» Гәзиттең номеры: 42

Атайым иҫтәлегенә10.04.2014

Бөйөк Еңеүгә 69 йыл тула. Ошо уңайҙан мин үҙемдең атайым тураһында яҙып үткем килә.

Һуғыш башланыу менән Мулдаҡай ауылы мәзине, олатайым Мөхәмәҙулла Моталлаповтың өс улы бер юлы һуғышҡа алына: атайым Ғәфүр, ағайҙарым Ҡәүи һәм Сәһемән. Ҡот осҡос һуғышта атайым ике йыл фашистарға ҡаршы көрәшә. Ләкин ҡәһәрле һуғыш берәүҙе лә аямай, 1943 йылда ҡаты яраланып, иҫтән яҙа һәм фашистар ҡулына эләгә. Хәле ауыр булғанға күрә, интегеп үлһен тип, дошмандар уны ҡырмыҫҡа иләүенә һалып китәләр. Әммә беҙҙекеләр тиҙ арала килеп етеп, фашистарҙы ҡыуғас, атайым госпиталгә оҙатыла. Шул яраһынан ул тыуған яғына аҡһаҡ булып ҡайта.
(№ 42)

Ҡулға-ҡул тотоношоп10.04.2014

Ҡулға-ҡул тотоношопЗАГС бүлегендә мәртәбәле сара үтте. Илле йыл ҡулға-ҡул тотоношоп законлы никахта йәшәгән ете ғаилә тантаналы тәбрикләнде.

Ярты быуат ваҡыт үтһә лә, парҙар осрашыу-ҡауышыу тарихтарын, туй көндәрен бөгөнгөләй иҫләй. Мәҫәлән, Исхаҡовтар ғаиләһе барлыҡҡа килеүенә күңелһеҙ хәл сәбәпсе була. Рудникта эшләп йөрөүсе Венера сирләп китә, уны тиҙ арала өйөнә ҡайтарып ебәрәләр. Алдан күрешеп йөрөһәләр ҙә, водитель менән йәш ҡыҙ тап ошо ваҡиғанан һуң бер-береһенә ныҡлап күҙ һала. Күп тә тормай ғаилә ҡоралар. Ә бына Ҡырмыҫҡалы районы егете Александр менән Поляковка ауылы ҡыҙы Зояны сәнғәткә һөйөү таныштыра. Оҫта бейеүсе йәштәр Рудникта киске уйында осрашып, тәү ҡараштан уҡ бер-береһенә ғашиҡ була, бөгөнгәсә мөнәсәбәттәрҙе һыуындырмай донъя көтә улар.
(№ 42)

Моңо ҡалды халыҡ күңелендә10.04.2014

Моңо ҡалды халыҡ күңелендәРадиотулҡындар, зәңгәр экрандар аша йыш ишетелгән «Күҙҙәремә ҡара», «Күҙ нурым», «Ялан сәскәләре», «Иҫке өй» йырҙары күптәребеҙҙең «күңел дәфтәрендә» урын алған. Ошо халыҡсан ижад емештәренең авторы - Учалының талантлы улы Салауат Низаметдинов.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, композиторҙың ғүмере ҡыҫҡа булды, үткән йылдың июлендә республика халҡы Салауат Әхмәҙи улы менән хушлашты. Яҡташыбыҙҙың яҡты иҫтәлегенә арнап, мәҙәниәт һәм сәнғәт колледжында «Ерҙә минең әйтер һүҙем күп, хатта, ғүмерем етмәҫ» исемле хәтер кисәһе ойошторолдо. Унда район хакимиәте вәкилдәре, композиторҙың ҡатыны, ҡыҙы, туғандары, бергә уҡыған курсташтары, мәктәп уҡыусылары, колледж студенттары һәм музыканттың ижадына битараф булмаған учалылар ҡатнашты.
(№ 42)

Нисек алданмаҫҡа?10.04.2014

Нисек алданмаҫҡа?Сауҙа өлкәһендәге мутлыҡтар, һатыусыларҙың һатып алыусыларҙы аҙым һайын оторға тырышыуҙары яңылыҡ түгел. Ғүмерендә бер тапҡыр ҙа алданмаған кеше һирәктер, моғайын. Минең үҙемде лә, мәҫәлән, йыш ҡына төп башыма ултырта торғайнылар. Хәҙер был өлкәлә ярайһы уҡ тәжрибә туплағандан һуң, быға юл ҡуймаҫҡа тырышам.

Шуға ҡарамаҫтан, ҡайһы бер һатыусылар намыҫтарын «кеҫәләренә» һалып, халыҡты тишек кәмәгә ултырта. Барыһын да бер ҡалыпҡа һалып булмай, әлбиттә. Әммә хәйләһеҙ һатыусылар магазинда оҙаҡ ҡалмай, үтә ғәҙел булыуҙары арҡаһында өҫтәренә сыға, йә иһә тауарҙары һатылмай кәштәлә ята бирә. Сөнки улар алдаша белмәйҙәр, иҫкергән сифатһыҙ аҙыҡ-түлек, әйбер һатырға ҡулдары бармай.
Төрлө мутлыҡтарҙың ҡорбанына әйләнмәҫ өсөн, ҡулланыусыларға уяуыраҡ булырға, үҙ хоҡуҡтарын яҡлай белергә кәрәк. Алданған хәлдә лә ҡайҙа мөрәжәғәт итергә, нимә эшләргә?
(№ 42)

Хәүефле «тәтәй»10.04.2014

Хәүефле «тәтәй»Гәзитебеҙҙә ҡат-ҡат яҙҙыҡ, законһыҙ рәүештә ҡорал йә яһаҡ тотаһың икән, иртәме-һуңмы, яуаплылыҡҡа тарттырасаҡтар. «Былай ғына ятты, бер ниндәй енәйәт ҡылырға йыйынманым» йә иһә «… мылтыҡһыҙ патрондың үҙен генә атып булмай ҙа инде» кеүек дәлилдәр иғтибарға алынмаясаҡ! Һаҡлау үҙе генә лә енәйәт итеп баһалана.

