» Гәзиттең номеры: 41-42

Ижадҡа бай халҡыбыҙ21.04.2015

Ижадҡа бай халҡыбыҙ«Еңеү Салюты» халыҡ ижады район конкурсының гала концертын Комсомольск мәҙәниәт йорто эргәһендә эшләп килгән «Ирәндек» йыйылма халыҡ инструменттары ансамбле асты. Ансамбль составына баянсылар, ҡумыҙсылар, мандолинасылар, ҡурайсылар, биҙрә сиртеп уйнаусылар - бөтәһе өс тиҫтәгә яҡын кеше ингән. Етәкселәре - Айгөл Сәғитова. Һәүәҫкәрҙәр һәләтлеләр тамашасыларға халыҡ көйҙәренән торған дәртле теҙмә тәҡдим итте.
Конкурс февраль айында старт алған. Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллыҡ юбилейына арналған ярышта районыбыҙҙың биш зонаһының (Комсомольск, Ҡорама, Уральск, Миндәк, Учалы ауылы мәҙәниәт йорто) ижади коллективтары йыр-бейеү, нәфис һүҙгә маһирлыҡтарын, театрлаштырылған программаһын тәҡдим итә. Жюри ағзалары сығыштарҙың иң-иңдәрен генә һайлап алып, гала концертҡа үткәрә.

Халҡыбыҙ әүәл-әүәлдән ҡайғыһын да, шатлығын да күңелендәге моң, йөрәгендәге дәрт менән баҫыр булған. Фронттан «ҡара ҡағыҙ» алып та илебеҙҙең ҡатын-ҡыҙҙары ҡайғы-хәсрәтен тик әхирәттәре, еңеү өсөн хеҙмәт, ижад ярҙамы менән күтәреп сыҡҡан. Әлфиә Ҡорамшина, Рәғиҙә Юнысова, Резеда Ҡәйүпова башҡарыуындағы «Тол ҡатындар» бейеүе ошондай бер тарихты һөйләне. Оҙонгүлдәрҙең «Ҡыр ҡаҙҙары» бейеүе лә тәбиғәт образы аша һуғыш ысын-барлығын сағылдыра. Бейеүселәрҙең хореографик оҫталығынан тыш, актерлыҡ һәләттәрен дә билдәләп үтмәй мөмкин түгел, уларҙың сәхнәләге уйыны бейеүҙең ни хаҡында һөйләүен асыҡ аңғартты.
Учалы еренән фронтҡа киткән 13 меңдән ашыу кешенең 9 меңдән ашыуы яу ҡырында ятып ҡалды, әллә күпмеһе хәбәрһеҙ юғалды. Улар ҡайтмаһа ла, халыҡ үҙ ҡаһармандарын онотмай. «Батырҙар исеме юғалмай, батырҙар ғүмере мәңгелек», - тип йырланы Ҡорама мәҙәниәт йортоноң моңло башҡарыусыһы Илнур Атетәров. Илсе ауылынан Илюзә Ильясова «Атайым моңо» йыры аша фронттан ҡайтҡан атайҙарҙың күңел яралары мәңге уңалмауына әсенде.
(№ 41-42)

Ватан һаҡсыһы21.04.2015

(Аҙағы. Башы 38-39-сы һандарҙа).
16 умартаһын мал аҙбары артында картуф баҡсаһында теҙеп ҡуя. Ул заманда ауыл түрәләре, итенә күрә һурпаһы тигәндәй, ауыл халҡын ҡурҡытып, буйһондороп тотоу өсөн уҫал, яуыз кешеләрҙе файҙаланды. Ошондай кешеләрҙең береһе наҙан, көнсөл, үҙ туған телен дә боҙоп һөйләшкән, ул саҡта колхоз баҫыуҙарының һаҡсыһы «Ҡыйыш» ҡушаматлы әҙәм булды. Бер мәл ул Муллағәли бабайыма килеп:
- Һин, Муллағәли, - кулак! Бал ҡорттарын колхоз еренән ал! - тип бәйләнә. Бабайым ярһып китеп, «Ҡыйыш»ҡа ташлана, арт һынына тибеп йығып, сыбыртҡыһын «Ҡыйыш»тың арҡа-һында байтаҡ ҡына уйнатып ала. Ошонан һуң ул бабайымдың йортон йыраҡтан урап уҙырға мәжбүр булды.
Мин 9-сы класты тамамлағайным. Иртә менән әсәйем һыйырын көтөүгә ҡыуғанда бер яңылыҡ алып ҡайтты.

- Тиҙ генә лисәпитеңә (велосипед) салғыңды һалып, нығытып ал да бабайыңа кискә тиклем бесән сабырға ярҙамлашырһың. Хәҙер лесотехник менән лесник бабайыңдың сабынлығын үлсәп, артығын тартып алырға баралар. Һуғыштан бабайыңдың ҡаны боҙолоп ҡайтты, Алла һаҡлаһын, бер-бер хәл килеп сыҡмаһын, - тип борсолдо.
Бабайымдың үҙенә тәғәйенләнгән сабынлығы лесхоз ерендә, Уралда, Шәрифә мүктеһе тигән ерҙә ине. Инде хаҡлы ялда булған 65 йәшлек бабайым егеттәр кеүек, умырып бесән сабып йөрөй ине. Мине күреп:
- Һай, маладис, улым! Әллә миңә ярҙамға килә ятаңмы? - тип, бабайым мине көлөп, шатланып ҡаршы алды. 16 йәшемдә туғыҙынсы салғы менән ололарҙан һис ҡалышмай бесән сабырға таһылланып алғайным.
(№ 41-42)

