» Гәзиттең номеры: 38-39

Ватан һаҡсыһы13.04.2015

Быйыл, 9 майҙа, илебеҙ халҡы 1941-1945 йылдарҙа барған Бөйөк Ватан һуғышында фашистик Германияны Еңеү көнөн - 70 йыллыҡ юбилейын билдәләй.
Ошо айҡанлы Әйүпов Муллағәли Әйүп улының, минең бабайымдың, заманында ауыр, ҡатмарлы тормош юлын үткән, Сталинградтан Берлинға тиклем ҡайҙа шыуышып, ҡайҙа йәйәүләп уҙған ҡанлы-данлы юлын өйрәнеп, уны иҫкә алып, һуңлап булһа ла, уның рухына сикһеҙ рәхмәттәремде еткерәһе ине…
Муллағәли Әйүп улы паспортында һәм ҡыҙыл ғәскәри кенәгәһендә күрһәтелгәнсә, 1891 йылда Тамъян-Ҡатай кантоны Рәхмәт ауылында (хәҙер Әбйәлил районы) урта хәлле крәҫтиән Әйүп Мөхәмәтхужин ғаиләһендә тыуған. Әсәһе Хәйриямал Тамъян-Түнгәүер волосы старшинаһы Ғибәҙәт Рәхмәтуллиндың ҡыҙы була. Уларҙың Ғәйниямал (минең өләсәйем), Һарун, Муллағәли, Хатип исемле балалары тыуа. Муллағәли һомғол кәүҙәле, буйға 2 метр тирәһе, көслө, матур егет булып үҫеп еткәс, атаһы уны Оҙонгүл ауылында йәшәгән Күбәләк-Тиләү волосының һуңғы старшинаһы, заманында Неплюев исемендәге Ырымбур кадет корпусын тамамлаған Мөхәмәт Ишкәримовтың Әсмә исемле ҡыҙына өйләндереп, йорт төҙөтөп, мал биреп, үҙенән башҡа сығара.
Муллағәли тик үҙ көсө менән тырышып, үҙ крәҫтиән хужалығында уңышлы эшләй башлай. Бойҙай, тары, һоло сәсеп, мал үрсетеп йәшәй генә башлауға, 1929 йылда партияның ҡарары менән кулактарҙы бөтөрөү башлана.

80-гә еткән Әйүп олатайҙың йортона, мал-тыуарына, кейем-һалымына конфискация үткәреп, 15 йәшлек кинйә улы Хатип менән Себергә һөргөнгә - Прокопьевск ҡалаһына оҙаталар. Муллағәлиҙе, хужалығында ялсылар булмағас, һөргөнгә ебәрә алмайҙар, ә шулай ҙа уны кулак балаһы тип, йортон, мал-тыуарын конфискациялап, ғаи-ләһе менән ауылдан ҡыуалар.
Муллағәли ғаиләһе менән үрге Ҡарағужа ауылының сауҡалығында арыу ғына йорт төҙөп кереп, Миндәк шахтаһына быраулаусы булып эшкә урынлаша. Был эштә ул заманда бер ниндәй ҙә техника ҡулланылмай, бөтә эш ҡул көсө менән башҡарыла. Бер эшсе бырауҙы ҡулы менән борғослап тотоп торһа, икенсеһе балға менән һуғып, забойҙы шартлатыу өсөн шпурҙар тишкәндәр. Алтын шахтаһында тау тоҡомо иң ныҡ 12-се категориялы кварцтан торған. Бөгөн бындай ауыр каторга хеҙмәтен беҙ күҙ алдына ла килтерә алмайбыҙ.
(№ 38-39)

Көҙгөгә оҙаҡ ҡарама - күҙ тейер13.04.2015

Көҙгөгә оҙаҡ ҡарама - күҙ тейерФен-шуй буйынса
Көҙгөгә оҙаҡ ҡарарға ярамай, сәләмәтлек китәсәк, айырыуса, үҙ күҙҙәреңә төбәлеү хәүефле, тигән ышаныу бар. Боронғолар көҙгө бөгөнгө һәм параллель донъяны бәйләп тора, тип иҫәпләгәндәр. Уның асылында киләсәк, шул уҡ ваҡытта ҡасандыр кәүҙәләнгән үткәндәр сағыла, тигән улар. Был әйберҙе тылсым, сихри көс менән бәйләгәндәр. Уның аша икенсе ваҡытҡа үтеп сығырға, рухтарҙы саҡырырға мөмкин, тип ышанғандар. Ул кешене ҡара көстәрҙән һаҡлап тора, тип һаналған.

