» Гәзиттең номеры: 40

«Батшалар» балығын үрсетәсәкбеҙ23.05.2017

«Батшалар» балығын үрсетәсәкбеҙУҙған йома районыбыҙға эш сәфәре менән Республика Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары Ирек Мөхәмәтдинов килде. Ул район хакимиәте башлығы Фәрит Дәүләтгәрәев оҙатыуында бер нисә агросәнәғәт комплексында булды, малсылыҡ тармағы, яҙғы сәсеү эштәре барышы менән танышты.
Премьер-министр урынбаҫары «Байрамғол» агрофирмаһының Уральск, Ураҙ һөтсөлөк комплексын ҡараны. Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты под-разделениеһы булып торған хужалыҡ бөгөнгө көндә республикабыҙҙағы иң ҙур агросәнәғәт предприятиеларының береһе булып һанала. Агрофирма ике бүлексәнән һәм ете цехтан тора. Уральск һәм Ураҙ комплекстарында 2449 баш эре мөгөҙлө мал аҫрала.
(№ 40)

Сима-Нәсимә14.04.2015

Сима-Нәсимә Армияла, етмәһә һуғышта ҡатын-ҡыҙға урын юҡ, тигән фекерҙә күптәр. Әммә Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында бик күп ҡатын-ҡыҙ, үҙ ғүмерен һәм һаулығын аямай, ирҙәр менән бер рәттән фашист илбаҫарҙарына ҡаршы һуғыша. Яҡташыбыҙ Нәсимә Нуритдин ҡыҙы Фәтхуллинаға ла ошо дәһшәтле ваҡиғаларҙың уртаһында ҡайнарға тура килә. Уның һуғыш тураһында һөйләгәндәре бик ҡыҙыҡлы һәм үҙенсәлекле. Бәләкәй саҡтан уҡ сабып барған атты туҡтатыр, янып торған йортҡа инерҙәй ҡыҙ булып үҫә ул. Бөгөн яугир ҡатынға 91 йәш, шуға ҡарамаҫтан, хәрәкәт итеүҙән туҡтамай, йор һүҙле, хәбәрҙәре бик мауыҡтырғыс.
- Учалы ауылында тыуғанмын, бәләкәйҙән шуҡ, тиктормаҫ, үҙһүҙле булдым. Бер көн килеп, Гитлерҙың һуғыш асҡанын ишеттек. Тыныслығыбыҙҙы боҙған, халыҡты зар илатҡан дошманды үҙ ҡулдарым менән дөмөктөрәһем килде. Ошо уй менән хәрби комиссариатҡа юлландым. Әммә унан, ҡыҙҙарға бында урын юҡ, өйөңдә ултыр, тип ҡыуып ҡайтарҙылар. Ләкин мин алдыма алғанды эшләмәй ҡалғаным юҡ, ғаризамды тотоп тағы киттем, был юлы ла юлым уңманы. Фронтҡа алыуҙарын һорап 1941 йылдың ноябренән йөрөй башлағайным. Өсөнсө тапҡыр килгәнемдә кире бороп сығарманылар. Ләйлә әхирәтемә ҡасан ебәрәсәктәрен белешеп торорға ҡушҡайным, 21 февраль повестка килтереп бирҙе. Атай-әсәйгә бер һүҙ әйтмәнем, атайым тауар базаһында эшләй ине. Эшенә барып һиҙҙермәй генә юҡ-бар аҙыҡ-түлек алдым. Алдан өҫ кейемдәремде әҙерләнем. Әсәйемә Ләйләнең тыуған көнөнә барам, тип әйттем. Әсәйем: «Уҡырға барырға онотма», - тип оҙатып ҡалды. 22 февраль сәғәт киске алтыла ебәрергә тейештәр ине, тороп ҡалмайым тип, хәрби комиссариатҡа кистән, барып йоҡланым. Беҙ киткәс, радионан, 63 кешене фронтҡа оҙаттыҡ, улар араһында бер ҡыҙ, Учалы ауылынан Иҡсанова Нәсимә лә бар, тип һөйләгәндәр. Сәлимә апайым ишетеп ҡалған да, әсәйемә әйткән. «Булыр ул үҙһүҙле ҡыҙыҡайҙан», - тип тиҙ генә ике буханка икмәген тотоп хәрби комиссариатҡа килгән. «Ҡыҙымды ҡайҙа ебәрҙегеҙ?» - тип һорай икән. «Апай, ҡыҙығыҙҙы һуғышҡа оҙаттыҡ», - тигәс, бахырҙың ҡулынан икмәктәре төшөп киткән хатта. Шундай дыуамал холоҡло булдым. Эй, был ғына нимә, дүртенсе класта уҡығанда Ташкент хәтлем Ташкентҡа яңғыҙым сығып киткән кешемен мин.
(№ 40)

