» Гәзиттең номеры: 44

Ижад шишмәләре кипмәһен31.05.2016

[b]Башҡорт нәфис әҙәбиәтен халыҡҡа яҡынайтыу һәм башлап яҙыусыларға ярҙам күрһәтеү маҡсатында ойошторолған Учалы яҙыусылар ойошмаһына 25 йыл. 1979 йылдың 16 ноябренән ВЛКСМ Өлкә Комитеты һәм Башҡортостан яҙыусылар берекмәһе тарафынан ойошторолоп, йәшәп килгән «Урал йәшмәләре» әҙәби берекмәһе нигеҙендә үҫеп сыҡты ул. Яҙыусы, журналист, эҙәрмән Рәүеф Хәй улы Насиров оҙаҡ йылдар был берекмәне етәкләне. Уның тәүге яуаплы сәркәтибе итеп яңы ғына Башҡорт дәүләт университетын тамамлап ҡайтҡан йәш шағирә Гүзәл Ғәлиева һайланды. Ул Өфөгә эшкә киткәс, был вазифа Байгилде Янбулатовҡа йөкмәтелде. «Урал йәшмәләре» Белорет, Бөрйән, Учалы райондарында йәшәгән һәм ижад иткән ҡәләм тирбәлтеүселәргә йүнәлеш биреүсе әҙәби берекмә вазифаһын үтәне.
Учалы яҙыусылар ойошмаһы Учалы ҡалаһы Рәсәй партия комитетының, Учалы ҡала Советы башҡарма комитеты, «Ирәмәл» башҡорт халыҡ үҙәге идараһының юллауы буйынса 1991 йылдың 15 февралендә, Башҡортостан Яҙыусылар берлегенең идара ултырышы ҡабул иткән ҡарары нигеҙендә барлыҡҡа килде. Тәүге яуаплы сәркәтибе итеп шағир, прозаик, драматург, ҡурайсы һәм музыкант Мәүлит Ямалетдин һайланды (2005 йылдың 14 мартынан был эште яңынан дауам итте). Унан һуң төрлө йылдарҙа Шәүлиә Зөлҡәрнәева (1997), Фәрит Хәсәнов (1994-2010 йылдар араһында бер нисә тапҡыр), Ҡамса Мортазин (2008-2009), Эдгар Вильданов (1998-2013 йылдар араһында ике тапҡыр яуаплы сәркәтип). Уларҙың һәр ҡайһыһы үҙ эҙҙәрен ҡалдырҙы.
25 йыл - тарих өсөн ҙур арауыҡ түгел. Ошо дәүерҙә Учалы яҙыусылар ойошмаһы тулы ҡанлы тормош менән йәшәй, төбәгебеҙ халҡының рухиәтен үҫтереүҙә тос өлөшөн индерә. Ойошмабыҙға ҡараған барлыҡ райондарҙа һәм ҡалаларҙа төрлө конференциялар, йыйылыштар, семинарҙар үткәрелә, секцияларҙа ҡулъяҙмалар тикшерелә. Уҡымлы, күңелдәргә зауыҡ бирерлек әҫәрҙәр сығып тора.
Ошо дәүерҙә танылған яҙыусылар: Мәүлит Ямалетдин, Спартак Ильясов, Шәүлиә Зөлҡәрнәева, Әсхәл Әхмәт-Хужа, Рамай Ҡаһиров, Эдгар Вилданов, Фәрит Хәсәнов, Рәүеф Шаһиев, Гөлшат Әхмәтҡужина, Айһылыу Йәғәфәрова (Әбйәлил), Гөлсирә Шафиҡова, Тәскирә Даянова (Мәсетле), Сәрүәр Ғәләүетдинов (Бөрйән), йәштәр - Мөнир Иҡсанов, Фәнил Бүләков һәм Зилә Ғәлләмова (Учалы), Зөһрә Үтәғолова, Зөлфирә Сөләймәнова һәм Фәрихә Вәлиуллина (Белорет), Мансур Һиҙиәтов, Исмәғил Ғимранов, Байгилде Янбулатов, Рәсих Лоҡманов, Минзәлә Шөғәйепова, Фәриҙә Ситдикова, Таңсулпан Ғүмәрова, Дилара Мәхмүтдинова, Сәлиә Ғатауллина, Шәһүрә Әхмәҙиева яҙыусылар ойошмаһының эшен йәнләндереүҙә ҙур әүҙемлек күрһәтәләр.
Бөгөн Учалы яҙыусылар ойошмаһы үҙ сафында 22 Башҡортостан һәм Рәсәйҙең яҙыусылар берлеге ағзаларын, бынан тыш, төбәгебеҙҙең әҙәби ижад менән шөғөлләнгән 82 шәхесен берләштерә.
Беҙ бөгөнгө «Әҙәби бит»тә һуңғы йылда ғына ойошмабыҙға ағза итеп алынғандарҙың шиғри күстәнәстәренән гәзит уҡыусыларға ауыҙ иттерергә булдыҡ.[/b
(№ 44)