Айырым мәғәнәне көҙгөгә ҡытай халҡы һала. Фен-шуй тәғлимәте буйынса ул йорттоң һәм унда йәшәгән кешеләрҙең яҙмышына көслө йоғонто яһарға, уңышты үҙенә тартырға йәки негативты ҡыуырға һәләтле. Көҙгөнөң формаһына, ҙурлығына айырым иғтибар бирә улар. ¤йҙә кеше буйына ярашлы бер ҙур көҙгө булыуы шарт. Улай ғына ла түгел, көҙгөлә сағылған кешенең энергетик потенциалына урын ҡалырға тейеш. Мәҫәлән, көҙгөнөң ҙурлығы ҡараусының баш өлөшөн «киҫергә» тейеш түгел, киреһенсә, баш осонан буш урын ҡалырға тейеш - артабанғы «үҫеш» өсөн.
Шулай уҡ, киҫелеп шкаф ишектәренә йә башҡа урынға индереп ҡуйылған ваҡ көҙгө өлөштәренең күп булыуы яҡшы түгел. Был психик йәһәтте күҙ уңында тота, сөнки йортта көҙгөләр күп булһа, кеше уларға йыш ҡараясаҡ. Ҡараған һайын үҙенең кәмселектәренә йышыраҡ иғтибар итәсәк, был юҫыҡта ҡиәфәтенә бәйле ҡайһы-бер комплекстар тыуыуы бар. Шуның өсөн, өйҙә бер, әммә ҙур көҙгө булһа етә.
Фен-шуй буйынса көҙгөләрҙе өйгә инеү ишегенә, тәҙрәләр ҡаршыһына элеү тыйыла. Сөнки ишек, тәҙрәнән йортҡа ыңғай энергия инә, ә көҙгөгә сағылып, ул унда оҙаҡ тормай, йорт эсендә булған яҡшы энергия ла сығып китә. Тимәк, именлек, сәләмәтлек, муллыҡ, уңыш һәм бәхеттең юғалыуы бар. Шулай уҡ, йортҡа төрлө уй-ниәтле кеше килә. Ул инеү менән, мотлаҡ, ҡаршыла торған көҙгөгә ҡараясаҡ һәм үҙ хис-тойғоларын шунда ҡалдырасаҡ. Аҙаҡтан, ғаилә ағзалары көҙгөгә ҡараған һайын был кире хистәрҙе үҙенә ала.
(№ 38-39)

Агроконференция үтте13.04.2015

Һәр йылдағыса, баҫыу эштәренә ныҡлап тотонор алдынан район агрономдар конференцияһы уҙғарылды.
Ауыл хужалығы бүлегенеœ баш агрономы Арслан Шәһәретдинов былтырғы һөҙөмтәләрҙе барланы һәм быйылғы сәсеү кампанияһы бурыстары тураһында бәйән итте. Иœ мөһиме - төрлө сәбәптәр менән хәлдәр Ғатмарланһа ла, сәсеү майҙандарын былтырғы кимәлдән кәметмәү маҡсат итеп ҡуйыла. Әлегә минераль ашлама ла бик аҙ тупланған (тәьҫир итеүсе матдәлә 20 тонна), орлоҡ та талап ителгәндеœ 84 проценты ғына әҙер (һәммәһе 2912 т кәрәк). Техниканыœ иœ юғары әҙерлеге «Байрамғол» агрофирмаһы һәм «Юлдаш» йәмғиәт-тәрендә - 90 процент тирәһе. Баш агроном дәүләттеœ ауыл хужалығына ярҙам итеү ысул-алымдары тураһында ла аœлатмалар бирҙе.

