» Гәзиттең номеры: 4

Биш бала мәхрүм ҡалды17.01.2017

Шөкөр, Яңы йыл каникулдары сағыштырмаса имен үтте. 24 водитель иҫерек тотола, шулай ҙа айырыуса фажиғәле юл һәләкәттәре, енәйәтселек осраҡтары теркәлмәй, тип хәбәр ителде район хакимиәте оперативкаһында.
Әйткәндәй, 9 ғинуар төнгө 3 тирәләрендә эске эштәр бүлегенең юл инспекторҙары ҡала урамдары буйлап килгән егет менән ҡыҙға иғтибар итә. Иғтибар бирмәҫлек тә түгел шул - бөтә магазиндар ябыҡ, ә улар ҡулдарына аҙыҡ-түлек тулы ҡатырға йәшниктәр тотҡан - чипсы, газлы һыу, һағыҙ һәм башҡа ошондай ваҡ-төйәк. Һыйланырға насип булмай үҙҙәренә - тикшерә башлағас, яҡындағы сауҙа киоскыһын талағандары асыҡлана. 27 йәшлек егет яҡын араларҙа татлы-тәмле ашай алмаҫ, буғай - быға тиклем дә урлашҡан, транспорт ҡыуған өсөн хөкөмгә тарттырылған була, хәҙер йәнә енәйәт эше ҡуҙғатылды.
(№ 4)

Был донъяла ниҙәр бар?17.01.2017

Был донъяла  ниҙәр бар?Уйлап ҡараһаң, ысын мәғәнәһендә ҡурҡыныс күренеш тураһында «Россельхознадзор» башлығы ярҙамсыһы Алексей Алексеенко белдереү яһаны - илебеҙҙә һатылған аҙыҡ-түлектең 25 проценты фальсификат. Аҡ май - пальма майынан, колбаса - соянан яһалыу һәм башҡа. Сифат ҡайтыш булыуы менән түҙерлек, сәләмәтлеккә зыян килтереү ихтималы ла ифрат юғары бит! Ил властары «Эшҡыуарҙарға тикшереүҙәр менән аяҡ салмайыҡ», - тип тылҡый торғас, хәҙер нимә ашағаныбыҙҙы ла белмәйбеҙ...
(№ 4)

«Бәхетле авто» еңеүселәре17.01.2017

«Бәхетле авто» еңеүселәреЯңы йылдан һәр кем мөғжизә көтәлер. Беҙ ҙә үҙ сиратыбыҙҙа Әтәс йылына ҙур өмөттәр бағланыҡ, халыҡ баҫмабыҙҙы оҡшатырмы, яҙылырҙармы икән, тигән һорау бер ҙә тынғы бирмәне. Ниһайәт, йыл буйы түккән тиребеҙ бушҡа булманы, Аллаһҡа шөкөр, 2017 йыл «Яйыҡ» гәзите өсөн уңышлы килә - беҙҙе алдырып уҡыусылар һаны 200-ҙән ашыуға артты. Бының өсөн, тәү сиратта, уҡыусыларыбыҙға, предприятие-учреждениелар етәкселәренә, подписканы ойоштороусыларға, почтальондарға оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ. Үҙегеҙгә, ғаиләләрегеҙгә, яҡындарығыҙға ҡоростай һаулыҡ, бөтмәҫ-төкәнмәҫ шатлыҡ-ҡыуаныстар теләйбеҙ.
2017 йылға яҙылыусылар араһында «Бәхетле авто» конкурсын үткәреп йомғаҡ яһап ҡуяйыҡ. Уйынды былтыр декабрь айын-да ойошторорға тейеш инек, әммә подписка-быҙ 15 ғинуарға тиклем оҙайтылыу сәбәпле, баҫ-мабыҙға ошо арауыҡта яҙылғандар ҙа ҡатнаша алһын өсөн кисектереп торғайныҡ.
«Башҡортостан рес-публикаһы» нәшриәт йорто менән берлектә ойошторолған «Бәхетле авто» конкурсында ҡатна-шыусылар 2017 йылға кәм тигәндә ярты йылға яҙылып, квитанцияларын редакциябыҙға килтереп, ҡулдарына һандар менән билдәләнгән махсус наклейкалар алдылар. Ошо көндәрҙә еңеүселәр отош ярҙамында билдәләнде. Өс бүләк уйнатылды - ике автокомпрессор һәм автомобилсе йыйылмаһы.
(№ 4)