Был донъяла ниҙәр бар?31.05.2016

Был донъяла  ниҙәр бар?Шулай итеп, Украинала 14 йылға хөкөм ителгән РФ граждандары Александр Александров менән Евгений Ерофеев Рәсәйҙә 22 йылға төрмәгә ултыртылған украин хәрбиһе Надежда Савченкоға алмаштырылды. Башҡорт әйтеме буйынса, тере ҡыҙҙы үле ҡыҙға алмаштырыу килеп сыҡты, буғай. Күрше ил сәйәсмәндәре ни эшләргә тип хәҙер үҙҙәре лә ҡаңғыра. Төрмәлә ултырғанында унан милли «рухи маяҡ» яһап өлгөрҙөләр бит: ситтән тороп депутат итеп тә раҫланылар, партия ағзаһы итеп алдылар, рәсми рәүештә Украина Геройы исеме лә бирҙеләр. Йәнә тере көйөнсә күренгәйне - ни бары аҡылға самалыраҡ, психик яҡтан бушаҡ, холоҡһоҙ һәм баҫҡынсыл бәндә икәнлеге ап-асыҡ күренде. Яһалма рәүештә тултырылған абруй ҡыуығы шартлап, сәйәси тигеҙләнеш күсәрҙән ысҡыныуы ла бар, Савченко - радикал позицияла торған милләтсе бит.
(№ 44)

Тәфтиш бара31.05.2016

БР буйынса Тәфтиш комитеты хәбәр итә: 27 май тау-байыҡтырыу комбинатына бәреп ингән, һаҡсыны күҙенә пистолеттан яралаған, башҡа кешеләргә атҡан (теймәй), петардалар ырғытып бинала янғын сығарған 43 йәшлек яҡташыбыҙға ҡарата РФ Енәйәт кодексының 30-сы (3-сө өлөш) һәм 105-се (2-се өлөш) статьялары буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған - ике һәм унан да күберәк кешене үлтермәксе булыу. Һөжүм итеүсе лә, һаҡсы ла әлеге ваҡытта дауаханала. Ошо фажиғәгә бәйле 30 майҙа район террорҙарға ҡаршы комиссияһының сираттағы ултырышы үтте.
(№ 44)

Ҡымыҙ миҙгеле башланды31.05.2016

Ҡымыҙ миҙгеле башландыКөндәр ныҡлап йылынғас, ҡыр-яландар йәшел хәтфәгә төрөнөү менән республикала ҡымыҙ миҙгеле башлана. Районыбыҙҙа ла шифалы эсемлекте етештереүгә етди иғтибар бирелә. Эре хужалыҡтарҙан «Байрамғол» агрофирмаһы», «Юлдаш», «Юрға» йәмғиәттәре оҙайлы йылдар ҡымыҙсылыҡ эше менән мәшғүл, һуңғы йылдарҙа шәхси хужалыҡтарҙың да йылҡысылыҡ тармағын үҫтереп, ҡымыҙ етештереүҙе арттырыуға булышлыҡ итеүҙәре бик ҡыуаныслы. Икенсенән, халыҡ уның менән кәсеп итеп байтаҡ килем алыуға өлгәшә. Бик табышлы тармаҡ.
(№ 44)

«ЯЙЫҠ ҺЫЛЫУЫ»15.04.2014

«ЯЙЫҠ ҺЫЛЫУЫ»Алһыу СӨЛӘЙМӘНОВА

1999 йылда Баттал ауылында тыуған.

