» Гәзиттең номеры: 39-40

«Бородино» фильмында ҡатнашҡан20.05.2016

«Бородино» фильмында  ҡатнашҡанАуылдаштарым араһында үҙенең ябайлығы, ярҙамсыллығы, кешелеклеге менән айырылып торған Рауил ағайҙы ниңәлер яҡын күрәм. Бер ваҡытта ла уның кеше араһында маһайып йөрөгәнен йәки берәйһенә тауыш күтәргәнен күреп-ишеткәнем булманы. Үҙенең һөйөклө ҡатыны Минйыһан еңгә менән ҡәҙимге ауыл тормошона сумып, күп итеп мал, ҡош-ҡорт аҫрап, өй, баҡса тулы гөл-сәскәләр үҫтереп, инде һәр береһе үҙ аллы донъя көткән балаларының ейән-ейәнсәрҙәрен ҡарашып, булғанына шөкөр итеп йәшәй Мөхәмәтйәновтар.
(№ 39-40)

Кино ла күрһәткән, үҙе лә киноға төшкән20.05.2016

Кино ла күрһәткән, үҙе лә киноға төшкәнХәтерегеҙҙәлер, тиҫтәләп йыл элек «Ринг короле» тигән телетапшырыу бик популяр булып киткәйне. Билдәле артистар бокс бирсәткәләре кейеп үҙ-ара көс һынашты. Кинола бер һуҡҡанда унауҙы тәгәрәткән геройҙарҙың ысынбарлыҡта ҡәҙимге кешеләр, күбеһенең теҙ быуындары ла бушағыраҡ икәнлеге асыҡланды.
Әлбиттә, яҡташыбыҙ Радик Әүхәҙи улы Зәйнуллинды (1949-2005 йылдар) билдәле киноартист тип әйтеп булмай. Бер тапҡыр ғына киноға төшә - 1979 йыл режиссер Василий Журавлевтың «Алтын атлы һыбайлы» таҫмаһында боронғо һуғышсыны кәүҙәләндерә ул. Әммә киноға ҡағылышлы кешеләр араһында көс-ғәйрәт буйынса уға тиңдәрҙе элек тә, әле лә табыуы ҡыйын булыр ине. Спорт мастеры, «эш араһында ғына» тигән-дәй, 16 тапҡыр милли көрәш буйынса, 4 тапҡыр штанга һәм гер күтәреү, 2 тапҡыр гер спорты буйынса Башҡортостан чемпионы була, Рәсәй кимәлендә лә көрәш буйынса еңеүҙәргә ирешә. Дәү кәүҙәһе, колоритлы ҡиәфәте, атта еңел йөрөй белгәне өсөн Учалы районында кино төшөрөлә башлағас, массовкала ҡатнашҡан башҡа кешеләргә ҡарағанда (уларға көнөнә 2 һум тирәһе түләнә) юғарыраҡ эш хаҡы тәҡдим итеп саҡыралар.
(№ 39-40)

Бирешергә уйҙары юҡ20.05.2016

Бирешергә уйҙары юҡРайон хужалыҡтарында яҙғы баҫыу эштәре аҙағына яҡынлаша. Быйыл игенселәр өсөн һауа шарттары ыңғай торҙо, яҙ ваҡытынан 7-10 көнгә иртәрәк килде. Әлеге мәлдә планға ҡарата 75 процентҡа яҡыны үтәлгән. Ошо көндәрҙә баҫыу майҙандарын тулыһынса сәсеп бөтөргә уйлайҙар. Йылы яратыусы культуралар - ҡарабойҙай, кукуруза, судан үләнен сәсергә киләһе аҙнала төшәсәктәр. Баҫыуҙар буш ятмаясаҡ, шуныһы ҡыуаныслы. Юғиһә, ҡайһы бер хужалыҡтар банкрот, тип иғлан ителеп, иген сәсмәйәсәктәр, тип хәүефләндергәйнеләр.
Әлегә «Рысай» му-ниципаль унитар пред-приятиеһында кон-курслы управляющий идара итә, сәсеү бара. «Күмәс» йәмғиәтенә Силәбе өлкәһенән яңы ойоштороусы килгән, ең һыҙғанып эшкә тотонғандар. Сәсеү 1000 гектарға яҡын майҙанда атҡарылған. Киләсәктә сәсеү майҙандарын арттырырға йыйы-ныуҙары ла ҡыуаныслы.
(№ 39-40)


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Ноябрь 2017    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
 12345
6789101112
13141516171819
20212223242526
27282930 

Популяр яңылыҡтар


Агроном -  ул ер  табибыАгроном - ул ер табибы
«Кем дә кем, бер башаҡ үҫкән ерҙә тағы берҙе...

Нисек йәшәйһең, өкө?Нисек йәшәйһең, өкө?
Ҡыҙыҡ, әгәр ҙә төнгө һунарсы Өкө әфәндегә, йә,...

Намыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәрНамыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәр
Байрамғолдар ашлыҡ һуғыу, һөт һауыу буйынса элек...

Бер нөктә - УчалылаБер нөктә - Учалыла
Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан ...

ФотофактФотофакт
Сираттағы «Аҙна һайын приз» лотерея уйынында...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.