Өлгөрөп ҡалығыҙ !14.04.2015

«Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында РФ кодексына үҙгәрештәр индереү тураһында» федераль закон ( №46-ФЗ, 08.03.2015 йыл) көсөнә инде. Элек граждандар ер ҡануниәте тәңгәлендә «шуҡлыҡтар» өсөн 500 һум штраф түләп ҡотола алһа, хәҙер матди язалар тиҫтә-тиҫтә тапҡыр артты. Һис уйламағанда күп кешенең ауыҙы бешеүе ихтимал, шуға ла БР буйынса «Росреестр» идаралығының Учалы районы бүлеге начальнигы урынбаҫары Мансур Мортазинға мөрәжәғәт иттек һәм түбәндәге аңлатма алдыҡ:
- Закон, ысынлап та, ныҡ ҡатыланды. Мәҫәлән, 7.1-се статья. Ер участкаһын рөхсәтһеҙ биләү, шул иҫәптән, РФ закондары талап иткәнсә хоҡуҡ булмайынса участканы файҙаланыу. Штрафтар хәҙер участканың кадастр хаҡынан сығып проценттарҙа билдәләнә (1-3%), әммә яза күләме түбәндәгенән дә кәм була алмай: граждандар - 5, вазифалы кешеләр - 20, юридик берәмектәр - 100 мең һум. Участканың кадастр хаҡы билдәләнмәгән икән, штраф-тарҙың максималь сиктәре: граждандар - 10, вазифалы кешеләр - 50, юридик берәмектәр - 200 мең һум. Берәйһе юридик берәмек булдырмайынса ғына бындай участканы эшҡыуарлыҡ эшмә-кәрлеге өсөн файҙалана икән, яуаплылыҡҡа фәҡәт юридик берәмек сифатында тарт-тырыласаҡ. Мәҫәлән, кеше оҙаҡ ваҡыт йорт биләп тә милексе хоҡуғы дәүләт теркәүе аша үткәрелмәгән икән (халыҡ телендә «зеленка» тип аталған документы юҡ икән), фәҡәт ошо статья буйынса яуапҡа тарттырыла.
(№ 40)

