» Гәзиттең номеры: 5

Ысынбарлыҡ20.01.2017

] Ысынбарлыҡ

Күлдәрҙең мин күбен күрҙем:
Һайҙарын, тәрәндәрен.
Табалманым Өргөн күлдәй
Яп-яҡты, зәңгәрҙәрен.
Шул күлдәргә ғашиҡ булдым
Һәм тоғромон мәңгелек.
Тәбиғәттән күскән минең
Күңелемә йәмлелек.
Кешеләрҙең күрҙем һәр саҡ
Яҡшыһын, изгеләрен.
Шундайҙарға килде минең
Тик шатлыҡ биргеләрем.
Кешеләрҙе хөрмәт иттем,
Хөрмәт итәм мәңгелек.
…Яҡташтарҙан күскән миңә
Илһам, ҡот һәм сәмлелек!

Учалымдың
күркәм ҡыҙы
БР Ҡатын-ҡыҙҙар Союзы рәйесе Рәшиҙә Солтановаға

Бер ҡараһаң - Өфөлә ул,
Бер ҡараһаң Мәскәүҙә.
Үҙ халҡының хоҡуҡтарын
Яҡлап сыға иң тәүҙә.
Ҡатын-ҡыҙҙың күңелендә
Кем сәм-өмөт ҡабыҙған!?
Алсаҡ йөҙлө, күркәм ҡатын,
Ул - беҙҙең Наурыҙҙан!
Беҙҙең ныҡлы таяныс ул,
Диңгеҙҙәге утрауҙай.
Изге эштәреңде хуплап
Бәрәкәт бирһен Хоҙай!
Халҡым тиеп, йән атҡанға
Мәңге йәшәр хәтерҙә.
Учалымдың күркәм ҡыҙы
Солтанова Рәшиҙә!
(№ 5)

Тырышып эшләгән ерҙә хеҙмәт уңышы ла бар19.01.2017

Тырышып эшләгән ерҙә хеҙмәт уңышы ла бар                 Ауылдарҙың бөгөнгө хәл-торошон, ундағы халыҡтың көнитмешен яҡтыртыусы «Нисек йәшәйһең, ауыл?» рубрикаһы аҫтында был юлы Учалы ауылы хаҡында мәҡәлә тәҡдим итәбеҙ.
Учалы ауылы биләмәһе районыбыҙҙа иң ҙур ултыраҡтарҙың береһе. Хакимиәт башлығы вазифаһын үҙ эшенә яуаплы ҡараған, талапсан етәксе Мостафин Альберт Любик улы башҡара. Ауыл проблемаларын, урындағы халыҡтың көндәлек тормоштағы мәсьәләләрен хәл итеү, ярҙам күрһәтеү, тәү сиратта, уның иңендә.
Учалы ауылы улты-рағына Учалы, Ҡалҡан, Өргөн, Һәйтәк ауылдары ҡарай, 2656 йорт, 8347 кеше йәшәй. Ир-егеттәр - 3857, ҡатын-ҡыҙҙар - 4017, пенсионерҙар - 1483, мәктәпкәсә балалар һаны - 894, ике Бөйөк Ватан һуғышы ветераны ҡалған. Күрһәткес үҙгәреп тора, кемдер күсеп ки-лә, икенселәр күсеп китә. Демографияның йоғонтоһо ла төрлөсә, ғөмүмән, халыҡ иҫәбе 8300-8500 кеше араһында тирбәлә. Учалы ауылы-ның үҙендә генә 7 меңдән ашыу кеше иҫәпләнә.

