» Гәзиттең номеры: 46

Яғаларҙа милли матурлыҡ13.06.2017

Яғаларҙа милли матурлыҡИжад һарайында йыл башында старт алған «Яға» конкурсына йомғаҡ яһалды. Ярыш Учалы телевидениеһының 25 йыллыҡ юбилейы айҡанлы канал тарафынан һәм БДУ-ның Учалы вәкиллеге, райондың ағинәйҙәр ҡоро, мәҙәниәт бүлеге менән берлектә ойошторолдо. Оҫталыҡҡа һынау районыбыҙҙың көньяғынан төньяғынаса төрлө һөнәр эйәләрен, төрлө йәш вәкилдәрен бергә йыйҙы. Мәҫәлән, конкурсанттарҙың иң олоһо һәм тәжрибәлеһе 85 йәштә. Ул - Учалы ауылынан Нүрдидә Бәҙретдинова.
(№ 46)

Алтмышта тормош башлана ғына13.06.2017

Алтмышта тормош      башлана ғына«Белем алыуҙан туҡтау, ҡартайыуҙың беренсе билгеһе», - тигән аҡыл эйәһе. Бөгөн тормош ауырлыҡтарына зарланып, булған мөмкинлектәрҙе файҙаланмаған, үҙ өҫтөндә эшләргә ялҡауланған йәш кешеләр менән бер рәттән, даими эҙләнеүҙәр, яңы шөғөлдәр, һөнәрҙәр үҙләштереү өҫтөндә тырышҡан апай-ағайҙар бар. «Йәш - ул һандар күрһәткесе генә, ә йәшәү дәрте - күңелдә», - тигән фекерҙә Фатима Алтынбәкова ла. Санкт-Петербург ҡалаһында компьютер күпбәйгеһе буйынса бөтә Рәсәй чемпионаты үтте. Унда яҡташыбыҙ «Ышаныслы ҡулланыусы» төркөмөндә «Яндекс эҙләү системаһында эш» номинацияһы буйынса еңеү яуланы.
(№ 46)

Еңел булмаған бурыс13.06.2017

Еңел булмаған бурыс8 июндә социаль хеҙмәткәрҙәр һөнәри байрамдарын уҙғарҙылар. Был дата рәсми рәүештә 2000 йылдан билдәләнә. Әммә уның тарихы 18-се быуатҡа барып тоташа. 1701 йылдың 8 июнендә Петр I ярлылар, сирлеләр һәм оло йәштәгеләр өсөн тәүге дәүләт йорто ойоштороу тураһындағы указға ҡул ҡуя. Социаль хеҙмәткәрҙәр пенсионерҙарға, инвалидтарға, аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә, ата-әсә ҡарауынан мәхрүм балаларға - ауыр тормош хәлендә ҡалған кешеләргә ярҙам итә.
(№ 46)

Байрам бөгөн беҙҙә, оло байрам!07.06.2016

Байрам бөгөн беҙҙә, оло байрам!«Байрам бөгөн беҙҙә, байрам! Башҡорт халҡының оло байрамы - Һабан туйы! Һабантуй ул - хеҙмәт байрамы, һабантуй ул - дуҫлыҡ байрамы! Һабантуй ул - һәр кемдең көтөп алған изге байрамы! Ҡотло булһын Һабан туйҙары!» - тигән көр тауышлы ауаздар аҫтында 4 июнь йәмле Ҡалҡан буйында күркәм, боронғо һәм мәңге йәш йолабыҙ буйынса Һабантуй-2016 башланды. Быйылғы байрамда яңылыҡтар байтаҡ булды. Тантана башында милли кейемдәге алты егет ат менеп тамашасылар алдында өйөрөлөп йөрөнө, үҙенә күрә һыбайлылар бейеүе кеүек матур килеп сыҡты.
Һабантуй тантанаһын асыу хоҡуғы муниципаль район хакимиәте башлығы урынбаҫары, ауыл хужалығы бүлеге начальнигы Әдип Ҡарамышевҡа бирелһә, байрам флагын күтәреү хөрмәте «Байрамғол» агрофирмаһы һауынсыһы Илзирә Ғабдрахманова менән «Юлдаш» йәмғиәте директоры урынбаҫары Искәндәр Туҡтановҡа күрһәтелде.
(№ 46)

«Ҡарға туйға бар, бар!»21.04.2014

«Ҡарға туйға бар, бар!»Себеш, бәпкә урлағас, ала ҡарғаны бигүк яратмайбыҙ, ә бына ҡара ҡарға - сыйырсыҡ кеүек яҙ килеү билдәһе. Борон күп халыҡтарҙа ҡарға ҡарҡылдаһа - бәлә килә, тип ҡурҡҡандар. Ә бына ҡара ҡарға, киреһенсә, ояһын ташлап китһә - хәүефле ырым икәнлегенә ышанғандар. Англия дворяндары нисек тә биләмәләренә ҡара ҡарғаларҙы эйәләштерергә тырышҡан, уларҙы үлтергән өсөн бик ҡаты язаға тарттырғандар. Һуңғыһы сәбәпһеҙ түгел - әле XIX быуатта Европала ҡарғалар ашарға яраҡлы ҡош тип иҫәпләнә бит. Германияла түшкәләрен ҙур күнәктәргә һалып тоҙлау алымы киң ҡулланыла.

