» Гәзиттең номеры: 38

Был донъяла ниҙәр бар16.05.2017

БР Хөкүмәте ҡарары менән 2 майҙан 2 июнгә тиклемге дәүерҙә дөйөм файҙаланыуҙағы ав-томобиль юлдарын, уларҙағы ҡоролмаларҙы, юл буйы һыҙаттарын төҙөкләндереү буйынса айлыҡ иғлан ителде. Ремонт эштәренән тыш, ҡый үләндәрен сабыу, сүп-сарҙан таҙартыу йөкмәтелә.
(№ 38)

Үткәндәргә кире ҡайтып16.05.2017

Бөйөк Еңеүҙең етмеш ике йыллығын да билдәләнек. Ул дәһшәтле һуғыш йылдары тарих төпкөлөндә ҡалһа ла, халыҡ хәтерендә бөгөн дә йәшәй. Миллионлаған кеше ғүмерҙәрен ҡыйған яуҙы онотоу мөмкин дә түгел, хаҡыбыҙ ҙа юҡтыр. Азатлыҡтың ниндәй ҡорбандар аша яуланғанын иҫтә тоторға, тыныс тормоштоң ҡәҙерен белеп, ветерандарыбыҙға мөмкин тиклем иғтибар бүлергә бурыслыбыҙ. Улар сафы йылдан-йыл һирәгәйә.
Ураҙ ауылында бөгөнгө көндә ике генә һуғыш ветераны йәшәй: Талха Ғиниәтуллин (92 йәш) һәм Рәис Вәлиев (90 йәш). Ураҙ ауылы Советынан барлығы 504 һалдат һуғышҡа кит-кән, шуларҙың 203-ө генә әйләнеп ҡайта алған.
(№ 38)

Һабанда һайрар мәл16.05.2017

Һабанда һайрар мәлМайҙың уртаһы ла етте, әммә көн һаман йылытмай. Тәбиғәттең әлеге көйһөҙлөгө ауыл хужалығы эшсәндәренә лә насар йоғонто яһай, сәсеү кампанияһын тотҡарлай. Республика хужалыҡтары быйыл баҫыу эштәренә бер-ике аҙнаға һуң төшһә лә, беҙҙең хеҙмәтсәндәр ваҡытында башланы. Төбәктә ҡар тиҙ иреп бөттө, көндәр ҙә йылы һәм ҡояшлы торҙо. Быйыл сәсеү 28 мең гектар майҙанда атҡарыласаҡ, уның 13 мең гектарын бөртөклө иген культуралары биләйәсәк. Әлеге мәлдә аграрийҙар дәррәү баҫыу эштәрен башлаған.
(№ 38)

Ғәйеплеләр асыҡланды11.05.2017

26 мартта Бурансы ҡасабаһының Энтузиастар урамы тирәһендә ике тимер юлы составы бәрелешкәнен барыһы ла яҡшы хәтерләйҙер.
Уларҙың береһендә вагондар буш, икенсеһенә мәғдән һәм яғыулыҡ-майлау материалдары тейәлгән була. Ниндәйҙер сә-бәптәр буйынса ике поезд бер юлдан ҡапма-ҡаршы хәрәкәт итә. Машинистар тимер юлында ҡаршылыҡ булыуын күрмәгән, бер-береһен аңғармаған. Тимер юл составтары урындағы тау-ба-йыҡтырыу комбинатына ҡарай. Фажиғә барыбыҙҙы ла ныҡ тет-рәндерҙе. Иң аяныслыһы - дүрт ке-ше һәләк булды, бер граждан аяғы йәрәхәтләнеп дауаханаға һалына. Һәләк булыусыларҙың иң йәше 1996 йылғы ине, ул күптән түгел генә предприятиеға эшкә ингән була. Егеттәрҙең ғаиләләләре, ба-лалары етем ҡалды. Ғүмерлеккә уңалмаҫлыҡ яра ҡалдырҙылар.
(№ 38)