Ветерандарыбыҙҙы уттан һаҡларбыҙ14.04.2015

Ветерандарыбыҙҙы  уттан һаҡларбыҙЯнғындар оло кешеләр өсөн айырыуса хәүефле икәнлеге сер түгел инде. үкенес, фажиғәле миҫалдар юҡ түгел шул… Етеҙ хәрәкәт итеп бәләнән ҡасып ҡотолоу мөмкинлектәре лә сикләнә, хәтер ҙә насарая, бәғзеләр һаҡланыу ҡағиҙәләрен күҙәтмәү ниндәй һөҙөмтәләргә килтереү мөмкинлеген аныҡ ҡына аңламауы ла ихтимал.
- Шөкөр, ҡурҡыныс һуғыштан иҫән ҡайта алған хөрмәтле ветерандарыбыҙ янғын хәүефһеҙлеге мәсьәләләренә лә етди ҡарайҙар икән, ғүмерҙең ҡәҙерен бик яҡшы беләләр бит улар, - тип йылмайҙы дәүләт янғын надзоры эшмәкәрлеге бүлеге начальнигы Рим Йәриев.[/b]
Баҡһаң, 24-се янғын часы менән берлектә Бөйөк Еңеү алдынан төбәктәге һуғыш ветерандарының йорттарын тикшереп сыҡҡандар икән. Ҡайҙа етди ҡурҡыныс асыҡланған (мәҫәлән, электр сымдары ныҡ иҫкергән), «Ирекле янғын ко-мандаһы» муниципаль учреждениеһы аша ярҙам күрһәтеү мөм-кинлектәре барлана. «Илебеҙҙе фашистан һаҡлаған яугирҙарҙы беҙ хәҙер уттан ғына һаҡлай алабыҙҙыр!» - тигән фекерҙә Рим Урал улы.
Ветерандарҙың именл-еген хәстәрләүҙән тыш, погон таҡҡан кешеләрҙең үҙ-ара осрашып аралашыуы ла әһәмиәткә эйә инде. Һәр хәлдә лә, фронтовиктар форма кейгән ыҫпай егеттәрҙе бик тә йылы ҡабул иткәндәр, ихлас әңгәмәләшкәндәр. Янғын һүндереүселәр ҙә был акцияға иң өлгөлө хеҙмәткәрҙәрен йәлеп итә бит. Мәҫәлән, 2-се ҡарауыл бүлексәһе командиры прапорщик Вадим Исмәғилов. 1980 йылда Учалы ҡалаһында тыуған уҙаман. 1998-2000 йылдарҙа Дағстан республикаһында, Каспийск ҡалаһында, диңгеҙ пехотаһында хеҙмәт итә. Ҡаф-тауҙа терроризмдарға ҡаршы операцияларҙа ҡатнашып, Суворов миҙалына лайыҡ була. (Белешмә: Суворов миҙалы 1994 йыл ғәмәлгә индерелгән дәүләт наградаһы. Ватан һәм дәүләт мәнфәғәттәрен һаҡлағанда шәхси ҡаһарманлыҡ, юғары әҙерлек күрһәткән хәрбиҙәргә тапшырыла. Саф көмөштән.) Вадим Юлай улы әле лә ҡырҡыу шарттарҙа хеҙмәт итә инде, ут менән көрәш ҡыйыулыҡты ла, көс-ғәйрәт һәм оҫталыҡты ла берсә талап итә. Эшмәкәрлеге часть етәкселеге тарафынан ыңғай баһалана.
(№ 40)

Көлкөтерапия07.04.2014

Сер түгел, эскеселек бөгөн актуаль проблемаларҙың береһе. Шуға күрә клубта үткән һәр сараны беҙ ауыл халҡын айыҡ тормошҡа йәлеп итеү маҡсатына бәйләйбеҙ. Көлкө көнөнә арнап үткәргән кисәгә лә тик айыҡ килеш кенә килеүҙе, бер ниндәй спиртлы эсемлектең булмауын талап итеп ҡуйҙыҡ.

Тәүҙә бындай «яңылыҡты» кешеләр ыңғай ҡабул итмәне, ҡаршылашты, сараларға йөрөмәне. Әммә ауылыбыҙҙың абруйлы кешеләре үҙҙәре артынан башҡаларҙы ла эйәртә алды. Эскеселеккә сарыф ителмәгән энергия хәҙер ярыш-концерттарҙы ойоштороуға йүнәлтелә. Мәҫәлән, ир-егеттәрҙән Ғәйнетдин Латипов, Рәфил Асылбаев, Рәис Камалов, Әҡрәм Ҡушаков, Алмат Мырҙағоловтар хәҙер һәр мәҙәни сараның башында торалар. Уларҙы Вилә Мырҙағолова, Әнүзә Драгомирова, Земфира Рәхмәтуллина, Минзилә Латипова, Гөлсәсәк Хөснөтдинова, Сәсәк Рәхмәтуллина, Илүзә Баязитова, Гөлсара Камалова ярҙамһыҙ ҡалдырмай. «Көлкө кисәһе» лә ошо кешеләр ҡатнашлығынан тыш үтмәне. «Шаяндар» һәм «Сыйырсыҡтар» командалары үҙ-ара отҡорлоҡта, сослоҡта ярышты. Уларҙың һөйләгән мәрәкәләренә, сәхнәләштерелгән көләмәстәренә көлә-көлә хәл бөттө.
(№ 40)

