» Гәзиттең номеры: 45

Гөрләп үтте һабан туйы!06.06.2017

Гөрләп үтте һабан туйы!
Гөрләп үтте һабан туйы!3 июндә йәмле Ҡалҡан буйы гөрләп торҙо. Яҙғы сәсеү эштәре тамамланыу уңайынан райондаштарыбыҙ ауыл хужалығы эшсәндәрен, ялан батырҙарын, игенселәрҙе, тынғыһыҙ малсыларҙы тәбрикләргә, яҡташтары, милләттәштәре менән күрешеп, күңел асырға йыйылды.
Һабантуй тантанаһын асыу хоҡуғы муниципаль район хакимиәте баш-лығы урынбаҫары, ауыл хужалығы бүле-ге начальнигы Арслан Шәһәретдиновҡа бирелһә, байрам фла-гын күтәреү хөрмәте «Байрамғол» агро-фирмаһы»ның ауыл хужалығы техникаһын ремонтлау буйынса сле-сары Рим Ғөбәйҙуллин менән «Урал аръяғы-Агро» МТС-ының баш бухгалтеры Гөлсинә Ғә-лиеваға күрһәтелде.
(№ 45)

Өлгөрөп ҡалығыҙ!03.06.2016

Өлгөрөп ҡалығыҙ!«Һәр аҙна һайын приз» акцияһын дауам итәбеҙ. Йыйылған 129 квитанция араһынан тәүгеләрҙән булып бәхет Яңы Байрамғол ауылынан Кирәевтар ғаиләһенә йылмайҙы.
Асия Сәғит ҡыҙы менән Шамил Фәйзрахман улы икеһе лә 1935 йылдың 9 октябрендә донъяға килгәндәр. Сәстәрен-сәскә бәйләп ғаилә ҡо-роуҙарына 51 йыл. Бөгөн бер-береһенә терәк һәм таяныс булып ололарса донъя көтәләр.
Шамил Фәйзрахман улының 45 йыл хеҙмәт стажы иҫәпләнә. Механизатор, шофер, ток механигы булып эшләй ул. Асия Сәғит ҡыҙы менән биш бала тәрбиәләп үҫтерәләр. Ҡыҙғанысҡа күрә, оло ҡыҙҙары иртә баҡыйлыҡҡа күскән.
(№ 45)

Тотанаҡһыҙлыҡ афәте03.06.2016

Беҙҙең шәхси фекергә 27 май Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының идаралығында булған ғәҙәттән тыш хәлдә (дөрөҫөрәге, фажиғәлә), урындағы властар һәм хеҙмәттәр бик тә оператив, лайыҡлы эш иттеләр. Кемдер ҡойолоп ҡалһа, яйлаһа, бәләнең эҙемтәләре ауырыраҡ та булыр ине буғай. Төп принцип ошо инде - һәр кем үҙ бурысын үҙ урынында еренә еткереп башҡарырға тейеш. Райондың наркотиктарға ҡаршы комиссия ағзалары ла фәҡәт 27 май, комбинат идаралығында аяныслы хәлдәр барған сәғәттә сираттағы ултырыш үткәрҙеләр.
(№ 45)

Хуш киләһең, Рамаҙан!03.06.2016

Хуш киләһең, Рамаҙан!Шәғбан айының 29-сы көнө тамамланғас, дүшәмбе, 6 июнь, Изге Ҡөрьән Кәрим индерелгән Рамаҙан Шәриф айы башлана. Был мөбәрәк айҙа доғаларыбыҙ ҡабул булып, гонаһтарыбыҙ ярлыҡанһын, ураҙала-рыбыҙ сауапҡа иреш-һен, ифтар мәжлестәре яҡындарыбыҙ менән берләшеү ләззәте бүләк итһен!
Ураҙа - Исламдың биш шартының береһе. Башҡалары: Кәлимәи шәһаҙәт килтереү, намаҙ уҡыу, зәкәт би-реү һәм хажға барыу.
Исламдың биш шар-тының дүртенсеһе мө-бәрәк Рамаҙан айын-да ураҙа тотоуҙыр.
Рамаҙан «яныу» тигәнде аңлата. Сөнки был айҙа ураҙа тотҡан һәм тәүбә иткәндәрҙең гонаһтары яныр, юҡ булыр.
Ураҙа тотоуҙа әллә күпме аҡыл һәм мәғәнә ята. Кеше, был ваҡытта Хоҙайҙың асыуынан, язалауынан ҡурҡып, хәләлдән дә баш тарта, ә инде һуңынан уға хәрәмдән алыҫ тороу ҙа артыҡ ауыр булмаясаҡ.
(№ 45)