Гөрләп тора Мәҫкәү мәктәбе19.01.2016

Гөрләп тора Мәҫкәү мәктәбе Белем усағы - ауылдың тотҡаһы булған социаль учреждениеларҙың береһе. Балаларҙы лайыҡлы тәрбиәләүгә шарттар булмаһа, ауылда йәштәр ҡалырға теләмәй, ә киләсәк, билдәле булыуынса, уларҙың ҡулында. Ҙур булмаһа ла Мәҫкәү урта мәктәбе үҙ тормошо менән ҡайнап йәшәй. Унда барыһы 60 бала белем ала. Шуларҙың 45-е «Яйыҡ» гәзитенә яҙылғандар. «Бөтә класс менән - «Яйыҡ»ҡа!» акцияһы хәҙер инде мәктәп киңлектәрен үҙ эсенә алды тиһәк тә артыҡ булмаҫ. Төпкөл ауылдың әүҙем уҡыусылары менән яҡынданыраҡ таныштыҡ.
(№ 4)

Граждандарыбыҙ үҙҙәрен иркен һәм имен тойһон!19.01.2016

Граждандарыбыҙ үҙҙәрен  иркен һәм имен тойһон!БР буйынса Эске эштәр министры М.Закомалдиндың приказы менән 2015 йылдың 21 декабренән Учалы ҡалаһы һәм районы буйынса эске эштәр бүлеге начальнигы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы итеп подполковник Виталий Иванович Онищенко тәғәйенләнде. Ошо көндәрҙә урындағы журналистар менән тәүге осрашыуы үтте.
- Башта үҙегеҙ менән таныштырып китһәгеҙ ине?
-1978 йыл Сумы ҡалаһында тыуғанмын (Украинаның төньяҡ-көнсығышында - Авт.). Эске эштәр министрлығының Өфө хоҡуҡ институтын тамамланым. Хеҙмәтте 1995 йылда БР-ҙың баш ҡалаһында башланым, ҡыҫҡаса ғына әйткәндә, криминаль полицияның (башта милицияның) вазифа баҫҡысының бер баҫмаһын да ашаҡлап үтмәнем. Өйләнгәнмен, тормош иптәшем - педагог, ҡыҙ һәм ул тәрбиәләйбеҙ.
(№ 4)

Ауыл киләсәген уйлап19.01.2016

Ауыл киләсәген уйлап Мәҫкәү ауылы ир-уҙаманы Ансар Шакиров һөнәре буйынса шофер. 22 йыл ул АТП-ла водитель булып хеҙмәт итә. Һуңынан «Байрамғол» агрофирмаһы»нда эшселәрҙе йөрөтә. 2012 йылда Ансар Каусар улы үҙ крәҫтиән-фермер хужалығын асырға ниәтләй.
- Эш хаҡы менән тотҡарлыҡтар килеп сыға башлағас, нығынып китһә, ауыл халҡына ла эш урындары булыр тип тотондом. Төпкөл ауылдарҙа төп йәшәү сығанағы - ул шәхси хужалыҡ бит. Үҙебеҙ өсөн мал-тыуар аҫрай инек, шуларҙы ишәйтергә булдым, - ти мәҡәлә геройыбыҙ.
Башлаған эшенең еңел булмаясағы шундуҡ үҙен һиҙҙертә. Субсидия алыр өсөн документтар юллай башлай, әммә ыңғай һөҙөмтәгә ирешә алмай. Кире сигенергә теләмәгән хужа кредит алып трактор, сапҡыс, йыйғыс, арба, башҡа кәрәк-яраҡтарҙы һатып ала. Ауыл хужалығын үҫтереү буйынса төрлө программалар эшләп килһә лә, уларҙы юллап алыу, тәү сиратта, ҡағыҙ эшенә, йәшерен ауырлыҡтарға барып терәлеүен үҙ елкәһендә татыған эшҡыуар.
Бөгөн Шакиров-тарҙың биш баш һауын һыйырҙары, ун ике баш йәш малы, быҙауҙары, һарыҡ-кәзәләре бар. Ауылдан йыраҡ түгел агрофирманың элекке биналары ултыра. Малдар һаны ишәйгәс, шул биналарҙы ҡуртымға йә бөтөнләйгә һатып алып, яңы ферма ойошторорға ниәтләй хужа.
(№ 4)


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Ноябрь 2017    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
 12345
6789101112
13141516171819
20212223242526
27282930 

Популяр яңылыҡтар


Агроном -  ул ер  табибыАгроном - ул ер табибы
«Кем дә кем, бер башаҡ үҫкән ерҙә тағы берҙе...

Нисек йәшәйһең, өкө?Нисек йәшәйһең, өкө?
Ҡыҙыҡ, әгәр ҙә төнгө һунарсы Өкө әфәндегә, йә,...

Намыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәрНамыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәр
Байрамғолдар ашлыҡ һуғыу, һөт һауыу буйынса элек...

Бер нөктә - УчалылаБер нөктә - Учалыла
Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан ...

ФотофактФотофакт
Сираттағы «Аҙна һайын приз» лотерея уйынында...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.