» Гәзиттең номеры: 38 » Страница 2

Күҙәтеү көсәйҙе01.04.2014

Күҙәтеү көсәйҙеМәғариф өлкәһе хеҙмәткәрҙәре, сығарылыш класы уҡыусылары һәм уларҙың ата-әсәләре яҡынлашып килгән етди һынау - Берҙәм дәүләт имтихандарын тапшырыуға әҙерләнә. Был өлкәләге яңылыҡтар, үҙгәрештәр менән мәғариф бүлеге методисы Эльвира Мөхәмәтова таныштырҙы.

2013-2014 уҡыу йылы аҙағында бөтәһе 468 уҡыусы БДИ тапшырасаҡ. Уларҙың 187-һе - район, 281-е ҡала мәктәптәренән. Быйылғы сығарылыштан тыш, уҙған йылдарҙа мәктәпте тамамлаусыларҙан өҫтәмә 27 ғариза ҡабул ителгән. Ғәҙәттәгесә, мотлаҡ фәндәр булып, рус теле һәм математика ҡала. Һайлау буйынса фәндәр араһында лидерлыҡты йәмғиәтте өйрәнеү биләй (267 уҡыусы), унан ҡала теүәл фәндәр - физика (207) һәм химия (123) килә.
(№ 38)

Ауылға дөйә килгән01.04.2014

Ауылға дөйә килгәнБаттал ауылында дөйә аҫрағандарын ишетеү менән, бер нимәгә ҡарамай, шунда юл алдыҡ. Хайуандың хужаһы Азамат Бирғәлин беҙҙе ҡуш ҡуллап ҡаршы алды. Дөйә ҡарарға килеүселәр бер беҙ генә түгел икән. Белореттан, Магнитогорскиҙан, күрше ауылдарҙан йыш киләләр. Әле лә Азамат ағай ялындырып торманы, һарайҙан дуҫын сығара һалды. Дөйәне зоопарктарҙа ғына күргәнгәме, ҡаршыбыҙға дәү кәүҙәле йән эйәһе килеп сығыу менән, ҡурҡышып артҡа сигендек. Беҙҙең шөрләгәнде үҙе лә һиҙҙе, буғай, беҙгә табан килә башланы.

- Вәсил, етте һиңә, шашма, урыныңа бар, - тип хужаһы шелтәләгәс кенә тынысланды, бер яҡ ситкә барып баҫты. Хужаһын таный хайуан. Азамат ағай күҙ асып йомған арала һыбай менеп тә ултырҙы. Ысын исеме Вася икән, башҡортса Вәсил, тип йөрөтәләр. Дөйәне Азамат ағай Белорет районының Абҙаҡ һауыҡтырыу комплексы зоопаркынан алып ҡайтҡан.
(№ 38)


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Апрель 2018    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
 1
2345678
9101112131415
16171819202122
23242526272829
30 

Популяр яңылыҡтар


Башҡорт матрешкалары - милли кейемдәБашҡорт матрешкалары - милли кейемдә
Быға тиклем рустарҙың матрешкаларын ғына күргәнем...

«Халыҡ» исеменә тап төшөрмәнеләр«Халыҡ» исеменә тап төшөрмәнеләр
Районыбыҙҙа 43 халыҡ һәм өлгөлө үҙешмәкәр...

Был донъяла ниҙәр бар?Был донъяла ниҙәр бар?
РФ Президенты Владимир Путин Мөрә-жәғәтнамә менән...

«Киләсәккә белем - 2018» форумы үтте«Киләсәккә белем - 2018» форумы үтте
Ҡала-район мәктәптәрендә йыл да ойошторола килгән...

Иң тәмле икмәк -  ПоляковкалаИң тәмле икмәк - Поляковкала
Районыбыҙҙың төньяҡ зонаһына юл төшкәс, бер...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.