» Гәзиттең номеры: 48

Ҡалабыҙҙа - яңы фонтан15.06.2017

Ҡалабыҙҙа - яңы фонтанТөбәгебеҙҙә моноҡалаларҙы комплекслы үҫтереү программаһының «Төҙөкләндереүгә биш аҙым» тигән төп йүнәлеше әүҙем ғәмәлгә ашырыла башланы. Ошо арала ғына бихисап ҡыуаныслы ваҡиғаларҙың шаһиты булдыҡ. Бурансы ҡасабаһында процедура кабинеты асылды, Рудникта, Бурансы, Көньяҡ биҫтәләрендә балалар майҙансыҡтары төҙөлдө. Учалыбыҙ төҙөкләндерелә, күҙгә күренеп матурая. Олоһона ла, йәшенә лә ял итеү урындары булдырыла. Саңғы-роллер трассаһы, универсаль спорт майҙансығы күптәрҙең яратҡан урынына әйләнде. Мәҙәниәт һәм ял паркы яңыртыла, шулай уҡ ҡала пляжын реконструкциялауҙың тәүге этабы башланды һәм бөгөн килеп тағы бер ҙур шатлыҡлы күренеш күңелдәрҙе елкендерҙе, «Төҙөкләндереүгә биш аҙым» программаһы проекты сиктәрендә ҡаланың Ленин майҙанында яңы фонтан асылды. Заманса итеп эшләнгән фонтан әллә ҡайҙан уҡ күренеп, тирә-яҡҡа йәм биреп тора. Уны асыу тантанаһына халыҡ күп йыйылды. Район хакимиәте башлығы Фәрит Дәүләтгәрәев учалыларҙы матур сара менән ҡотланы.
(№ 48)

Яҡшы һүҙ - йәнгә дауа15.06.2017

Яҡшы һүҙ - йәнгә дауаМедицинала осраҡлы кешеләр юҡ. Был һөнәр эйәләре бала саҡтан уҡ киләсәктә аҡ халат кейеп, ауырыуҙарҙы дауалап аяҡҡа баҫтырыу тураһында хыяллана. Бөгөнгө геройыбыҙ Уральск участка дауаханаһы терапевты Земфира Илдар ҡыҙы Дауытова ла мәктәп йылдарында уҡ табип булырға теләй. Яҡшы билдәләргә уҡыған ҡыҙ бер ҡыйынлыҡһыҙ медицина университетына инә. Уҡыу йортон тамамлап 2004 йылда Учалы үҙәк ҡала дауаханаһы поликлиникаһында эш башлай. Ауыл ерендә табиптарҙың етешмәүе ил кимәлендәге киҫкен мәсьәлә. Аҡ халатлылар ауыл ерендә эшләргә бик үк атлығып тормай. Әммә Земфира Илдар ҡыҙы киреһенсә, Уральск дауаханаһында эш тәҡдим итеүҙәре менән шатланып риза була. Тормош иптәше Азамат Алмас улы ла атай йортона ҡайтып нигеҙләнергә күптән хыяллана. Шулай итеп ғаиләләре менән Уральскийға күсенәләр, участка дауаханаһында терапевт булып эш башлай. «Ауыл табибы» федераль программаһы сиктәрендә 1 миллион һум дәүләт ярҙамы алыуға ирешкән. Әйткәндәй, Земфира Илдар ҡыҙы тормош иптәше менән Арслан һәм Алмас исемле малайҙар үҫтерәләр. Тормош иптәше Себерҙә эшләй.
(№ 48)

Беҙ - бер бөтөн10.06.2016

Беҙ - бер бөтөнИтексегә итекһеҙ йөрөү насиптыр инде. Төрлө-төрлө юбилейҙар һәм билдәле даталар тураһында гәзит йыш яҙа, ә быйыл «Яйыҡ»тың үҙенә 25 йәш тулыуы тураһында иҫкә алыусылар һирәк булды. Юҡ, үпкә түгел был, рәсми рәүештә көҙөн сирек быуатлыҡ юбилейҙы билдәләп китәсәкбеҙ. Һүҙ әле икенсе турала - тығыҙ хеҙмәттәшлек иткән, бер-беребеҙҙе тулыландырырға тырышып, бер маҡсаттар ҡуйып эшләгән Учалы яҙыусылар ойошмаһы ла быйыл 25 йыллыҡ юбилейын билдәләй.
(№ 48)

