» Гәзиттең номеры: 43

Сирҙе нисек танырға?30.05.2017

Инфаркт
Инфаркт кисерер алдынан күбеһе һауа етмәгәнлеген, хәл-һеҙлек тойоуын билдәләй. Был сир, ғәҙәттә, физик йә пси-хик көсөргәнеш кисергәндән һуң барлыҡҡа килә. Ул үҙен төнгө ял ваҡытында ла һиҙ-ҙерергә мөмкин. Уның тәүге билдәһе - күкрәктә тыуған тә-рән ауыртыу, ул арҡаға, аҫҡы яңаҡҡа йәки һул ҡулға ла би-рергә мөмкин. Стенокардия менән яфаланыусылар был хәлде сираттағы өйәнәк тип ҡабул итеүе лә ихтимал. Ләкин миокард инфаркты кисер-гәндәге ауыртыу ҡатыраҡ, дарыу ҡабул иткәс тә бөтмәй, ә бер аҙ баҫыла төшә генә. Миокард инфаркты - йөрәк ишемияһы сиренең иң сетерекле нөктәһе. Тейешле кимәлдә ҡан менән тәьмин ителмәү һөҙөмтәһендә йөрәк мускулының өлөшләтә некрозы үҫешә йәки күҙәнәктәре үлә. Был иһә тотош организмға кире йоғонто яһай.
(№ 43)

Был донъяла ниҙәр бар30.05.2017

Украина президенты Петр Порошенко ва-тандаштарының Рәсәй социаль селтәрҙәренә инеүҙәрен сикләне. Кемгәлер көлкөлө ахмаҡлыҡ булып күренде, кемделер шом баҫты. Телдең, мәҙәниәттең киләсәктә һаҡланыу-һаҡланмауы бөгөнгө көндә туп-тура интернетҡа бәйләнгән бит. Апрель айында Украина граждандары «Бәй-ләнештә» селтәренә 420 миллион тапҡыр кергән була, «Класташтар» селтәренә - 189 миллион тапҡыр. Хәҙер был аудитория рус, Рәсәй мөхитенән көсләп айырыла. Ниҙер үҙгәрмәй икән, ирекһеҙҙән тик украин йә инглиз телдәренә күсәсәктәр. ...йүнләп интернетта нығына алма-ғас, беҙҙең башҡорт теле даирәһе лә күҙгә күренеп тарая башланы бит. Тик беҙ кемделер ғәйепләй ҙә алмайбыҙ инде, тик үҙебеҙҙең моңһоҙлоҡ һәм маңҡортлоҡ ҡына быға сәбәпсе!
(№ 43)

Бәхет уларға йылмайҙы30.05.2017

Бәхет уларға йылмайҙы«Гәзитте инде күптән алдырам, ниңә миңә бүләк оттормайһығыҙ?!» - тип мөхәрририәткә үпкә белдереп шылтыратыусылар бар. Хөрмәтле гәзит уҡыусыларыбыҙ, һеҙҙең һәр ҡайһығыҙ беҙҙең өсөн ҡәҙерле. Мөмкин булһа, бер тоғро дуҫыбыҙҙы ла бүләкһеҙ итмәҫ инек. Әммә уйын еңеүселәре лотерея ярҙамында билдәләнә. Бына был юлы ла бәхет йылмайған өс кеше генә бүләкле булды.
(№ 43)

