» Гәзиттең номеры: 44-45

Оло хөрмәт - ветерандарға27.04.2015

Оло хөрмәт - ветерандарғаЕңеүҙең 70 йыллығын билдәләргә йыйына. Ваҡыт уҙған һайын еребеҙгә еңеү килтергән һуғыш ветерандарының сафы һирәгәйгәндән һирәгәйә, тыл ветерандары ла яҡты донъянан китеп бөтөп бара. Уларға алмашҡа Бөйөк Ватан һуғышының һуңғы шаһиттары - һуғыш балалары килә. Еңеүгә тос өлөш индергән тыл ветерандары, һуғыш балалары менән осрашыуҙар, төрлө саралар үткәрелә. Ошондай осрашыуҙарҙың береһе күптән түгел Килмәк ауылы клубында уҙғарылды. Кисә «Бөйөк Еңеүгә үҙ өлөшөн индергән ауылдаштарым» тип исемләнде. Сараға халыҡ күп килгәйне. Клуб эсе байрамса биҙәлгән, бында айырыуса «Ағинәйҙәр» түңәрәгенә йөрөүселәрҙе билдәләп китеү урынлы булыр. Уларҙың тырышлығы менән ҡул эштәренән күргәҙмә, стенд ойошторолған.
- Күреүегеҙсә, ауыл халҡы бик әүҙем, йәше-ҡарты клубҡа ихлас йөрөй. Төрлө концерттар ҡуябыҙ. Еңеү байрамына ауылдаштар менән Ибраһим Абдуллиндың «Айһылыуҙың айлы кистәре» спектаклен сәхнәләштерергә йыйынабыҙ, - ти клуб мөдире Ильмира Хисмәтуллина.
Кисәлә ҡатнашыусылар ололарҙы яҡынлашып килгән юбилейлы Еңеү яҙы менән ҡотларға ашыҡты. Ауылдың ағинәйе, тыл ветераны Хәлисә Харрасоваға быйылғы Еңеү байрамы икеләтә ҡәҙерле һәм күркәм. Эшһөйәр, сабыр, кешелекле гүзәл ханым үҙенең 90 йәшлек юбилейын да билдәләне. Ул үткән тормош юлы күптәр өсөн өлгө булырлыҡ. Ҡатын биш балаға ғүмер һәм тәрбиә биреп, оло юлға баҫтыра. Килмәк ауылының ғорурлығы, ағинәйе ул...
(№ 44-45)

Хеҙмәттәре ҡаһарманлыҡҡа тиœ27.04.2015

Хеҙмәттәре ҡаһарманлыҡҡа тиœЧернобыль атом электр станцияһындағы авария эҙемтәләрен бөтөрөүҙә 600 меңдән ашыу кеше ҡатнаша. Шулар араһында беҙҙең яҡташтарыбыҙ ҙа бихисап. Зарарлы зонала эшләгәндәрҙең хеҙмәте ысын ҡаһарманлыҡҡа тиң, уларҙың һәр береһе - батырлыҡ, илһөйәрлек өлгөһө, беҙҙең тәрән ихтирам-хөрмәткә лайыҡ. Бөгөн ликвидаторҙарҙың береһе - Фән Барый улы Йәһүҙин беҙгә Чернобыль тураһында һөйләргә ризалашты.
Ул 1954 йылда Йәһүҙә ауылында тыуған. Наурыҙ урта мәктәбендә 8-се класҡа тиклем уҡый, һуңынан Учалы һөнәрселек училищеһында ташсы һөнәрен алып, йүнәлтмә буйынса Тольятти ҡалаһына эшкә китә. Ике йылдан хәрби хеҙмәткә алына. Диңгеҙ флотына эләгә. Рус утрауында алты ай химик-дозиметрсы һөнәренә уҡып, Камчаткаға оҙатыла. Армияла тәү тапҡыр радиация тураһында мәғлүмәт ала. Бихисап һынауҙарҙа ҡатнаша, иң яҡшы химик булып таныла. өлгөлө хеҙмәт иткәне өсөн тыуған яғына отпуск һәм Маҡтау ҡағыҙы менән бүләкләнә, ата-әсәһенә Рәхмәт хаты ебәрәләр.

