» Гәзиттең номеры: 49

Эшмәкәрлек юғары баһаланды20.06.2017

Эшмәкәрлек юғары баһаландыУҙған аҙнала Учалы районына БР Башлығы Хакимиәте етәксеһе урынбаҫары Рәмил Дилмөхәмәтов етәкселегендә республика министрлыҡтары һәм ведомстволары делегацияһы эш сәфәре менән килде. Визиттың төп маҡсаты - шәхси һорауҙар буйынса граждандарҙы ҡабул итеү, районыбыҙҙың социаль-иҡтисади үҫеше менән танышыу. Эш сәфәре барышында ҡунаҡтарҙы район хакимиәте башлығы урынбаҫары Руслан Ғиләзетдинов һәм башҡа етәкселәр оҙатып йөрөнө.
Делегация эш сәфәрен Учалы ауылының Барви-ха биҫтәһендә балалар баҡсаһы төҙөлөшө менән танышыуҙан башланы. 139 урынға иҫәпләнгән бинаны төҙөү эштәренең заказсыһы - республика-ның Капиталь төҙөлөш идаралығы, подрядсыһы - Өфө ҡалаһының «Мед-техника» йәмғиәте. Балалар баҡсаһына 2014 йылда уҡ нигеҙ һалына, объект 2016 йылдың беренсе ярты йыл-лығында төҙөлөп бөтөп тапшырылырға тейеш ине. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, төҙөлөш эштәре һаман да тамамланмаған, көндән-көн һуҙыла килә. Рәмил Хөрмәт улы подрядсылар менән төҙөлөш, инже-нер коммуникациялары, биләмәне төҙөкләндереү мәсьәләләрен тикшер-ҙе. Бинаны төҙөү ваҡыты оҙаҡҡа һуҙылыуын бил-дәләне, подрядсыларҙан эште тиҙләтергә кәрәкле-ген талап итте.
(№ 49)

Һөнәренең оҫтаһы17.06.2016

Һөнәренең оҫтаһыРегина Әлим ҡыҙы Зарипова үҙәк ҡала дауаханаһында балалар бүлексәһе мөдире булып эшләй. Йәш булыуына ҡарамаҫтан, тәжрибәле, талапсан, эшенә яуаплы ҡараған белгес ул.
Регина Әлим ҡыҙы Учалы ауылынан. Атаһы Әлим Ғәлләм улы ғү-мер буйы Учалы тау-байыҡтырыу комбинатында водитель булып эшләй, әсәһе Маргарита Фәрит ҡыҙы - бухгалтер. Ҡыҙ мәктәптә уҡығанда уҡ киләсәк һөнәрен һайлап ҡуя. Ата-әсәһе лә уның ҡарары менән килешә, теләгенә ҡаршы килмәйҙәр. Учалы урта мәктәбендә 8 класты тамамлағас, уҡыуын ҡа-ланың 12-се лицейында дауам итә. Лицейҙы тик яҡшы билдәләргә генә тамамлап, Силәбе медицина академияһының педиатрия бүлегенә уҡырға инә. Алты йыл табип һөнәренең нес-кәлектәрен үҙләштерә, ыңғайына Силәбе өлкә дауаханаһында шәфҡәт туташы булып хеҙмәт юлын башлай. Уҡыу йортон тамамлағас, тыуған яҡтарына ҡайта, үҙәк ҡала дауаханаһының балалар поликлиникаһында эшләй. Йәш ҡыҙ бер урында ғына тапанып ҡалырға теләмәй, тәжрибә туплау ниәте менән Өфөгә юллана
(№ 49)

Матурайып ҡалыр һыу буйы16.06.2016

Матурайып ҡалыр һыу буйыУчалы ҡалаһы ултырағы Урындағы инициативаларға булышлыҡ итеү программаһында бик тә һөҙөмтәле ҡатнаша килә. 2014 йыл ошо форсат менән файҙаланып Мәҙәниәт һәм ял паркында универсаль спорт майҙансығы төҙөлдө, былтыр бынамын тигән, яҡтыртылған саңғы-роллер трассаһы пәйҙә булды. Тимерҙе ҡыҙыуында һуғалар, тигәндәй, ҡала халҡы быйыл да бәхет һынамаҡсы булды. Һәр хәлдә лә, сираттағы уңышҡа төплө нигеҙ һалынды.
Башта хеҙмәт коллективтарында фекер алышыуҙар үтһә, 14 июнь «Таусы» стадионы дөйөм йыйылышҡа килгән ҡала кешеләре менән шығырым тулып, проектта ҡатнашыу мәсьәләһе ыңғай хәл ителде. Күпселек тауыш менән тәҡдим ителгән варианттарҙың иң күңелгә ятышлыһы һайланды, шулай уҡ ҡағыҙ-документация эше менән шөғөлләнеү өсөн яуаплылар һайланды, башҡа ойоштороу мәсьәләләре хәл ителде.
(№ 49)

