» Гәзиттең номеры: 41

Был донъяла ниҙәр бар?24.05.2016

Был донъяла  ниҙәр бар?Ауыҙынан ел алһын, тип теләргә генә ҡала! Европалағы НАТО ғәскәрҙәре командующийының элекке урынбаҫары (2011-2014 йылдарҙа) генерал Ричард Ширрефф китап сығарҙы, ундағы фараз буйынса Рәсәй менән һуғыш 2017 йылдың май айында башланыуы ихтимал. Йәнәһе лә, был ваҡытҡа илебеҙ Балтика буйы илдәрен баҫып аласаҡ һәм Ҡырымға ҡоро ер буйынса юл ярасаҡ. Ысынлап шулай булыуы бик тә икеле, хәүефле тенденция икенсе күренештә ғибәрәт: Көнбайыш илдәре йәмәғәтселеген Рәсәй менән һуғыш мөмкинлегенә алдан әҙерләй башланылар түгелме? Ә бәлки сәбәп әлеге лә баяғы аҡсаға ғына бәйлелер. Шул уҡ генерал шәрәмәте, Рәсәй хәрби техникаһы һәм ғәскәрҙәренең әҙерлеге Европа илдәренән өҫтөн, тип яҙа. Тел төбөн аңлауы ҡыйын түгел - ҡурҡытып, әрмегә күберәк аҡса бүлдертеүҙе маҡсат итеп ҡуйыуы ихтимал.
(№ 41)

Һарыҡсылыҡ - табышлы шөғөл24.05.2016

Һарыҡсылыҡ - табышлы шөғөлБашҡортостанда һарыҡсылыҡ менән борон-борондан шөғөлләнгәндәр. Йөнөнән тула, кейеҙ баҫһалар, тиреләрен эшкәртеп тирмә өсөн кәрәк-яраҡ, төрлө һауыт-һаба эшләгәндәр. Йылы быймалар хаҡында әйтеп тораһы ла түгел.
Заманында һарыҡ-сылыҡ килемле тармаҡ һаналды. Хәтеремдә, беҙ бәләкәй саҡта колхоз-совхоздар меңәрләп баш һарыҡ аҫрай торғайнылар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөн районыбыҙҙың бер хужалығында ла һарыҡ аҫрамайҙар. 90-сы йылдарҙағы үҙгәртеп ҡороуҙар заманында һыйыр малы кәмене, һарыҡтар яйлап юҡҡа сығып бөттө. Һуңғы йылдарҙа крәҫтиән-фермер хужалыҡ-тарының был тармаҡҡа етди иғтибар биреүе ҡыуаныслы хәл. Йөн-тиреһенән артыҡ файҙа булмаһа ла, итен һатып килем алырға була, тигән фекерҙә улар.
(№ 41)

Тормош хәтирәләренән08.04.2014

Ҡарағужа ауылы уҙаманы атайым Минһажетдин Юлдыбаев, ҡатыны вафат булғас, биш бала менән тороп ҡала. Шунан ул Сораман ауылы ҡыҙын - әсәйемде икенсе ҡатынлыҡҡа ала. Әсәйем балаларҙы ҡаҡмай-һуҡмай тәрбиәләп, оло тормош юлына сығара. Миңә алты йәш булғанда атайым вафат булды. Әсәйем, күҙе насар күргәс, эшләй алманы. Һуғыш башланғас, ағайҙарҙы фронтҡа оҙаттылар. Улар ауылдан сыҡҡанда апайҙар йырлаған таҡмаҡтар иҫтә ҡалған:

Беҙ китәбеҙ иртәгә,
Шинель һалып иңдәргә.
Китмәҫ инек иртәгә,
Немец тейә теңкәгә.
Беҙ урамдан үткән саҡта,
Күтәрелде томандар.
Йә ҡайтырбыҙ, йә ҡайтмаҫбыҙ,
Хуш булығыҙ туғандар.
(№ 41)

Баттал - уңғандар төйәге08.04.2014

Баттал - уңғандар төйәгеb]Баттал ауылы ҡаланан 90 километр алыҫлыҡта ята. Йыраҡ булғанғамы, был тарафтарға юл һирәк төшә. Бына әле лә ул яҡтарға бармағанға байтаҡ ваҡыт уҙған.
Учалы-Белорет трассаһынан елдерәбеҙ, асфальт юлдан күпмелер барғандан һуң ауылға илткән таш юлға боролабыҙ. Бында инде күрмәгәнеңде күрәһең, соҡорло-саҡырлы юл ете ҡат тиреңде сығара. Ҙур тиҙлек менән йөрөрлөк түгел, гөбөргәйел аҙымы менән саҡ барып еттек. [/b]