1974 йылда йыйылма команда төҙөп Ленинградҡа, хәрби заводҡа яңы радиацион-химик һәм бактериологик афәттәрҙән һаҡланыу кораблен комплектациялау һәм йыһазландырыу өсөн ебәрәләр. Фән Йәһүҙиндың төркөмө ике ай Балтик диңгеҙендә һынауҙар үткәреп, Ладога, Онега күлдәре аша Аҡ диңгеҙгә сыға. Июль айында үҙҙәрен Североморскийға килтерәләр, бер ай шартлатыусы һөнәренә уҡыталар, уны бүлек командиры итеп ҡуялар. Ниһайәт, диңгеҙ боҙҙан асыла, 12 кораблдән һәм бер һыу аҫты кәмәһенән торған каруан асыҡ диңгеҙгә сыға. Фән Барый улының төп бурысы вахтала торғанда приборҙарҙы күҙәтеү була. Сираттағы күҙәтеүҙә һалдат радиацияның саманан тыш күп булыуын күрә, шундуҡ корабль командирына әйтә.
(№ 44-45)

Яҡшы белгестәр әҙерләнә27.04.2015

Яҡшы белгестәр әҙерләнәИке көн дауамында Учалы тау сәнәғәте колледжында «Иң яҡшы таусы-2015» тип исемләнгән һөнәри оҫталыҡҡа төбәк-ара конкурс үтте. Ярыш «Ер аҫты ҡаҙылма байлыҡтарын үҙләштереү» йүнәлеше буйынса белем алыусы III-IV курс студенттары араһында уҙғарылды. Үҙ көсөн һынап ҡарарға Кемерово тау-техник техникумы, И. И. Ползунов исемендәге Урал дәүләт колледжы (Екатеринбург ҡалаһы), И. Тасимов исемендәге Аҡъяр тау колледжы, тау-керамика колледжы (ЮУРГУ филиалы, Һатҡы ҡалаһы), «Норильск индустрия институты» политехник колледжы, Орск индустрия колледжында белем алыусылар йыйылды. Ҡабул итеүсе яҡ булараҡ, Учалы тау сәнәғәте колледжы студенттары ярышта конкурстан тыш ҡатнашты.[/b]
Конкурстыœ маҡсаты - эшсе һөнәренең абру-йын арттырыу, буласаҡ белгестәр араһынан иң һәләтле уҡыусыларҙы билдәләү, студенттарҙың һөнәри оҫталыҡтарын һәм әҙерлектәрен күтәреү, тәжрибә уртаҡлашыу.
Бындай ярыш тәүҙә Учалы тау сәнәғәте колледжы сиктәрендә уҙа. Ойоштороу идеяһы - колледж директоры Дмитрий Абдрахмановта тыуа. Белем биреү йортоноң матди һәм уҡытыу-производство базаһы конкурсты төбәк-ара кимәлгә лә сығарырға мөмкинселек бирә. Мәҫәлән, Boomer E2C быраулау ҡоролмаһы тик Норильскийҙа һәм беҙҙә генә бар. Ҡалған ҡоролмалар ҙа таусылар әҙерләүсе һәр белем биреү учреждениеһында юҡ. Әйтергә кәрәк, конкурсты ойоштороуҙа Учалы тау сәнәғәте колледжының партнеры «Атлас Копко» компанияһы үҙ өлөшөн индергән. Компания еңеүсегә Мәскәү ҡалаһына бушлай сәйәхәт ойошторорға вәғәҙә итте.
(№ 44-45)


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Ноябрь 2017    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
 12345
6789101112
13141516171819
20212223242526
27282930 

Популяр яңылыҡтар


Агроном -  ул ер  табибыАгроном - ул ер табибы
«Кем дә кем, бер башаҡ үҫкән ерҙә тағы берҙе...

Нисек йәшәйһең, өкө?Нисек йәшәйһең, өкө?
Ҡыҙыҡ, әгәр ҙә төнгө һунарсы Өкө әфәндегә, йә,...

Намыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәрНамыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәр
Байрамғолдар ашлыҡ һуғыу, һөт һауыу буйынса элек...

Бер нөктә - УчалылаБер нөктә - Учалыла
Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан ...

ФотофактФотофакт
Сираттағы «Аҙна һайын приз» лотерея уйынында...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.