Уңыштар теләйбеҙ17.04.2014

Уңыштар теләйбеҙ Уҡыусылар сәхнәләште-реүендә әкиәт ҡуйыласағын ишеткәс, ауылдың йәше-ҡарты мәҙәниәт йортона ағылды. Ғаяз Ибраһимов етәкселегендәге «Аҡбуҙат» өлгөлө балалар театры Рәсимә Ураҡсинаның «12 бүре башы» әкиәтен ҡуйҙы. Кәрим ауылы балаларының тәүге сығыштары ине был.

Балалар менән бергә беҙ - ата-әсәләр ҙә бик ныҡ тулҡынландыҡ. Тәүге тапҡыр сығыш яһауҙарына ҡарамаҫтан, улар ролдәрен бик оҫта башҡарҙылар. Әбей менән Бабай ролендә - Айгизә Ғәйнуллина менән Вәли Йәшелбаев, Кәзә менән Һарыҡ - Айлина Лоҡманова һәм Элина Батыршина, Бүреләр - Айғына Ямалетдинова, Аделина Ғәбитова һәм Лилиә Ряшева, Айыу һәм Ҡуян - Олег Булыга һәм Салауат Вәлиев, Ҡошсоҡ - Илнара Закирова, Күләгәләр - Батыр Сиражетдинов һәм Айҙар Сәләхетдинов, Көнбағыш сәскәһе - Лидиә Ряшева, Ай - Лиана Әтйетәрова. Балалар сығышына ҡарап, үҙебеҙҙе әкиәт илендәгеләй хис иттек.
(№ 45)

Ғариза яҙырға кәрәк17.04.2014

Ғариза яҙырға кәрәкРеспубликала бөгөн 364 мең тирәһе кеше федераль льгота хоҡуғына эйә. Быйыл апрелдән улар өсөн тәғәйенләнгән айлыҡ аҡсалата түләү 5 процентҡа арттырылды.

Бының менән бергә социаль хеҙмәттәр өсөн бүленгән аҡса күләме лә арта. Апрелдән ул 881 һум 63 тин тәшкил итәсәк, шуның 679,5 һумы - бушлай дарыуҙар алыу, 105,5 тине - шифахана һәм курорттарҙа дауаланыу, 97,53 һумы - ҡала эргәһендәге тимер юл транспортында йөрөү йәки бер ҡаланан икенсе ҡалаға дауаханаға барып ҡайтыу өсөн юл хаҡы итеп тәғәйенләнә.
2014 йылдың 1 апреленә ҡарата яһалған йомғаҡтар буйынса, граждандарҙың 71 проценты социаль хеҙмәттәрҙе аҡсалата алыуҙы хуп күрә икән. Әммә яңы законға ярашлы, социаль хеҙмәттәр алыу хоҡуғы булған пенсионерҙар тәҡдим ителгән хеҙмәттәрҙән тотошлай йәки өлөшләтә баш тартыуы тураһында йәки уны әйберләтә алырға ризалыҡ биреп, 2014 йылдың 1 октябренә тиклем ғариза яҙып ҡалырға тейеш.
(№ 45)

Һаман да бергә17.04.2014

17 апрелдә Рәсәй Эске эштәр министрлығының ветерандар советы барлыҡҡа килеүенең 23 йыллығы билдәләнә