Күңелле ярыш07.04.2014

Күңелле ярышПредприятие, ойошма һәм ауыл Советтары араһында XIII спартакиада иҫәбенә мылтыҡтан атыу буйынса ярыш үтте.

Ике ир-егет һәм бер ҡатын-ҡыҙҙан торған 28 команда көс һынашты. Сараға барлығы 84 кеше йәлеп ителде. Ҡыҙыу алыштан һуң беренсе урынды I төркөмдә - мәғариф бүлеге, II төркөмдә - ҡала ултырағы хакимиәте, III төркөмдә - БР Эске эштәр министрлығы «Һаҡ» предприятиеһының Учалы бүлексәһе, V төркөмдә Сәфәр ауыл Советы яуланы. Артабан да хеҙмәткәрҙәр шулай актив булып ҡалһын.
(№ 40)

«Моңло кәкүк, әйтсе әлүк!»07.04.2014

«Моңло кәкүк, әйтсе әлүк!»Сыйырсыҡтың килеүе - яҙ етеү билдәһе. Быйыл ҡәҙимгенән саҡ ҡына иртәрәк ҡайттылар. Ә бына кәкүк саҡырһа - йәй ҙә башланды тигән һүҙ. Хоҙай бирһә, был көндәргә лә күп ваҡыт ҡалманы.

1 апрель - Көлкө көнө тип, Халыҡ-ара ҡоштар көнө икәнлеген онотоп киткәнбеҙ. Шуға ла был «Шәмбе бите»ндә борон-борондан кешеләрҙә берсә ҡыҙыҡһыныу, ҡурҡыу һәм йәлләү уятҡан кәкүк тураһында яҙырға булдыҡ.
Кәкүктәр ғаиләһенә 140 төр ҡош инә. Википедия күрһәтеүенсә, Башҡортостанда ябай, һаҡау һәм һаң ғырау (ябайҙан саҡ ҡына бәләкәй) кәкүктәр таралған. Моң һоу тауышын ишетмәгән кеше юҡтыр.
Серле күрәҙәсе
Башҡорт мифологияһында кәкүк - ҡатын-ҡыҙ енесенә ишара яһаған тотем, күрәҙәсе. Башҡортса, хатта, кәкүк һайрай йә ҡысҡыра тип тә әйтелмәгән бит, ә саҡыра. Илаһи көстөң илсеһе, хәбәрсеһе сифатында ҡабул иткәндән киләлер. Нисә тапҡыр ҡысҡыра, тың лаған кеше шул тиклем йыл йәшәйәсәк, тигән хөрәфәткә ышанмаған халыҡ донъяла һирәктер!
Башҡорттар кәкүк йомортҡаһына ла, үҙенә лә һис тә тейергә ярамай, ҡарғышы ҡаты төшә, тип ышанғандар.
(№ 40)

Беҙҙекеләр алдынғы07.04.2014

Беҙҙекеләр алдынғыСиләбе ҡалаһында «Евразия» хәрби сәнғәте фестивале сиктәрендә кикбоксинг буйынса төбәк турниры үтте.