«Урал аръяғы - Агро» МТС-ы дәүләт предприятиеһы райо-ныбыҙҙа баҫыусылыҒ менән шөғөлләнгән иœ ҙур структураға әйләнде - быйыл 3,9 меœ гектар тирәһе майҙанда сәсеү үткәрәсәктәр. Яңыраҡ ошо вазифаға тәғәйенләнгән предприятиеның генераль директоры Флүр Сәмиғуллин, башҡа хужалыҡтарҙы хеҙмәтләндереү өсөн дә көс ҡала, хаҡтар исем өсөн генә артты, иң мөһиме - заявкаларҙы һуңлатмай биреү, тип белдерҙе.
Аграр университет профессоры Зинфир Әйүпов агротехника алымдары тураһында доклад яһауҙан тыш, яңы культуралар үҫтереү тураһында ла кәңәш бирҙе. Шул иҫәптән, майлы шипкән (рыжик масличный) көнбағышты тулыһынса алмаштырырға тейеш, тигән фекерҙә. Шулай уҡ «Россельхозцентр» учреждениеһының начальник урынбаҫары Рәмил Баһауетдинов, Башҡорт ауыл хужалығы ғилми-тикшереү институты хеҙмәткәре Радик Иҙрисовтар сығыш яһанылар.
(№ 38-39)

Заман «прометейҙары»13.04.2015

Заман «прометейҙары»Донъялағы яуаплы һµнәрҙәрҙең береһе - ул уҡытыусы. Тап улар күңелдәрендәге ялҡын менән көслө сыраҡ булып балаларға киләсәккә юл күрһәтә. Грек мифтары буйынса Прометей әҙәм затын балсыҡтан яралтҡан. Ә уҡытыусылар кешеләрҙең есемен, асылын аң-белем менән тултыра. Был һөнәр эйәләренең үҙ фәнен ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс итеп бирә белеүенә балаларҙың белем алыуға теләге бәйләнә. Был киләсәктә һайланасаҡ һөнәргә, тимәк, илебеҙгә файҙа килтерерлек юғары кимәлдәге белгестәр үҫеп сығыуына, йоғонто яһай. «Балалар йөрәгендә осҡон ҡабыҙ» девизы аҫтында үткән «Йыл уҡытыусыһы» конкурсы белем өләшеүселәрҙең үҙ иңдәренә һалынған яуаплылыҡты лайыҡлы күтәреүҙәрен тағы бер дәлилләне.
Конкурста үҙ көсөн һынап ҡарарға 35 кеше теләк белдерә. Улар араһына өс категория: балалар баҡсаһы тәрбиәселәре, мәктәп һәм өҫтәмә белем биреү уҡытыусылары инә. Конкурсанттарҙың иң йәшенә 25 йәш булһа, иң тәжрибәлеһе 55-те тултырған. Шуныһы һөйөнөслө, араларында дүрт ир-егет тә бар. Финалға тиклем ҡатнашыусылар үҙе тураһында видео-презентация, видео-дәрес төшөрөп, интернет селтәренә һала. Йыйылған тауыштар конкурсанттарға киләһе этапҡа юл аса. Әйткәндәй, яратҡан уҡытыусылары өсөн 24 меңдән ашыу кеше тауыш биргән. Тимәк, конкурсҡа киң йәмәғәтселектең дә иғтибары йәлеп ителгән. Һуңғы этапта иһә уҡытыусылар баһалау комиссияһына дәрес, класс сәғәте һәм оҫталыҡ дәресе күрһәтә.
1-се лицейҙың тарих уҡытыусыһы Алина Әхмәтйәнова был конкурста тәү тапҡыр ҡатнашмай, 2012 йылда ул үҙ көсөн һынап ҡараған. Әммә, ул мәлдә финалға үтә алмай. Шулай ҙа йәш уҡытыусы күңелен төшөрмәй, хаталар өҫтөндә эшләп, үҙ мөмкинлектәрен яңынан һынай. Ныҡышмалылыҡ һәм көслө теләк үҙенекен ала - «Йыл уҡытыусыһы - 2015» конкурсының төп еңеүсеһе тип тап Алина Хәлил ҡыҙы билдәләнде.
(№ 38-39)


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Ноябрь 2017    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
 12345
6789101112
13141516171819
20212223242526
27282930 

Популяр яңылыҡтар


Агроном -  ул ер  табибыАгроном - ул ер табибы
«Кем дә кем, бер башаҡ үҫкән ерҙә тағы берҙе...

Нисек йәшәйһең, өкө?Нисек йәшәйһең, өкө?
Ҡыҙыҡ, әгәр ҙә төнгө һунарсы Өкө әфәндегә, йә,...

Намыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәрНамыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәр
Байрамғолдар ашлыҡ һуғыу, һөт һауыу буйынса элек...

Бер нөктә - УчалылаБер нөктә - Учалыла
Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан ...

ФотофактФотофакт
Сираттағы «Аҙна һайын приз» лотерея уйынында...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.