» Гәзиттең номеры: 46-47

Һуғыш балалары28.04.2015

Һуғыш һәм бала саҡ… Был ике төшөнсә бер нисек тә яраша алмай. Ҡәһәрле һуғыш балаларҙыœ ғәмһеҙ, шат сабыйлығын юҡҡа сығара, уларҙы ваҡытынан алда өлкәндәр иҫәбенә индерә, кескәй иœдәренә ауыр тормош йөгө һала. Аяуһыҙ һуғыш йылдарына тура килгән бала саҡ тиҙ тамамлана, дөрөҫөрәге, ул булмай.
Абҙаҡ ауылында йәшәүсе ир уҙаманы Рәжәп Әхмәтйән улы Кирәев тә үҙенең малай сағын тыныс ҡына иҫләй ҙә, ул турала тулҡынланмайынса һөйләй ҙә алмай. Һуғыш башланғанда Рәжәп ағайға туғыҙ ғына йәш була. Ғаиләлә алты бала үҫәләр, аталары ауырыу була, шунлыҡтан фронтҡа алынмай, 1942 йыл вафат була. Бөтә ауырлыҡ әсәһенә, ике апаһына һәм Рәжәпкә төшә. Уларҙың атын да егеүе менән һуғышҡа алып китәләр.
1942 йыл 10 йәшлек малай ауыл көтөүен көтә. Шунлыҡтан яҡшы хәтерләй: ул мәл Абҙаҡта 40 йортта 42 ғаилә йәшәй. Һәр ғаиләнән кәмендә икешәр кеше фронтҡа китә. Бик аҙы ғына һуңынан әйләнеп ҡайта ала. Оло, 60-65 йәшлек ирҙәрҙе лә хеҙмәт армияһына алалар.
Әсә кеше «Идеал» колхозында ат ҡарай. «Эшкә бик талымһыҙ, егәрле ине», - тип иҫкә ала Рәжәп ағай. Шуға ла колхоз рәйесе Абдрахман Әйүпов уны Малай Муйнаҡтағы бөтөп барған һарыҡсылыҡ фермаһына күсерә. Алты балаһын эйәртеп, ер иҙәнле өйгә барып урынлаша, уның тырышлығы менән ул йылды һарыҡтар һәйбәт кенә ҡышлай.
(№ 46-47)

Хәүефле миҙгел етте28.04.2015

Хәүефле миҙгел еттеХәүефле миҙгел еттеКөндәр йылынып, тәбиғәт ҡарҙан әрселеү менән талпандар әүҙемләшә. Һуңғы йылдарҙа телевидение, баҫмалар аша талпан энцефалиты хаҡында күп һөйләйҙәр, сирҙе йоҡтороусыларҙың аяныслы хәл-торошон күрһәтәләр. Был йән эйәһе күптәрҙә, бигерәк тә яҙғы-йәйге осорҙа, ҡурҡыу хисен уята. Хатта, ғилем телендә акарофобия тигән термин да барлыҡҡа килгән. Талпандан һәм унан тешләнеүҙән саманан тыш ҡурҡыу шулай атала. Һәр талпан энцефалитлы тигән һүҙ түгел, әлбиттә.
Талпан, ғәҙәттә, еүешле урындарҙа, ҡатнаш урмандарҙа көн итә. Күҙе юҡ, әммә еҫте бик яҡшы тоя: кешене йәки йәнлекте ун метр алыҫлыҡтан уҡ һиҙә, һәрмәүестәре ярҙамында хәрәкәт итә. Кешене йә хайуандарҙы һағалап, юл буйҙарында, һуҡмаҡтарҙа тупланалар. Һуңғы йылдарҙа бөжәктәрҙе тәбиғәт ҡосағында ғына түгел, ә паркта, скверҙа ла осратырға мөмкин. Үҫемлектәрҙән үрмәләп талпан кешегә эләгә, йорт хайуандарынан да күсә ала. Ҡаҙалыу өсөн тәндең йомшаҡ тиреле ерҙәрен һайлай: ҡултыҡ аҫты, муйын, ҡолаҡ, баш, күкрәк, эс тирәһе, тубыҡ соҡоро.

Ата талпан ҡор-банының тәнендә оҙаҡ тормай - кәрәгенсә ҡан һурғас, ысҡынырға ашыға. Инә талпандың иһә алты тәүлеккә тиклем йәбешеп тороуы мөмкин. Ул иҫ киткес күп ҡан һура (үҙ ауырлығынан йөҙ тапҡырға күберәк). Туҡ талпандың бармаҡ башы ҙурлыҡ булыуы ихтимал.
Нервы системаһын зарарлаусы энцефалит инфекцияһы бөжәктең шайыҡ биҙҙәрендә була һәм кешене тешләгән ваҡытта йоға. Сирҙең инкубацион осоро 7-14 көн. Ауырыу ҡаты башлана, ғәҙәттә тән температураһының 38-40 градусҡа күтәрелеүе, баш ауыртыуы, ҡоҫоу күҙәтелә, кеше тиҙ арый, тән ауырта, тартыша, аң ҡараңғылана, үтә ауыр хәлдә фалиж һуғыуы мөмкин. Талпан ҡаҙалған урын һәм уның тирәһе ныҡ ҡыҙара. Тешләнгән ерҙә кеше әсетеү, ойоу, ауыртыу, ҡысыу тоя. Талпан ҡаҙала ҡалһа, уны тиҙерәк тәндән сығарыу кәрәк. Ҡул менән түгел, пинцет йәки ныҡлы ептән яһалған тоҡан менән ипләп кенә тартып алына. өҙөлөп, тәндә башы ҡалмауы мөһим. Ә иң яҡшыһы - был осраҡта белгестәргә мөрәжәғәт итеү.
(№ 46-47)


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Ноябрь 2017    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
 12345
6789101112
13141516171819
20212223242526
27282930 

Популяр яңылыҡтар


Агроном -  ул ер  табибыАгроном - ул ер табибы
«Кем дә кем, бер башаҡ үҫкән ерҙә тағы берҙе...

Нисек йәшәйһең, өкө?Нисек йәшәйһең, өкө?
Ҡыҙыҡ, әгәр ҙә төнгө һунарсы Өкө әфәндегә, йә,...

Намыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәрНамыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәр
Байрамғолдар ашлыҡ һуғыу, һөт һауыу буйынса элек...

Бер нөктә - УчалылаБер нөктә - Учалыла
Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан ...

ФотофактФотофакт
Сираттағы «Аҙна һайын приз» лотерея уйынында...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.