» Гәзиттең номеры: 47

Аныҡ бурыстар билдәләнде13.06.2017

Аныҡ бурыстар       билдәләндеУчалы районы хакимиәтендә мал аҙығын әҙерләү буйынса семинар-кәңәшмә уҙҙы. Сарала ауыл хужалығы министрлы урынбаҫары Ләлә Дәүләтбаева, район хакимиәте башлығы Фәрит Дәүләтгәрәев, ауыл хужалығы фәндәре кандидаты, Башҡорт дәүләт аграр университетының үҫемлекселек һәм ер эшкәртеү буйынса кафедра доценты Игорь Кузнецов, Учалы һәм Белорет райондарының ауыл хужалығы бүлеге белгестәре, ауыл хужалығы предприятиелары етәкселәре һәм фермерҙар ҡатнашты.
Мал аҙығы әҙерләү кампанияһын башларға һанаулы ғына көндәр ҡалған. Ләлә Рифмир ҡы-ҙы мал аҙығын әҙерләү эше аныҡ һәм ваҡытында ойошторолорға тейеш тип билдәләне. Ҡайһы бер хужалыҡтар үлән өлгө-рөп етеүгә ҡарамаҫтан, көн торошона зарла-на башлай торған. Ямғырҙарға һылтанып, мал аҙығын әҙерләүҙе тиҙләтмәү агротехник сроктарҙы үткәреп ебә-рә. Һөҙөмтәлә, үләндең, башҡа культураларҙың аҙыҡ ҡиммәте бөтә, һуты аҙая. Шуға ла һәр аяҙ көн-дө файҙаланып ҡалыр-ға кәрәк. Запасланып ҡалыуҙың да зыяны юҡ, сөнки тәбиғәт шарттары ныҡ үҙгәреүсән, алдағы йылдарҙан нимә көтөргә бер нисек тә фаразлап булмай. Мал аҙығын әҙерләү генә түгел, һәйбәт итеп һаҡлау ҙа мөһим. Бесәнде һаҡ-лау урындарын, сенаж соҡорҙарын, һарайҙар-ҙы тәртипкә килтереү проблемаһы киҫкен тора. Быны ла күҙ уңынан ысҡындырырға ярамай. Йәшел аҙыҡтың сифатын яҡшыртыу мәсьәләһе лә күтәрелде, бының өсөн хужалыҡтарҙың мөм-кинлектәре бар тине ми-нистр урынбаҫары. Яңы технологияларҙы өйрәнеп, заманса алымдар ҡулланып эшләү ҙә һөҙөмтә бирәсәк.
(№ 47)

Бүләктәр һеҙҙе көтә13.06.2017

Бүләктәр һеҙҙе көтәБаҫмабыҙға яҙылыу кампанияһы ҡыҙғандан-ҡыҙа. Бүләктәр оттороу конкурсына ла халыҡ ихлас ҡушылды. Был аҙнала квитанцияларыбыҙ тағы ла артҡан. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, уйында ҡатнашыу өсөн ни-бары гәзитебеҙгә яҙылыуҙы раҫлаған квитанцияның күсермәһен редакцияға ебәрергә йәиһә килтерергә кәрәк. Приздарҙы уйнатыу матбуғатҡа яҙылыу тамамланғансы башҡарыласаҡ. Акцияға ни тиклем тиҙерәк ҡушылһағыҙ, шәп бүләк отоу мөмкинлеге лә шул тиклем арта ғына. Квитанцияғыҙ йыл аҙағына тиклем барлыҡ уйындарҙа ла ҡатнашасаҡ.
Был аҙнала сираттағы еңеүселәре-беҙ асыҡланды. Фәүзиә һәм Минғәли Ибәтуллиндар Илсе ауылында йә-шәйҙәр. Һигеҙенсе тиҫтәне ваҡлауҙа-рына ҡарамаҫтан, «Яйыҡ»ҡа яҙылмай ҡалғандары юҡ.
(№ 47)