(№ 5)

«Гонконг» киҙеүе килә19.01.2017

Республикала грипп һәм киҫкен респиратор вирус инфекцияһы эпидемияһы башланды. Бөгөнгө көндә 20 меңдән ашыу кешегә ОРВИ диагнозы ҡуйылған. Бынан тыш, грипп менән ауырыу осраҡтары теркәлгән.Өҫтәүенә, йылдан-йыл уларҙың ҡурҡынысыраҡ төрҙәре барлыҡҡа килә. Исемдәре лә сәйер - «ҡош», «сусҡа», «испан», «азиат». Быйыл табиптар гриптың «гонконг» төрөн асыҡлаған. Ул бигерәк тә балалар һәм оло йәштәгеләр өсөн эҙемтәле тамамланыуы ихтимал.
(№ 5)

Күпте күрҙек, күпте кисерҙек25.01.2016

Мин - Нәғимә Шәрипова (Хәмитова) Учалы районы Миндәк ҡасабаһына ҡараған Иҫке Прииск ауылында тыуып үҫкәнмен. Бөйөк Ватан һуғышы эҙемтәһе булараҡ беҙҙең ғаилә Белорет ҡалаһына күсеп килде. Мин педагогия училищеһын тамамлап, уҡытыусы һөнәренә эйә булдым. Хеҙмәтемдең күпселек өлөшө Белорет районының Усманғәле ауылында үтте. Ошо мәҡәләмдә һуғыштың ғаиләбеҙгә килтергән ыҙалары хаҡында яҙмаҡсымын.
Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығын да билдәләп үттек. Тыныслыҡ яулаған һуғыш ветерандары сафы йылдан-йыл һирәгәйә бара. Еңеүҙе еткереүгә тос өлөш индергән һуғыш осоро балалары ла олоғайып беҙҙең аранан китеп бөтөп баралар. Ошо кешеләр хаҡында күберәк һөйләргә һәм яҙырға кәрәктер. Үҫеп килгән йәш быуынға улар тормошо ҙур һабаҡ.
(№ 5)

Яңы офис асылды25.01.2016

Яңы офис асылдыКесаҙна көнө ҡалабыҙҙа электр энергияһын ҡулланыусылар өсөн яңы офис, йәғни «Башҡортостан энергия һатыу компанияһы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең иң юғары стандарт сервисы асылды. Был офис автовокзал эргәһендәге яңы төҙөлгән бинала урынлашҡан. Бында килеүселәргә бөтә уңайлыҡтар бар һәм электрон сират эшләй.
Офисты асыу тантанаһына мәртәбәле ҡунаҡтар ҙа килде, филармония артисы Илдар Усманов уларға моңло йырҙарын бүләк итте. Ҡыҙыл таҫманы киҫеү хөрмәте район Советы рәйесе Дамир Кәримовҡа һәм «Башҡортостан энергия һатыу компанияһы» йәмғиәтенең һатыу буйынса башҡарма директоры урынбаҫары Валерий Манаковҡа бирелде.
(№ 5)


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Ғинуар 2018    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
1234567
891011121314
15161718192021
22232425262728
293031 

Популяр яңылыҡтар


Ҡайҙа ҡиммәтерәк?Ҡайҙа ҡиммәтерәк?
Яңы йыл алдынан ниндәй ҡалаларҙа Ҡыш бабайҙы...

Байрамдар тыныс үтһенБайрамдар тыныс үтһен
Тиҙҙән барыбыҙҙың да яратҡан байрамы - көтөп...

Ғаилә үтәй алмаҫлыҡ бурыс бармы икән?Ғаилә үтәй алмаҫлыҡ бурыс бармы икән?
Ҡала мәҙәниәт үҙәгендә физик мөмкинлектәре...

«Ҡанат ҡуйылғандай булды», - ти ирекмән«Ҡанат ҡуйылғандай булды», - ти ирекмән
Рәсәй Президенты В. Путин «Рәсәй ирекмәне - 2017»...

Яңы йылға өмөт-ышаныстар бағлайбыҙЯңы йылға өмөт-ышаныстар бағлайбыҙ
Ҡомаҡ (1924, 1936, 1948, 1960, 1972, 1984, 1996,...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.