Был донъяла ниҙәр бар?10.06.2016

Уртаса алғанда халыҡ иң етеш йәшәгән төбәктәр - Ямал-Ненец һәм Чукотка милли округтары, Мәскәү ҡалаһы. Иң хөрт - Псков өлкәһе, Дағстан республикаһы һәм Ивановск өлкәһе. Беҙҙең Башҡортостан рейтингта 40-сы килә. 85 федерация субъекттары араһында уртаса күрһәткес килеп сыға инде.

Ошо көндәрҙә Санкт-Петербург ҡалаһында «Арктика» (22220-се проект) тип аталған боҙватҡыс карап һыуға төшөрөлә. Бындай төр суднолар араһында донъяла иң ҡеүәтле һәм ҙур буласаҡ. Оҙонлоғо - 173, киңлеге - 34 метр. 2,9 метр ҡалынлыҡтағы боҙҙо анһат үтеп, йөк караптарын артынан эйәртәсәк. Рәсәй Көнбайыштан артта ҡалды, тип һөрәнләргә иртәрәктер әле!
(№ 48)

Фекерҙәштәр булып ҡалайыҡ10.06.2016

Фекерҙәштәр  булып ҡалайыҡУҙған йылдағы ижади эштәргә йомғаҡ яһап, гәзитебеҙҙең иң әүҙем хәбәрселәрен билдәләп, уларға йыллыҡ премиялар тапшырыу күптән матур традицияға әйләнде. Быйыл да БР Матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәрҙәре көнө алдынан мөхәрририәт 2015 йылдың лауреаттарын билдәләне.
Билдәле булыуынса, премиялар район һәм республика матбуғатында актив эшләгән Ниғмәт Зөлҡәрнәев (Ленин ордены кавалеры, уҡытыусы, оҙаҡ йылдар яҙышҡан хәбәрсе), Хөснә Юлдыбаева (ҡатын-ҡыҙҙар хәрәкәтендә ҡатна-шыусы, район һәм республика гәзиттәрендә һәм нәшриәттә актив эшләүсе, Сталин лагерҙарын үтеп, улар хаҡында үҙенең яҙмаларын ҡалдырырға батырсылығы еткән тәүге ҡатын-ҡыҙҙарҙың береһе) һәм Әҙһәм Ғарипов (йәмәғәтселек тормошонда һәм мат-буғатта актив ҡатна-шыусы, үҙешмәкәр сәнғәтте яратыусы, ғүмеренең һуңғы йылдарында «Башҡортостан уҡытыусыһы» журналы мөхәррире булып эшләгән) исемен йөрөтә. Премиялар район тормошон, йәмәғәт ойошмаларының, мәғариф, мәҙәниәт, сәнғәт, һаулыҡ һаҡлау учреждениеларының эшен даими яҡтыртҡан, тел, милли үҙаң, хоҡуҡи дәүләт төҙөү проблемаларын, тирә-яҡ мөхитте һаҡлау, ер мәсьәләләрен урынлы күтәргән хәбәрселәребеҙгә бирелә.
(№ 48)

Уяу булығыҙ!24.04.2014

Уяу булығыҙ!Оҙаҡ көткән яҙ килде. Был дәүерҙә һыу тирәләре үтә хәүефле. Һыу ятҡылыҡтарында боҙ ҡарая, өҫтөндә уйым, йылыу, ҡарандар пәйҙә була. Кеше бата башлай икән, ситтән ярҙам булмаһа, ҡотола алмаясаҡ.