Аманат үтәлде10.06.2016

Аманат үтәлдеТашҡа баҫылған, иртәме-һуңмы барыбер тормошҡа аша инде ул. 2015 йылдың 13 июнь көнө сыҡҡан «Яйыҡ» гәзитендәге мәҡәләнән өҙөк килтерәйек:
«...Рәүеф Насиров был донъяла ифрат яҡты эҙ ҡалдырып китте. Учалы ҡалаһында йәшәгән йортона йәки «Учалинская газета» урынлашҡан бина стенаһына таҡтаташ ҡуйғанда, яҙыҡ булмаҫ ине». Аяныс, был юлдарҙың авторы, гәзитебеҙҙең тоғро дуҫы Лиф Хәбир улы Нәғимйәнов бөгөнгө көндә үҙе лә мәрхүм. Бер генә йыуаныс - тәҡдиме тормошҡа ашты.
6 июнь Учалы ра-йонының Почетлы гражданы, 18 китап авторы, РФ-тың, БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәүеф Хәй улы Насировтың вафатына ике йыл тулды.
(№ 47)

Һуғыш һәм Еңеү миҙалы бер ҡоростан ҡойола10.06.2016

Батырлыҡты еңер көс юҡ ерҙә. Халыҡ та ҡаһармандарын онотмай, хәтер китабына яҙа бара. Илһөйәр олатай-өләсәйҙәребеҙ Тыуған илен фашистарҙан азат итеү өсөн йәнен-тәнен аямаған, күптәре яуҙан ҡайтмаған.
Һуғыш осоро балалары... Уларҙың кеме менән осрашһаң да, утлы афәттең эҙемтәләре хәтерҙәренән юйылмаған, яу яландарында ятып ҡалған яҡындары онотолмаған, йөрәк түрҙәрендә һаҡлана. Әңгәмәләр барышында күпте күргән, йыйырсыҡланған йөҙҙәренә, ҡураныс кәүҙәләренә ҡарап йәнең илай. Ниндәйҙер ҙур изгелектәр эшләйһе килә. Еңеү өсөн, илебеҙ фашист аяғы аҫтында ҡалмаһын өсөн ни тиклем тырышҡандар улар. Көнө-төнө эштән туҡтамағандар, ялан-ҡырҙарҙан ҡайтып инмәгәндәр, тамаҡтары ас, өҫтәре яланғас булһа ла, түҙгәндәр, Еңеү көнөн яҡынайтҡандар. Һәр бер тыл ветеранының үҙ өлөшө, үҙ яҙмышы, үҙ фажиғәһе бар. Дәһшәтле һуғыш йылдарында улар тиңһеҙ ҡаһарманлыҡ һәм фиҙаҡәрлек күрһәткәнгә, хәҙер беҙ тыныс тормошта, азат илдә йәшәйбеҙ.
(№ 47)

Күп яҡлы шәхес22.04.2014

Ижад итеп кенә йәшәү яҡшы!
Матурлығы шунда кешенең.
Бар йөрәктән мин теләйем:
Кеше ҙур шағиры булһын эшенең!
- тип яҙған бөйөк шағир Рәми Ғарипов.

Быйыл Рәсәй һәм Башҡортостанда «Мәҙәниәт йылы» тип иғлан ителде. Ошо айҡанлы район китапханаһында «Роль - үҙе бер яҙмыш» исемле Юлдаш ауылы клубының етәксеһе Нәғим Аллаяровтың ижадына арналған кисә үтте.
Кеше тәбиғәте шундай: ул рухи ризыҡһыҙ йәшәй алмай. Боронғо замандарҙан уҡ, көнкүреш мәсьәләләре киҫкен торһа ла, кешеләр сәнғәтте онотмаған: үҙҙәре көн иткән торлаҡтарында йәшәйештәрен һынландырған. Ҡайһы ғына өлкәлә эшләһәң дә, әҙип билдәләүенсә, үҙ эшеңдең шағиры булып ҡалыу кәрәк.
Учалы таланттарға бай. Уларҙың береһе Юлдаш ауылы мәҙәниәт йорто директоры, актер, көлкө оҫтаһы һәм күп ҡырлы талант эйәһе Нәғим Аллаяров.
(№ 47)

Ҡәҙерлем, берҙән-берем22.04.2014

Ҡәҙерлем, берҙән-беремӘсәйем. Әсәкәйем… Әле мин уның ҡәбере эргәһендә торам. Гүр эйәһе булғанына ла ун алты йыл тулып китте. «Баш һәм аяҡ остарым яғына ике таш ҡуйырһығыҙ. Кәртәләп мәшәҡәтләнмәгеҙ. Рәшәткәнең дә таҡтаташтың да сөале (яуабы) ҙур була», - тигәйне ул.