Төбәгебеҙҙә лә, бөтә ил буйынса ла был бик күптәр өсөн әһәмиәтле дата. Һәм, улар ихтирамға лайыҡ кешеләр, тип шөбһәләнмәй әйтергә мөмкин. Булды бит заманалар, үтә ауыр шарттарҙ а хеҙ мәт итергә тура килде: бүлектә бер нисә генә автотранспорт иҫәпләнә, ә райондың бер осонан икенсеһенә йөрөргә кәрәк, байтаҡ йәйәү атларға тура килә, элемтә лә насар ине һәм башҡа. Хәйер, был йылдарҙ ы хәҙ ер ғорурлыҡ менән иҫкә алабыҙ - бер нимәгә ҡарамаҫтан, бурысыбыҙ ҙ ы намыҫ менән үтәй алдыҡ.
Әлеге мәлдә Учалы эске эштәр бүлеге эргәһендәге ветерандар советына фронттан ҡайтҡас, пенсияға тиклем Учалыла хеҙ мәт иткән дүрт Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙ ары инә - Рәшит Әүәл улы Әхмәтйәнов, Николай Александрович Дураков, Миндияр Хажиәхмәт улы Йыһаншин, Дамин Сафа улы Яппаров. Бөйөк Еңеүҙ ең 69 йыллығы яҡынлашып килгәндә уларға ихлас күңелдән иң яҡшы теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ ! Ә Ҡырым һәм Севастопольдың фашистарҙан азат ителеүенә 70 йыл үтеүен һәм төбәктең йәнә илебеҙгә ҡушылыуын иҫәпкә алһаҡ, быйылғы Еңеү байрамы айырыуса әһәмиәтле. Ветерандар советына ингән Афған ветерандары Рим илманов менән Әхмәт Сафинды, Чечняла бурыстарын өлгөлө үтәгән Айрат Әһлиев, Рим иззәтов, Наил өбәйҙуллин, Данил Ямалетдинов кеүек иптәштәрҙе лә телгә алыу урынлы булыр - ветерандар советы бик тә хөрмәтле кешеләрҙе берләштерә. Бәғзеләре, пенсияға сыҡҡас та, икенсе даирәләрҙә эшләүҙәрен дауам итә. Барыһына ла иҫәнлек-һаулыҡ теләйбеҙ , ә йәмәғәт ойошмабыҙ артабан да әлегесә юғары кимәлдә эшләһен!
(№ 45)

Проблемалар барланды17.04.2014

Проблемалар барландыРайон хакимиәте башлығы Фәрит Дәүләтгәрәевтың ауылдарға сығып, уларҙың йәшәйеше, көнитмеше менән яҡындан танышыуы күптән традицияға әйләнде. Уҙған аҙнала хакимиәт башлығы Сәфәр ауылына барҙы, урындағы социаль объекттарҙа булды, проблемалары менән танышты.

Сәфәрҙә 1765 кеше йәшәй, ауыл йылдан-йыл үҫә. Ҡалаға яҡын урынлашҡанға күрә, күсеп килеүселәр бихисап. Йәштәр ҙә ситкә китергә ашыҡмай, үҙҙәрендә төпләнә. Яңы биҫтәләр барлыҡҡа килә. Ауыл хакимиәте башлығы Әлфиә Ҡасимова әйтеүенсә, әсәлек капиталына өй һатып алып, ситтән йәшәргә килеүселәр бик күп. Биләмәлә сәнәғәт предприятиеларының күп булыуы ла халыҡ өсөн отошло, эштәренә яҡын булыу өсөн ошо тирәнән өй ҡарайҙар.
- Һәр ҡайһыһын контролгә алып өлгөрә алмайбыҙ. Урындағы халыҡҡа, беҙҙең ризалыҡтан тыш өйҙәрен һатырға рөхсәт бирелмәһә лә, күптәр үтенесебеҙҙе инҡар итә. Уларға иң мөһиме йорттарын тиҙерәк һатырға кәрәк, ә һатып алыусының кем булыуы, йәшәү рәүеше уларҙы ҡыҙыҡһындырмай. Ошо сәбәпле ауылда имен булмаған ғаиләләр күбәйә, был үҙ сиратында тәртип боҙоуҙарға килтерә, - ти Әлфиә Фәсхетдин ҡыҙы.
(№ 45)

Яңы офоҡтар асты17.04.2014

Сибай-Белорет төбәгенең урта-махсус уҡыу йорттары араһында «Иң яҡшы уҡытыусы-2014» республика конкурсының II этабы үтте. Унда үҙ белем усаҡтарында яҡшы һөҙөмтәләр күрһәткән 8 уҡытыусы ҡатнашты.