Учалылар - ҡумыҙ байрамында21.04.2015

Учалылар - ҡумыҙ байрамындаҺуңғы йылдарҙа башҡорт халҡының милли музыка ҡоралы - ҡумыҙҙа уйнау ҙур популярлыҡ яулай. Был үҙ халҡыбыҙҙың милли традицияларын тергеҙеү программаһы кеүек тә булып китә. Эйе, тап тергеҙеү, сөнки ҡумыҙ үткән быуат баштары-урталарында халҡыбыҙ тарафынан онотолоп барған икән. Башҡортостанда ҡумыҙҙа уйнауҙы пропагандалаусы Роберт Заһретдинов ошондай фекерҙә.
9-10 апрель Мәсетле районының Оло Ыҡтамаҡ ҡасабаһында ҡумыҙсыларҙың һәм өзләүселәрҙең бишенсе төбәк-ара конкурсы булып үтте. Конкурста 400-ҙән ашыу кеше ҡатнашты. Улар Башҡортостандың төрлө райондарынан ғына түгел, Пермь, Мәскәү ҡалаларынан, Силәбе, Ҡурған, Һамар, Свердловск өлкәләренән, Татарстан һәм хатта Алтай республикаларынан килгән ҡатнашыусылар ҡумыҙҙың төрлөләрендә уйнап, өзләп, үҙ ара көс һынашты.
Беҙҙең яҡташтар ҙа ятып ҡалғандарҙан түгел. Илсеғол ауылынан «Ҡарасәй» ансамбле был конкурста 16 йәшкә тиклемге балалар ансамблдәре араһында икенсе дәрәжәләге дипломға лайыҡ булды. Ансамблдең етәксеһе Сәлим Хаммат улы Йәшелбаев шөғөлләнеүселәре менән бик ҡәнәғәт һәм улар менән ғорурлана. Был балалар Илсеғол мәктәбенең 7-10 синыф уҡыусылары: Әминева Зарема, Ураҙова Әлиә, Ғәбитова Гөлнара, Хисаметдинова Лиә, Моратова Нурзилә, Сәлимова Альбина, Исхаҡов Илнар, Йәшелбаев Нариман.

Тәүҙә үҙенең алдына ҙур маҡсаттар билдәләмәгән был төркөм яйлап йыйыла, тора бара уға күберәк балалар ылыға, музыка серҙәре менән ҡыҙыҡһына башлай. Шулай ансамблгә 5 йыл да булып киткән икән. Ошо арауыҡ эсендә «Ҡарасәй»ҙең яулаған башҡа уңыштары ла етәрлек: 2013 йылда Учалы ҡалаһында уҙған ҡумыҙсылар конкурсында улар 1-се урын яулай. Фольклор ансамбль булараҡ «Ҡарасәй» балалары башҡа һәләттәргә лә маһир, араһында йыр-бейеүҙә лә, спортта ла, башҡа ижади ярыштарҙа ла һынатмағандары бар, «Урал батыр» эпосын яттан һөйләү, «Сулпылар» телевизион конкурсында ҡатнашыу ҙа был талантлы балаларға ят түгел. Әлеге конкурста ла Зарема менән Нариман үҙҙәре айырым сығыштар менән көс һынап ҡараны.
Уларҙың ҡумыҙ моңо башҡаларҙыҡынан моңлолоғо, дәртлелеге менән айырылып торҙо. «Ни ҡушһаң, шуны эшләйҙәр, яңы белемгә, һөнәргә ынтылалар, ундайҙар менән эшләүе лә, юғары маҡсаттарға ынтылыуы ла еңел», - ти уҡытыусылары тәрбиәләнеүселәре хаҡында. Ә балалар, үҙ сиратында, яуланған үрҙәр менән генә туҡталып ҡалмай, киләсәктә илебеҙгә файҙалы кеше булырға теләүҙәре, бының өсөн тырышып уҡыуҙары, актив булыуҙары тураһында һөйләнеләр.
(№ 43)

Оҫталыҡҡа һынау14.04.2014

Оҫталыҡҡа һынауБөгөнгө яңы технологиялар, компьютер, интернет көслө заманала китап уҡыусылар, китапханаға йөрөүселәр һаны күп түгел. Йәмғиәтте, бигерәк тә балаларҙы китап донъяһына йәлеп итеүҙә китапханасыларҙың роле ҙур. Был һөнәрҙең баһаһын һәм социаль әһәмиәтен күтәреү маҡсатында үҙәк район китапханаһында «Библиоледи - 2014» конкурсы уҙҙы.

Китапханасыларҙы, ғәҙәттә, күңелһеҙ, китап уҡыуҙан башҡаны белмәүсе урта йәштәге, күҙлек кейгән, сәсен өҫкә йыйған «һоро сысҡан» булараҡ күҙ алдына килтерәбеҙ. Әммә ярышта ҡатнашыусы алты ҡатын-ҡыҙ был фекерҙе тулыһынса инҡар итте. Конкурс бер нисә этаптан торҙо. Тәүгеһендә китап батшабикәләре үҙҙәре, һөнәри ҡаҙаныштары, хеҙмәттән тыш мауығыуҙары менән таныштырҙылар. Һәр кем был маҡсатта үҙ алымын файҙаланды. Мәҫәлән, Гөлназ Хамматова (үҙәк район балалар китапханаһы) әкиәт жанрын һайлаған, ә Миндәктән Фирүзә Әбүбәкирова «Бөтөн хыялдар тормошҡа аша, тик дөрөҫ хыяллана белеү генә кәрәк» тигән хәҡиҡәткә туҡталды.
(№ 43)

Хыялыбыҙ - комплекс төҙөү14.04.2014

Белеүебеҙсә, быйыл республикабыҙҙа муниципаль берәмектәрҙең урындағы инициативаларына булышлыҡ итеү программаһы старт алды. Ҡунаҡбай ауыл Советы ла был проекттан ситтә ҡалмаҫҡа булды.