Таштағы яҙыуҙарға күҙ һалам: «Тажетдинова әтифә Мөхитдин ҡыҙы. 1907-1997 йылдар».
Уның һәм ҡәберлектәге бөтә ауылдаштарымдың рухына бағышлап, «Йәсин» сүрәһен уҡып сыҡтым да тубыҡланып ултырып, уй даръяһына сумдым… Әсәйемде ерләгән мәлдә ошо ҡәберлеккә бихисап ауылдаштарым килгәйне.
- Минең тәүге уҡытыусым ул әтифә апай.
- Мине лә уҡырға-яҙырға ул өйрәткәйне.
- Беҙҙең аймаҡ балалары уны «әнкәй» тип йөрөттө лә баһа! Олоғайғас та, бала-сағаларҙы йыйнап, өгөт-нәсихәт биреп ултыра торғайны.
- Эйе! Ә ҡулында йә бәйләм булыр ине, йә йөн иләр ине…
- Урыны ожмахта булһын, яҡшы кеше ине…
(№ 47)

Халыҡ фекере ошолай22.04.2014

Халыҡ фекере ошолайКүпер
элеккесә ҡала

Республикала урындағы инициативаларға булышлыҡ итеү программаһы тормошҡа ашырылыу сиктәрендә 17 апрелдә Наурыҙ ауылында дөйөм халыҡ йыйылышы үтте.

Социаль-иҡтисади кампанияны ойоштороусы һәм талаптарҙың үтәлеүен күҙәтеүсе Бөтә донъя банкының урындағы консультанты Нина Филиппова проекттың бөтә нескәлектәре тураһында ентекләп бәйән итте.
Наурыҙ ауыл Советы башлығы Закир Ғарипов белешмә бирҙе, анкеталар ярҙамында халыҡтың уй-фекерҙәре алдан да күҙаллана. Күпселек ауылды төҙөкләндереүгә ыңғай ҡарашын белдерә. Әммә «төҙөкләндереү» - дөйөм төшөнсә, ошо маҡсатты конкретлаштырыу буйынса йәнле фекер алышыу үтте.
(№ 47)

Был донъяла ниҙәр бар?22.04.2014

Был донъяла ниҙәр бар? * Грозный ҡалаһында ғәйәт ҙур «Канвас» исемле люкс-ҡунаҡханаға нигеҙ һалынды. Төҙөлөш 2 йылда тамамланасаҡ, проект хаҡы - 4,2 миллиард һум. Ике шәйех инвестор булып сығыш яһай - Берләшкән әрәп Эмираттары принцтары Мөхәммәт бин Заеда Аль-Нахайяна һәм Тахнуна бин Заеда Аль-Нахайяна. Үҙ сиратында Чечен Республикаһы Севастополь ҡалаһында мәсет төҙөү тураһында ҡарар сығарҙы, аҡса хәйриә фондтарынан йүнәлтеләсәк.

* Алдамаһалар, АҠШ ғалимдары диңгеҙ һыуын яғыулыҡ сифатында ҡулланыу технологияһын астыҡ тип белдерҙе. Тәүге сиратта яңы энергия сығанағына хәрби-диңгеҙ флоттарын күсерергә самалайҙар, ти. Америка был эш менән күптән шөғөлләнә. Бер нисә йылдан һынау үтәсәк тип хәбәр итәләр. Бер яҡтан, кешелек бындай ҡаҙанышҡа ирешә алһа - бик яҡшы. Икенсе яҡтан - бер ҙә ауыл хужалығында йә башҡа файҙалы йүнәлештә ҡулланырға йыйынмайҙар бит әле, фәҡәт кеше үлтереү өлкәһендә… Ә өсөнсөнән, американдарҙың бөтә һүҙенә лә ышанырға кәрәкмәйҙер - буш хәбәр сығарып, нефть хаҡын төшөрөргә маташыуҙары ла ихтимал!
(№ 47)

Беҙгә эшселәр кәрәк22.04.2014

Беҙгә эшселәр кәрәк2011-2015 йылдарҙа Урал аръяғын иҡтисади үҫтереүҙең уртаса сроклы комплекслы программаһы сиктәрендә төбәктә тау сәнәғәте предприятиеларына кадрҙар әҙерләү буйынса БР Хөкүмәтенең ҡалабыҙҙа күсмә кәңәшмәһе үтте. Сарала Урал аръяғы уҡыу йорттарының береһендә юғары класлы эшселәр әҙерләү өсөн заманса күп функциялы үҙәк булдырыу хаҡында ла һүҙ барҙы.