Ярышта Учалы спортсылары ла ҡатнашты. 5-се мәктәптән Вадим Шушарин, Данил Панов, Валерий Саимов, 10-сы мәктәптән Ильсбек Артыков, 3-сө лицейҙан Виолетта Хөсәйенова, 1-се лицейҙан Анастасия Бехерт I урын яуланылар. 1-се лицей уҡыусыһы Иван Романов - II, 5-се мәктәптән Эльвин Довлатов менән 3-сө лицейҙан Артур Усманов III урындарҙы бүлештеләр. Үҫмерҙәргә алдағы ярыштарҙа ла уңыштар теләп ҡалабыҙ.
(№ 40)

Матурлыҡ батшабикәләре07.04.2014

Матурлыҡ батшабикәләре«Матурлыҡ донъяны ҡотҡарыр», - тигән бөйөк әҙип Ф. Достоевский. «Стиль» йәштәр үҙәге ойошторған «Матурлыҡ батшабикәһе - Учалы 2014» конкурсы яҙыусы һүҙҙәрен тағы бер тапҡыр раҫланы. 16 һылыу, һөйкөмлө, наҙлы ҡатын-ҡыҙ ярыштың биҙәге булды.

«Визитка» тип аталған тәүге этапта һәр ҡатнашыусы жюри ағзаларын үҙе, яратҡан шөғөлө менән таныштырҙы, видеопрезентация ла тәҡдим итте.
Ҡатын-ҡыҙ матурлығы хаҡында һүҙ йөрөткәндә, беҙ уның тышҡы һәм эске донъяһының камиллығын күҙ уңында тотабыҙ. Конкурстың «Эрудит» этабы гүзәл заттарға тышҡы ҡиәфәттән тыш, тап ошо күңел, фекер матурлығын асып һалыу мөмкинлеген бирҙе. «Матурлыҡ төшөнсәһенә һеҙ ниндәй мәғәнә һалаһығыҙ?» - тигән һорауға һәр ҡатнашыусы бер ҡыйынлыҡһыҙ яуап бирҙе.
(№ 40)

Хеҙмәт, ижад берҙәмлеге07.04.2014

Хеҙмәт, ижад берҙәмлегеҮҙ эшеңдең оҫтаһы булыу өсөн бар яҡлап камиллашырға кәрәк. Үҫеш процесы башҡалар менән аралашыуһыҙ, тәжрибә менән уртаҡлашыуһыҙ мөмкин түгел. Был йәһәттән йыл һайын уҙғарылған «Йыл уҡытыусыһы» конкурсы белем нурын сәсеүселәргә оло этәргес булып тора. Ошо көндәрҙә ҡала филармонияһында конкурстың район этабын йомғаҡлау һәм еңеүселәрҙе тәбрикләү тантанаһы үтте.

Ярыш 18 февралдә старт алды. Бер нисә көн дауамында ҡала-районыбыҙҙың 22 уҡытыусыһы 5-се мәктәптә ижади һәләттә һәм педагогик оҫталыҡта көс һынашты. I турҙа конкурсанттар сит класта асыҡ дәрес бирҙе, үҙенә анализ яһаны, класс сәғәттәре, ата-әсәләр йыйылышы уҙғарҙы. Финалистар иһә, өҫтәмә рәүештә оҫталыҡ дәрестәре күрһәтеп, педагогик проблемалар буйынса асыҡ дискуссияларҙа ҡатнашты. Мөғәллимдәрҙең уҡытыу алымдары айырылып торһа ла, уларҙы үҙ һөнәренә тоғролоҡ һәм балаларға һөйөү берләштерә.
(№ 40)


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Ноябрь 2017    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
 12345
6789101112
13141516171819
20212223242526
27282930 

Популяр яңылыҡтар


Агроном -  ул ер  табибыАгроном - ул ер табибы
«Кем дә кем, бер башаҡ үҫкән ерҙә тағы берҙе...

Нисек йәшәйһең, өкө?Нисек йәшәйһең, өкө?
Ҡыҙыҡ, әгәр ҙә төнгө һунарсы Өкө әфәндегә, йә,...

Намыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәрНамыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәр
Байрамғолдар ашлыҡ һуғыу, һөт һауыу буйынса элек...

Бер нөктә - УчалылаБер нөктә - Учалыла
Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан ...

ФотофактФотофакт
Сираттағы «Аҙна һайын приз» лотерея уйынында...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.