2009 йылда Учалы районында күл өҫтөнән велосипедта китеп барған ир батып үлде. 2010 йылда Нөгөш һыуһаҡлағысында УАЗ һәм ВАЗ автомобилдәре боҙ аҫтына китте. 2011 йылда ташҡан Инйәр буйлап кәмәлә сәйәхәт иткән 2 турист, Әбйәлил районында - йылғала уйынсыҡ карап йөҙҙөргән 5 йәшлек малай һәләк булдылар. 2012 йылда яҙғы миҙгелдә Нуриман районы йылғаһында мотокәмә түңкәрелеп, 3 кешенең йәне ҡыйылды, Өфө районында күлдә балыҡ тотҡан ир кәмәнән ҡолап батты. 2013 йылда Бүздәк районында йылғала боҙ өҫтөндә йөҙөргә самалаған 10 йәшлек малай, Күгәрсен һәм Белорет райондарында һыуға йығылған 6 йәшлек сабыйҙар үҙгәртеп булмаҫлыҡ бәләгә тарынылар. Һәм был фажиғәле исемлектең бер өлөшө генә!
(№ 48)

Бысратмайыҡ һыу буйын24.04.2014

Бысратмайыҡ һыу буйынУчалы - республиканың иң матур төбәктәренең береһе. Тәбиғәтебеҙгә һыу айырыуса йәм өҫтәй. Районда 29 күл, илленән ашыу йылға, 8 быуа һәм күп һанда һыу тулған элекке карьерҙар иҫәпләнә бит.

БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының Белорет территория комитетына йөкмәтелгән төп бурыстарҙың береһе - һыу объекттарын файҙаланыуға һәм уларҙы бысратыуҙан һаҡлауға дәүләт контроле башҡарыу. Яҙғы ташҡын алдынан министрлыҡтың махсус приказын бойомға ашырып, һыу һаҡлаусы зоналар ентекләп тикшерелә.
Һыу һаҡлаусы зона - хужалыҡ һәм башҡа эшмәкәрлек өсөн айырым, һыу бысратылыуға юл ҡуймаған режим билдәләнгән яр һыҙатына йәнәш биләмәләр. Уларҙың киңлеге йылға-шишмәләрҙең оҙонлоғонан ҡала: 10 километрға тиклем - 50 метр, 10-50 километр - 100 метр, 50 километр һәм күберәк - 200 метр.
(№ 48)

Ятып ҡалғансы атып ҡал!24.04.2014

Ятып ҡалғансы атып ҡал!Әлеге көндә иң актуаль тема - урындағы инициативаларға булышлыҡ итеү программаһы. Тағы бер-ике проект тураһында яҙып китәйек. «Яйыҡ»тың алдағы һанында төбәктең көньяғындағы Наурыҙ ауыл Советы тураһында бәйән итһәк, был тапҡырҙа иғтибарҙа райондың төньяғы. Гәзиттәрҙә баҫылһа, конкурста ҡатнашҡанда мәрәйҙәр күберәк бирелеүен күҙ уңында тотоп, ауыл хакимиәттәре башлыҡтары үҙҙәре редакция менән бәйләнешкә сығыуын да билдәләйбеҙ. Тимәк, исем өсөн генә тотонмағандар.

Саҡ ҡына элегерәк Поляковка хакимиәте үҙенсәлекле һыу системаһы тураһында һүҙ сығара ине: ауыл ситендәге саф шишмәнең һыуын торбалар аша бөтә ултыраҡ буйынса таратыу. Боронғо Римда оҡшаш алым бик тә уңышлы ҡулланылған, ти. Әммә әлеге программа шарттарына тура килтереү саманан тыш ҡатмарлыға әйләнер ине. Шуға ла күктәге торнаға әүрәп, ҡулдағы сыпсыҡты ысҡындырмаҫҡа булдылар.
(№ 48)

Хәмерҙең аҙағы булырмы?24.04.2014

Эскеселек хаҡында телевидение, радио, гәзит-журналдарҙа күп яҙыла, ысынбарлыҡта ла һәр кем быны күреп йөрөй. Уны сир ҙә, ғәҙәт тә тиҙәр - ҡайһыһы дөрөҫтөр инде.