- Беҙ ваҡыт менән бергә атларға тырышабыҙ. Белеүебеҙсә, Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең мәғариф системаһы үҙгәрештәр кисерә. Сығарылыш класы уҡыусылары хәҙер махсус урта белем алыуға ҡарағанда юғары белемгә өҫтөнлөк бирә. Йәштәр түләп булһа ла юғары уҡыу йорттарына уҡырға инергә тырыша. Шул уҡ ваҡытта хеҙмәт баҙарында эшсе һөнәрҙәргә ихтыяж ҙур. Проблеманы һөнәри белем биреүҙе модернизациялау программаһы сиктәрендә хәл итергә тырышабыҙ. Урта махсус уҡыу йорттары - илебеҙ хужалыҡтарының төрлө тармаҡтарына белгестәр әҙерләүсе белем усаҡтары булып тора.
(№ 47)

«Улар - ошо ерҙең хужалары»22.04.2014

«Улар - ошо ерҙең  хужалары»Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путин 12-се тапҡыр халыҡ менән «тура бәйләнеш» үткәрҙе. Үткән йылғыға ҡарағанда уның ваҡыты бер сәғәткә ҡыҫҡараҡ булһа ла, ил башлығы етмештән ашыу һорауға яуап биреп өлгөрҙө.

Әлбиттә, төп һорауҙар Украиналағы хәлдәргә һәм Ҡырымдың Рәсәйгә ҡушылыуына бәйле булды. Быйылғы «тура бәйләнеш» Сочиҙа үткән Олимпиада уйындарына ҡағылышлы булырға тейеш ине, ләкин Украиналағы хәлдәр ҡамасауланы. Путин әйтмешләй, Виктор Янукович «Мономах бүреген» күтәрә алманы - илендә түңкәрелеш булды. Һөҙөмтәлә «Майҙан» еңде, төбәктәр ҡаршылығы тыуҙы.
Владимир Путин әйтеүенсә, был милләтселеккә килтерҙе, урыҫ һәм урыҫ телле халыҡҡа ҡурҡыныс тыуҙырҙы. Президент былай тине: «Киев властары илде упҡынға һөйрәй». Журналист Кирилл Клейменовтың Украинаның көнсығышындағы хәлдәрҙә, Көнбайышта һәм Киевта әйтеүҙәренсә, «Мәскәү ҡулы» һиҙелеүе хаҡындағы һорауына ла яуап бирҙе: «Украинаның көнсығышында бер генә Рәсәй подразделениеһы, махсус хеҙмәттәре, инструкторҙары юҡ. Улар бөтәһе лә - урындағы халыҡ. Быға иң яҡшы иҫбатлау халыҡтың, тура мәғәнәлә әйткәндә, битлеген һалыуы булды. Мин үҙемдең көнбайыш партнерҙарыма былай тинем: «Уларҙың башҡа барыр ере юҡ, улар - ошо ерҙең хужалары, улар менән һөйләшергә кәрәк».
(№ 47)


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Ноябрь 2017    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
 12345
6789101112
13141516171819
20212223242526
27282930 

Популяр яңылыҡтар


Агроном -  ул ер  табибыАгроном - ул ер табибы
«Кем дә кем, бер башаҡ үҫкән ерҙә тағы берҙе...

Нисек йәшәйһең, өкө?Нисек йәшәйһең, өкө?
Ҡыҙыҡ, әгәр ҙә төнгө һунарсы Өкө әфәндегә, йә,...

Намыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәрНамыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәр
Байрамғолдар ашлыҡ һуғыу, һөт һауыу буйынса элек...

Бер нөктә - УчалылаБер нөктә - Учалыла
Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан ...

ФотофактФотофакт
Сираттағы «Аҙна һайын приз» лотерея уйынында...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.