Эҙләй торғас, башҡорттарҙың ике ырымын таптыҡ. Ҡарға килгәс тә, юлға төшһә, иген уңыр. Ҡарғалар йылы яҡтан ҡайтҡас, ағас башына ҡунһа, йыл туҡлыҡлы булыр.
Изге ҡош?
«Башҡорт теленең мифология һүҙлеге» китабында билдәләнеүенсә, ата-бабаларыбыҙ ҡарғаны ҡурсалаусы, яҡлаусы изге йән эйәһе итеп ҡабул иткән.
(№ 46)

Бер тауыштан21.04.2014

Ахун ауылы мәҙәниәт йортона муниципаль берәмектәрҙең урындағы инициативаларына булышлыҡ итеү программаһы буйынса Башҡортостандағы консультант Нина Филлипова килә тигәс, ауылдың киләсәгенә битараф булмаған ахундар ошонда йыйылды. Көн тәртибендә бер генә һорау - ултыраҡта һыу мәсьәләһен хәл итеү өсөн программала ҡатнашыу мөмкинлеге ҡаралды.

Тәүҙә Нина Мироновна халыҡты муниципаль берәмектәрҙең урындағы инициативаларына булышлыҡ итеү программаһы менән таныштырып үтте. Уның һөйләүенсә, Бөтә донъя банкы коммерция банкы түгел, ә хөкүмәт менән берлектә эш итеүсе йәмәғәт ойошмаһы. Был проектта 200-ҙән ашыу ил ҡатнаша. Рәсәйҙә был банктың 1 меңдән ашыу программаһы уңышлы тормошҡа ашырыла. Башҡортостан Республикаһы ағымдағы йылда ошо проектҡа инергә ниәтләй. Башланғысы - Урал аръяғының 7 районы һайланған, шул иҫәптән, Учалы районы ла.
(№ 46)

Ауыл тормошон барлап21.04.2014

Ауыл тормошон барлапКүптән түгел Волгоград ҡалаһында Рәсәй ауыл ултыраҡтары депутаттарының форумы үтте. Унда РФ Хөкүмәте премьер-министры Дмитрий Медведев, Рәсәй ауыл хужалығы министры Николай Федоров, ике меңдән ашыу делегат ҡатнашты.

Был ҡала мәртәбәле сара өсөн осраҡлы һайланмаған. Нәҡ Волгоградта 70 йыл элек фашист илбаҫарҙарының «умыртҡаһы» һындырыла һәм дошмандар Волганан ары үтә алмай.
Форум барышында делегаттар алты майҙансыҡ булдырып, илебеҙ өсөн актуаль мәсьәләләрҙе хәл итеү юлдарын барланы. Ауыл хужалығын үҫтереү ысулдары, ауыл халҡының йәшәү кимәлен күтәреү кеүек мөһим темалар береһен дә битараф ҡалдырманы. Мәҫәлән, һөттөң бер литрын солярка хаҡына тиңләү фермерҙарға ла, ябай халыҡҡа ла файҙаға ғына буласаҡ, тигән тәҡдим индерелде.
(№ 46)

Ауылдаштар ярҙамы21.04.2014

Ауылдаштар ярҙамыЮғары вазифалар биләп, абруйлы шәхес булғас та тыуған ауылын онотмаусылар һирәк. Улар араһында Уральск ҡасабаһында тыуып үҫкән Ғиниәт Ишбаевты яҡшы яҡтан билдәләргә мөмкин.

Ғиниәт Ғәрифулла улы Өфөләге «Буринтех» ғилми-етештереү предприятиеһының генераль директоры. Предприятие нефть, газ, тау мәғдәне скважиналарын быраулау һәм ремонтлау ҡорамалдарын етештереү менән шөғөлләнә. Ғиниәт Ишбаев уҡыған мәктәбенең даими ярҙамсыһы ла - интерактив таҡта, башҡа кәрәкле йыһаздар бүләк итеп һөйөндөрҙө. Әле уның ярҙамы менән Уральск участка дауаханаһында ремонт эштәре тамамланған.
Ҡасабалағы һаулыҡ һаҡлау учреждениеһы 1978 йылда асылған. 15 карауатлыҡ шәфҡәт туташы тәрбиәһе бүлексәһе, 12 урынлыҡ көндөҙгө стационар һәм 50 кешегә иҫәпләнгән дауахана эшләп килә.
(№ 46)


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Ноябрь 2017    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
 12345
6789101112
13141516171819
20212223242526
27282930 

Популяр яңылыҡтар


Агроном -  ул ер  табибыАгроном - ул ер табибы
«Кем дә кем, бер башаҡ үҫкән ерҙә тағы берҙе...

Нисек йәшәйһең, өкө?Нисек йәшәйһең, өкө?
Ҡыҙыҡ, әгәр ҙә төнгө һунарсы Өкө әфәндегә, йә,...

Намыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәрНамыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәр
Байрамғолдар ашлыҡ һуғыу, һөт һауыу буйынса элек...

Бер нөктә - УчалылаБер нөктә - Учалыла
Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан ...

ФотофактФотофакт
Сираттағы «Аҙна һайын приз» лотерея уйынында...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.