Таусылар һынатманы19.05.2017

(№ 39)
Йәшәйексе көлөп, йылмайып03.04.2014
Бер рәхәттең бер михнәте була,
Михнәттән һуң көтә рәхәте.
Күргән михнәт күпме ҙурҙан булһа,
¥ураялыр уның рәхәте.
Рәхәт саҡта осоп-ҡунып йөрөп
Һиҙмәйбеҙ ҙә уның барлығын.
Михнәт килеп үҙен белдергәндә,
Барлайбыҙ беҙ үткән ҡайғыны.
Яҡшылыҡты шундуҡ онотабыҙ,
Йәки уны бар тип белмәйбеҙ.
Яманлыҡты хәтер һандығының
Түренә үк һалып бикләйбеҙ.
Бер көн ошо һандығыбыҙ тулып,
Вулкан төҫлө шартлап ярылғас,
Күҙ йәштәре ниңә? - ғәйеп беҙҙә -
Яманлыҡты артыҡ күп йыйғас…
Нишләп әле беҙгә рәхәт мәлдә
Текмәҫкә һуң шатлыҡ тоҡсайын.
Яҡшылыҡты барлап, шунда йыйнап,
Йәшәмәҫкә көлөп, йылмайып?!
Михнәттән һуң көтә рәхәте.
Күргән михнәт күпме ҙурҙан булһа,
¥ураялыр уның рәхәте.
Рәхәт саҡта осоп-ҡунып йөрөп
Һиҙмәйбеҙ ҙә уның барлығын.
Михнәт килеп үҙен белдергәндә,
Барлайбыҙ беҙ үткән ҡайғыны.
Яҡшылыҡты шундуҡ онотабыҙ,
Йәки уны бар тип белмәйбеҙ.
Яманлыҡты хәтер һандығының
Түренә үк һалып бикләйбеҙ.
Бер көн ошо һандығыбыҙ тулып,
Вулкан төҫлө шартлап ярылғас,
Күҙ йәштәре ниңә? - ғәйеп беҙҙә -
Яманлыҡты артыҡ күп йыйғас…
Нишләп әле беҙгә рәхәт мәлдә
Текмәҫкә һуң шатлыҡ тоҡсайын.
Яҡшылыҡты барлап, шунда йыйнап,
Йәшәмәҫкә көлөп, йылмайып?!
(№ 39)
Әллә нисек булды быйылғы яҙ03.04.2014
Әллә ниңә, үс иткәндәй һымаҡ
Һуңлап килде быйыл яҙы ла.
Ялҡауланып ҡына иреп бөттө
Ҡыш буйына яуған ҡары ла.
Ҡар һыуы ла ғәҙәттәге һымаҡ
Шатлыҡ килтермәне Яйыҡҡа -
Инеп юғалдылар ярыҡҡа.
Көтмәгәнсә булды март айы ла,
Йолаһынан никтер ситләште.
Аҡман-тоҡманына ирек ҡуйып,
Һуңғы көнөнәсә этләште.
Торналар ҙа никтер һуңлап килде,
Сыйырсыҡтар күптән ҡайтһа ла.
Көндәре лә һаман һалҡын тора,
Умырзая сәскә атһа ла.
Һуңлап килде быйыл яҙы ла.
Ялҡауланып ҡына иреп бөттө
Ҡыш буйына яуған ҡары ла.
Ҡар һыуы ла ғәҙәттәге һымаҡ
Шатлыҡ килтермәне Яйыҡҡа -
Инеп юғалдылар ярыҡҡа.
Көтмәгәнсә булды март айы ла,
Йолаһынан никтер ситләште.
Аҡман-тоҡманына ирек ҡуйып,
Һуңғы көнөнәсә этләште.
Торналар ҙа никтер һуңлап килде,
Сыйырсыҡтар күптән ҡайтһа ла.
Көндәре лә һаман һалҡын тора,
Умырзая сәскә атһа ла.
(№ 39)
Хеҙмәтендә - хөрмәте03.04.2014

Мин икеләтә уңдым, сөнки әсәйем - уҡытыусы!
Әсәйем Минзәлә Фуат ҡыҙы Ҡужакова Учалы районының донъяға бик күп данлы шәхестәр биргән Сораман ауылында тыуып үҫә. 1975-1979 йылдарҙа Белорет педагогия училищеһында белем ала. Һуңынан ситтән тороп Башҡорт дәүләт педагогия институтын тамамлай. Тормош юлы Ҡалҡан ауылы егете Фәнил Фәррәх улы Ҡужаков менән осраштыра, һәм яҙмыштарын мәңгелеккә бергә бәйләйҙәр. Шулай итеп, әсәйем хеҙмәт юлын Ҡалҡан ауылы мәктәбендә башлап ебәрә: башланғыс класс уҡытыусыһы, директор урынбаҫары, мәктәп директоры булып эшләй.
(№ 39)
Яңы өмөт, яңы дәрт менән03.04.2014

Мәҙәниәт йылы айҡанлы ҡала һәм район клубтары, мәҙәниәт йорттары, китапханалар эшмәкәрлеге әүҙемләште. Аҙна һайын тиерлек төрлө саралар, байрам-концерттар үтеп тора, ауыл халҡы, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре улар хаҡында яҙып килтерә. Был, әлбиттә, яҡшы күренеш, әммә һуңғы арала хаттарҙың башлыса бер төрлө булыуы күҙәтелә. Уларҙың күпселеге «фәлән ауылда фәлән сара үтте, түбәндәге кешеләр ҡатнашты, ойоштороусыларға, матди яҡтан ярҙам итеүселәргә рәхмәтлебеҙ» тиеүгә ҡайтып ҡала, хаттарҙың тәрәнлеге, йөкмәткеһе һайыны.
(№ 39)
Һәр кемдең үҙ шөғөлө03.04.2014