Еңеү рухын татынылар21.04.2015

Еңеү рухын татынылар Ҡала һәм район мәктәптәрендә «Байраҡҡа тигеҙләнеү» тип исемләнгән пат-риотик акция үтә. 10-сы мәктәптә старт алып, Еңеү Байрағының махсус яһатылған күсермәһе районыбыҙҙы көньяғынан төньяғына тèклем урап, 7 май көнө Ахун мәктәбендә туҡталасаҡ.
II дәрәжәләге Кутузов ордены 150-се Идрицк уҡсылар дивизияһының штурм байрағын 1945 йылдың 1 майында, иртәнге сәғәт 3-тәр тирәһендә, Ҡыҙыл армия хәрбиҙәре Алексей Берест, Михаил Егоров һәм Мелитон Кантария рейхстаг бинаһы ҡыйығына ҡаҙайҙар. Ошо мәлдән алып Еңеү Байрағы - дәүләт реликвияһы ғына түгел, Совет халҡының һәм уның хәрби көстәренең 1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында фашист Германияһын еңеү символы тип һанала. Бөгөнгө көндә ул Мәскәүҙә РФ Хәрби көстәренең Үҙәк музейында һаҡлана.

Ҡунаҡбай мәктәбе уҡыусылары ла, уҡытыусылары ла байраҡ менән осрашыуҙы тулҡынланып көтөп алдылар. Тантаналы линейкаға байраҡ Бөйөк Ватан һуғышы гимны - «Изге Һуғыш» көйө аҫтында индерелде. Процесс, барлыҡ хәрби хөрмәт йолаларын урынына еткереп, хәрби етәксе Эдуард Сафиуллин, 11-се класс уҡыусылары Таһир Ғайсаров, Рәмил Ғибәҙуллин, Әхтәм Шакиров, Илнар Кәримов һәм 10-сы класс егеттәре Рәсүл Хафизов, Илдар Хәсәнов, Тимур Ғатауллин, Руслан Ғаффатуллин тарафынан атҡарылды. Ҡыҙҙарҙың, малай-ҙарҙың йөҙө етди ине. Һәр кем, тулыһынса булмаһа ла, 70 йыл элек яуланған еңеүҙең илебеҙ өсөн ниндәй ҡиммәт хаҡ менән бирелгәнлеген, 9 май - оло байрам булыуын һәм бөгөн үҙҙәренең мөһим сарала ҡатнашыуҙарын тойғандар´ыр. Тимәк, акция үҙ маҡсатына ирешә - үҫеп килгән быуында халыҡ ҡаһарманлығын, һуғыш һәм тыл ветерандары батырлығын онотмау, улар менән ғорурланыу һәм рәхмәт хистәрен тәрбиәләү. Тантанала уҡыусылар һуғыш, батырҙар хаҡында шиғырҙар уҡынылар, йырҙар йырланылар, бейеүҙәр башҡарҙылар. Көн дауамында тәнәфес ваҡытында белем усағында һуғыш йылдары көйҙәре яңғыраны. Линейканан һуң һәр класта ошо темаға арналған класс сәғәттәре уҙҙы.
(№ 41-42)

Бер кем онотолмай...21.04.2015

Бер кем онотолмай...Еңеүҙең 70 йыллығын билдәләргә һанаулы көндәр ҡалды. Ветерандарыбыҙ тантаналы сараны түҙемһеҙләнеп көтә. Байрамға кейеп барасаҡ парад кейемдәрен, орден-миҙалдарын хәстәрләй. Ҡала-районыбыҙҙың ҡайһы бер ойошма-предприятиелары яугирҙарҙы Еңеү байрамына тиклем тағы бер мәртәбә йыйып тәбрикләргә лә өлгөрҙө. Ошо көндәрҙә тау-байыҡтырыу комбинаты етәкселеге үҙенең ветеран хеҙмәткәрҙәрен саҡырып ҙурланы.
- Һуғыш ветеран дарының сафы көндән-көн һирәгәйә. Фашист илбаҫарҙары менән йәнен-тәнен аямай алышҡан, беҙгә тыныс тормош бүләк иткән яугирҙарыбыҙ алдында баш эйәбеҙ. Һуғыштан һуң утты-һыуҙы кискән уҙамандар ең һыҙғанып эшкә тотона. Күбеһе Учалы руднигында хеҙмәт юлын башлай. Бөгөн хаҡлы ялдағы һуғыш ветерандары менән осрашырға, улар менән яҡындан һөйләшергә форсат тейҙе. Еңел булмаған осорҙа йәшәйбеҙ, шуға ҡарамаҫтан, ауырлыҡтар ваҡытлысалыр, тип уйлайбыҙ. Илебеҙ ныҡлап аяҡҡа баҫып, йәшәйешебеҙҙең тағы ла яҡшырырына ышанабыҙ, - тине тау-байыҡтырыу ком-бинатының генераль директоры Зәкәриә Ғибәҙуллин.
(№ 41-42)


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Ноябрь 2017    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
 12345
6789101112
13141516171819
20212223242526
27282930 

Популяр яңылыҡтар


Агроном -  ул ер  табибыАгроном - ул ер табибы
«Кем дә кем, бер башаҡ үҫкән ерҙә тағы берҙе...

Нисек йәшәйһең, өкө?Нисек йәшәйһең, өкө?
Ҡыҙыҡ, әгәр ҙә төнгө һунарсы Өкө әфәндегә, йә,...

Намыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәрНамыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәр
Байрамғолдар ашлыҡ һуғыу, һөт һауыу буйынса элек...

Бер нөктә - УчалылаБер нөктә - Учалыла
Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан ...

ФотофактФотофакт
Сираттағы «Аҙна һайын приз» лотерея уйынында...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.