Сираттағы ошондай бер осраҡ тураһында эске эштәр бүлегенең өлкән тәүтикшереүсеһе Эльвира Йосопова бәйән итте.
Үткән айҙа полиция хеҙмәткәрҙәре Поляковка ауылында бер йәш кешенең куртка кеҫәһендә 7,62 миллиметрлыҡ һырлы көбәкле ҡоралдың («Сайга», «СКС» һәм башҡа ) 7 дана патронын йөрөтөүен асыҡлай. Үҙе аңлатыуынса, былтыр көҙ ауыл янындағы һыу ятҡылығы ярында таба ла, һалып ала. Бындай «хужаларса ҡараш» ҡиммәткә төшмәһә инде… РФ Енәйәт кодексының 222-се статьяһы буйынса эш ҡуҙғатылды. Статьяла ғәйепле кешегә ҙур штраф һалыныу ғына түгел, иркенән мәхрүм итеү ихтималлығы ла ҡаралған. Ҡоралды (яһаҡты, шартлатҡыстарҙы һ.б.) йә төп өлөштәрен законһыҙ рәүештә алыу, биреү, һатыу, һаҡлау, ташыу һәм йөрөтөү кем менәндер алдан килешеп йәки төркөмгә ойошоп башҡарыла икән, яза саралары тағы ла ҡатыраҡ.
(№ 42)

Сибай яҡыныраҡ10.04.2014

Сибай яҡыныраҡТөбәгебеҙҙә бөгөнгө көндә 1544 мылтыҡ һәм травматик ҡорал иҫәпләнә, шул уҡ 130 тирәһе һырлы көбәкле мылтыҡтар. Ҡағиҙә буйынса һуңғылары 5 йыл һайын тикшерелә: контроль атыу башҡарылып, шәхсән ҡылыҡһырламалары пулегильзотекала теркәлә.

Ниңә икәнлеге аңлашыла инде - ҡурҡыныс ҡорал бит, уның ярҙамында берәй енәйәт башҡарылһа, шундуҡ ҡайһы көбәктән атҡандарын билдәләргә мөмкин. Үҙенә күрә терроризмды профилактикалауҙың бер сараһы. Учалылағы һырлы көбәкле ҡорал эйәләренә был процедура хәҙер еңелләшә - контроль атыуҙы Өфөлә генә түгел, Сибайҙа ла үтергә мөмкин. Һәммәһе республикала 5 ошондай ҡала билдәләнде, киләһе йылдарҙа исемлектең тағы ла киңәйтелеүе көтөлә.
Эске эштәр бүлегенең лицензия-рөхсәт биреү эше инспекторы Д. Ғәтиәтуллин хәбәр итеүенсә, Сибайға юлланыу алдынан башта үҙебеҙҙең бүлектә йүнәлтмә алыу талап ителә.
(№ 42)

Малдар туҡ булһын10.04.2014

Малдар туҡ булһынБылтыр йәй туҡтауһыҙ яуған ямғыр район хужалыҡтарына мал аҙығы әҙерләргә форсат бирмәне. Бесәндәренә һыу үтеп, ҡабаттан өйҙөләр. Ҡайһы берәүҙәренең эҫкерт-кәбәндәре баҫыуҙа ултырып серене. Уңыш йыйыуҙы ла тотҡарланы яуым-төшөм. Комбайнсыларға игенде еүеш килеш һуғырға тура килде.

- Һауа шарттарының тотороҡһоҙлоғо арҡаһында хужалыҡтар алдағы йылдарға запас аҙыҡ әҙерләй алманы. Ҡуралар бушай, булғанын ашатып бөтөрөп баралар, ҡайһы берәүҙәргә ситтән һатып алырға тура килә. Нигеҙҙә районыбыҙҙа мал аҙығы әҙерләү менән шөғөлләнгән «Учалы МТС-ы»на мөрәжәғәт итәләр, - ти ауыл хужалығы бүлегенең баш зоотехнигы Илнур Зыянғолов.
(№ 42)


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Ноябрь 2017    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
 12345
6789101112
13141516171819
20212223242526
27282930 

Популяр яңылыҡтар


Агроном -  ул ер  табибыАгроном - ул ер табибы
«Кем дә кем, бер башаҡ үҫкән ерҙә тағы берҙе...

Нисек йәшәйһең, өкө?Нисек йәшәйһең, өкө?
Ҡыҙыҡ, әгәр ҙә төнгө һунарсы Өкө әфәндегә, йә,...

Намыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәрНамыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәр
Байрамғолдар ашлыҡ һуғыу, һөт һауыу буйынса элек...

Бер нөктә - УчалылаБер нөктә - Учалыла
Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан ...

ФотофактФотофакт
Сираттағы «Аҙна һайын приз» лотерея уйынында...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.