Магазиндарҙа хәмер билдәле ваҡытҡа тиклем һатылһа ла, ҡайһы берәүҙәр йорттарында тәүлек әйләнәһенә сауҙа итәләр. Йәй миҙгелендә «аҫтан» һатыусыларҙың эше бигерәк әүҙемләшә. Эсеп күрше ауыл, урам менән һуғышыу осраҡтары ла булғылай. Айырыуса ял мәлдәрендә эскелек көсәйә, гөжләп торған техника артынан күҙ эйәрмәй. Урам тулы бала-саға тип тә уйламай улар. Бер ир эскән килеш мотоциклға ултырып, балаларҙы тапаны. Береһе еңелсә яраланды, икенсеһе зәғиф булып ҡалды, йылына ике тапҡыр дауаханала ятып сыға…
Әсәйҙәрҙең, йәш ҡатын-ҡыҙҙарҙың, өләсәйҙәрҙең эсеүе бигерәк эсте бошора. Үткәндә артыңдан эйәреп аҡса һораусылар ҙа юҡ түгел. Эскенән арыныу, тәү сиратта, үҙеңә-үҙең ярҙам итеүҙән башланырға тейеш. Әммә ундайҙарға диңгеҙ тубыҡтан, ашау - байҙан, үлем - Хоҙайҙан шул. Ҡатын-ҡыҙҙар советы насар йәшәүсе ғаиләләр менән эш алып бара, әммә уларҙың ғына көсө етмәй. Бында эскеселек менән көрәшеүсе комиссия, иптәштәр суды, полиция, ауыл депутаттары берҙәмләшергә тейештер. Бынан тыш, ауыл халҡы ла уйланһын ине: өйҙә «ағыу» һатып, кешеләрҙең ҡайғыһын арттырып байыу, бәхетле булыу үтә самалы.
Ғаиләләр тарҡала, енәйәтселек үҫә, үҙҙәренә ҡул һалыусылар арта, етемдәр ҡала - былар барыһы ла эскеселек һөҙөмтәһе. Был яман күренеш менән барыбыҙ ҙа ҡулға-ҡул тотоноп көрәшкән саҡта ғына һөҙөмтәләргә ирешеү мөмкиндер. Уйланайыҡ, йәмәғәт.
(№ 48)

Әүҙемерәк булайыҡ24.04.2014

Әүҙемерәк булайыҡБилдәле булыуынса, студент осоро йәш саҡтың иң күңелле, иң ҡыҙыҡлы бер мәле. Ләкин ул ваҡыт, ысынлап та, күңелле генә түгел, ә файҙалы ла үтһен өсөн уҡыуҙан тыш төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнашырға кәрәк. Дәртле, маҡсатлы йәштәр берләшмәләргә ойошоп, үҙҙәренең һәләттәрен күрһәтә, көсөн һынай ҙа инде.

Өфөләге Учалы йәштәре ойошмаһы ағзалары ла баш ҡаланың һәм республиканың йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнаша. Уларҙың иҫәбендә төрлө акциялар, концерттар, ярыштар. Мәҫәлән, декабрҙә йәштәр Учалы Балалыҡ йортона изгелек акцияһы менән барып ҡайтты. Ҡунаҡ ҡаршылаған балалар өсөн генә түгел, ә студенттар өсөн дә был көн бик күп ҡыуаныс килтерҙе. Егеттәр һәм ҡыҙҙар матур концерт ойошторҙо, ҡыҙыҡлы конкурстар үткәрҙе, баш ҡаланың юғары уҡыу йорттары тураһында мәғлүмәт бирҙе. Һуңынан үҙҙәре менән алып килгән бүләктәрҙе тапшырҙылар. Ошондай байрамдар, моғайын, балалар күңелендә ниндәйҙер яҡты эҙ ҡалдыралыр, тылсымға, изгелеккә, яҡшылыҡҡа ышаныс тыуҙыралыр...
(№ 48)


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Ноябрь 2017    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
 12345
6789101112
13141516171819
20212223242526
27282930 

Популяр яңылыҡтар


Агроном -  ул ер  табибыАгроном - ул ер табибы
«Кем дә кем, бер башаҡ үҫкән ерҙә тағы берҙе...

Нисек йәшәйһең, өкө?Нисек йәшәйһең, өкө?
Ҡыҙыҡ, әгәр ҙә төнгө һунарсы Өкө әфәндегә, йә,...

Намыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәрНамыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәр
Байрамғолдар ашлыҡ һуғыу, һөт һауыу буйынса элек...

Бер нөктә - УчалылаБер нөктә - Учалыла
Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан ...

ФотофактФотофакт
Сираттағы «Аҙна һайын приз» лотерея уйынында...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.