әйткән бит, донъяла иң ғәҙел өләшелгән нәмә - аҡыл. Сөнки бер кем дә уның үҙенә етешмәүенә бәлә һалмай. Ысынлап та, шулай бит, аҡса юҡлыҡҡа, тирә-йүндәгеләр ҡәҙереңде белмәүгә, сәләмәтлек ҡаҡшауға, ил йә төбәк властарының «йүнһеҙлегенә», заманалар ауыр булыуына һәм башҡаһына барыбыҙ ҙа тиерлек рәхәтләнеп зарланабыҙ. Ә бит фәҡәт аҡыл етһә, был проблемаларҙың күпселеген хәл итергә йә уларға яраҡлашырға һәм ҡәнәғәт көйөнсә, үҙеңде-үҙең ашамай йәшәргә мөмкин! Шулай итеп, кемебеҙ һыҡтау-мыжыуҙарҙан бушамай, 1 апрель - шуларҙың «һөнәри» байрамы, тип ауыҙ тултырып әйтергә хаҡ бар. Байрам менән!
Әйткәндәй, социологтар фаразы буйынса, 70 процент халыҡ 1 апрель көнө кемделер алдарға, ирмәк итергә йыйына. Уяу булығыҙ!


Көн менән төн
тигеҙләшкәс

Байрамдың ҡайҙан һәм нисек килеп сығыуы аныҡ ҡына билдәле түгел. Бер версия буйынса Наурыз байрамына, йәғни көн менән төндөң тигеҙләшеүенә бәйле. (Әйткәндәй, Берләштерелгән Милләттәр Ойошмаһының резолюцияһына ярашлы, 2010 йылдан халыҡ-ара байрам статусына эйә). Йәһүд менән христиандарҙың Пасхаһы ла ошо тирәгәрәккә тура килә. Ҡыҫҡаһы, көндөң төндән оҙонораҡ була башлауын билдәләү бик элекке йола. Боронғо гректар, был көндө күп көлгән кешегә ырыҫ ҡуна, тип ышанғандар. Ҡайҙа ла күңелле итеп үткәргәндәр, шуға Көлкө көнө тип аталалыр.
Икенсе версия буйынса, Европала Яңы йылды 1 апрель көнө ҡаршылағандар. 1564 йылда Франция короле Карл IX 1 ғинуарға күсертә, әммә элекке Яңы йыл көнөндә күңел асыу ғәҙәте барыбер ҡала.
(№ 37)


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Ноябрь 2017    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
 12345
6789101112
13141516171819
20212223242526
27282930 

Популяр яңылыҡтар


Агроном -  ул ер  табибыАгроном - ул ер табибы
«Кем дә кем, бер башаҡ үҫкән ерҙә тағы берҙе...

Нисек йәшәйһең, өкө?Нисек йәшәйһең, өкө?
Ҡыҙыҡ, әгәр ҙә төнгө һунарсы Өкө әфәндегә, йә,...

Намыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәрНамыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәр
Байрамғолдар ашлыҡ һуғыу, һөт һауыу буйынса элек...

Бер нөктә - УчалылаБер нөктә - Учалыла
Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан ...

ФотофактФотофакт
Сираттағы «Аҙна һайын приз» лотерея уйынында...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.