Конкурсҡа педагогик эшмәкәрлектең иң ҡатмарлы йүнәлештәренең береһе - үҫеп килеүсе быуынды тәрбиәләү - нигеҙ итеп алынды. Ниндәй ҙә булһа фәндән белем биреүсе уҡытыусы - ул көндәлек эшмәкәрлектең бер яғы ғына. Иң ҡатмарлыһы баланы тормошто яратырға һәм тик яҡшылыҡты танып белергә өйрәтеүҙер. Уҡытыусы-тәрбиәсе булыу - көндәлек көсөргәнешле һәм күренмәгән хеҙмәт.
Ярыш таныш булмаған төркөм алдында кластан тыш сара күрһәтеүҙән башланды. 25 минут эсендә һәр конкурсант уҡыусыларға патриотизм, уңышлылыҡ, тормошҡа мөнәсәбәт һ.б. тураһында һөйләне. Уларҙың маҡсаты йәштәрҙе уйланырға мәжбүр итеү, фекер туплатыу ине.
Артабан уҡытыусылар Балалар ижады йорто сәхнәһенән урын алды. Бында улар үҙҙәренең тәрбиәүи концепцияларын яҡланы, педагогик кредолары хаҡында бәйән итте, ҡатмарлы хәлдәрҙ ән сығыу алымдары менән уртаҡлашты. Конкурс бик мауыҡтырғыс булды. Урындар түбәндәгесә бүленде: Гран-при Учалы тау-металлургия техникумы уҡытыусыһы Эльвира Мөхәмәтйәроваға эләкте. I урынға Белорет педагогия колледжынан Снежана Макарова сыҡты. II урынды Сибай күп профилле профессиональ колледжынан Гөлфиә әйнуллина, III урынды И. Тасимов исемендәге Аҡъяр тау колледжынан Раушания Ҡрымғужина яуланы.
(№ 45)

Дөйөм бурысыбыҙ17.04.2014

Дөйөм бурысыбыҙ «Учалы лесничествоһы» дәүләт ҡаҙна учреждениеһынан хәбәр итеүҙәренсә, 2013 йылда биләмәләрендә 2 урман янғыны осрағы теркәлә, 5 гектар майҙан утҡа ҡалып, зыян 22,8 мең һум тәшкил итә. Был янғындар урман һағы, янғынға ҡаршы химик станция хеҙмәткәрҙәре, урындағы халыҡ көсө менән һүндерелә.

Лесничество БР Хөкүмәте тарафынан раҫланған «2012-2015 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһында урман янғындарына ҡаршы көрәшеү һәм иҫкәртеү саралары» планына ярашлы эшмәкәрлек алып бара.
Эш ут менән һаҡһыҙ тотонғандарҙы язаға тарттырыу, янғын һүндереү менән генә сикләнмәй. Минераллашҡан һыҙаттар һөрөлә, урмандарҙың ҡоро ағастарҙан, диләнкәләрҙең - урман киҫеү ҡалдыҡтарынан таҙартылыуы хәстәрләнә, янғынға ҡаршы юлдар һалына һәм төҙөк хәлдә тотола, иҫкәртеү-өгөтләү һүҙҙәре менән аншлагтар ҡуйыла һәм башҡа.
(№ 45)


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Ноябрь 2017    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
 12345
6789101112
13141516171819
20212223242526
27282930 

Популяр яңылыҡтар


Агроном -  ул ер  табибыАгроном - ул ер табибы
«Кем дә кем, бер башаҡ үҫкән ерҙә тағы берҙе...

Нисек йәшәйһең, өкө?Нисек йәшәйһең, өкө?
Ҡыҙыҡ, әгәр ҙә төнгө һунарсы Өкө әфәндегә, йә,...

Намыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәрНамыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәр
Байрамғолдар ашлыҡ һуғыу, һөт һауыу буйынса элек...

Бер нөктә - УчалылаБер нөктә - Учалыла
Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан ...

ФотофактФотофакт
Сираттағы «Аҙна һайын приз» лотерея уйынында...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.