Күптән түгел ауыл депутаттарын, старосталарҙы, бюджет өлкәһе хеҙмәткәрҙәрен, шәхси эшҡыуарҙарҙы саҡырып, йыйылыш уҙғарҙыҡ. Тәүҙә программа хаҡында һөйләп үттек, депутаттар ауыл Советы биләмәһендәге һыу, юлдар, сүплек, төҙөкләндереү тәңгәлендәге мәсьәләләрҙе хәл итеү юлдарын барланы.
(№ 43)

Емешле хеҙмәттәшлек14.04.2014

«Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты өсөн квалификациялы белгестәр әҙерләү һәм яңынан әҙерләү системаһын үҫтереү» тип аталды Учалы тау-металлургия техникумында уҙғарылған «түңәрәк өҫтәл». Унда комбинаттың подразделение етәкселәре, техникум етәкселеге һәм уҡытыусылары ҡатнашты. Тәүҙә ҡунаҡтар өсөн техникум буйынса экскурсия ойошторолдо.

Бөгөн хеҙмәт баҙарында ҙур һорау менән ҡулланыусы юғары квалификациялы белгестәр әҙерләү - көн талабы. Был эште алдынғы предприятиелар менән хеҙмәттәшлек итмәйенсә атҡарып булмай. Учалы тау-металлургия техникумының директоры Дмитрий Абдрахманов белдереүенсә, уҡыу йортоноң матди-техник, уҡытыу-методик базаһын нығытмайынса, юғары квалификациялы белгес әҙерләп булмай. Был тәңгәлдә тау-байыҡтырыу комбинатының ярҙамы баһалап бөткөһөҙ.
(№ 43)

Йыһан киңлеген иңләп14.04.2014

Йыһан киңлеген иңләп1961 йылдың 12 апреле донъя тарихында мөһим ваҡиға менән бәйле. Тап ошо көндә СССР гражданы, өлкән лейтенант Юрий Гагарин «Восток» йыһан карабында космосҡа оса. Ер шары орбитаһы тирәләй сәйәхәт 180 минут ҡына дауам итһә лә, был осош космосты үҙләштереүгә юл аса. Ошо ваҡиғаға бәйле 1962 йылдан алып, 12 апрель - Космонавтика көнө булараҡ билдәләнә. СССР заманы менән сағыштырғанда, бөгөн байрам бәҫе һүлпәнәйһә лә, дата - әле йыһан өлкәһендә тир түгеүселәр хеҙмәтенә дан йырлауҙың бер сараһы булып тора. Беҙ ҙә был ваҡиғаны иғтибарһыҙ ҡалдырып үтә алманыҡ.

Кем һәм ҡасан?
Юрий Гагариндың йыһан сәйәхәтенә бер йыл тулыу айҡанлы, космонавтың дублеры, летчик-космонавт Герман Титов кешенең тәүге тапҡыр Ер шарынан айырылыу ваҡиғаһын иҫтәлекле дата итеп билдәләү тәҡдимен индерә.
(№ 43)


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Ноябрь 2017    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
 12345
6789101112
13141516171819
20212223242526
27282930 

Популяр яңылыҡтар


Агроном -  ул ер  табибыАгроном - ул ер табибы
«Кем дә кем, бер башаҡ үҫкән ерҙә тағы берҙе...

Нисек йәшәйһең, өкө?Нисек йәшәйһең, өкө?
Ҡыҙыҡ, әгәр ҙә төнгө һунарсы Өкө әфәндегә, йә,...

Намыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәрНамыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәр
Байрамғолдар ашлыҡ һуғыу, һөт һауыу буйынса элек...

Бер нөктә - УчалылаБер нөктә - Учалыла
Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан ...

ФотофактФотофакт
Сираттағы «Аҙна һайын приз» лотерея уйынында...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.