Әлеге мәлдә Озерный мәктәбе Баттал филиалының

9-сы класында белем ала. Бейергә, спорт менән

шөғөлләнергә, йыр тыңларға ярата.

Киләсәктә имтихандарҙы уңышлы тапшырып,

юғары уҡыу йортона керергә ниәтләй.
(№ 44)

Ҡырым - Рәсәй ере15.04.2014

Ҡырым - Рәсәй ереҺуңғы ваҡытта Ҡырым тураһында күп һөйләнә, төрлө фекерҙәр ишетелә. Бик әһәмиәтле ваҡиғаларға сәбәпсе булды бит. Минең дә Ҡырымға бәйле хәтирәләрем бар.

Йәш саҡта тормош иптәшем Рәхимә менән ил буйлап сәйәхәттәрҙә йөрөргә яраттыҡ, ул саҡ хаҡтар ҡиммәт түгел, һәр кемдең хәленән килә ине. Урта Азияла ла, Кавказда ла булдыҡ. Ә Ҡырымға ике тапҡыр барыу бәхете тейҙе. Ошо хаҡта бер аҙ ентекләберәк туҡталыу яҙыҡ булмаҫтыр.
Ялта ҡалаһында Надежда Ивановна тигән ҡатынға фатирға керҙек, тәүлегенә кеше башынан берәр һум түләп торҙоҡ. Хужабикәбеҙ рус милләтенән, ошонда тыуып үҫкән, һуғыш йылдарын яҡшы хәтерләй ине. Ялтаны фашистар баҫып алғас, пляж, парк, ресторандарға «Только для немцев!» тигән яҙыуҙар элгән булалар икән. Ай-Петри тауы итәгендә, Ҡара диңгеҙ буйында урынлашҡан ҡала бик тә матур. Тарихи урындары күп - Никитин исемендәге ботаника баҡсаһы, Тургенев музейы, Сталин, Рузвельт һәм Черчилль конференцияла осрашҡан Ливадия һарайы һәм башҡа. Ҡайҙа ҡарама, Рәсәйгә бәйле ҡомартҡылар, Украинаны бер нәмә хәтерләтмәй ине.
(№ 44)

Тынғыһыҙ тормош юлы15.04.2014

Тынғыһыҙ тормош юлыМатур йәшәп, бик күп эштәр башҡарып, тыуған ауылында яҡты эҙ ҡалдырған кеше - бер туған ағайым Әҙһәм Яхин хаҡында бәйән итәһем килә. Ул эшләп киткән мәктәп, ул әҙерләгән кадрҙар хәҙер юҡ инде. Хатта йәшәлгән шанлы йылдар, түгелгән көс тә тарихта ҡалды…

Әҙһәм Хәмзә улы Ҡотой ауылында Наилә һәм Хәмзә Яхиндарҙың ғаиләһендә өсөнсө бала булып донъяға килә. Бәләкәйҙән тыныс һәм сәйер холоҡло булып үҫә: гелән бер үҙе булырға ярата, сит кешеләрҙе яҡын килтермәй. Мәктәпкә уҡырға төшкәс тә, үҙен бик бөхтә һәм эшкә егәрле малай итеп таныта. Балта эшенә лә ҡулы оҫта була.
Ҡотойҙа 7-се класты тамамлағас, Тирләнгә урыҫ мәктәбенә уҡырға бара. Уҡыуы яҡшы була, тик һаулығы арҡаһында уҡый алмай, ҡайтып китә. Ауылда һабансы булып эш башлай.
(№ 44)

Субсидия юлларға онотма15.04.2014

Субсидия юлларға онотмаТорлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә йылдан-йыл хаҡ күтәрелә. Айырыуса матди хәле ауыр булған кешеләр өсөн был сығымдар ныҡ һиҙелә. Шуға күрә килемдәре аҙ булғандарға хөкүмәт тарафынан субсидиялар түләү ҡаралған. Төбәгебеҙҙә торлаҡ бинаға һәм коммуналь хеҙмәттәргә субсидиялар түләү халыҡты социаль яҡлау республика үҙәге дәүләт ҡаҙна учреждениеһы филиалының ҡала-районыбыҙҙағы бүлеге ярҙамында башҡарыла. Субсидияға кемдәр хоҡуҡлы? Ошо турала тулы мәғлүмәт алыу өсөн бүлек начальнигы Лизиә Мостафинаға мөрәжәғәт иттек.