Ата-әсә тәрбиәһе - илһөйәрлек нигеҙе16.06.2016

Ата-әсә тәрбиәһе - илһөйәрлек нигеҙеАямаған йәнен, түккән ҡанын
…Һис бирмәгән башҡорт Уралын.
Ниндәй оло мәғәнә, тарихи дөрөҫлөк ята халыҡ йырында. Йәнен биргән, ҡанын түккән, әммә, ғәзиз Уралын сит-яттарҙан тапатмаған башҡорт. Илһөйәрлек, ватансылыҡ, яугирлыҡ тигән төшөнсәләр оло быуында самалап бөткөһөҙ көслө булған. Бөгөн әрме сафтарына китеүсе егеттәребеҙ - яугир вариҫтары, ветеран ата-бабаларыбыҙҙың 4-се быуыны, бүләләре. Илһөйәрлек, яугирлыҡ тойғоһо уларҙа ни кимәлдә икән? Олатайҙарҙан ҡалған илде һаҡлау тигән изге бурысты иңдәренә йөкмәй алырҙармы?
Уларҙың аталары - беҙҙең уҡыусыларыбыҙ һынатманылар. Олатайҙар ауыҙынан хәтирәләр ишетеп үҫкән 50-60-сы йылғы апай-ағайҙарҙа был оло тойғолар көслөрәк ине, тигән фекергә киләм мин.
(№ 49)

Айырылғыһыҙ «дуҫ»28.04.2014

Айырылғыһыҙ «дуҫ»А. Герцендың: «Кешелек тормошо эҙмә-эҙлекле китаптарҙа тороп ҡалған: ырыуҙар, кешеләр, дәүләттәр юғалған, ә китаптар һаҡланған», - тигән һүҙҙәре бар. Тимәк, үткәндәр менән танышыуҙа, тормошто танып белеүҙә, борсоған һорауҙарға яуап табыуҙа китап төпһөҙ хазина һанала. С. Смайлстың (шотланд яҙыусыһы) «Китаптар - ҡартайғанда иң яҡшы дуҫ, ә йәшлектә - иң яҡшы етәксе», - тигән һүҙҙәре лә был хазинаның аңыбыҙҙы, күңелебеҙҙе үҫтереүҙә, тормош мәғәнәһен тулыландырыуҙа белем сығанағы булыуын дәлилләй. Ҡасандыр китап уҡыуҙы үҙенә тик бай кешеләр генә рөхсәт итә алған, сөнки улар һирәк, хаҡы ла ҡиммәт булған. Ҡыҙғаныс, әммә бөгөн китаптар күп, ә уҡыусылар һирәк. Был аҙнала Бөтә донъя китап көнө билдәләнде. Шуға ла сираттағы «Шәмбе бите»н китап донъяһына бағышлайбыҙ.

Борон-борон заманда…
Әле хәреф, яҙыу ҡауырһыны уйлап сығарылмаҫ элек үк һәләтле кешеләр әҙәбиәткә ынтылған. Уларҙың ижадтары китап кәштәләрендә түгел, ә әҙәм хәтерендә һаҡланған. Үҙебеҙҙең башҡорт халҡын алғанда ғына ла әллә күпме күләмле эпос, ҡобайыр, риүәйәт-легендалар яттан һөйләнеп, яңы быуынға тапшырыла килгән.
(№ 49)

Күңелле үтһен байрамдар28.04.2014

Күңелле үтһен байрамдарЯҙ һәм Хеҙмәт байрамы, шулай уҡ Бөйөк Еңеүҙең 69 йыллығы уңайынан ҡала-районыбыҙҙа байтаҡ саралар ойоштороласаҡ.