Баттал ауылы Миндәк ауыл Советына ҡарай. Бынан тыш, биләмәгә тағы 9 ауыл беркетелгән. 400-гә яҡын кеше йәшәй.
Ауылға инеү менән иң тәүҙә йорттарҙың, ихата-ҡураларҙың төҙөклөгө иғтибарҙы йәлеп итте. Емерек, ташландыҡ өйҙәрҙе күрмәҫһең. Батталдарҙың даны тирә-йүнгә күптән таралған, бында тырыш, уңған халыҡ йәшәй. Күп ауылдарға уларҙы өлгө итеп ҡуйғандарын ишеткәнебеҙ бар. Төпкөл ауылда ҡура-ҡура мал аҫрап, гөрләтеп донъя көтәләр, тип кем уйлаһын?
(№ 41)

Был донъяла ниҙәр бар?08.04.2014

Был донъяла ниҙәр бар?* Рәсәй территорияһында 25 Украина гражданы ҡулға алынған, араларында яман даны таралған «Уң сектор» ультрарадикал ойошмаһы ағзалары бар. Байтаҡ ҡорал һәм шартлатҡыстар тартып алына, ти. Ростов, Волгоград, Тверь, Орел, Белгород өлкәләрендә, Ҡалмыҡстан менән Татарстанда, Ҡырымда референдум үткән көнгә тура килтереп, диверсия ҡылырға йыйынған булыуҙа ғәйепләнәләр. Әлбиттә, украин властары «…улар ни бары эш эҙләп йөрөүселәр», тип үҙ ҡағылышлыҡтарынан баш тартырға ашыҡты. Был хаҡта бөтөнләй бер ни белмәүҙәре лә ихтималдыр - күрше илдә баш та, түш тә юҡ бит хәҙер. Аҙағы хәйерле булһын инде!

* Шым-шым ғына оло тарихи дата үтеп киткән икән. 1814 йылдың 31 мартында, йәғни теүәл 200 йыл элек, Рәсәй империяһы ғәскәрҙәре Парижға инә. Беренсе Ватан һуғышында Еңеү көнө! Башҡорттар ҙа күп була бит инде, «Любезники-любизар» йыры нәҡ шул ваҡиғалар тураһында - «Француздарҙы еңгәндә, ер емертеп йөрөнөк беҙ».
(№ 41)

Торлаҡлы булам тиһәң08.04.2014

Торлаҡлы булам тиһәң2014 йылда Башҡортостан халҡы торлаҡ мәсьәләһен хәл итеү юҫығында яңы ысул менән файҙалана ала. Апрелдә республикала торлаҡ төҙөлөшөнә аҡса туплау системаһы старт алды.

Проект урта килемле граждандарҙы торлаҡлы итеү маҡсатында булдырылған. Ипотека-тупланма механизмын файҙаланыу киләсәктә ипотека өсөн беренсе иғәнә туплау һәм льготалы ставка буйынса ипотека кредиты алырға мөмкинлек бирәсәк. Программа эшләй башлаған йылды унда республикабыҙҙың барлыҡ граждандары ла ҡатнаша ала. Артабан торлаҡ төҙөлөшөнә аҡса туплау системаһы менән рәсми рәүештә торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж тип табылғандар ғына файҙаланасаҡ.
(№ 41)

Иҫәпкә бар, һанға юҡ08.04.2014

Иҫәпкә бар, һанға юҡ20-се район-ара һалым инспекцияһы еңел автомобилдәрҙә һәм маршрут таксиһында пассажирҙарҙы йөрөтөүсе эшҡыуар һәм юридик берәмектәрҙе тикшерә.