Семинарҙа БР-ҙың Гостехнадзор инспекцияһы начальнигы Ринат Ғәлимов та ҡатнашты.
- Барлыҡ үҙйөрөшлө техниканың 75%-ты шәхси секторға тура килә. Район буйынса 1420 трактор, 410 прицеп иҫәпләнә. Әлегә тракторҙарға техник ҡарау - 54, прицептарға 50% тәшкил итә. Техниканың һәм кешеләрҙең хәүефһеҙлеген иҫкәртеү маҡсатында был күрһәткесте 90%-ҡа еткерергә кәрәк, - тине дәүләт инспекторы. Был йүнәлештә ул ауыл хакимиәте башлыҡтарының ярҙамына ла өмөтләнә.
(№ 39)
«Һарығош» алға әйҙәй03.04.2014

Программала уҡыуҙар, йәштәр проекттары конвейеры, мәғариф программалары презентацияһы, тренингтар, мастер кластар, «түңәрәк» өҫтәлдәр, осрашыуҙар, слеттар, фәнни һәм мәғариф конференциялары, күргәҙмәләр, төрлө йәрминкәләр һәм башҡа саралар ойоштороу күҙаллана.
Ҡатнашыусылар форумға ағымдағы йылдың 1-13 майына тиклем проект заявкалары конкурсы нигеҙендә һайлап алынасаҡ. Заявкаларҙы форумдың рәсми сайтына (http://ivolgaforum.ru) урынлаштырырға кәрәк.
(№ 39)
Ришатты онотмайбыҙ03.04.2014

Шәхси беренселектә үҙ йәше һәм ауырлыҡ категорияларында түбәндәге яҡташтарыбыҙ чемпион исемен яуланы: Азалия Заманова, Арсен Камалов, Ярослав Щербаков, Рауил Дауышев, Руслан Сәлимов, Алена Васильева, Данир Хөснуллин, Әмир Шәрипов, Рөстәм Хәлилов, Динар Мөхәмәтов, Жураб Шадимахматов, Артур Сәлихов, Кирилл Боярских, Алмас Солтанов, Нургиз Камалетдинов, Линар Хажин, Илдар Дәүләтшин, Илдар Сафин, әзиз Солтанбаев. Ярыштың иң яҡшы көрәшселәре тип А.Камалов, А.Васильева һәм Н.Камалетдинов танылды, улар айырым кубоктар менән билдәләнделәр.
Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты бөтә йәш спортсыларҙы татлы приздар менән дәртләндерҙе.
Учалы районын тренерҙар Ирина Харисова, Александр Шумков, Илья Моратшин, Фәһим Шакиров, Александр Воронцовтарҙың өйрәнсектәре вәкилләне.
Ҡотой клубы егеттәренең 6 беренсе урын алыуҙары символик булып күренде - Ришат Зөбәйҙуллиндың ата-бабалары 1927 йылда Ишембайҙан Учалы яҡтарына күсеп килгәс, тәүҙә тап Ҡотой ауылына төпләнгән булалар бит. Аҙағынан ғына Урал ауылын нигеҙләйҙәр.
(№ 39)
Ҡыш китергә ашыҡмай03.04.2014

Миҙгел алмашыныуы айырыуса уҙған аҙнала ныҡ һиҙелде, һауа температураһы ҡайһы бер көндәрҙә 11 градусҡа тиклем күтәрелде, Мәскәүҙә 20 градусҡаса йылытты, халыҡ, хатта, футболкала йөрөй башлағайны. Ләкин иртә ҡыуанғанбыҙ, уҙған аҙнала термометр бағанаһы кинәт түбән төштө. Яуым-төшөм күп булды. Көн һайын тиерлек ҡар бураны уйнай.
Учалы метеостанцияһы начальнигы Гүзәл Хәзипова әйтеүенсә, мартта уртаса ҡар ҡалынлығы 45 миллиметр тәшкил иткән, норма - 16 миллиметр. Һауа температураһы уртаса минус 3,4 градус булған, норма буйынса минус 7,3 градус булырға тейеш, йәғни март ғәҙәттәгенән йылыраҡ килгән. Насар һауа торошо алдағы көндәрҙә лә һаҡланасаҡ. Шуға күрә йорт ҡыйыҡтарындағы ҡар өйөмдәре, боҙбармаҡтар ишелеп төшөүе ихтимал. Белгестәр йәйәүлеләрҙе иғтибарлы булырға саҡыра. Ә руль артындағыларға юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен теүәл үтәү шарт.
(№ 39)
Рубрикалар
Яңылыҡтар архивы
№ газеты
Табырға
Яңылыҡтар календары
Популяр яңылыҡтар

Быға тиклем рустарҙың матрешкаларын ғына күргәнем...

Районыбыҙҙа 43 халыҡ һәм өлгөлө үҙешмәкәр...

РФ Президенты Владимир Путин Мөрә-жәғәтнамә менән...

Ҡала-район мәктәптәрендә йыл да ойошторола килгән...

Районыбыҙҙың төньяҡ зонаһына юл төшкәс, бер...
Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.