1 май 10.30 сәғәттә барыһын да «Хеҙмәт коллективтары маршы» тип исемләнгән байрам демонстрацияһы көтә (ойошма-предприятие коллективтары ҡатнаша). Был көндө Дан стелаһы майҙанында сауҙа нөктәләре эшләйәсәк, ошонда уҡ гәзит-журналдарға яҙылыу ойоштороласаҡ, төрлө приздар уйнатыласаҡ. Мәҙәниәт һәм ял паркында аттракциондарҙа йөрөргә мөмкин буласаҡ. 11.30 сәғәттә митинг һәм байрам концерты. 17.00 сәғәттә «Горняк» боҙ аренаһында «Боҙҙа бейеү» фигуралы шыуыу шоуы уҙасаҡ. 9 май 10.00 сәғәттә Еңеү Парады һәм тантаналы митинг. 11.15 сәғәттә Дан стелаһы майҙанында «Еңеү вальсы» конкурсы үтәсәк. 13.00 сәғәттә Мәҙәниәт һәм ял паркында «Һуғыш - балалар күҙлегенән» тип исемләнгән балалар өсөн байрам сараһы. 15.00 сәғәттә Дан скверында һүрәт төшөрөү, шиғыр һөйләү буйынса конкурстар уҙасаҡ. 18.00 сәғәттә Дан стелаһы майҙанына «Йәш быуын иҫләй» тип исемләнгән байрам программаһына саҡырабыҙ.
(№ 49)

Учалы - Белогорск28.04.2014

Учалы - БелогорскРайон хакимиәтендә предприятие-учреждение етәкселәре менән Ҡырым Республикаһына ярҙам күрһәтеү тураһында кәңәшмә үтте.

Мәғлүм булыуынса, РФ Хөкүмәте Региональ үҫеш министрлығы әҙерләгән схеманы раҫланы: Рәсәйҙең 16 субъектына Ҡырымдың 14 районы һәм 2 ҡалаһы беркетелә. Республика-өлкә етәкселәренә яңы ҡушылған төбәктә коммуналь хужалыҡ һәм социаль өлкә объекттары эшмәкәрлегенә методик һәм матди ярҙам күрһәтеү йөкмәтелә. Башҡортостанға Белогорск районы беркетелде. Аңлашыла инде, «шеф» роленә илдең иң ҡеүәтле региондары һайлап алынды.
(№ 49)

Бирешергә уй юҡ28.04.2014

Бирешергә уй юҡЧернобыль атом электростанцияһындағы фажиғәгә быйыл 28 йыл тула. Авария яралары ер тәнендә генә түгел, кешеләр һаулығында һәм киләсәгендә әле булһа уңалмаған. Ҡунаҡбай ауылында йәшәүсе Ғәйнулла Зәһиҙуллин һәләкәт эҙемтәләре менән көрәшеүселәрҙең береһе.

Ул 1951 йылда Илсе ауылында донъяға килә. 1970-1972 йылдарҙа Тольятти ҡалаһында төҙөүселәр батальонында хеҙмәт итә. Әрменән ҡайтҡас, тау-байыҡтырыу комбинатында эш башлай. Ватан алдында бурыс үтәлгән - таҙа намыҫ менән гөрләтеп йәшәргә генә ҡала. Күрәсәкте алдан белеп булмай шул, 1987 йылда Ғәйнулла Сәйфулла улын яңынан хәрби хеҙмәткә саҡыралар. Бергә йыйылған 16 ир-егет кеүек үк, ул ҡайҙа, ни өсөн ебәреләсәген белмәй. Автобусҡа ултырғас ҡына саҡырылыу маҡсаты аңлатыла.
- Ниндәй эштәр ҡушылды - барыһын да үтәнек, - ти Ғәйнулла Зәһиҙуллин. - Күпселек беренсе-икенсе ҡаттағы эштәрҙә ҡатнаштым: бетон иҙәндәрҙе алдыҡ, 6 метр ҡалынлыҡтағы атом урынлашҡан стенаны тишеп, йөрөү юлдары яһаныҡ, торбаларҙы таҙартып йыуҙыҡ, ҡурғаш, сүп-сар ташыныҡ.
(№ 49)


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Ноябрь 2017    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
 12345
6789101112
13141516171819
20212223242526
27282930 

Популяр яңылыҡтар


Агроном -  ул ер  табибыАгроном - ул ер табибы
«Кем дә кем, бер башаҡ үҫкән ерҙә тағы берҙе...

Нисек йәшәйһең, өкө?Нисек йәшәйһең, өкө?
Ҡыҙыҡ, әгәр ҙә төнгө һунарсы Өкө әфәндегә, йә,...

Намыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәрНамыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәр
Байрамғолдар ашлыҡ һуғыу, һөт һауыу буйынса элек...

Бер нөктә - УчалылаБер нөктә - Учалыла
Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан ...

ФотофактФотофакт
Сираттағы «Аҙна һайын приз» лотерея уйынында...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.