Инспекцияның сығып тикшереү бүлеге начальнигы урынбаҫары Д.З. Сысоева гәзитебеҙгә хәбәр итеүенсә, «Ҡулаҡса йәки түләү карталары файҙаланып иҫәпләшкәндә контроль-касса техникаһын ҡулланыу тураһында»ғы федераль закон талаптарын үтәмәй, билеттар бирмәгән йә улар бөтөнләй булмаған өсөн 5 пассажир йөрөтөүсе административ яуаплылыҡҡа тарттырыла. Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы кодекстың 14.5-се статьяһына ярашлы, шәхси эшҡыуарҙарға - 3-4, юридик берәмектәргә 30-40 мең һум штраф һалына. Шулай уҡ ялланған хеҙмәткәрҙәрен йәшергән йә бер автомобиль өсөн генә һалым түләп, ысынбарлыҡта бер нисә автомобиль файҙаланған шәхси эшҡыуарҙар асыҡланды.
(№ 41)

Хәүефле хәлдәргә әҙер булайыҡ08.04.2014

Хәүефле хәлдәргә әҙер булайыҡБыйылғы ташҡын нисек буласаҡ? Тәбиғәттән ниндәй «сюрприздар» көтөргә? Яҙғы ташҡынға ҡаршы әҙерлек торошо ни кимәлдә? Ошо һәм башҡа актуаль мәсьәләләр ҡаралды сираттағы кәңәшмәлә.

Төп доклад менән муниципаль район хакимиәтенең граждандар оборонаһы һәм ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү буйынса комитет рәйесе Иран Ҡужагилдин сығыш яһаны. Уның һөйләүенсә, быйылғы тәбиғәт шарттары башҡа йылдарҙағынан әллә ни айырылмай. Сағыштырыу өсөн: былтыр был мәлгә ерҙә 98,5 миллиметр дым тупланған булһа, быйыл 92,6 миллиметр. Тупраҡтың туңыуы (ул ни тиклем аҙыраҡ туңа, шул тиклем ҡар һыуын яҡшыраҡ һеңдерә) былтыр 85 см тәшкил итһә, быйыл 79 см. Урманда ҡар ҡалынлығы 60 см булһа, ҡырҙарҙа - 35 см.
(№ 41)

Йорттар яна08.04.2014

Йорттар янаАлик Әмиров янғын һағында тиҫтә йылдан ашыу хеҙмәт итә. Училищены тамамлағас, инспектор, ҡарауыл начальнигы вазифаларын башҡарһа, һуңынан 24-се янғын һағы начальнигы урынбаҫары итеп үрләтелә.
- Яҙғы осорҙоң үҙенсәлектәре байтаҡ. Йәшел үлән ҡалҡҡансы урмандарҙа янғын сығыу ҡурҡынысы бермә-бер арта, тыйылыуға ҡарамаҫтан, аңһыҙ кешеләр баҡсаларындағы сүп-сарға йә ҡау үләнгә ут төртөп маташа. Зинһар, ут менән һаҡ булығыҙ! - тип өндәне Алик Юлай улы. Эйе, был иҫкәртеү ҙә артыҡ түгелдер, үрҙә телгә алынған район хакимиәте ҡарарында урмандарҙы уттан һаҡлауға ҙур әһәмиәт бирелгән.


«2014 йылдың яҙғы-йәйге осоронда Учалы районы муниципаль район биләмәләрендә янғын хәүефһеҙлеген нығытыуға йүнәлтелгән саралар комплексы тураһында» исемле район хакимиәте ҡарары ҡабул ителде. Уға ярашлы, 10 апрелдән 20 майға тиклемге осорҙа янғын хәүефһеҙлеге айлығы иғлан ителгән. Башҡа именлек сараларын тормошҡа ашырыуҙан тыш, районда 8 профилактик төркөм булдырыла. Янғын һағы, эске эштәр, социаль органдар вәкилдәре, урындағы хакимиәт хеҙмәткәрҙәре шәхси торлаҡ секторын янғын хәүефһеҙлеге йәһәтенән ентекләп тикшерәсәк. Эскесе, инвалид, оло, яңғыҙы йәшәгән граждандарға, күп балалы ғаиләләргә айырыуса иғтибар бүленә.
(№ 41)


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Ноябрь 2017    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
 12345
6789101112
13141516171819
20212223242526
27282930 

Популяр яңылыҡтар


Агроном -  ул ер  табибыАгроном - ул ер табибы
«Кем дә кем, бер башаҡ үҫкән ерҙә тағы берҙе...

Нисек йәшәйһең, өкө?Нисек йәшәйһең, өкө?
Ҡыҙыҡ, әгәр ҙә төнгө һунарсы Өкө әфәндегә, йә,...

Намыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәрНамыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәр
Байрамғолдар ашлыҡ һуғыу, һөт һауыу буйынса элек...

Бер нөктә - УчалылаБер нөктә - Учалыла
Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан ...

ФотофактФотофакт
Сираттағы «Аҙна һайын приз» лотерея уйынында...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.