Был донъяла ниҙәр бар?17.05.2016

Был донъяла  ниҙәр бар?
Бөгөнгө көндә Рәсәйҙә хеҙмәткә яраҡлы 71,5 миллион граждан иҫәпләнә. Ә рәсми рәүештә 48 миллион кеше эшләй. Ҡалғандарҙың төп өлөшө йә йәшерен рәүештә кәсеп итә, йә әрәмтамаҡ булып көн күрә, сөнки эш эҙләгәндәр һаны 4-5 миллиондан артмай, ти. РФ Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығында бер сәбәпһеҙ урамда ел ҡыуыусыларға яңы һалым һалыу тураһында һүҙ ҡуҙғата башланылар. Бер ҡараһаң, дөрөҫ тә инде, эсеп-туҙып йөрөүселәр, ҡартайып алһалар, пенсия талап итә башлаясаҡтар бит. Ошондай һалым Белоруссияла ҡулланыла икән. Ә бына миҙалдың икенсе яғы - күп вакансияларҙа шундай бәләкәй эш хаҡы тәҡдим ителә, унда йөрөгәнсе өйҙә бот күтәреп ятыу осһоҙораҡҡа ла төшәлер!
(№ 38)

Егеттәребеҙ һынатманы17.05.2016

Егеттәребеҙ һынатманы12-14 майҙа ҡалабыҙҙа «Ер аҫты байлыҡтарын үҙләштереү» һөнәре буйынса урта уҡыу учреждениелары олимпиадаһының тамамлау этабы үтте. Башҡортостан, Свердловск, Ырымбур, Силәбе өлкәләре, Кемерово, Норильск, Улан-Удэ, Соликамск ҡалалары техникум-колледждарынан иң яҡшы студенттар көс һынаша. Ярыштың Учалы тау сәнәғәте колледжы базаһында үткәрелеүе - фәҡәт беҙҙә ил кимәлендә алғанда ла, төплө һәм заманса матди база тупланыуға дәлил был. Бындай масштабта һәм бындай йүнәлештә сара Рәсәйҙә беренсе тапҡыр үткәрелә.
(№ 38)

«ЯЙЫҠ ҺЫЛЫУЫ»01.04.2014

«ЯЙЫҠ ҺЫЛЫУЫ»Гүзәлиә ХӘЛИЛОВА

1996 йылда Илсе ауылында тыуған.

Әлеге ваҡытта Илсе мәктәбенең

11-се класында белем ала. Имтихандарҙы яҡшы тапшырып,

яҙмышын медицина менән бәйләргә уйлай.

Йырларға әүәҫ, шулай уҡ волейбол

секцияһында ла шөғөлләнә.

Тормош девизы: «Бер нәмәгә бирешмәйсә, ғорур атлап алға барырға!»
(№ 38)

Эсһәң хәмер - аҡылың кәмер01.04.2014

Эсһәң хәмер - аҡылың кәмерБайкал аръяғы крайының Красный Великан ауылында 14 кешенең суррогат араҡы эсеп үлеүҙәре илебеҙҙе тетрәтте. Ғөмүмән, шикле спиртлы эсемлекте ул көндө дүрт тиҫтәгә яҡын ир һәм ҡатын «ауыҙ» иткән булған. Әлеге ваҡытта үҙәк матбуғатта хәбәр итеүҙәренсә, 12 кеше ауыр хәлдә дауаханала ята, 13-ө үҙен яҡшы тоя башлаған. Ағыуланыу арҡаһында 10 бала етем ҡалған, уларҙың өлкәненә 14 йәш булһа, бәләкәйенә ни бары 1,5 йәш. Урындағы хәл буйынса тикшереү бара, әлегә сәбәптәре билдәһеҙ. Ҡайһы бер мәғлүмәттәргә ҡарағанда, кешеләрҙең метил спирты менән ағыуланыуҙары ихтимал. Метил спирты төҫө һәм еҫе менән араҡынан бер нисек тә айырылмай, әммә кешене үлтереү өсөн 50 грамм да етә, ә араҡы шешәләрендә доза дүрт тапҡырға күберәк булған, тип әйтелә.