- Субсидия ниндәй осраҡта бирелә?
- Торлаҡҡа һәм коммуналь хеҙмәттәргә түләү өсөн субсидия - матди килеме түбән булып, торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә түләү ҡыйынлыҡтар тыуҙырған граждандарға дәүләт ярҙамы булып тора. Торлаҡ өсөн коммуналь түләүҙәр ғаилә килеменән 20% артҡанда субсидия бирелә. Рес-публика стандарттары йыл һайын БР Хөкүмәте ҡарары менән билдәләнә.
(№ 44)

Донъя хәлдәре15.04.2014

Донъя хәлдәре* Украиналағы сыуалыштар 1991 йылда СССР-ҙың тарҡалыуына нигеҙләнгәне көн кеүек асыҡ. Тарихта күҙәтелмәгән хәл булды бит - ҡеүәтле дәүләт тик торғанда үҙенә-үҙе «ҡул һалды». РФ Дәүләт Думаһының бер төркөм депутаттары («Берҙәм Рәсәй», КПРФ, ЛДПР фракцияларынан) Генераль прокуратураға мөрәжәғәт итеп, ошо ваҡиғаларға тикшереү үткәреүҙе һораны. Төп дәғүә - 77,85 процент совет халҡы референдумда илде һаҡлап ҡалыу өсөн тауыш биргәйне, ә дәүләт етәкселеге халыҡ теләгенә һәм закондарға төкөрөп тә бирмәне. Хәҙер ҙә, шул әҙәмдәр тәүбә итеү түгел, һаман да аҡыл өйрәтеп маташалар. Шул иҫәптән, Горбачевҡа ла енәйәт эше ҡуҙғатылыуы ихтимал. Был әфәнде Германияла ҡасып ятҡас, язаға тарттырылыуын тарттырылмаҫ, шулай ҙа обúектив һәм ғәҙел хоҡуҡи баһа биреү бер ҙә артыҡ булмаҫ ине - әлеге һәм киләсәк хакимдарға һабаҡ рәүешендә. Һәр кемдәренең тарихҡа ыңғай персонаж булып инәһе килә бит.
(№ 44)

Таҫма таратасаҡтар15.04.2014

Таҫма таратасаҡтарБөйөк Еңеү байрамы алдынан «Халыҡ фронты - Башҡортостан Республикаһында Рәсәй өсөн» Бөтә Рәсәй йәмәғәт хәрәкәтенең төбәк бүлексәһе «Георгий таҫмаһы» акцияһын үткәрәсәк. Активистар Еңеү символын республика халҡының бөтә теләүселәренә таратасаҡ. Таҫма Бөйөк Ватан һуғышында яугирҙарҙың батырлыҡтары тураһында хөрмәт итеп, иҫкә алыу билдәһе булараҡ кейемгә беркетелә.
1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙе билдәләү алдынан Георгий таҫмаларын таратыу акцияһы йолаға әүерелде. Уларҙы республиканың төрлө министрлыҡтары һәм ведомстволары, йәмәғәт һәм йәштәр ойошмалары, сәйәси партиялар вәкилдәре, ирекмәндәр ойоштора. Йыл һайын был хәрәкәткә яңы ҡатнашыусылар өҫтәлә. Шулай итеп, Бөтә Рәсәй халыҡ фронтының төбәк бүлексәһе был акцияны беренсе тапҡыр уҙғарасаҡ.
(№ 44)


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Ноябрь 2017    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
 12345
6789101112
13141516171819
20212223242526
27282930 

Популяр яңылыҡтар


Агроном -  ул ер  табибыАгроном - ул ер табибы
«Кем дә кем, бер башаҡ үҫкән ерҙә тағы берҙе...

Нисек йәшәйһең, өкө?Нисек йәшәйһең, өкө?
Ҡыҙыҡ, әгәр ҙә төнгө һунарсы Өкө әфәндегә, йә,...

Намыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәрНамыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәр
Байрамғолдар ашлыҡ һуғыу, һөт һауыу буйынса элек...

Бер нөктә - УчалылаБер нөктә - Учалыла
Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан ...

ФотофактФотофакт
Сираттағы «Аҙна һайын приз» лотерея уйынында...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.