Көндән-көн арабыҙҙа хәмер ҡолона әйләнеүселәр күбәйә бара. Спиртлы эсемлектәргә хаҡ даими күтәрелеүгә ҡарамаҫтан, градуслы эсемлектәр менән мауығыусылар кәмемәй. Әлбиттә, бер кем дә рюмкаға үрелер алдынан үҙенә эскесе, алкоголик булам, тигән маҡсат ҡуймай.
(№ 38)

Был донъяла ниҙәр бар?01.04.2014

Был донъяла ниҙәр бар?* Кеше ғәйебен йыш күрә башлаһаң, үҙең дә уңайһыҙ хәлгә ҡала торғанһың. АҠШ президенты Барак Обама Рәсәйгә Ҡырым ҡушылыуға енләнгән арала үҙенең илендә оҡшаш проблема ҡалҡа башланы. Аляска халҡы штатты АҠШ-тан айырыу һәм Рәсәйгә ҡушыу тураһында петиция аҫтына ҡултамғалар йыйырға тотондо. Ҡыҫҡа ғына арала 30 мең тауыш йыйыла. 100 меңгә тултыралар икән, Америка хөкүмәте рәсми рәүештә яуап бирергә мәжбүр буласаҡ. Аляскала аҡыллы кешеләр йәшәй икән, айырылыуға, әлбиттә, юл ҡуймаясаҡтар, ләкин был хаҡта һүҙ сығарғастары, федераль властарҙың иғтибары (аҡса бүлеүе) бермә-бер артасаҡ.

* Ҡырым татарҙары Бахчисарай ҡалаһында ҡоролтай үткәреп, милли-территориаль автономия ойоштора башлау тураһында ҡарар ҡабул иттеләр. Хаттин ашып китмәһендәр, килешеү юлы менән генә эш итһендәр тип теләйһе килә. Иң мөһиме - Украина хөсөтөнә бирелеп, бөтөнләй Рәсәйҙән айырылыу тураһында һүҙ сығармаһындар инде! Төптән ҡарағанда, бындай мөһимдән-мөһим мәсьәләләрҙе вәкәләтле берекмәлә түгел (әллә бар халыҡты вәкәләтләй, әллә юҡ), исмаһам, локаль референдумдарҙа хәл итергә кәрәктер.
(№ 38)

Еңел генә үтмәҫ…01.04.2014

Еңел генә үтмәҫ…Район хакимиәтендә агрономдар конференцияһы үтте. Яҙғы сәсеүҙе үткәрәсәк крәҫтиән-фермер хужалыҡтары башлыҡтары, ауыл хужалығы, хеҙмәтләндереүсе предприятиелар вәкилдәре алдында инеш һүҙ менән район хакимиәте башлығы урынбаҫары, ауыл хужалығы бүлеге начальнигы Әдип Ҡарамышев сығыш яһаны.

Быйыл сәсеүҙең ҡатмарлы шарттарҙа үтәсәге алдан билдәле, тиергә мөмкиндер. Иң киҫкен проблемаларҙың береһе - нисек тә баҫыуҙарҙы сәселмәй буш ҡалдырмау. Мәҫәлән, «Байрамғол» агрофирмаһы мал аҙығын үҙе етештермәйенсә, ситтән һатып алырға йыйына бит, «УТМК-Агро» етәкселеге шундай ҡарарға килгән. Ошо арҡала өс меңләп гектар ерҙең бушауы мөмкин. Башҡа проблемалар ҙа бихисап - орлоҡ, яғыулыҡ-майлау материалдары, ашлама һәм техника еткереү. Әлегә тик «Юлдаш» йәмғиәте генә 40 тонна минераль ашлама ҡайтарта алған.
(№ 38)


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Ноябрь 2017    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
 12345
6789101112
13141516171819
20212223242526
27282930 

Популяр яңылыҡтар


Агроном -  ул ер  табибыАгроном - ул ер табибы
«Кем дә кем, бер башаҡ үҫкән ерҙә тағы берҙе...

Нисек йәшәйһең, өкө?Нисек йәшәйһең, өкө?
Ҡыҙыҡ, әгәр ҙә төнгө һунарсы Өкө әфәндегә, йә,...

Намыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәрНамыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәр
Байрамғолдар ашлыҡ һуғыу, һөт һауыу буйынса элек...

Бер нөктә - УчалылаБер нөктә - Учалыла
Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан ...

ФотофактФотофакт
Сираттағы «Аҙна һайын приз» лотерея уйынында...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.